+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Атайҙарҙың абруйын төшөрмәйек

Башҡорт ирҙәре һөйөүгә ҡырыҫ, тиҙәр. Уларҙан “яратам”, “һағындым” кеүегерәк һүҙҙәрҙе ишетеп булмай. Маҡтау һүҙҙәрен дә һирәк кенә әйтәләр. Яратыуҙарын ҡолаҡ менән ишетеп булмай шул. Бары тик йөрәк менән генә тойорға, йә ғәмәлдәрендә генә күрергә булалыр. Ғәмәлдәрендә тиһәк тә, башҡорт ирҙәренән ниндәйҙер хәтәр бер бүләк, сюрприз, романтика көтөргә лә кәрәкмәйҙер. Булмыштары шулай булғас, ғәйепләп тә булмай кеүек.

Атайҙарыбыҙ ҙа беҙҙе өнһөҙ генә ярата. Бәләкәй генә сағымда тотам ҡалмай тиерлек атайым артынан эйәреп йөрөргә яраттым. Мотоциклына ултырып йөрөүҙе әллә ни күрә инем. Һаҡмар буйына балыҡҡа барабыҙ ҙа, атайым, балыҡтарҙы ҡурҡытмаҫ өсөн, тәтелдәмәҫкә ҡушҡас, ултырып йоҡлап китәм. Әсәйем өнәп етмәһә лә, атайыма эйәреп фермаға ла барам. Ғүмер буйы иретеп йәбештереүсе булды ул. Сварканың осҡондары күҙеңә зыян килтермәһен тигәс, күҙҙәремде йомоп ултырып, тағы йоҡлап китәм.
Атайым сәсемде лә малайҙарса ҡып-ҡыҫҡа итеп алып ебәрә торған ине. Малай булыр тип тә көткәндер, бәлки. Ғөмүмән, ҡыҙҙар бәләкәй саҡта атайҙарға яҡын була. Үҫә килә инде нисектер аралар бер аҙ йырағая төшкән кеүек тойола. Әсәй кешегә нығыраҡ ылыға башлайһың, ул ғына серҙәшеңә әйләнә. Был, бәлки, атайҙарҙың яратыуы өнһөҙ һәм ҡырыҫ булыуынан килеп сығалыр.
Атайҙар мәктәптәге ата-әсәләр йыйылышына ла бик йөрөп бармай. Төрлө уңыштарың өсөн дә уларҙан маҡтау һүҙҙәрен ишетеп булмай тиерлек. “О, маладис, ҡыҙым!” кеүегерәк һалҡын ғына һүҙҙәр ишетһәң дә, күңел күтәрелә. Сөнки артығына өмөт итмәйһең. “Биш”тәр тулы көндәлегеңде ҡарағанда ла атай кеше артыҡ сөсөләнмәй, күп һүҙ һөйләмәй.
Үҫә төшкәс, атайҙарға ҡарата “был мине яратмай микән ни” тигәнерәк үпкә лә барлыҡҡа килеп ҡуйғандай. Әммә уларҙың ҡырыҫ һөйөүен, өнһөҙ генә яратыуын, терәк булыуын өлкәнәйә төшкәс кенә аңлай башлайбыҙ.
Мәктәпте тамамлап, баш ҡалаға уҡырға китергә йыйынғанымда атайым: “Уҡығаның – үҙеңә, ғорурлығы – беҙгә,”– тип тороп ҡалды. Йәшлегем менән ул ваҡытта ла атай теләген тулыһынса аңламай инем әле. Ә бит атайым, ҡыҙым уҡыһын, тип тырышҡан. Тыуған төбәгенән айырылып ситкә сығып китеүенең сәбәбе лә мине кеше итеү теләге булған бит. Уйлап ҡараһаң, башҡорт ирҙәренә ғаиләмде ҡарайым тип, вахта ысулы менән ситкә китеү, ауыр эштә бил бөгөү, ай-һай, ауыр шул.
Атай терәген, атай ҡәҙерен өлкәнәйә барғас ҡына тулыһынса аңлайбыҙ кеүек. Ни өсөндөр мәктәптә лә атай абруйы хаҡында бик өйрәтеп бармайҙар. Һәр ваҡыт “Минең әсәйем” темаһына инша яҙыуҙарыбыҙ, шиғыр сығарып маташыуҙарыбыҙ ныҡ иҫтә ҡалған. Ә бына атай тураһында инша яҙыуға артыҡ иғтибар бүленеүен бик иҫләмәйем. Гәзит-журналдарҙа ла әсәйҙәргә мәдхиә уҡыла, атайҙар телгә һирәк кенә алына. Әлбиттә, әсәйҙәребеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, уларҙың тормошобоҙҙағы роле баһалап бөткөһөҙ. Тап улар беҙҙе туғыҙ ай буйы йөрәк аҫтында йөрөткән, аҙаҡ төн йоҡоларын йоҡламай тәрбиәләгән. Йәшлектәге бар хаталарыбыҙҙан араларға маташып, беҙҙең өсөн туҡтауһыҙ борсолоусылар ҙа тик улар ғына. Әсәйҙәребеҙ менән телефондан да сәғәттәр буйы һөйләшә, серләшә алабыҙ. Барыһы өсөн дә әсәйҙәребеҙгә рәхмәтлебеҙ. Әммә атайҙар тураһында ла оноторға ярамай. Һөйөүҙәре өнһөҙ генә, ҡырыҫ ҡына булһа ла, улар ҙа бит беҙҙе ярата, беҙҙең өсөн борсола.
Башҡорт ғаиләләрендә, ғөмүмән, атай абруйы юғала бара. Күптәрендә атай кеше күләгә генә булып ҡалған кеүек. Ҡатын-ҡыҙ баш булып алға сыға. Бөтә нәмәне лә үҙенсә генә эшләргә тырыша, ир һүҙен һүҙ итмәй тиерлек. Балалар атай абруйын күрмәй үҫә. Һирәктәр генә “атайың ни әйтер”, “атайыңдан һора башта” кеүегерәк һүҙҙәрҙе ҡулланалыр ул.
Мәҡәлдә “Ир – баш, ҡатын – муйын” тиелһә лә, күптәр уны үҙҙәренсә ауҙарып, “муйын ҡайһы яҡҡа борһа, баш шул яҡҡа борола” тип тәфсирләй. Әммә башһыҙ ҡоро муйындың һерәйеп тороуынан да ни фәтүә? Ғаиләлә бит тап ирҙең һүҙе өҫтөн булырға тейеш. Һәр хәлдә, гел шулй булған. Ир кеше ғаиләһен ҡараған, проблемаларын хәл иткән. Ә ҡатын-ҡыҙ иренә арҡаланып, ғаилә усағын һаҡлаусы ғына булған. Шәриғәт закондары ла шуны талап итә.
Әммә беҙҙең заманда барыһы ла тап киреһенсә. Гүзәл заттар донъяның бар ауырлығын үҙ елкәһенә тейәп алған. Ҡайһы берҙәре, ғаиләһен ҡарар өсөн, бер нисә эштә бил бөгөргә, ғаиләһенең барлыҡ проблемаларын хәл итергә мәжбүр. Бында кем ғәйепле һуң? Ҡатын-ҡыҙ дилбегәне үҙ ҡулына алған икән, ирҙәргә генә зарланыу урынлы микән? Нисәмә йылдар бит гүзәл заттар хоҡуҡтарҙың тигеҙ булыуы өсөн көрәште. Тырышып-тырышып ҡатын-ҡыҙҙы тап ир-аттар ғына башҡара торған эштәргә ҡуштылар. Хәҙер килеп ирҙәр бигерәк нескә затҡа әйләнеп барған кеүек. Ыштандар тарайҙы, баштарында әллә күпме төрлө прическа. Улар өсөн һыланып-һыйпанып йөрөү бик мөһим. Ә ирлек сифаттары юғала бара. Элек хатта артистар ҙа хәҙергеләр кеүек сәхнәлә әллә ир, әллә ҡатын сүрәтендә аңлайышһыҙ ҡыйшаңлап йырламаған.
Ғаиләлә лә әлеге заманда атай абруйы күтәрелмәй. Бәғзеләр баланың кире яҡтарын битәрләр өсөн “атаңа оҡшап”, “атаңдан шул ғәҙәтең” кеүегерәк һүҙҙәрҙе ҡуллана. Ә бит ғаиләлә, киреһенсә, атай абруйы күтәрелергә тейеш. Бала өсөн атаһының иң яҡшы, иң көслө булыуы мөһим. Улдарҙы тәрбиәләүҙә атайҙарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Улар өсөн ир тәрбиәһе бик кәрәк. Ҡыҙҙар тормош иптәштәрен аталарына оҡшатып һайлай тигән дәлилләнмәгән тәғлимәт бар. Бәлки, ысынлап та, шулайҙыр ҙа. Шуға күрә ҡыҙ бала өсөн атай кеше иң-иңе булырға тейеш. Уның күҙ алдында атай абруйын төшөрөргә ярамай. Юғиһә, аңында ирҙәрҙең, ғөмүмән, йүнһеҙлеге хаҡындағы фекер уйылып ҡалыуы мөмкин бит.
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын тигән мәҡәл бар халҡыбыҙҙа. Әлеге ваҡытта атай абруйының юғала барыуына, ирҙәрҙең бигерәк нескә заттарға әйләнеүенә нимә сәбәпсе һуң? Бәлки, ҡатынCҡыҙҙарыбыҙ ирҙе ир итә белмәйҙер? Әммә шулай анһат ҡына ир-егеттәрҙҙең иңенән бөтә яуаплылыҡты алып ташлап булмай. Ни тиһәң дә, ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә ир бит әле. Был мәсьәлә тәрән фекерләүҙе талап итә.
Нәркәс АЛСЫНБАЕВА
Читайте нас: