Йылан сағыу, йылан арбау менән бәйле ышаныуҙар бар. Ышаныуҙар буйынса, кешене йәки малды саҡҡан йылан һыуға ынтыла икән. Әгәр ул һыуға барып етһә, сағылыусыны ҡотҡарып булмай. Шуға, ышаныуҙар буйынса, йылан һыуға барып етмәҫ борон яраны йыуыу, һыу эсереү, йылан арбаусыға мөрәжәғәт итеү кәрәк.
Ышаныуҙар буйынса, һәр йыландың телендә һәм күҙендә уғы бар. Шул уҡ сағылған кешенең йәки малдың йөрәгенә йүгерә, тиҙәр. Әгәр ҙә уҡ йөрәккә етһә, кеше шешенә, тын ала алмай, һөйләшә алмай, икән. Ваҡытында йылан арбаусыға мөрәжәғәт итмәһә, кеше үлә, тиҙәр. Шулай итеп башҡорт ышаныуҙарында йылан үҙе генә түгел, уның уғы ла магик көскә эйә. Шуның әсән дә рациональ ысулдар (ағыуҙы һығып, һурып алыу, таралмаһын өсөн ныҡ итеп бәйләү) менән бер рәттән арбауҙар һ.б. магик ысулдар ҡулланыла. Йылан арбау процедураһы кешене йәки берәй малды саҡҡан йыланды махсус доға әйтеп үлтереүгә йүнәлтелгән. Ышаныуҙар буйынса, саҡҡан йыландың исемен әйтеп арбаһалар, ул эсе ярылып үлә икән. Түбәндә Белорет районында яҙып алынған материалдан өҙөк.
≪Атайым бик уҡымышлы мулла кеше ине. Ул өшкөрөп, им-том итеп күп кешеләргә ярҙам итте. Иҫемдә ҡалған миңә 5-6 йәштәрҙә булған бер хәл. Атайыма бер кис колхоз бригадиры өйөр айғырын етәкләп килде. Ул айғырҙы йылан саҡҡан икән. Шул айғырҙы атайым арбаны. Ә иртәнсәк беҙҙең кәртә эсенә бик күп йыландар йыйылғайны. Шунан атайым үҙенең мулла таяғы менән йыландарға һелтәп ебәрҙе, һелтәгәйне, улар ырғып китте төрлө яҡҡа. Шулай итеп атайым солан ишегенән артҡы ҡапҡаға тиклем юл һалды. Юл һалғас, таяғын артына ҡуйҙы ла урман яғына китте. Теге йыландар сиратҡа баҫҡан һымаҡ теҙелешеп атайымдың артынан эйәрҙеләр. Йыландар бик оҙаҡ ҡына теҙелеште. Атайым күҙҙән юғалды, ә улар һаман китеп бөтмәгәйнеләр әле. Атайым кискә табан ғына ҡайтып инде. Беҙ: ≪Нишләп оҙаҡ йөрөнөң?≫ - тип һораныҡ атайымдан. Ул: ≪Йыландарҙың һәр бер семьяһын өйҙәренә таратып йөрөнөм≫, - тине. Шунан атайым өйөр айғырын йыландар батшаһы сағыуы турыһында һөйләне. Йыландар батшаһы атайым арбағас эсе ярылып үлгән. Шуға урмандағы бөтә йыландар ҙа беҙҙең өйгә килгән икән. Әгәр атайым көслө мулла, яҡшы йылан арбаусы булмаһа, йыландар беҙҙе вис ашап бөтөр ине.
Өйөр айғырын саҡҡан йыланды арбағанда атайым әллә ниндәй доғалар уҡый ине. Мин аны иҫләмәйем. Ике ағайым бар, исмаһам береһенә әйтеп ҡалдырмаған шул≫. (3.Илһамова. Инйәр ҡасабаһы).
Йылан арбағанда махсус доға уҡыла. Уны башҡорттар йылан теле йәки арбау, тиҙәр. Түбәндә бер нисә арбау варианты бирелә.
Бисмилаһи-р рахман-р рәхим,
Сәңке, сәңке, сәңке йылан,
Ҡылдан нескә үткер йылан,
Аҡҡан һыуҙы үткәр, йылан,
Кәрәҙ, кәрәҙ, кәрәҙ йылан,
Сән, сән йылан, сән йылан,
Сәңке, сәңке, сәңке йылан,
Аҡ мамыҡтан йомшаҡ йылан,
Сағыр булһаң, саҡ, йылан,
Ятҡан ерҙә тибрән (Әл), йылан!
(БХИ Йола фольклоры. I т.).