+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Сәғиҙулла Байегет:

Сәхнәгә сығыр алдынан мотлаҡ үтәй торған ритуалым:

Спектакль алдынан үҙеңде көйләү тигән әйбер бар. Йәғни иртәнсәк тораһың да, көҙгөгә ҡарап, ныҡ итеп йылмаяһың, көсләп, яһалма рәүештә көләһең, бейеп ебәрәһең. Ҡыҫҡаһы, һинең алда бер иҫәүән тора. Хәҙер балалар ҙа өйрәнеп бөттө инде, башта аптырап ҡарай торғайнылар. Минең өсөн был бигерәк тә комедия уйнағанда ярҙам итә. Үҙенә күрә таҙарыныу ул.
Концерттарҙа иһә, минең исемде иғлан итер алдынан ниндәйҙер көс килгән кеүек, дәрт уянып китә һәм сәхнәгә сығып, рәхәтләнеп күңел асаһың. Ихласлыҡ бөркөп, ыңғай энергетика менән сыҡһаң, халыҡ та һиҙеп тора бит ул.
Читайте нас: