+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

РӘСИМӘ УРАҠСИНА: "Һуҡранма!"

Үҙеңде бәхетлеләр иҫәбенә индер:

Рәсимә Ураҡсина: Хатта шөкөрмөн. Тормошомдан бик ризамын. Үҙемде бик бәхетле кешеләр иҫәбенә индерәм. Һис ниндәй “комфорт” күрмәйенсә, аслы-туҡлы үҫтек бит беҙ. Биш-алты йәштән колхоз эшенә егелдек. Хәҙерге йәшәйешем ожмахтың үҙелер. Өйөмдә һыуҙың йылыһы ла, һалҡыны ла ағып тора. Бешерәм тиһәм плитәм бар. Элек бит яландағы һыйыр тиҙәктәрен сүпләп яға инек. Бәләкәй генә ағас киҫәге күрһәң дә эләктереп алып усаҡ алдына килтереп һалаһың. Шул ғәҙәт ҡаныма һеңгән: әле булһа юлымда осраған тапсыҡтарҙы урап үтә алмайым.

Йәнә бер күренеш һәр саҡ күҙ алдымда: магазинға алма килгән. Беҙ, бала-сағалар, себен һымаҡ шул тирәлә уралабыҙ. Матур итеп кейенешкән ҡаланан ҡайтҡан апайҙар алманы бысаҡ менән ҡалын итеп әрсеп ашай. Ҡабыҡтары ергә ҡойолоп-ҡойолоп төшә. Шулар иҫ киткес йәл тойолдо миңә. Һәм алмаға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт ғүмерлеккә тороп ҡалды. Аллаға шөкөр, бөгөн баҡсамда алмағастарым күп. Алманың бөртөгөн дә серетмәҫкә тырышам. Тоҡлап алып ҡайтып күрше-тирәләге әбейҙәргә, зәғифтәргә таратам. Студенттарымды һыйлайым.
Читайте нас: