+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Алланың ҡашҡа тәкәһе

Кем ул?

ҠОТ
Башҡорт ышаныуҙарында ҡот айырым урын алып тора. Ололар һөйләүе буйынса, ҡот ғәҙәттә кешенең эргәһендә, баш осонда, сәс араһында йөрөй.
Ҡото эргәһендә булған кеше ғәҙәттә һөйкөмлө, һау-сәләмәт, бәхетле була. Уның бөтә эштәре ыңғай, уңышлы бара. Уны бәлә-ҡаза, ауырыу-һыҙлау, уңышһыҙлыҡ урап үтә.
Ҡотло кешене башҡорттар өлөшлө кеше, алланың ҡашҡа тәкәһе лә тиҙәр. Бындай кешеләр үҙҙәренә генә түгел, башҡаларға ла ҡот тарата, шуға уларҙы бала ҡото, ырыу ҡото, ауыл ҡото тиҙәр.
Ҡотло, өлөшлө кешеләр менән бер рәттән ҡотһоҙ йәки бәхетһеҙ кешеләр ҙә бар. Ундай кешеләр йыш ауырый, бәлә-ҡазаға тарый; юлға сыҡһа - юлы, эш башлаһа - эше уңмай уларҙың.
Ышаныуҙар буйынса, кеше тыумыштан ҡотло йәки ҡотһоҙ була. Ҡотһоҙ йәки өлөшһөҙ бала ғәҙәттә ауырлы ҡатындың теләген үтәмәгәндә, ҡарындағы балаһына өлөш бирмәгәндә тыуа икән. Шуға ла башҡорттар ауырлы ҡатындың һәр теләгәнен ашатырға, эсерергә, бирергә тырышалар, һыйлағанда, ашатҡанда мотлаҡ бала өлөшөн бирәләр. Бирмәһәң, бала ҡотһоҙ, һөмһөҙ, өлөшһөҙ була тиҙәр.
Ҡотло, бәхетле булыуҙы туйҙа уҡ теләйҙәр. Шуға туйҙа ғәҙәттә туйҙарығыҙ ҡотло булһын, нигеҙегеҙ ныҡлы булһын тигән теләк теләйҙәр. Сөнки ҡотло, бәхетле ғаиләлә ҡотло бала тыуа икән.
Читайте нас: