+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЙӨҘЛӨК

Урыҫтарҙың родился в рубашке тигән фразеологизмы ла ышаныу барлығына ишара яһай:

Башҡорт телендә бөркәнсек, битлек, пәрҙә, фәрҙә, һәрҙә тигән варианттары ла бар. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә йөҙлөк һәм бөркәнсек һүҙҙәренә «ҡарындағы баланы уратып ҡаплаған яры» тигән аңлатма бирелгән. Ышаныуҙар буйынса, был предмет баланы һаҡлау, ауырыу-сирҙән йүнәлтеү, ҡотҡарыу көсөнә эйә. Шуға ла йөҙлөктө киптереп баланың бишегенә, кейеменә тағып ҡуйыу йолаһы булған. Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылынан Булатова Фатима апай һөйләүе буйынса, йөҙлөк зыяндаш, йәғни быума сире менән ауырыған балаға тағылған. Ир бала булһа, йөҙлөк яғаға, ҡыҙ балаға - ҡултыҡ аҫтына.
Йөҙлөк йәки бөркәнсек менән тыуған бала элек-электән өлөшлө, бәхетле һаналған. Ундай кешеләргә әүәле Йөҙлөк, Йөҙлөкәй, Йөҙлөкбай, Йөҙлөкбикә тигән исемдәр ҡушыу йолаһы булған. Был типтағы исемдәр менән башҡорттар йөҙлөккә баланың бәхетен нығытып, билдәлек ҡуйғандар. Йөҙлөк йәки бөркәнсек менән бәйле ышаныуҙар менән бер рәттән төрлө ырымдар ҙа осрай. Мәҫәлән Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылынан Яҡупова Мөршиҙә апай һөйләүенсә, бөркәнсектең кендектән алған ерен төйөнсәктең аҫтына табан һалһаң, ҡабат бала булмай икән. Ышаныуҙар буйынса, бәғзе кендек инәләре йөҙлөктө түңкәреп күмеп дошман күргән кешеләрен һыңар бала менән генә ҡалдырғандар. һуңғылыҡ менән бәйле лә ошондай ышаныуҙар бар. Мәҫәлән, бала булдырмаҫ өсөн һуңғылыҡты түңкәреп, йәғни кендек яғы менән аҫҡа күмгәндәр. Йөҙлөк менән бәйле ышаныуҙар башҡортта ғына түгел, башҡа бик күп халыҡтарҙа ла бар. Мәҫәлән, урыҫтарҙың родился в рубашке тигән фразеологизмы ла ышаныу барлығына ишара яһай. Ошоларҙан сығып йөҙлөк менән бәйле ышаныуҙар бик боронғо осорҙарға барып тоташа тип фараз итеп була. Йөҙлөк; бөркәнсек, битлек төрки сығанаҡлы һүҙҙәр. Пәрҙә һәм уның диалект варианттары фарсы телдәренә барып тоташа.
Ф.Ғ. Хисамитдинова
Читайте нас: