-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

ИМӘЛТӘ

Имәлтәне бәғзе төбәктәрҙә ҡырҡ, бәғзеләрендә ете өйҙән йыйғандар.

Ышаныуҙар буйынса, балаға күҙ теймәһен, ауырыһа им булһын, ғаиләлә бала үлеп торһа, яңы тыуған бала йәшәһен, торһон, тип; килен алғанда, ҡыҙ биргәндә йәштәр бәхетле, ырыҫлы булһын, тип, өйҙән өйгә йөрөп сепрәк киҫәктәре йыйырға кәрәк. Уларҙан ҡорап тегелгән әйбер имәлтәне була. Уны ғәҙәттә имәлтә таяғына тағалар. Имәлтәне бәғзе төбәктәрҙә ҡырҡ, бәғзеләрендә ете өйҙән йыйғандар. Функцияһы менән имәлтә ҡот, бетеү, өлөш һүҙҙәренә тура килә. Башҡорт телендә имәлтә күлдәк, имәлтә кәпәс, имәлтә юрған, имәлтә бишмәт, имәлтә йыйыу, имәлтә биреү, имәлтә таяғы тигән һүҙбәйләнештәр бар. Үрҙә килтерелгән һүҙбәйләнештәр имәлтәнең һаҡлау, ҡурсалау, өлөшлө итеү функцияһына эйә икәнлеген күрһәтә.
Ф.Ғ. Хисамитдинова
Читайте нас в