-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Хәйерле йома иртәһе менән, дуҫтар!

Иғтибарлы булыу - үҙе изгелек

Хикәйә. Салауат Кәрим.
Руслан килеп ингәндә, Суфия әбей иҙән һепереп бөтөп кенә тора ине.
— Һаумы, инәй? — тип һаулашты Руслан.
— Ә-ә, Руслан улым, һауғынамы?
— Һәйбәт, инәй. Бына үҙем хәл белергә килдем. Хәлдәрең нисек, инәй?
— Ҡартайҙым, улым. Миңә иҙән һепереүе лә ауыр хәҙер. Әйҙә, түрҙән уҙ. Сәй эсеп алырбыҙ.
Сәй эскәндә Суфия әбей үҙенең бала сағын һөйләне. Русландың уҡыуын һорашты, каникулда ни эшләүен белеште.
Ултыра торғас:
— Рәхмәт, улым, изгелегең өсөн, — тип әйтте.
Руслан аптырап китте лә һораны:
— Инәй, ни өсөн рәхмәт әйтәһең? Мин бер нәмә лә эшләмәнем бит.
— Эй, улым, ололарҙың хәлен белешеү — үҙе изге эш ул, — тине инәй.
2006 й.
Читайте нас в