-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БИРТЕК

Диалекттарҙа биртес, биләңке һүҙҙәре лә ҡулланыла. Ышаныуҙар буйынса, биртек бил ауырыуының эйәһе - ул кешегә ауыр күтәргәндә, ҡоторған эт тешләгәндә эйәләй, икән. Был ауырыуҙан ҡотолоу өсөн 3, 7, 40 өйҙән биртек ашы, биртек аҙығы йыйып ашағандар. Биртек ашын 2-3 кеше йыйған. Йыйыусыларҙың береһе баш, береһе кинйә бала булыуҙы Урал аръяғы башҡорттары кәрәк тип һанаған. Т. Морат яҙмаларында йыйыусыларҙың береһе йетем, икенсеһе зәғиф булырға тейеш тигән юлдар бар. Биртек йыйыусылар ишекте ҡыҫып ҡына, арты менән һауытын һоноп, биртек һораған. Биртек һорағанда махсус

һамаҡтар ҙа ҡулланылған. Миҫал өсөн түбәндә бер нисә биртек әпсене килтерелә.
Ҡайным улы ҡатыҡҡан,
Ҡатыҡ һорай мин килдем.
Бейем улы биртенгән,
Биртек һорай мин килдем.
Ауыл башы Мөхәррәм,
Ултырғансы биртенгән.
(Бөрйән р-ны, фольк. экс. матер. 1960 йыл).
Билем, билем биртенгән,
Биртек уты бирегеҙ!
Ҡайным улы ҡартайған,
Ҡаты-ҡото бирегеҙ!...
(Ж. Кейекбаев. Туғандар һәм таныштар).
Улым биле ҡатыҡҡан,
Ҡатыҡ һорап йөрөйөм.
Кил(е)нем биле биртеккән,
Биртек һорап йөрөйөм,
һөт булһа ла ҡойоғоҙ,
һыу булһа ла ҡойоғоҙ,
Ней булһа ла һалығыҙ.
(Ғ.Хисамитдинова. Яңы Абҙаҡ ауылы).
Йыйылған ашты ауырыуға ашаталар; һөтө-ҡатығы менән биртенгән ерен ыуалар. Ышаныуҙар буйынса, биртек ашын ашағандан һуң ауырыу йүнәлә икән. Башҡорт телендә биртек һорау, биртек ашы, биртек аҙығы, биртек име, биртек йыйыу, биртек уты, биртек ите тигән һүҙбәйләнештәр; биртелгәнгә биртенмә, биртенгәндән белек китер кеүек мәҡәл-әйтемдәр бар.
Биртек һүҙе боронғо төрки ҡомартҡыларҙа осраған beчt “имгәнеү, яраланыу, боҙолоу” тамыры менән бәйле булырға тейеш.
Ф.Ғ. Хисамитдинова.
Читайте нас: