+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бейә һаумаҡ - ут йотмаҡ, ҡымыҙ бешмәк - йән сыҡмаҡ

Борон башҡорт сәфәргә сыҡһа, эйәренә ике яҡлап та турһыҡ аҫып ала. Көн оҙонона турһыҡтағы ҡымыҙы, болғанып, әсеп йөрөй. Күптәр турһыҡтың нимә икәнен белмәйҙер әле! Ул —

һабанан эшләнгән (һаба — эре малдың тиреһенән тегеп эшләнгән ҡымыҙ һауыты) бәләкәй тире һауыт. Уны түбәндәгесә эшләйҙәр: һуйған аттың артҡы аяҡтарынан тире һыпырылып алына, йөнө өтөлә һәм тире ыҫлана. Шунан киҫеп алынған тиренең киң осона төп тегелә. Ә тар осона (тубығы янында) үләндән йомарлап бөкө тығыла. Турһыҡ әҙер. Ул эсемлек менән тултырылғас, ат ботона оҡшап ҡала. Турһыҡта һаҡланған ҡымыҙҙан әҙерәк тире һәм төтөн еҫе килһә лә, тәме боҙолмай. Эйәрҙә эленеп йөрөп, ул яҡшырғандан-яҡшыра.
Ҡымыҙ — бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән күпереп торған аҡ төҫтәге эсемлек. Ҡымыҙҙы иң беренсе күсмә халыҡтар эшләргә өйрәнгәндәр һәм уны эшләү ысулын быуаттар буйына сер итеп һаҡлағандар. Һаулыҡ, дәрт һәм дауа биреүсе сихәтле эсемлек.Ҡымыҙ — ул баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле аҙыҡ продукты ғына түгел, ә ысынлап та мөғжизәле үҙенсәлектәре булған эсемлек. Тиккә генә башҡорт далаларында уны иң яҡшы дауалау аҙығы тип һанамағандар.Ҡымыҙҙың кеше организмына булған тәьҫире күп төрлө. Был эсемлек, башҡа дарыуҙарға ҡарағанда, тиҙ арала аппетитты яҡшырта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй. Ҡымыҙ нервы системаһына, йөрәккә ыңғай тәьҫир итә, тын алышын көйгә һала. Унда витаминдар, ферменттар, ә иң мөһиме — туберкулез һәм эсәк инфекцияһын тыуҙырыусы вирустар менән көрәшеүсе матдәләр бар. Ҡымыҙ еңмәгән сирҙәрҙе һанап бөтөүе лә ҡыйын.Ҡымыҙ, борондан килгәнсә, бик ябай ысул менән әҙерләнә. Яңы һауылған бейә һөтөнә (ойотҡо һалына һәм был ҡушымтаны өйҙә йәки башҡа йылы урында тоталар һәм йыш-йыш болғатып торалар. Бының өсөн ағас көбө һәм оҙон таяҡтың осона беркетелгән яҫы ағастан эшләнгән болғатҡыс ҡулланалар.) Борон ҡымыҙҙы турһыҡта ла етештергәндәр. Турһыҡ эсенә эсемлекте болғатып торор өсөн көрәккә оҡшатып эшләнгән таяҡ тығып ҡуйғандар. Эсемлек әсеп сығыуға — ҡымыҙ ҙа әҙер. Эсемлек тамам әсеһен өсөн уны туҡтауһыҙ болғаталар. Ҡымыҙҙы ни тиклем күберәк һәм оҙағыраҡ болғатһаң, уның шул тиклем сифаты яҡшыра. Йәш ҡымыҙ сөсөрәк булһа, оҙаҡ торғаны күпкә әсерәк һәм ҡырҡыуыраҡҡа әйләнә. Башҡортостанға кемдәр генә ҡымыҙ эсеп дауаланырға килмәгән. Пушкин ХIХ быуаттың утыҙынсы йылдарында “Пугачев тарихы” һәм “Капитан ҡыҙы” әҫәрҙәренә материал йыйғанда Ырымбур далаларында башҡорттар менән дә аралаша. “Ҡымыҙ бейә һөтөнән эшләнә. Был эсемлек барлыҡ тау һәм Азияның күсмә тормош алып барыусы халыҡтары араһында киң ҡулланыла Ул ярайһы ғына тәмле һәм ифрат файҙалы тип иҫәпләнә”, — тип яҙа ул. Өфөлә тыуған һәм йәшәгән Сергей Тимофеевич Аксаков (1791 — 1859), Василий Андреевич Жуковский (1783 — 1852), Владимир Иванович Даль (1801 — 1872), әҙиптәр Алексей Толстой (1817 — 1875), Салтыков-Щедрин, Мамин-Сибиряк, һәм башҡа бик күп урыҫ зыялылары Башҡортостанда йыш була, ҡымыҙ менән дауалана. Уларҙың һәр береһе шифалы ҡымыҙ тураһында һоҡланып та, маҡтап та күп иҫтәлек ҡалдырған. Антон Павлович Чехов, мәҫәлән, табип булараҡ та ҡымыҙҙың иҫ киткес шифалы икәнлеген билдәләй. Ул да беҙҙең яҡтарға ғаиләһе менән йыш килә, дауалана. Бөйөк яҙыусы Лев Николаевич Толстой ҙа (1828 — 1910) тәүбашлап 1862 йылда ҡымыҙ һауған урында була. Ул Һамарҙан 130 саҡрымда ятҡан башҡорт йәйләүе Ҡаралыҡта ай ярым ятып, ҡымыҙ эсеп дауалана. Шунда ул башҡорттар менән яҡындан аралаша, һаулығын нығыта.Башҡортостанда ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн бик күп санаторийҙар асылған. Унда кешеләр һаулыҡтарын нығыталар. Рәсәйҙә ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы тәүге тапҡыр 1890 йылда С. Аксаковтың ейәнсәре О. Аксакова тарафынан төҙөлә. 1892 йылда Шафран тимер юл станцияһы тирәләй санаторийҙар селтәре барлыҡҡа килә. 1898 йылда Андреевский санаторийы асыла. Бөгөн Башҡортостан ҡымыҙ менән дауалау үҙәге булып тора. «Шафран», «Йоматау», «Алкино», «Глуховская», «Чехов», «Аксаков» исемендәге шифаханалар һәм башка ойошмалар бар. Өҫтәп шуны әйтке килә: ҡымыҙҙың үҙенсәлеге шунда: ул бигерәк еңел эселә, күпме эсмә — ауырлыҡ килтермәй.. Ҡымыҙ туҡлыҡлы ла. Кешегә көс, ҡеүәт бирә, организмды, иммунитетты нығыта. Ҡайһы бер сирҙәргә, мәҫәлән, туберкулезға, айырым тәьҫир итеп кенә ҡалмай, ә тотош организмға файҙалы. Ҡымыҙ барҙа ҡыҙыҡ ҡына түгел, һаулыҡ та бар.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әҙерләне
Читайте нас: