-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт юлға сыҡһа, бер ҡасан да кейеҙен ҡалдырмаған

“Кейеҙ баҫыу” тигән һөнәри шишмәнең серенә төшөнөү, уның файҙаһы, матурлығы, тормош-көнкүрештәге урыны менән беҙҙе Гөлфиә Хәлил ҡыҙы Вәлитова таныштыра.

“Тәбиғи экологик таҙа материалдан эшләнгән кейеҙ кешене дауалау көсөнә лә эйә. Уның дауалау ҡиммәттәрен белергә кәрәк: йөрәк, тире ауырыуҙарын, тын юлдары һәм быуын сирҙәрен кешеләр кейеҙ ярҙамында еңгән. Башҡорт юлға сыҡһа, бер ҡасан да кейеҙен ҡалдырмаған — ергә түшәп ятһа, уға йылан йәки төрлө бөжәк яҡын килмәгәнен белгән. Хатта йыртҡыс хайуандар ҙа кейеҙгә уранып ултырған кешегә теймәй икән. Һарыҡ йөнөнән баҫылған кейеҙҙе тергеҙеү — халҡыбыҙҙың һаулығы һәм тормошо тураһында хәстәрлек ул”.
Был күркәм, ҡәҙерле, көндәлек ҡаралтының башҡорт халҡын быуаттар буйы ҡурсыған матди байлыҡ, ысын мәғәнәһендә халыҡ кәсебе булыуын, кейеҙҙең шифаһын, киң ҡулланылыуын, киләсәктә лә бик урынлы файҙаланыу юлдарын аңлатып, ғәжәйеп фәһемле эш алып бара Гөлфиә Хәлил ҡыҙы һәм үҙенең оҫталыҡтары менән дә ихлас уртаҡлаша.
Читайте нас: