-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҠУЛДАРЫ – ШИФА, ҺҮҘҘӘРЕ – ДАУА, БУЛМЫШЫ – ФАЙҘА

Уйлап ҡараһаң, йәшәйешебеҙҙә ҡапма-ҡаршылыҡтар аҙым һайын осрап тора. Егерме беренсе быуатта, әлбиттә, техника үҫешкән, компьютер, кәҫә телефондары, гаджет-планшеттар алға киткән, цифрлы телевидение элемтәләре, киң даираләге радио коммуникацияһы хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Медицинаға ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә көндән-көн алға китә, дарыухана аҙым һайын, ғөмүмән, халыҡ төнәтмә, ҡулайлы май эҙләп, йонсомай.

Әммә йәмғиәт парадоксы ниҙән ғибәрәт һуң!? Эйе киң мәғлүмәти донъя, дауаланыу форсаты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ-ара тере аралашыуға, шифалы ҡулдар тылсымына, яғымлы һүҙҙәргә, ихлас мөнәсәбәткә сарсай түгелме!?
Нәҡ ошо мөһим, көнүҙәк мәсьәләгә ҡағылышлы уй-фекеребеҙҙе халыҡ араһында әленән-әле киң билдәлелек яулай барған шифалы ҡулдар тылсымына эйә Намаҙбаева Әнисә Рәйес ҡыҙына юлламаҡсыбыҙ. Көнөнә тиҫтәләгән сырхау-ауырыуҙарҙы дауалап, уларға таҙалыҡ-һаулыҡ йомарт өләшеүсе, уларға киләсәккә ышаныс, көс өҫтәүсе сихри ҡөҙрәткә эйә ханым Әбйәлил районы Дәүләт ауылынан.
Әнисә апай, Һеҙ көтөп алынған ҡунаҡ. Белеүегеҙсә, «Тамаша» журналы Башҡортостан республикаһының абруйлы берҙән-бер мәҙәниәт һәм сәнғәт журналы. Журналыбыҙҙа йылдар дауамында «Сәләмәт» рубрикаһы ла уңышлы яҡтыртыла. Нәҡ ошо рубрикаға тәғәйенләп Һеҙҙең хаҡта һорашып, белешеп шылтыратыусылар, хат юллаусылар бихисап. Киң йәмәғәтселек Һеҙҙе шифа ҡуллы массаж яһаусы итеп кенә түгел, ә дөйөм халыҡ медицицинаһын үҙ тәжрибәһендә мул ҡулланыусы тип тә таный. Күҙ тейеүҙән өшкөрөү, тел-теш ҡырҡыу, ҡот ҡойоу, эс төшөрөү, өсйән имләү...
Ғөмүмән, дауалау серҙәренең үҙ инеше юҡ түгелдер. Шуға күрә, һүҙебеҙҙе йыраҡтан башлайыҡ. Һүҙҙе нәҫел-нәсебегеҙ, ырыу-тоҡомоғоҙ, ата-бабаларығыҙ менән яҡыныраҡ таныштырыуҙан башлаһаҡ отошло ла, фәһемле лә, әлбиттә, журнал уҡыусыларына аңлайышлы ла булыр ине.
Эйе, килешәм. Мин Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуғанмын. Олатайҙарым указлы мулла булғандар: Ҡарабай олатайым, Ҡарабай олатайымдан тыуған Ғибәҙәт олатайым. Ғибәҙәт олатайым Ҡазан мәҙрәсәһендә һабаҡ алған. Элек бит табиптар булмаған, олатайым дини алым, йәғни доғалар, дарыу үлән менән дауалау, имләү, өшкөрөү юлдарын ентекле өйрәнә. Ҡазандан Вазифа исемле татар ҡыҙын ҡатынлыҡҡа алып ҡайта. Шуға күрә беҙҙең зат «татарҙар араһы» тип йөрөтөлә. Олатайым оләсәйем менән бик күп балалар үҫтерәләр. Мөхәммәтмансур олатайым Троицкийҙа һабаҡ алған осорҙа Зәйнулла ишандың яратҡан, үҙ иткән шәкерте була. Мәҙрәсәлә ғилем биргән муллаларҙың абруйын, ҡәҙер-бәҫен уларҙың таянып йөрөгән таяғы билдәләгән. Зәйнулла ишан мөҡҡәддәс таяғын Мөхәмәтмансур олатайыма ҡомартҡы итеп ҡалдыра. Зәйнулла ишандың тап шул ҡомарҡыһы Асҡар район үҙәгендә музей фондының иң ҡиммәтле экпонаты иҫәбендә. Сыҡҡан ерҙәрҙе ултыртып, күҙ тейеүҙе өшкөрөп, хатта мал сырхап китһә, уларҙы ла имләп терелтер булған. Бәре-ен оялаған өй хужалары даими Мөхәммәтмансур олатайымды саҡырыр булған. Олатайым доға-аяттар уҡып, өшкөрөп, өй мөйөштәрен таяҡтары менән төбөрләтеп, ҡара көстәрҙе ҡыуып, өйгә тыныслыҡ, һиллек ҡайтарыр булған. Доға яҙып, һыуҙа иҙеп эсереп, ауырыу-сырсау кешеләрҙе аяҡҡа баҫтырыр булған. Дини белем, ағартыу эшен дә әүҙем алып бара. Тоҡом-ырыуына, балаларына, ауылдаштарына, тирә-йүнгә үҙ белем-ғилемен йомарт өләшә.
Мәрғүбә инәйем Әбйәлил районы Ишкилде ауылына тормошҡа барып (сығып), шул ауылда ғүмер буйы йәшәй. Халыҡса әйтһәк, барған еренә таш һымаҡ бата. Әлеге көндә лә Мәрғүбә инәйем ҡот ҡойа, имләй, күҙ тейеүҙе, бүһерҙе өшкөрә, сабыйҙың кендеге төшмәй торһа, кендек төшөрә. Ошо ауырыуҙарға дусарҙар Мәрғүбә инәйемә килеп, һауығып, йән сихәте, тән ҡөҙрәте алып ҡайта.
Үҙем эс төшөрөү, бүһерҙе имләү һәм башҡа төр дауалау ысулдары буйынса Мәрғүбә инәйемә имтихан ташырҙым. Әбйәлил районы Ахай ауылында йәшәүсе, халыҡ медицинаһын һыу һымаҡ эскән ------ апай ҙа миңә үҙ фатихаһын бирҙе.
Мәктәп йылдарында уҡыған саҡта мин ғөмүмән дарыу менән дауаланманым. Әҙерәк кенә ауырый башлаһам, Мөхәммәтфәтих олатайыма йүгерә инем. Шулай итеп, буй еткәнсе өшкөрөлөп кенә үҫкән ҡыҙ баламын. Мөхәммәтфәтих олатайым оло тылсымға эйә икәненә мин бәләкәйҙән инанғанмын.
Атайымдың әсәһе ғүмер буйы һөлөк һалды. Баласаҡтан һөлөк һалыуҙы күреп, белдем. Элек һөлөк һалғандан һуң, һөлөктө тоҙға һалып ҡоҫтороп, бер һөлөктө ҡайта-ҡайта ҡуллана инеләр. Әлбиттә, хәҙер мин үҙ эшемдә һөлөктө бер тапҡыр ғына ҡулланам.
Атайымдың бер туған һеңлеһе (ҡарындашы) Мәрхәбә апай Асҡарҙа йәшәй. Ул бөтә ырыуыбыҙ именлеге өсөн доға ҡылып, затыбыҙҙы яман афәттәрҙән яҡлап, ҡурсалап тора. Ҡырҡ ете йәштә намаҙға баҫыуыма ла Мәрхәбә апайыма бурыслымын. Рәҡәгә уҡыу, Ғәшүрә көнө, изге Ураза төшөнсәләрен Мәрхәбә апайым күңел түренә һалды.
Дауалау һәләте миңә атайым яғынан да, әсәйем яҡлап та килә. Әсәйемдең әсәһе, Зәкирә оләсәйем дә тоҙ, сәй, һабын өшкөрөр, тән, эс һылар ине. Күҙе ауырта башлаһа, шәкәрҙе иҙеп-иҙеп, өшкөрөп, ваҡ ҡына шәкәр ҡомон күҙенә һалып, шуны өйкәтеп күҙҙәрен асып алыр ине. Ятҡан арала ауыртҡан ерҙәрен ыуалап, теләктәрен теләп, һауығып-терелеп тороп китер ине, үҙен үҙе дауалар ине. Оләсәйем беҙҙе бала саҡта мунсала даими һылап, дауалап торҙо.
Хәҙерге көндә ҡан алдырыу ысулы хиджама тип атала. Элек ҡан алыу ысулы өй шарттарында үҙенсәлекле башҡарылған. Тәнде бер ерҙән генә телгәндәр ҙә шул тәңгәлгә һауыт ҡуйғандар. Алама, насар ҡанды шулай сығарғандар. Боронғо кеше эште белеп, төптән белеп эшләгән. Шуға күрә улар бик ауырымаған да, бөгөнгө көндә йыш күренеш булған юғары ҡан баҫымы менән яфаланмаған.
Файза апайым медицина һөнәренә эйә, халыҡты массаж менән дауалай.
Тимәк, Һеҙҙең баласаҡ дауалау, им-том мөхитендә уҙған. Шифалы ҡулдар, массаж яһау, халыҡ дауалау – ул нигеҙ ташы.
Эйе. Мин 1963 йылдың 1 ғинуарында, Раштыуа байрамында, тәбиғәттең иң саф, иң таҙа, ап-аҡ мәлендә тыуғанмын. Ғаиләлә өс бала үҫтек. Үкенескә ҡаршы, атайым миңә ун йәштә генә баҡыйлыҡҡа күсте. Шуға күрә ҡурсаҡ менән уйнау миңә өсөнсө синыфҡа тиклем генә дауам итте. Атайымды юғалтыу мине тиҙ ҙурайыуға булышлыҡ итте. Мин әсәйемдең уң ҡулы, иң яҡын ярҙамсыһы ла, иң яҡын кәңәшсеһе лә булдым. Әсәйем ирҙәр урынына ла, катындар урынына ла эшләне. Иртә таңдан сығып китеп, беҙҙе аяҡҡа баҫтырыр өсөн өс ерҙә эшләне: медпунктта утын ярып яғыу, иҙән йыуыу, фермала быҙау ҡараны, кискелек интернатта балалар ҡараны. Беҙ әсәйебеҙҙе яҡшылап күрмәй ҙә торғайныҡ. Шуға күрә өйҙәге эш: һыйыр һауыу, икмәк һалыу, һөт бороу, өй таҙалау, кер йыуыу минең вазифаға әүерелде. Йәйәү йөрөп бесән дә эшләнек, картуф, ҡыяр-помидор ҙа үҫтерҙек. Беҙҙең яҡта ҡырау тиҙ һуға торғайны, шунлыҡтан помидорҙарҙы быйма эсендә ҡыҙартып ала инек. Гектарлап сөгөлдөрөн дә утаныҡ. «Көҙгөлөккә, мәктәпкә һеҙҙе кейендерергә кәрәк», тип әсәйем беҙҙе әүрәтеп алып йөрөй торғайны. Кеше ун бишәр юл эшләһә, беҙ икешәр гектар утап, ҡояшҡа ҡап-ҡара булып яна торғайныҡ. Көҙгөһөн сөгөлдөрҙәрҙе йолҡоп тапшырып, эш хакын ала торғайныҡ.
Яҙ һайын әсәйем менән ат егеп сығып китеп, сейенсе, ҡарағайҙар ултырттыҡ. Ул саҡта юл юҡ, урманға техника түгел ат та, арба ла сыҡмаған. Шуға ҡарамаҫтан, ҡурҡырға ваҡыт булманы. Ҡайтырға булһаҡ, атты арбаға бәйләп китеп, «атты бүре генә ашамаһа ярар ине», тип теләр инек. Ғөмүмән, ал-ял белмәй эшләп үҫтек. Кешеләр беренсе, туғыҙынсы май байрамында ял итте, әсәйем беҙҙе унберешәр гектар ағас ултыртырға ҡупшылап ҡына алып сығып китер ине.
Журнал уҡыусыларын Һеҙҙең шәхси тормошоғоҙ ҙа бик ҡыҙыҡһындыра. Ғаилагеҙ менән таныштырып китһәгеҙ яҡшы булыр ине.
Тормошҡа бер ҡарауҙан ғашиҡ булып сыҡтым. Үкенескә ҡаршы, ун биш йылдан һуң тормош иптәшем менән айырылышып, өс баламды яңғыҙ аяҡҡа баҫтырырға тура килде. Әлбиттә, айырылышыуҙың сәбәбе, йәшәйешебеҙҙә һис кемгә лә сер һәм яңылыҡ түгелдер, «йәшел йылан» менән уғата дуҫ булыуы арҡаһында булды. Балаларҙы тәрбиәләгән саҡта бер ниндәй ҙә эштән ҡурҡып, баш тартып торманым. Һауынсы ла, санитарка ла, лаборант та, ауыл советында хисапсы-кассир ҙа булып эшләнем. Китапхана техникумы диплом алғас, китапханасы ла булып алдым. Партия сафына ла алдылар.
Бөгөнгө көндә, шөкөр, балаларым эйәле-күҙле. Һәр береһе үҙаллы тормош көтә. Ғаяз улым училище тамамлап, йәбештереү-иретеү оҫтаһы. Нияз улым Урман хужалығы техникумында белем алһа ла төҙөлөш эштәре менән мәшғүл. Роза ҡыҙым аграр университетында уҡый. Әлеге көндә ике ейәнем, дүрт ейәнсәрем бар.
Тормош – ул һынау. Һеҙгә лә киҫкен осорҙарҙы күтәрергә тура килгәндер.
Эйе. «Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай», тиҙәр. Шуға ярашлы, ғаиләм менән ут ҡазаһын да үткәрҙек. Яңы һалған өйгә сығып, дүрт ай ҙа йәшәп өлгөрмәнек, өйҙө янғын ялмап алды. Шулай итеп, февраль башында, ҡыштың һыйыр мөгөҙөн һындырыр сатлама һыуығында, беҙ бер ҡат өй кейеме менән яланбаш, яланаяҡ тышта албырғап тороп ҡалдыҡ. Сәбәбе ябай: йорт ҡатын-ҡыҙ башы, уның аҡылы менән, йәғни өйҙән тура мунсаға сығыу юлы менән проекцияланған ине.
Форсаттан файҙаланып, оло ҡазала ярҙам ҡулы һуҙыусы ауылдаштарыма, шулай уҡ Әбйәлил районы урман хужалығына айырым рәхмәт һүҙҙәрен юллағым килә. Ауылдаштарым ризығыҡ, кейем, өй кәрәк-яраҡтарын, түшәк-ҡаралды, һауыт-һаба алып килһә, урман хужалығы ярҙамға йөҙ кубометр ағас бирҙе.
Әсәйемде лә баҡыйлыҡҡа күскәнсе үҙем ҡараным.
Эйе, юғалтыуҙар - оло һынау. Ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә көс-ғәйрәт тә, сабырлыҡ та, хатта фәлсәфәүи ҡараш та кәрәк тип әйтер инем.
Массаж һәләте, әлбиттә, һеҙҙең зат-ырыуҙан, ата-бабаларҙан ҡалған аманат. Үҙегеҙ нисек халыҡты массаж менән дауалай башланығыҙ?
Гөмүмән, һөнәри юҫыҡта массаж эшләүҙең башы ла аңғармаҫтан, ҡапыл килеп сыҡты. Магнитогорск дауаханаһында санитарка булып эшләгәндә минең менән бергә эшләгән Зоя апайҙың аяҡтары тәҡәтһеҙ һыҙлай ине, хатта бер аяғы ҡыҫҡарғандан-ҡыҫҡара башланы. Бер көн ул ҡатынҡайҙың шул тиклем һыҙлауына үҙем түҙмәнем, «әйҙә, Зоя апай мин һиңә массаж эшләп ҡарайым», тинем. Ғәжәпкә ҡаршы, массаждан һуң Зоя апайыбыҙ аяҡ һыҙлауын да онотоп, һикереп тороп үҙ эштәре менән сығып йүгерҙе. Шулай итеп, халыҡты массаж менән дауалау башланды.
Клиенттарым көндән-көн артты: бер кеше килһә, артынса икәү-өсәү килде. «Беҙ ҡапсыҡта ятмай», тигәндәй, минең массаж менән шөғөлләнеүем халыҡ араһында ауыҙҙан-ауыҙға таралып, ауылыма ла килеп еткән. Ахырҙа, ауылдаштарым мине районға саҡырғас, әлбиттә, баш тартманым. Ҡайтып ауылдаштарымды, тирә-йүндән килгән халыҡты дауалау маҡсатында массаж эшен асып ебәрҙем.
Әйтергә кәрәк, мин үҙ эшемде шул тиклем яратып, күңелем менән бирелеп башҡарам. Халҡыма файҙа килтереү, һаулыҡ өләшеү минең өсөн оло бәхет.
Әлбиттә, мин үҙем белгән халыҡ медицинаһын түкмәй-сәсмәй йәш, киләһе быуынға еткергем килә. Массаж - ул ҡул энергияһы, күңел көсө. Халыҡ медицинаһы иһә тереклекте айырым-айырым ағза итеп түгел, ә тере, бөтөн бер организм итеп ҡарауы менән ҡиммәтле.
Бәлки «Тамаша» журналы уҡыусылары араһында халыҡ ғилемен үҙләштерергә теләүселәр, хатта халыҡ мираҫын, халыҡ медицинаһын – ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге мираҫты үҫтерергә булышлыҡ иткән эшҡыуарлыҡ тарафынан ярҙам ҡулы һуҙылһа был эш бик тә сауаплы һәм игелекле булыр ине. Яратып уҡыған журнал биттәре ошо үтенесемде еткереп, дауалау эше яңы даирәләргә күтәрелеүе иң төп шарт, минеңсә.
Халыҡҡа еткерер уй-ниәттәрегеҙ юҡ түгелдер. Ғәҙәттә, һорау йәштәргә йүнәлтелеүсән. Миңә ҡалһа, бөгөнгө йәштәр аҡыллыраҡ та, белемлерәк тә, тәүфиҡлыраҡ та тип әйтергә була. Һеҙҙең ҡараш?
Уйымдың тап уртаһына баҫтығыҙ. Ҡайсаҡ хатта «Хоҙайым, ололарға тәүфиҡ бир», тигән осраҡтарым йыш була. Йәштәребеҙ иманлы тип әйтер инем. Әммә шуға ҡарамаҫтан барыһын да ғилем, белем юлына әйҙәр инем. «Белемһеҙ – берҙе, белемле меңде» еңә, тип бушҡа әйтмәгәндәр бит. Тормош үрҙәренә көс-ғәйрәттән тыш айыҡ аҡыл, тәрән ғилем менән артылыр кәрәк.
Тормошобрҙға иман, дини ҡараш ҡайтыуы икеләтә ҡыуаныслы.
«Тамаша» республикабыҙың берҙән-бер мәҙәниәт һәм сәнғәт журналы булыуға ҡарамаҫтан, ул «Сәләмәт» рубрикаһы менән отошло, сөнки йәшәйештең башланғысы – сәләмәтлек. Һаулыҡ – ҙур байлыҡ. Артабан да рубриканың яҡшы һәм тулы яҡтыртылыуын теләп ҡалам.
Шулай уҡ яратҡан аш-һыу рецептары ла халыҡ менән йылы ҡабул ителә.
Яратҡан рецеп тигәндәй үҙегеҙҙең дә аш-һыу, ризыҡ яраштырыу серҙәре менән бүлешһәгеҙ ине.
----------------------------------------.
«Тамаша» журналы мәҙәниәт журналы булғанлыҡтан сәнғәткә ҡағылышлы һорау бирмәү яҙыҡ булыр. Үҙегеҙҙең яратҡан сәхнә кешеләрегеҙ барҙыр.
Әлбиттә, бар. Йырһыҙ, моңһоҙ, мәҙәниәтһеҙ тормош – ул тоҙһоҙ ашҡа бәрәбәр тип һанайым. Йырсыларҙан Гөлсөм Бикбулатова, Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Гүзәл Уразова, Юнир Һағынбаевтың ижадтары күңелем яҡын.
Элекке таҫмалар, мелодрамаларҙы яратып ҡарайым. Һуғыш, алыш, көс алымдары, ҡанҡойош һүрәтләнгән киноларҙы мин, ғөмүмән, ҡарамайым.
Әнисә апай, Һеҙҙең исемегеҙ мөләйем, яғымлы, күңелсәк тигәнде аңлата. Әйтергә кәрәк, исемегеҙ, есемегеҙгә тап килә. Исемемде атайымдың әсәһе ҡушған тигәйнегеҙ. Оласәйегеҙ ейәнсәрен нәҡ шулай күҙаллағандыр, моғайын.
Һеҙгә фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ихлас рәхмәт. Халыҡ һаулығы тән сәләмәтлеге менән генә түгел, ә рух, иман, ғилем сәләмәтлеге менән үрелеп барһын ине. Рәхмәт!
Читайте нас: