-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Халҡым һаулығы - илем байлығы"

«Ҡартлыҡ килмәһен, тиһәң – кәзә һөтө эс» Боронғо табип Әбүғәле Ибн Сина

Берәүҙең баҡсаһына күршеһенең кәзәһе кереп, утап, һыу һибеп, тырышып үҫтергән йәшелсәләрен ауыҙ итеп сыҡһа, китә әрләш-талаш. Нисек кенә әрләмәйҙәр кәзәне: «Кәзә лә булдымы мал...», «Кәзә кәзәлеген итә» һәм башҡалар, һәм башҡалар. Үсеккән кеше тураһында һөйләгәндә лә шул малҡайға тиңләйҙәр: «Кәзә холоҡло бит ул», «Кәзәһе төкөнө», хатта «Кешенең бажаһы – бажа кеүек, минеке – кәзә кеүек» тип тә ебәрәләр. Бәлки әрләүселәр кәзәнең һөтө, ҡымыҙы, ите шул тиклем дә файҙалы икәнен белмәйҙәрҙер? Белһәләр, был малҡайға ҡараш та үҙгәрер, күпләп үрсетеү яғын да ҡарарҙар ине. Эйе, бөгөнгө мәҡәлә – дөрөҫ туҡланыуға иғтибар көсәйгән заманда популярлығы арта барған кәзә һөтө хаҡында.
Кәзә һөтө нимәһе менән һыйыр һөтөнән файҙалыраҡ һәм нимәһе менән яҡшыраҡ һуң?
Беренсенән, кәзә һөтөндә кальций күп. Уның организм өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә икәнен яҡшы беләбеҙ. Айырыуса оло йәштәгеләрҙең һөйәк туҡымаһын нығыта, остеопорозға юл ҡуймай.
Икенсенән, кәзә һөтө аминокислоталарға һәм аҡһымға бай. Шулай уҡ магний һәм тимер күп составында, шунлыҡтан анемияны һәм йөрәк-ҡан тамыр­ҙары системаһы ауырыуҙарын иҫкәртеү сараһы булып тора. А һәм В3 витаминдары һөйәктәргә, мускулдарға, күҙҙәргә, иммунитетҡа ыңғай тәьҫир итә, ҡартайыуҙан һаҡлай.
Өсөнсөнән – һыйыр һөтөнә ҡарағанда күпкә туҡлыҡлыраҡ. Уның составындағы майлы кислоталар кеше организмына ыңғай йоғонто яһай, аш эшкәртеүҙе яҡшырта. Кәзә һөтө туҡлыҡлы матдәләргә бик бай һәм составы буйынса кешенекенә ныҡ оҡшаған. Шуға күрә лә ҡайһы бер осраҡта әсә һөтөн был эсемлек менән алмаштырырға мөмкин. Шулай уҡ унда калий менән фосфор күп. Ғалимдар әйтеүенсә, ул организмда тимер менән баҡырҙың үҙләштерелеүенә лә булышлыҡ итә. Калий ҡан баҫымын түбәнәйтергә булышлыҡ итә, ҡан тамырҙарын киңәйтеп, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына көсөргәнеште кәметә.
Кәзә һөтөндәге уникаль ферменттар бауырҙы һаҡлауы менән дә бик ҡиммәтле. Цистин тигән аминокислота алкоголь, дарыуҙарҙың һәм башҡа ағыулы матдәләрҙең йоғонтоһонан һаҡлай. Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан тамырҙары системаһына ыңғай йоғонто яһай. Майлы кислоталар ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә лә ярҙам итә. Һөҙөмтәлә –атеросклероз, инсульт, инфаркт һәм башҡа ауырыуҙарҙы иҫкәртә.
Кәзә һөтө иммунитетты нығыта, метаболизмды, дөйөм сәләмәтлекте яҡшырта, организмдың үҫеүенә булышлыҡ итә.
Онкология сирҙәренә ҡаршы ла кәзә һөтөн эсергә тәҡдим итәләр, сөнки ул – бета-каротиндың (А провитамины) бай сығанағы. Ул, берҙән, иммунитетты күтәрә, икенсенән, организмды токсиндарҙан һәм радионуклидтарҙан таҙарта.
Иң мөһиме – һыйыр һөтөнә аллергияһы булған кешеләр ҙә кәзә һөтөн эсә ала. Сөнки унда аллергия тыуҙырыусы казеиндың кимәле бик аҙ. Бала имеҙеүсе ҡатындарға ла бик файҙалы был эсемлек: бер балғалаҡ кәзә һөтө йотҡанда, һөт төшөүгә ярҙам итә.
Был уникаль составлы эсемлек Альцгеймер һәм Паркинсон ауырыу­ҙары менән сирләү хәүефен кәметә һәм ҡартайғансы күҙҙәрҙең яҡшы күреүенә булышлыҡ итә.
Билдәле боронғо табип Әбүғәле Ибн Сина ҡартлыҡ маразмы булмаһын өсөн оло йәштәге һәр кеше мотлаҡ кәзә һөтө эсергә тейеш, тип иҫәпләгән. Кәзә һөтөнөң зарары
Ул гемоглобинды күтәреүгә һәләтле тип әйтеп киттек бит инде, шунлыҡтан кемдәрҙең ҡаны ҡуйы, әҙләп кенә, хатта һыу ҡушып эсергә кәрәк икән. Ашҡаҙан аҫты биҙе сире (панкреатит) менән ауырыусыларға кәзә һөтөн һәм унан әҙерләнгән аҙыҡ-түлекте ҡулланыуҙан тыйылырға кәңәш ителә. Ныҡ майлы булыуы һөҙөмтәһендә сирҙе ҡуҙғытып ебәреүе ихтимал.
Һөттө һалҡын килеш эскәндә – эсте ҡатыра. Артыҡ күп эсеү организмдың бәүел ҡыуҙырыу системаһына насар тәьҫир итә.
Ашар алдынан һәм ашағандан һуң да эсергә кәрәкмәй, аш эшкәртеү системаһына ауыр булыуы бар. Әйткәндәй, кәзә һөтө тиҙ әсеп бармай. Бүлмәләге температурала өс көн торһа ла бер нәмә лә булмай.
Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау өсөн:
Бронхиттан. Һөттө ҡайнатып, һыуытҡас, бер балғалаҡ бал һәм әҙерәк бурһыҡ майы ҡушып, яҡшы итеп бутарға кәрәк. Шифалы коктейлде бер аҙна буйы көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә тәҡдим ителә.
Йүтәлдән. Һөттө ҡайнатып сығарғас, бер аҙ аҡ май һәм кәзә майы ҡушырға. Көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Геморройҙан. Ас ҡарынға кәзә һөтөнөң эремсек һыуын эсергә кәрәк. Уға ике балғалаҡ тоҙ ҙа өҫтәгәндә, ашҡаҙанды таҙартыу өсөн бик яҡшы сара килеп сығасаҡ.
Кәзә һөтөн һап-һау кешеләргә лә туҡланыу рационына индерергә тәҡдим ителә. Ул арыуҙы баҫа, нервыларҙы тынысландыра, депрессиянан арындыра, стрес­тан һаҡлай. Киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар көсәйгән мәлдә эскәндә, был сирҙәр һеҙгә ҡурҡыныс булмай.
Тынғы белмәҫ Хәбировтар
Һуңғы ваҡытта дөрөҫ туҡланыуға иғтибар биреп, сәләмәт тормош алып барыусы, һаулыҡтарын ҡайғыртып йәшәүсе ғаиләләр һаны арта барыуы – матур күренеш, әлбиттә.
Архангел районының Тирәкле ауылында күп кенә ғаиләләр кәзә малын тотоуға өҫтөнлөк бирә. Шундайҙарҙың береһе – хеҙмәт ветерандары Клара Абдрахман ҡыҙы һәм Ансар Сәғит улы Хәбировтар. Оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, күптән ниәт итеп йөрөгән уйҙарын тормошҡа ашыра улар – ауылдың иң матур ерендә, Баҫыу йылғаһы буйында ҡарағайҙан иркен итеп өй һалып инәләр. Бал ҡорттары үрсетеп, кәзә малы тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ тынғыһыҙ ауыл тормошонан йәм табып, хозур тәбиғәт ҡосағында донъя ҡоралар.
– Элек кәзә аҫрауҙы хатта күҙ алдына ла килтерә алмай инем, – тип һүҙ башланы Клара Абдрахман ҡыҙы. – Был эшкә тотонорға тормош иптәшем күндерҙе, интернет селтәренән кәзә малын аҫрауҙың үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт йыйырға тура килде. Иң ғәжәпләндергәне шул булды – таҙалыҡты бик ярата икән кәзә. Улар менән һөйләшергә (бөтә нәмәне аңлап торған кеүектәр), яратып алырға кәрәк. Стрелка исемле бәрәсебеҙ бигерәк иркә, иртән йөндәрен һыпырып, яратып алмайынса, урынынан да ҡуҙғалмай. Снежок тигәне Белка исемле бәрәсте йәберләһә, әрләй башлаһаң – мөйөшкә барып баҫа, хас та балалар кеүек инде үҙҙәре. Ике һауын кәзәбеҙ, өс бәрәсебеҙ бар әлеге көндә.
– Кәзә малы – аҡыллы, ҡайһы берҙә хәйләкәр ҙә, – тип һүҙгә ҡушыла Ансар Сәғит улы. – Бер тапҡыр ҡарап торам – Майка исемле һауын кәзәһе картуф баҡсаһын уратып алған сетканы мөгөҙө менән эләктереп күтәрҙе лә, балаларын саҡырып керетеп ебәрҙе, һуңынан үҙе йылт итеп кереп китте. Шул уҡ Майка башҡа кәзәләрҙе лә ҡарай, берәйһе юғалһа, яр һалып баҡырып, эҙләп ала.
– Һөтөн эсеүҙән тыш тағы ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
– Иң беренсе сиратта, әлбиттә, ҡымыҙ эшләйбеҙ. Организмға файҙаһы ҙур, – ти хужабикә. – Йоҡлар алдынан эсәбеҙ ҡымыҙҙы – яҡшы йоҡлата.
– Ҡымыҙ эшләү сере менән бүлешһәгеҙ ине.
– Әллә ниндәй ҡыйынлығы юҡ. Ҙур ғына һауытҡа ойотҡо һалып, өҫтөнә һөт ҡояһың да, борсаҡ кеүек ҡыуыҡсалары бөткәнсе һелкетәһең. Ары үтһәң дә, бире үтһәң дә һелкетә торғас, ҡымыҙ әҙер була.
– Сырҙы нисегерәк әҙерләйһегеҙ?
– Бер литр кәзә һөтөн кәстрүлгә һалып, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Өс йомортҡаны магазин ҡаймағында тоҙлап туғыйбыҙ (блендер менән дә мөмкин). Ҡайнап сығыр алдынан ғына бик яйлап (!) ошо ҡатышманы һөткә ҡойоп, болғатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, һөт ирей. Дуршлагҡа марля йәйеп, һарҡытырға ҡуябыҙ ҙа өҫтөнә ауыр әйбер һалабыҙ. Шулай итеп, туҡлыҡлы ла, файҙалы ла аҙыҡ килеп сыға. Һуңынан һыуытҡысҡа ҡуябыҙ, күпме оҙағыраҡ тора – шул тиклем ҡаты була кәзә һөтөнән әҙерләнгән сыр.
– Шундай файҙалы ризыҡтар биргән кәзәләрҙе ҡарарға, ашатырға кәрәк. Бесәндән башҡа тағы нимә бирәһегеҙ уларға?
– Бесәнде һайлап ашайҙар, эре үләнде ҡалдыралар. Таҙа һыу ғына эсәләр. Иң яратып ашағандары – һоло, икмәк, шәкәр сөгөлдөрө, ҡауын, шыршы, ҡарағай ағастарының энәләре. Картуфты йыуып бирәбеҙ. Ҡышҡылыҡҡа ағас япрағы, кесерткән, әрем әҙерләп ҡуйҙыҡ – малҡайҙарға шәп витамин.
– Һеҙ – уларҙы, улар – һеҙҙе ҡарай, тимәк.
– Донъя шулай ҡоролған. Боронғолар бит кәзә малының файҙаһы бар икәнен белеп эйәләткәндәр. Ә беҙ шуны онотабыҙ. Тәбиғәт бит үҙе дауалай. Кәзә лә, кеше лә – тәбиғәт балаһы. тик бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк. Кәзә аҫрай башлағас, мин ошоларҙы аңланым.
Рената ЮЛУБАЕВА
Читайте нас: