+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

"Боланут - ер һуты"

«Ер һуты – боланут» Мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ҡарағат, ҡурай еләге, сейә япраҡтары һалынған сәйҙе кем генә яратмаһын! Тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә, бесән сапҡанда сәскә-үләндәрҙән ҡайнатып эскән сәйҙең тәме кемдәрҙең һуң тел осонда тормай икән? Болон-ҡырҙарҙа йыраҡтан уҡ үҙенең сағыу ал төҫлө сәскәһе менән күҙҙең яуын алып ултырғаны – боланут (иван-чай) хаҡында бөгөн һүҙебеҙ.

Халҡым һаулығы – илем байлығы
«Ер һуты – боланут»
Мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ҡарағат, ҡурай еләге, сейә япраҡтары һалынған сәйҙе кем генә яратмаһын! Тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә, бесән сапҡанда сәскә-үләндәрҙән ҡайнатып эскән сәйҙең тәме кемдәрҙең һуң тел осонда тормай икән?
Болон-ҡырҙарҙа йыраҡтан уҡ үҙенең сағыу ал төҫлө сәскәһе менән күҙҙең яуын алып ултырғаны – боланут (иван-чай) хаҡында бөгөн һүҙебеҙ.
Элек Рәсәйҙә боланут сәйе күпләп етештерелгән, хатта сит илдәргә сығарылған. Шуға ла уны «урыҫ сәйе» тигәндәр. Урыҫ телендә «иван-чай», ғилми исеме – «кипрей узколистный» булған был үҫемлекте Баймаҡта «хәҙрәт үләне», Әбйәлилдә «имансәй» йәки «боланут» тип атайҙар. Ҡурған башҡорттары уны «алтын сәй» тип әйткәндәр.
Был үҫемлек, ысынлап та, алтынға бәрәбәр. Боланутта файҙалы матдәләр күп, бигерәк тә С витамины. Органик кислоталар, пектин, лектин, тимер, баҡыр, марганец, калий, кальций, фосфор һәм башҡа кеше организмы өсөн файҙалы матдәләргә бай боланут сәйе: 1. Ҡан яңырыуына (гемоглобинды күтәрә); 2. Ҡан тамырҙары нығыныуына; 3. Тиреләге яраларҙың тиҙ бөтәшеүенә булышлыҡ итә. 4. Ашҡаҙан, үҙәк көйөү, эсәк ауырыуҙарын дауалай. 5. Кешенең психик хәлен яҡшырта, ярһыусанлыҡты баҫа. 6. Баш ауыртыуҙарын еңеләйтә.
Боланут – вирус, инфекцияларға, эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора, хатта яман шештең барлыҡҡа килеүен тотҡарлай. Уның енси ҡеүәткә ыңғай тәьҫир яһауы, простата ауырыуҙарын дауалауҙа һәйбәт һөҙөмтә биреүе лә билдәле. Күкрәк һөтө менән баланы оҙағыраҡ имеҙеү өсөн (был осраҡта табип менән кәңәшләшеп) дә боланут сәйен эскәндәр.
Боланутты йыйыу ваҡытын, ниндәй шарттарҙа киптереп, ҡайһы ваҡытта япраҡтарын ферментацияларға – быларҙы белеү мотлаҡ. Сәй әҙерләүҙең барлыҡ шарттарын үтәһәң генә, тәмле лә, файҙалы ла эсемлек менән ләззәтләнергә мөмкин.
Беҙҙең заманда файҙалы үләндәр, үҫемлектәр менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең булыуы – үҙе бер матур күренеш. Ауырғазы районының Толбазы ауылында йәшәгән Ирек Ихсан улы ҒӘЛИЕВ – тап шундайҙарҙың береһе. Үҙенең, ғаиләһенең, халыҡтың һаулығын һаҡлау, нығытыу маҡсаты менән боланут сәйен етештереү буйынса мини-фабрика асҡан. Тыуған еребеҙҙә күпләп үҫкән боланут үләнен йыйып, киптереп, сәй япраҡтарын ферментациялап – организмда барған төрлө химик реакцияларҙы тиҙләтеүгә ярҙам итеүсе органик матдәләр – халыҡҡа осһоҙ хаҡҡа тәҡдим итә ул.
– Һөнәрегеҙ буйынса һеҙ – төҙөүсе. Бындай эшкә нисек тотоноп киттегеҙ, Ирек Ихсан улы?
– Халҡыбыҙ борон-борондан төрлө үләндәрҙән хуш еҫле сәй эсеп, һаулығын нығытҡан, шуға ла ауырыуҙарға бирешмәгән. Ошо хаҡта оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Күп китаптар уҡырға, интернетта эҙләнеп ултырырға тура килде. Файҙалы дарыу үләндәре араһында болануттың (иван чай) айырым урын алып тороуына иғтибар иттем. Үҙебеҙҙең еребеҙҙә үҫкән шундай файҙалы үҫемлеккә иҫебеҙ китеп бармағанына, һинд, ҡытай сәйе эсеүебеҙгә аптырай төштөм. Боланут сәйен әҙерләү серҙәрен өйрәнеп, ғаиләм менән шуны эсә башланыҡ. Бер нисә йыл буйы уны ҡулланып, һаулыҡ өсөн ниндәй хазина табыуыма инанып, боланут сәйе етештереү буйынса үҙ эшемде асырға булдым.
Беҙ был тормошта яҡты эҙ ҡалдырырға тейешбеҙ. Халҡыма файҙа килтереү, яратҡан эш менән шөғөлләнеү ниәте менән дә ошо эшкә тотонорға булдым. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәктәргә етә бит. Мин сәғәттәр буйы боланут сәйе хаҡында һөйләргә әҙермен. Умартасылыҡ менән шөғөлләнергә лә уй бар. Планда – боланут балы етештереү.
– Яңыраҡ поликлиникала кешеләрҙең күплегенә хайран ҡалдым. Аңлауымса, поликлиника – ул укол, таблетка һәм башҡа фармацевтика етештергән продукция менән организмды ағыулау урыны. Ә ысын дауаны тәбиғәт үҙе бирә. Дауа үләндәре аяҡ аҫтында тулып ята. Ә беҙ шуны эйелеп алырға йыбанабыҙ. Боланут бит – шул үләндәрҙең береһе..
– Минең өсөн боланут – Аллаһы Тәғәләнең беҙгә бүләге, еребеҙҙең һуты ул. Ошо ябай ғына үләндә организм өсөн бөтә туҡландырыусы матдәләр, барлыҡ микро- һәм макроэлементтар тупланған. Уйлап ҡараһаң – был үҙе бит мөғжизә! Составында кеше һаулығы өсөн бик файҙалы кальцийҙы үҙләштерергә ярҙам иткән магнийҙың күп күләмдә булыуы был үҫемлекте уникаль итә. Билдәле булыуынса, магний – организмға иң кәрәкле матдә, ул булмаһа, кальций үҙләштерелмәй. Шуның арҡаһында һөйәктәр, тештәр насарлана, йөрәктең хәле бөтә, аяҡ-ҡулдар ойой, уларҙы көҙән йыйыра. Шуның өсөн айырым әйтке килә: бер шәшке сәйҙә магнийҙың кешегә кәрәкле тәүлек күләме бар. Боланут баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта, ябығыуға булышлыҡ итә, енси яҡтан ир-аттың ҙур ярҙамсыһы ла. Йоҡонан уянғанда бөтә кәүҙәлә еңеллек тояһың. Дөрөҫ туҡланмау арҡаһында организмда шлактар, төрлө паразиттар барлыҡҡа килә. Шунлыҡтан туҡландырыусы матдәләр кәрәкле урынға барып етә алмай. Был беҙҙең аң менән йән араһында барьер барлыҡҡа килтерә (был инде айырым ҙур тема). Ғөмүмән алғанда, организм үҙе ауырыуҙарға ҡаршы тора алһын өсөн, боланут сәйе барлыҡ булған файҙалы витаминдар, минералдар, микро-, макроэлементтар бирә. Тик беҙ шуны аңларға һәм ҡулланырға тейешбеҙ. Һәм ул көн килеп етер – поликлиникаға кешеләр аҙыраҡ йөрөй башлар.
– Ярай, мин был сәйҙең шул тиклем файҙалы икәненә ышанып, ҡуллана башланым икән, ти. Ә ҡасаныраҡ мин үҙгәреш тоя алырмын икән үҙемдә? Әлбиттә, һәйбәт яҡҡа.
– Һөҙөмтә мотлаҡ буласаҡ! Кемдең организмы ниндәй хәлдә – эш шунан тора. Ғүмер буйы дөрөҫ туҡланмай, һаулығына иғтибар итмәгән кеше айына бер тапҡыр боланут сәйен эсеп, һәйбәт һөҙөмтә күрә алмаясаҡ, әлбиттә. Көнөнә кәм тигәндә бер-ике сынаяҡ эсергә кәрәк инде. Яйлап-яйлап организм таҙара, тәбиғәттән бирелгән үҙбулмышына ҡайта башлай.
– Быйыл әхирәтем менән боланут йыйырға әҙерләнгәйнек, уны дөрөҫ итеп әҙерләү өсөн күпме ваҡыт, күпме белем кәрәк икәнен тойоп, туҡтап ҡалдыҡ. Уны ҡасан йыйып киптерергә икәнде лә белергә кәрәк бит, дөрөҫ ферментацияларға.
– Июнь башында иң ҡиммәтле, элиталы пуэр сәйен йыйыу башлана. Августың икенсе яртыһында йәшел сәй әҙерләй башлайбыҙ. Дауаланыу өсөн боланут япраҡтары сәскә атҡан ваҡытта (сәскәләре мамыҡ осорғанға тиклем) июнь уртаһынан август уртаһына тиклем төшкә ҡәҙәр ҡояшлы көндә йыйыла, күләгәле урында киптерелә. Бирсәткә кейеп сәскәһенән аҫта 3 - 4 япраҡ ҡалдырып, аҫҡа тиклем һыпырып төшөрәбеҙ. Үләнде сүп-сарҙан таҙартып ҙур һауыттарға һалып, өҫтөн ҡаплап, йылы урында бер тәүлеккә тирләтергә ҡуябыҙ. Һуңынан йомшара төшкән унлаған япраҡты бергә тотоп, әҙ генә һуты сығырлыҡ кимәлдә ике ус менән әүәләп, таяҡсалар эшләйбеҙ. Ошо һут япраҡтарҙы әсетә һәм шулай эшләгән дә генә болануттың бөтә файҙалы үҙенсәлектәре һаҡлана. Таяҡсаларҙы ҡағыҙ тартмаларға тигеҙ итеп теҙеп сығабыҙ ҙа өҫтөн ҡаплап, быҡтырабыҙ.
– Һуңынан мейестә киптерергә генә ҡаламы?
– Юҡ әле. Япраҡтар көрөн төҫкә ингәс, керамик бысаҡ менән (тимер ярамай!) балдаҡлап киҫеп, пергамент ҡағыҙ йәйелгән ҡалайға теҙеп ҡуябыҙ. Ҡыҙыу булмаған асыҡ мейестә киптерәбеҙ, әйләндергеләп торабыҙ. Кипкән япраҡтарҙы ҡул менән ыуалап, бер аҙ ваҡлайбыҙ. Был йәшел сәй әҙерләү ысулы булды.
– Ә ҡара сәй нисек әҙерләнә?
– Ҡара сәйҙе әҙерләү өсөн күберәк көс, ваҡыт талап ителә. Таҙартылған япраҡтарҙы ҙур һауытҡа һалып, ҡамыр баҫҡан кеүек ҡара төҫкә ингәнсе, оҙаҡ итеп иҙеп, һутын сығарабыҙ. Уны ла йылы мейестә киптерәбеҙ. Батмустарға теҙеп, бүлмәлә бер көн елләтәбеҙ ҙә, быяла һауыттарға һалып, ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ. Был сәйҙең һаҡланыу ваҡыты – ике йыл. Эште еңеләйтеү өсөн ҡорамалдар эшләп ҡуйҙым. Япраҡтарҙан таяҡсаларҙы роллер ярҙамында әүәләйбеҙ. Ҙур мейес тә эшләп ҡуйғас, эш яйға һалынды.
– Боланут сәйен бешереүҙең үҙенсәлектәре бармы?
– Ҡайһы берәүҙәр сәйгә яңы ҡайнап сыҡҡан һыу ҡоя. Улай итергә ярамай. Һыу ҡайнап сыҡҡас, 10–15 минут самаһы һыуынһа, һәйбәт була. Һөт ҡушмай, баллап эсһәң – тик файҙаға ғына. Ҡарағат япрағы, мәтрүшкә һәм башҡа үләндәр ҡушырға мөмкин. Шуныһы ҡыҙыҡ – боланут сәйен ҡайнар килеш йә һыуыҡ килеш эсһәң дә, тәмен юғалтмай. Ҡалған сәйҙе түгергә ашыҡмағыҙ. Бер нисә көн торған сәйҙең файҙаһы күберәк хатта.
– Бәлки журнал уҡыусыларҙың боланут сәйен әҙерләүгә ҡағылышлы һорауҙары тыуыр. Был осраҡта һеҙҙең менән бәйләнешкә инеп буламы?
– Әлбиттә, 8-987-478-06-66 телефоны аша шылтыратһалар, өйрәтермен, ҡулдан килгәнсе ярҙам итермен.
– Һеҙҙән әҙер сәйҙе һатып алырға мөмкинме?
– Үҙен хәстәрләгән, һаулығын ҡайғыртҡан һәр кемгә ҡуш ҡуллап бирәсәкмен. Хатта күпләп алһа, ташлама ла буласаҡ.
– Рим Әхмәтовтың «Одолень-трава» китабы инде нисәнсе тапҡыр нәшер ителә. Халыҡ ул китапты ҡыҙырып эҙләй. Тимәк, кешеләр аңына тәбиғәттә бар дауа, тигән хәҡиҡәт инә башлаған. Ниңә «Одолень-трава» иҫкә төштөме – һеҙ ҙә уның кеүек кешеләргә ярҙам итергә уҡталып йәшәйһегеҙ. Рәхмәт һеҙгә, Ирек Ихсан улы, халҡыбыҙҙы ҡайғыртҡан өсөн. Моғайын, был беҙҙең беренсе осрашыу ғына булмаҫ. Сөнки беҙҙең баҫманың «Халҡым һаулығы – илем байлығы» тигән рубрикаһы тап һеҙҙең кеүек изге ниәтле кешеләр өсөн асылған. Беҙҙең мөхәрририәткә килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Изге эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Рената ЮЛУБАЕВА яҙып алды
Читайте нас: