-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
29 Сентябрь 2023, 21:49

Ниғәмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы

-

Ниғәмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы (ижади псевдонимы З. Әйле10 апрель 1971 йыл) – журналист. 2010 йылдан «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. 2015 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018).

Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы Ниғәмәтйәнова (3. Әйле) 1971 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Лағыр ауылында тыуған.

Урындағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң, райондың «Ленинское знамя» — «Ленин байрағы» гәзитенә хәбәрсе булып эшкә урынлаша. Журналистикала тәүге аҙымдарын яһағас, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының журналистика бүлегенә юллана. 1989—1994 йылдарҙа, юғары һөнәри белем үҙләштергән осорҙа, төрлө баҫмаларҙа үҙен һынап ҡарай.

1994 йылда ҡулына диплом алғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған яғында дауам итә: Салауат районының башҡорт телендә айырым һәм үҙ аллы нәшер ителә башлаған «Йүрүҙән» гәзитендә хәбәрсе, артабан яуаплы сәркәтип була. Райондағы хәл-ваҡиғаларҙы сағылдырған көнүҙәк материалдарын республика баҫмаларына ла тәҡдим итә.

1995 йылда йәш журналист туған телебеҙҙә шулай уҡ сағыштырмаса яңы сыға башлаған «Йәшлек» республика гәзитенә хәбәрсе итеп саҡырыла. «З. Әйле» ҡултамғаһы менән донъя күргән тәрән йөкмәткеле һәм ҡыйыу мәҡәләләр тиҙ арала авторҙы бөтә Башҡортостанға таныта, һөнәрҙәштәре араһында абруйын күтәрә. Йыл ярымдан һуң ул редакцияның ижтимағи-сәйәси бүлеге мөдире итеп үрләтелә. Был вазифаны ла тиҙ арала үҙләштерә, артабан йәштәр баҫмаһының баш мөхәррир урынбаҫары була[1].

Бер үк ваҡытта, «Йәшлек» гәзитенә ҡушымта итеп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының «Ҡоролтай» исемле махсус баҫмаһын шәхсән әҙерләп биш йыл дауамында нәшер итә.

Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының журналистика бүлегендә уҡыған һәм Башҡорт йәштәре иттифағының әүҙем ағзалары булған студенттар менән бергә «Оран» исемле гәзит сығарыуҙы ойоштора.

2003 йылда республика журналистарының «Салауат эҙҙәре буйлап» тип аталған автоэкспедицияһында ҡатнаша, Эстонияның Палдиски ҡалаһынан урап ҡайтҡас, үҙ тәьҫораттарын тиҙ арала уҡыусыларына еткерә.

2010 йылда Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 35 төбәгенән һәм донъяның 18 иленән 850-нән артыҡ делегат ҡатнашҡан III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек һәм уны үткәреү барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтенә етәкселек итә.

2010 йылдан «Киске Өфө» гәзитенең бүлек мөдире.

  • 3. Әйле төп хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бер рәттән йәмәғәт башланғысында Викимедиа хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, 2015 йылдың ноябренән — Башҡорт Википедияһы ирекмәне. Виртуаль энциклопедия киңлектәрендә күп төрлө конкурстарҙы башлаусы һәм уларҙы ойоштороусы.
  • Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Совет ағзаһы.

https://ba.wikipedia.org/wiki/Ниғәмәтйәнова_Зәйтүнә_Наримйән_ҡыҙы

 

Ниғәмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы
Ниғәмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы
Автор:
Читайте нас: