+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Август 2023, 11:22

ХӘЛКӘЙҘӘРЕҢ НИСЕК, ҠАРАҒАС?

-

🌳Өлтөк ҡарағастары-Ҡужан ҡарағастары (рус. Кужановские лиственницы) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы Ҡужан ауылы янында үҫкән 11 уникаль ҡарағас.
🌳Ҡужан ҡарағастары Әбйәлил районындағы Ҡужан ауылы янында «Йортбикә» тип аталған яланда үҫә.
🌳Башҡа ҡарағастарҙан айырмалы, уларҙың сатыры шар рәүешле, 1,5 бейеклектән башлана.
🌳Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, донъяла бындай ағастар 20-гә яҡын иҫәпләнә, шуларҙың 11 Әбйәлил районы Ҡужан ауылы янында.
🌳Ҡужан ҡарағастары тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә. Ағастарҙың йәше 400 йыл самаһы. Уларҙы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны Клара Абдуллина ҡурсалай, тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын да ул юллаған. Клара Абдуллина әйтеүенсә, был ҡарағастарҙан көс һәм энергия алыу өсөн, улар тирәһендә яланаяҡ йөрөргә кәрәк.

Ошо матурлыҡты юҡ итергә маташҡан кешеләргә Хоҙай үҙ язаһын бирер әле. Ә ваҡыттарын, көстәрен йәлләмәй ағастарҙы ҡараусыларға ҙур рәхмәт!

ХӘЛКӘЙҘӘРЕҢ НИСЕК, ҠАРАҒАС?
ХӘЛКӘЙҘӘРЕҢ НИСЕК, ҠАРАҒАС?
Автор:
Читайте нас: