– Сәй менән пирожный, – тим.
Яңы танышыма бөгөн күргән төшөмдө һөйләнем. Ул йылмайып ҡына ҡуйҙы.
– Миңә килгәндә, бик фәҡирмен инде. Аҡсам да күп түгел. Бер уйлаһаң, нимәгә инде миңә? Ҡатыным, балаларым юҡ. Уларҙы ҡарарға, кейендерергә лә түгел. Үҙемә ни, етә! – ти, үҙе ни эшләптер миңә тура ҡарап һөйләмәй.
Аптырабыраҡ ултыра биреп:
– Ҡыҙыҡ икән, – тип ҡуям.
– Магазинда ла әйберҙәрҙең иң арзанын һайлайым. Ашарға ла арзан аҙыҡ-түлекте генә алам. Сәйҙе бөтөнләй эсмәйем. Урынына һыу ғына эсәм. Бик файҙалы. Бер аҙ эшләп алам да, аҡсам бөткәнсе өйҙә телик ҡарап ятам. Бер ни ҙә эшләмәйем. Бик-бик аҡсам бөтһә, ҡайһы саҡ Санкт-Петербургҡа барып эшләп ҡайтам, – тип һүҙен дауам итә.
– Ундай кешене беренсегә күреүем, – тим.
– Шулай тормош көткән булам инде.
– Эй, улай йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ та инде, ниндәйҙер маҡсат ҡуйып йәшәмәгәс. Мин, мәҫәлән, бер эштән ҡайтҡас, аҡса булһын тип, икенсе эшкә йүгерәм.
– Һеҙҙең улығыҙ бар ҙа инде. Уның өсөн йәшәйһегеҙҙер. Миңә, ни.
– Ә нисек аҡса эшләйһегеҙ?
– Кеше талайым.
Был һүҙҙе ишетеү менән ҡотом осто. Хатта ҡалтыранып киттем. Күҙемдән сөбөрләп йәш аға башланы.
– Уф, етте. Инде миңә кеше талаусы ғына етмәгәйне, – тип, һөйләшеп ултырыуыбыҙға ярты сәғәт тә үтмәне, ҡайтырға йыйынам. Димсе апай шул хәтлем үҙен маҡтағайны, әллә ниндәй бәндә булып сыҡты.
– Туҡтап тороғоҙ инде, шаярттым. Төшөгөҙ дөрөҫ булған. Хәбәрсе булғас, әллә ни эшләп шаяртҡым килде лә китте, – ти.
– Ишетергә лә, һеҙҙе күрергә лә теләмәйем.
Ул да һыуын эсеп бөтөр-бөтмәҫ минең арттан эйәрҙе. Ысынлап та кеше талаусы булып ҡуйһа тип, өйгә ул көндө бөтөнләй икенсе яҡтан урап ҡайттым.
Ҡайтҡас та әллә күпме тыныслана алмай йонсоном. Яңы танышымдың телефон номерын да тиҙ арала ҡара исемлеккә индереп ҡуйҙым.
– Башҡа мине кеше талаусылар менән таныштырмағыҙ, – тип димсе апайға ла шылтыратам.
– Насар кеше түгел бит ул. Үҙенең эше бар. Бер нисә йыл һеңлеһе менән шөғөлләнәләр. Күп ҡыҙ аҡса тип үлеп барғанға, һине тикшереп ҡарарға уйлаған. Бер генә концерт-байрамды ла ҡалдырмай, төрлө ойоштороу эшендә әүҙем ҡатнаша. Етмәһә, эшҡыуар, – ти.
Димсе апай күпме генә маҡтаһа ла, миңә ул, бына-бына килеп инеп, барлы-юҡлы бөтә әйберемде, аҡсамды талап китер кеүек тойолдо.
Г. Шәйхетдинова.