

Бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективын етәкләүсе талантлы режиссер Зиннур Фәрит улы Сөләймәновтың театр сәнғәте өлкәһендә эшмәкәрлеге бик ҙур. Өфө дәүләт сәнғәт институтын «театр һәм кино актеры» йүнәлеше буйынса, унан инде Щукин исемендәге Театр институтын тамамлап, драма режиссеры һөнәрен алғас, Стәрлетамаҡ һәм Салауат башҡорт драма театрҙарында эшләп тәжрибә туплай ул. Башҡортостандың заманса драматургия һәм режиссура Үҙәге етәксеһе булараҡ та әһәмиәтле эштәр башҡара. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында, һуңғы йылдарҙа иһә Өфө сәнғәт институты проректоры вазифаһында эшләп, үҙен оҫта етәксе итеп тә танытҡан ир-уҙаман – ҙур ғаилә башлығы ла. Үҙенә оҡшап ҡына торған ҡыҙы Айым Сөләймәнова бөгөн һәләтле йәш актриса булараҡ танылыу яулаһа, икенсе ҡыҙы Нурия ла атаһының ижадҡа һөйөүен йөрәгенә һеңдереп, сәнғәт һуҡмағынан атлай.
– Зиннур Фәрит улы, Һеҙҙә ижадҡа һөйөү ҡайҙан? Оло сәнғәт юлына алып сыҡҡан һуҡмаҡтарығыҙ ҡайһы тарафтарҙан үтте?
– Минең тыуған яғым – йыр-моңға бай Баймаҡ ере. Ҡасандыр, һуғыштан һуңғы йылдарҙа, ҡартатайым Әһлей Фазлый улы, ошо бәрәкәтле яҡтарға күсеп килгән. Әйткәндәй, яңыраҡ үҙемдең нәҫел-ырыуымдың еп осо Ейәнсура районының Өмбәт аулынан икәнен дә белеп ҡалып, ата-бабам рухы саҡырыуын тойоп, йәйҙең йәмле көндәрендә ғаиләм менән унда барып та килдек. Шәжәрәмде барлап, тамырҙарымды байҡап, туғыҙ быуынымды эҙләп табып, мин үҙемде Муйнаҡ ауылынан, тип белә инем. Бына бит, ата-баба ҡаны ым биргәндер, күрәһең, үҙ ерен, ауылын яратыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Заһир ағай Уразаҡов, эҙләнеп, нәҫелемдең тағы бер тармағын табып күрһәтте. Заһир ағай кеүек ана шундай үҙ тарихына битараф булмаған кешеләргә ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Үҙемдең үҫеп буй еткергән, малай ғына саҡтан илһам тиргән, Таналыҡ, Һаҡмар һыуын кисеп, ялан аяҡ йүгереп, тупрағынан моң һеңдергән тыуған яғым – Баймаҡ районы. Сәнғәткә һөйөү, ана шул Әһлей ҡартатайымдандыр, сөнки ул минең өсөн йыр-моң донъяһына ишек асыусы булды. Уның һыҙҙырып ҡурай тартыуын, скрипкала уйнауын сабый ғына күңелем менән яратып тыңлап үҫтем. Туғандар бергә йыйылған мәжлестәрҙә атай-әсәйем дә бик матур итеп, парлашып йырлай ине.
Атайым – Фәрит Әһлей улы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе булып эшләне. Мин мәктәптә уҡыған осорҙа, күп театрҙар, шул иҫәптән, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ла, гастролдәр менән килә ине. Улар ҡуйған «Төнгө ҡунаҡ» спектаклен ҡарап ныҡ тетрәнеүем хәтеремдә уйылып ҡалған. Артистарҙың уйнағанын һәр саҡ йә сәхнә артынан, йә залдан күҙәтәм, шундай серле, ҡыҙыҡ тойола ине шаршау асылғандағы сихри донъя. Нисек итеп улар ысын тормошто ошолай бәләкәй генә сәхнәгә һыйҙыра, шул сәхнәнән тороп, тамашасыны илата, көлдөрә икән тип уйланып йөрөүҙәрем, бәлки, мине драматургияға алып килгәндер ҙә.
Өлкән кластарҙа ана шул сәхнәгә һөйөү әйҙәп, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә, төрлө концерттарҙа бик әүҙем ҡатнаша башланым. Байрам саралары, төрлө тамашалар өсөн сценарийҙарҙы еңел генә, һә тигәнсе яҙып ҡуя инем. Ул йылдарҙа район мәҙәниәт йортонда баш режиссер булып эшләгән Земфира апай Алтыншина минең һәләттәрҙе күреп, һин сәнғәт институтында уҡырға тейеш кеше, тип, өгөт-нәсихәтен бирҙе.
– Тимәк, һеҙ туп-тура сәнғәт иленә килеп индегеҙ?
– Маңлайға яҙылғанды күрмәй, туп-тура тау үренә менмәй икән кеше.
Мине халҡыбыҙ кисергән тарихи хәлдәр, уларҙың сәбәптәре, ваҡиғалар барышы бик ҡыҙыҡһындыра ине. Шуға күрә лә тарихсы булырға тип хыялланып йөрөһәм дә, атайым, тормош күргән кеше, мине юрист һөнәрен һайларға өгөтләне. Оло һүҙен йыҡмаҫтан, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына инергә булдым. Әммә ул ваҡытта һәр икенсе йәш кешенең ата-әсәһе балаһын юрист итеп күрергә хыялланып, юридик факультетҡа конкурс юғары булғанлыҡтан, инә алманым. Йыл буйы буш йөрөмәм инде, етмәһә 8 ай ғына уҡыу талап ителә тип, ашнаҡсы һөнәрен үҙләштермәксе булып киттем. 58-се һанлы һөнәрселек училищеһында аш-һыу серҙәренә төшөнөп йөрөгән сағымда, Земфира Айрат ҡыҙы Алтыншина мине эҙләп табып, сәнғәт институтына студенттар йыялар, әйҙә һин дә бар тип, өгөтләп, уҡырға алып китте. Училищены ҡалдырғым килмәй ине, сөнки унда, бик һылыу ҡыҙҙы, буласаҡ ҡатынымды осратып, йөрәгемдә ғишыҡ уты тоҡанып өлгөргәйне. Шуға ла, рәхмәтлемен ул уҡыу йортона – мине ғүмерлек йәрем менән осраштырҙы. Тик, табыштыҡ та, оҙаҡ ваҡытҡа айырылыштыҡ та, тиергә була. Мөхәббәтебеҙ ваҡыт һынауын үтте – алыҫтан ғына хат аша яратышып йөрөнөк тә, мин 4-се курста уҡығанда өйләнешеп, туй үткәрҙек. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә татыу ғаиләбеҙ, 4 балабыҙ бар.
– Тимәк, Һеҙ – ҙур ғаилә башлығы. Атаһынан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, балаларығыҙға ла «сәхнә ене» ҡағылған. Ҡыҙҙарығыҙҙың сәнғәт юлынан барырға теләүенә һеҙҙең ҡараш нисегерәк?
– Сәнғәткә хеҙмәт итеү еңел эш түгел, шуға мин уларҙы өгөтләмәнем, шул уҡ ваҡытта, теләктәренә лә ҡаршы килмәнем. Өлкән ҡыҙым – Айым театр юлын һайланы, уртансы ҡыҙым Нурия – музыкант, скрипкала, ҡыл-ҡубыҙҙа уйнай. Бәләкәй ҡыҙым Ләйлә әле Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбендә фортепиано йүнәлеше буйынса уҡый, үҫә төшкәс, бәлки, икенсе юл һайлар. Арыҫлан улым, егеттәрсә, көрәш, спорт түңәрәктәренә йөрөй. Күңел күҙем менән уны ҡурайсы булыр тип күрәм. Ниндәй генә һөнәр һайлаһалар ҙа, иңемде ҡуйырға әҙермен.
Атай кәңәше булараҡ, уларға кешелеклелек сифаттарын, рухи ҡиммәттәрҙе тапшырырға тырышам. «Урал батыр» эпосында әйтелгәнсә, «Олоно оло итегеҙ – кәңәш алып йөрөгөҙ, кесене кесе итегеҙ – кәңәш биреп йөрөгөҙ», тип өйрәтәм, ғәҙел йәшәргә саҡырам.
– Етәксе вазифаһын башҡарһағыҙ ҙа, Һеҙ – ижад кешеһе. Ә ижад һеҙҙең өсөн нимә ул?
– Ижад ул – Аллаһы Тәғәләнең һиңә биргән һәләте, таланты аша донъя менән аралаша торған инструмент, мөмкинлек. Ижад емешен аң менән генә аңлап булмай, уны тоя белергә, йөрәк аша үткәрергә, күңелең менән менән һиҙергә кәрәк. Вазифа ул – эш урыны, ә минең осраҡта, ижад менән эш итә торған вазифа, сөнки театрҙа, хатта директор ҙа ижади ҡарашлы булырға тейеш. Булмышында һәр береһе һәләттәр гөлләмәһе йөрөтөүсе талантлы актерҙар менән етәкселек итеү – уларҙың ижадына хөрмәт күрһәтеп, үҙеңдең ижадыңды хөрмәләүҙәренә ирешеү ул.
Шуға күрә, хис-тойғо, илһам – етәксе кешегә ҡамасаулыҡ ҡыла торған төшөнсәләр түгел, улар кешене аңларға ярҙам итә, ижади коллективты ҡоро функционер сифатында ғына етәкләргә ярамай. Етәксе булараҡ, барыһын да, ҙур һәм үтә ҙур булмаған етешһеҙлектәрҙе лә, һәр кемдең үҙенсәлекле ҡарашын да аңларға тырышам. Әгәр ҙә кемдер хаҡ, мин яңылышам икән, уны ҡабул итәм, ризалашам. Үҙ туҡһаным туҡһан, тип кенә йәшәп булмай.
– Тәжрибәле режиссер булараҡ, һеҙҙең башҡорт драматургияһының киләсәге хаҡында фекерҙәрегеҙҙе ишеткебеҙ килә.
– Башҡорт драматургияһы мотлаҡ йәшәйәсәк, ләкин был йүнәлештә ижад итергә, шөғөлләнергә, үҫешергә теләүселәр аҙ булыуы борсолдора. Театрҙың иң татлы емеше, эсәр һыуы – ул драматургия. Башҡорт театры яҡшы, көслө, заманға ярашлы драматургияға һыуһаған. Киләсәге өмөтлө булһын өсөн, Алла бирһә, беҙгә бергәләп, әүҙем рәүештә ошо йүнәлештә эшләргә, эҙләнергә кәрәк. Яҙыусылар, театр һөйөүселәр, журналистар күберәк театр сәхнәләрендә ҡуйырлыҡ әҫәрҙәр ижад итһен ине. Тамашасының талабы ҙур. Талантлы кешеләрҙең ижад емештәренән йән тетрәтер сәхнә әҫәрҙәре тыуҙырырға теләк тә ҙур.
Киләсәктә бигерәк тә талант – ул ысын аҫылташ һымаҡ буласаҡ. Бары тик үҙенсәлекле ҡарашҡа эйә, ижад емешенә йөрәк йылыһын һалып, образ тыуҙыра белгән шәхестәр генә хөрмәткә лайыҡ буласаҡ, ҡалғанын ИИ (яһалма интеллект) эшләр, тип ирония менән әйтергә генә ҡала. Шуға күрә лә мин сәнғәт юлында тәүге аҙымдарын яһаусы йәштәргә кәңәш бирер инем: үҙегеҙгә ышанығыҙ, ваҡытлыса килеп тыуған ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, һәм бер ҡасан да һайлаған юлығыҙҙан, хыялығыҙҙан тайпылмай, уға тоғро ҡалығыҙ. Ҡыйыуҙарға уңыш мотлаҡ киләсәк!
– Тормошта, ижадта уңыштар ҙа, үкенестәр ҙә булғандыр?
– Тормош үкенесһеҙ булмай. Тик, алға ҡарап йәшәргә, хыялдарҙы, маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыр өсөн тырышып эшләргә, ижад итергә кәрәк. Ҡуйылған илле спектакль, мин булдырған драматургия үҙәге һәм башҡарылған күп һанлы проекттар – ижадымдағы уңышлы аҙымдар, тип әйтә алам.
Ә инде тормоштағы иң ҙур уңышым, әлбиттә, ғаиләм! Ҡатыным Гөлнараға йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлаған өсөн, тәрбиәле балаларым өсөн ифрат рәхмәтлемен. Балаларымдың кескенә уңыштары өсөн дә оло ғорурлыҡ тойғоһо кисереүем, бәхетле атай булғаным өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡып йәшәйем.
Сөләймәновтарҙың йыр-моңға һөйөүен быуындан быуынға тапшырылған рухи аманат итеп ҡабул итеп, оло сәнғәт юлына илтеүсе һуҡмаҡтар һала башлаған балалар – ата-әсәнең ғорурлығы, әлбиттә.
– Ә ҡыҙҙарығыҙ нимә менән ғорурлана икән? Әйҙәгеҙ, үҙҙәре менән һөйләшәйек.
– Ҡыҙҙар, һеҙҙең тормошта кем һәм нимә иң ҙур ғорурлыҡ хисе уятыусы булып тора?
Айым: Шундай заманда йәшәйбеҙ: кешенән ярҙам көтмә, һәр кем үҙен генә уйлай, тигән ҡараш өҫтөнлөк итә бөгөн.
Шулай ҙа күптәрҙә «кешелеклелек» тигән төшөнсәнең йәшәүе, замандаштарымдың ауыр ваҡыттарҙа таныш булмағандарға ла ярҙам итеү өсөн берләшә алыуы ҙур ғорурлыҡ хисе уята миндә. Һәм үҙем дә шул ҡиммәттәр менән йәшәргә тырышам.
Нурия: Тормошомда иң ҙур ғорурлығым – ата-әсәйем. Улар үҙҙәре лә йәш кенә булһалар ҙа, беҙгә тәрбиә, һөйөү бирә алған, шул уҡ ваҡытта эшләп тә йөрөгәндәр, барлыҡ тормош ауырлыҡтарын күтәреп, балаларын аяҡҡа баҫтырғандар, белем алырға ярҙам иткәндәр. Бөтә башланғыстарыбыҙҙа ла терәк булып, кәңәш-фатихаһын биргәндәр. Әйтәйек, мин башҡа ҡалаға уҡырға барыу теләгемде әйткәс тә, ҡаршы килмәнеләр, төрлөсә ярҙам итеп, таяныс булдылар.
– Сәнғәт юлынан китеү теләге һеҙҙә нисек яралды?
Айым: Сәнғәткә ынтылышым оҙон юл үтте. Мин бәләкәй саҡта, оло ҡартатайым – скрипкасы Әһлей Сөләймәнов үҙенең скрипкаһын бүләк итте. Шуға ата-әсәйем мине музыка мәктәбенә бирҙе. Тик ул ваҡытта скрипка класында урын ҡалмағайны, флейта класына барҙым. Уҡыған саҡта, нисек кенә музыка дәрестәренә бармаҫҡа икән тип йөрөгән саҡтарым булһа ла, үҫә килә, мин ҡулымдағы музыка ҡоралының көсөн аңлай башланым. Тик шулай ҙа, йөрәгемдә яйлап икенсе хыял дөрләй ине. Ул – театр.
Ғаиләмдең сәнғәтте яратыуы, сәхнә тип яныуы минең донъяға ҡарашымда мөһим роль уйнаны, әлбиттә. Ҡартатайым менән тәбиғәттең төрлө күренештәренә һоҡланып ултырыуҙарыбыҙ, хатта йылға буйында ятҡан бәләкәй таштан да илаһилыҡ табып, үҙ-ара сөкөрләшеүебеҙ миндә матурлыҡ донъяһына ынтылыш тыуҙырҙы. Уның халыҡ йыр-моңдарын йөрәк аша үткәреп йырлағанын ишетеп иләҫләндем. Атайымдың да сәнғәткә тоғро булыуын күреп үҫтем. Үҙем сәнғәт институтында актрисаға уҡығанда шундай көслө фекергә килдем: тик ижад ҡына кешегә ҡанат ҡуя, офоҡтарҙы иңләрлек көс бирә ала. Ә минең осҡом килә. Тик сәнғәттә генә шундай осоштарҙың булыуы мөмкин. Шуға ла сәнғәт ул – минең юлым.
Нурия: Оло ҡартатайым, көслө скрипкасы Әһлей Фазлый улы Сөләймәнов минең яҙмышыма әүереләсәк музыка ҡоралы – скрипкала бик яратып уйнаған. Үҙенең вариҫтарының, ейән-ейәнсәрҙәренең береһе булһа ла уның һөнәрен мираҫ итеп алып, дауам итеүен теләгән ул. Реставрациянан һуң ҡартатайымдың скрипкаһы миңә тапшырылды. Был ҡомартҡыны иң ҡәҙерле, изге бүләк тип ҡабул иттем. Ошо музыка ҡоралын ҡулға алған һайын үҙемде бик-бик бәхетле һәм, шул уҡ ваҡытта, яуаплы итеп тоям.
Ата-әсәйемдең музыка мәктәбенә, скрипка класына биреүенән сәнғәттәге юлым башланды һәм әле лә дауам итә.
Шулай ҙа тулы аңлылыҡ менән тап ошо юлдан барырға ҡарар итеүем миңә Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған саҡта килде. Хәтеремдә, тап 2-се курста ижад мөхитенә башкөлләй сумдым, был өлкәләге кешеләр менән күберәк аралаша башланым, сығыштар яһаным, төрлө инструмент әҫәрҙәрен уйнаным. Ҡыҫҡаһы, музыка менән генә йәшәнем, һәм тормоштағы ижад юлымдың нәҡ ошо икәнен аңланым. Скрипкала уйнау миңә бик оҡшай һәм әйтеп аңлатҡыһыҙ кинәнес килтерә ине. Күп көс һалып, сәғәттәр буйы шөғөлләнгәндән һуң, тырышлығың һөҙөмтәһен күреп, ҡулыңдағы инструментың менән бер бөтөнгә әйләнәһең.
Мин 15 йәшемдә, 9-сы класты тамамлап, Өфөгә уҡырға барырға булдым. Үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итә торған тормошом да ошо мәлдән башланды: үҙ бюджетыңа иҫәп тоторға өйрәнеү, үҙеңә ашарға әҙерләргә, эш табырға... Иң ҙур, үҙ аллы ҡарарым, моғайын, училищены тамамлағас булғандыр: сәнғәт институтына, минең өсөн яңы музыка ҡоралы – ҡыл-ҡумыҙ буйынса уҡырға инергә ҡарар иттем.
– Һәр кеше үҙендә төрлө-төрлө сифаттар гөлләмәһе йөрөтә. «Был йәш кешенең характеры, үҙ ҡарашы бар!» – тиҙәр, донъя күргән кешеләр. Һеҙҙең дә донъяға ҡарашығыҙ тураһында белге килә.
Айым: Мин кем, был донъяға нимәгә килгәнмен, тигән фәлсәфәүи һорауҙар миндә йыш тыуа. Ғөмүмән, кеше ғүмер буйы үҙен эҙләй һәм аса бара, тип уйлайым. Әҙәм балаһы үҙгәрешһеҙ тормай ул. Үҙе быны һиҙмәһә лә, йылдар үткән һайын яңынан-яңы матур сифаттар туплай, үҫешә, белем-тәжрибәгә эйә була. Башҡаларҙыҡына түгел, хатта ҡайһы берҙә үҙ йөрәгеңә лә инеп ҡарай алмайһың әле… Мине лә кемдер – ныҡ оялсан, кемдер хыялый тиер. Улар барыһы ла хаҡлылыр: мин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы (бәлки бәхеткәлер ҙә), кешегә тиҙ генә асыла алмайым, йомаҡ кеүекмен. Шуға тыныс һәм хатта битараф та күренәмдер.
Әммә эсемдә ялҡын дөрләп яна, бейек тулҡындар текә ярҙарға килеп бәрелә. Эшемдә лә, тормоштағы мөнәсәбәттәрҙә лә бөтә нәмәне йөрәгемә үтә лә яҡын ҡабул итәм. Башҡа нәмәгә әүрәп, тиҙ генә онотоп йәшәй алмайым.
Ә инде театр йөрәгеңде шар асыуҙы талап итә: үҙеңде тулыһынса тамашасыға бүләк ит тә, уларҙан бер нәмә лә көтмә. Башҡаса булмай. Башҡаса йәшәүҙе мин белмәйем дә. Яратһам – янып яратам. Минең өсөн иң мөһиме – һәр осраҡта ла кеше булып ҡалыу!
Нурия: Мин бик һиҙгер, тәьҫиргә бирелеүсән кеше. Йыш ҡына, хатта сит кешеләрҙең төрлө хәл-ваҡиғаларын да йөрәгемә яҡын ҡабул итәм. Шул уҡ ваҡытта үҙемде реалист тип һанайым, нимә уйлағанымды шунда уҡ әйтеп еткерергә теләйем. Әгәр нимәгәлер, кемгәлер ышанһам, мине ул тойғомдан дүндереү еңел түгел. Фекеремде һораһалар, уны асыҡтан-асыҡ әйтеп бирәсәкмен. Кешеләрҙең мин һорамаған кәңәштәрен көсләп таға башлауын өнәмәйем.
Бик ҡәтғи тәртип яратам: шкаф кәштәһендәге кейемдәр матур итеп таҫланған, ишеге тығыҙ итеп ябылған булһын. Әйберҙәр үҙ урындарында ятмаһа, енем ҡотора. Тағы ла төрлө сетерекле хәлдәрҙә кешегә ярҙам итергә әҙермен. Үҙемде ғәҙел тип һанайым. Кемделер баһалағанда йәки нахаҡҡа ғәйепләгәндә өндәшмәй ҡала алмайым, намыҫым ҡушмай.
– Тормош аҡлы-ҡаралы һыҙаттар теҙелгән һуҡмаҡ кеүек. Уңыштар-уңышһыҙлыҡтар, һөйөнөстәр-көйөнөстәр, тау үрҙәре-тәрән үҙәндәр теҙмәһен үтеп, тәүге сынығыуҙар алындымы икән?
Айым: Һеҙҙең һорауҙан һуң, уйға батып ултырҙым да, мин ныҡ уңышлы кеше икән, тип, һығымта яһаным. Мин һынау тип уйлаған нәмәләр ҙә, бер ишек ябылғанда икенсеһе асылған уңыштар булған бит!
Аллаға шөкөр, иң яҡын кешеләрем – әсәйем, атайым иҫән. Нурия, Ләйлә һеңлеләрем һәм Арыҫлан ҡустым булыуы менән бәхетлемен. Өләсәйем, ҡартәсәйем дә гел эргәмдә, терәк булып торалар.
Яратҡан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләйем. Һоҡланғыс коллегаларым, талантлы режиссерҙарым, йөрәгемә яҡын ролдәрем бар. Эйе, Әлхәмдүлиллаһ, мин уңышлы кеше.
Иң ҙур һынау минең өсөн – ҡартатайымды юғалтыу булды. Ныҡ ауыр кисерҙем уны. Ҡартатайым – Фәрит Әһлей улы Сөләймәнов минең тормошомда ҙур үрнәк булған иң яҡты, эскерһеҙ, эшенә, ғаиләһенә тоғро, иғтибарлы кешеләрҙең береһе ине.
Ул тотошлайы менән сәнғәт кешеһе булды. Баймаҡ ҡалаһында мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, Стәрлетамаҡта, хәҙерге Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында директор урынбаҫары булып эшләне.
Ауыр хәбәрҙе ишеткәндә театрҙа эштең иң ҡайнаған мәле ине – премьераға ваҡыт аҙ ҡалған. Һәм… Иртә менән ҡартәсәйҙән шылтыратыу... Барып өлгөрҙөм, һуңғы сәғәттәрендә ҡартатайым янында булдым... Ауыр уйҙар, кисерештәр менән кире эшкә килдем, тамашасы һис ни һиҙергә тейеш түгел, образды дөрөҫ итеп еткерергә кәрәк.
Ауырыһаң да, ҡайғырһаң да, арыһаң да – ошо һөнәрҙе һайлағанһың икән – эшләйһең, башҡа сараң юҡ. Тамашасы алдында һәр саҡ һуңғы тапҡыр уйнағандай, бөтә күңелеңде һалып уйнарға кәрәк. Артист тормошо шуны талап итә...
Нурия: Әлегә минең ни тиклем уңышлы кеше икәнлегемде аныҡ ҡына билдәләп буламы икән? Татыу ғаиләлә үҫтем, бер-беребеҙ өсөн терәк-таянысбыҙ. Был, минеңсә, оло бәхет. Шәхсән үҙем өсөн ҙур уңыш – беҙҙең этно-төркөм. Былтыр көҙ генә ойоштоҡ һәм төркөмөбөҙгә «Ялҡын» тип исем ҡуштыҡ. Төркөм биш кешенән тора. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында (мин – скрипкала) уйнайбыҙ. Ошо ҙур булмаған арауыҡта әкренләп кенә, бәләкәй генә аҙымдар менән булһа ла, алға ынтылабыҙ. Төрлө фестивалдарҙә, концерттарҙа сығыш яһап өлгөрҙөк. Хатта мини-соло концертыбыҙ ҙа булып үтте. Иң сағыу һәм әһәмиәтле сығышыбыҙ Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивалендә булғандыр. Беҙҙең сығышты яратып ҡабул иттеләр, төрлө төбәктәрҙән килгән сәнғәт кешеләре, музыканттар менән аралашып рухи байлыҡ, матур мәғлүмәттәр тупланыҡ, Алтай музыканттары менән таныштыҡ. Киләсәктә беҙҙе тағы ла мөһим, сағыу сығыштар көтә, тип ышанам.
– Айым, һин үҙеңде һәләтле йәш актриса булараҡ танытып та өлгөрҙөң. Тыуҙырған образдарың ниндәй үҫеш, үҙгәрештәр кисерергә мәжбүр итте?
– Һәр бер образдың, ролдең үҙ ауырлыҡтары, үҙ һынауҙары була. «Заятүләк менән Һыуһылыу» спектаклендә Һыуһылыу образын эшләгәндә, миңә бейеклектә эшләү дәрестәре алырға тура килде, сөнки спектаклдә беҙҙе тростар менән биш метрға яҡын юғарыға күтәрәләр. Ундай шарттарҙа хәүефһеҙлек техникаһын белергә, күҙәтергә, бер-береңә ныҡ иғтибарлы булырға кәрәк ине.
«Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем» спектаклендә мин немец телендә генә һөйләшергә тейеш инем, шуға күрә ят һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, сит телдә тотош һөйләмдәрҙе яңылышмай һөйләү өҫтөндә даими эшләргә кәрәк булды, немец теле уҡытыусыһы менән дә репетициялар үткәрергә тура килде.
Йыр һәм бейеү өҫтөндә ныҡлап эшләргә кәрәк икән. Бәләкәй саҡта, атай-әсәйем мине бейеүгә йөрөтөргә тырышты ла бит, тик мин, йөрөгөм килмәй тип, ташланым. Хәҙер, театрҙа ул бик кәрәкле һөнәр икәнлеген аңланым, сөнки музыкаль спектаклдәр ҡуйғанда бейеү ҙә, йырлау ҙа талап ителә. Музыкаль белемем булыу ярҙам итә, әлбиттә, һәм мин флейтамды йышыраҡ сығарып уйнарға тырышам.
Әлбиттә, иң ҡатмарлы образдарҙың береһе ул – «Бөйрәкәй» спектаклендәге Сәбилә образы булды. Уның репетициялары ла миңә ауыр бирелде. Бала артынан бала юғалтҡан, самаһыҙ һәм сараһыҙ яратҡан, аяныслы яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ образын тыуҙырырға кәрәк ине. Шуға ла был образ өҫтөндә эшләүҙе туҡтатмай, һәр спектакль һайын, уны анығыраҡ итеп аса, камиллаштыра барам.
Режиссер Айрат Әхтәм улы ярҙамында беҙ был ҡапма-ҡаршылыҡлы образды эҙмә-эҙлекле һәм кескәй аҙымдар менән төҙөнөк. Уның үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ, ышаныс белдереүе миңә ҡыйыулыҡ бирҙе.
Был спектакль бик ҙур, өс акттан тора, шуға, рухи йәһәттән сынығыу менән бергә ныҡышмалылыҡ, физик сыҙамлылыҡ та үҫеште миндә. Уйнағанымды ҡарарға әсәйемде лә саҡырғайным. Әсәкәйем, гел балалар тип йәшәгән, дүрт бала үҫтергән кеше, тетрәнеп: «Балаҡайым, һин бит спектакль буйына ялан аяҡ йөрөйһөң! Был сәхнә әҫәрен бүтән ҡарай алмам, йөрәгем өҙөлөп төшә яҙҙы, һине шундай образда күреү ҡыйын миңә...» – тине. Уның шулай ҡурсалап өндәшеүе күңелемде йылыта, әсә кешенең асылын тағы ла нығыраҡ аңларға булышлыҡ итә. Һәм мин, берәй ваҡыт, үҙем әсәй булғас, был спектаклде уйнауы тағы ла ҡыйыныраҡ булыр, тигән уйҙар кисерәм.
Һәр образ өҫтөндә эшләү ул күп көс һәм күп ваҡыт талап итә. Сөнки театрҙан сығыу менән генә эш туҡтамай, өйҙә саҡта ла, ғөмүмән, ҡайҙа ғына барһаң да, бары шул образды ғына уйлап йөрөйһөң, өнөң дә, төшөң дә тик шул хаҡта. Шуға бөтә булған образдар һинең йөрәгеңә тотошлайы менән инеп тула, улар хәтерҙән сыҡмай.
«Килен» спектаклендәге Сулпан образы миңә балаларса асыҡ күңеле менән яҡын, «Бөйрәкәй»ҙәге Сәбиләнең ярһып яратыуы, «Йырланмаған йырым»дағы Тәнзиләнең юморы, «Әсмә»лә бәләкәй ҡыҙсыҡта булған батырлыҡ сифаттары һоҡландыра. Һәр тыуҙырған образым үҙенсәлекле булыуы менән ҡәҙерле. Уларҙың ҡайһы берәүҙәрендә мин үҙемдә булған сифаттарҙы таныйым, икенселәрҙә, киреһенсә, бөтөнләй миңә хас булмаған сифаттар күп, әммә уларҙы бар итеп уйнарға кәрәк. Шуға ла һәр образ мине нимәгәлер өйрәтте, байытты...
Бөтә ғүмере буйына сәнғәт кешеһе үҙенең хеҙмәте менән тормоштоң сикһеҙ күп яҡлы матурлығын кешеләргә күрһәтергә, еткерергә, аңлатырға тырыша.
Быуындан быуынға тапшырыла килгән сәнғәткә һөйөүҙе, халҡыбыҙ сәнғәтенә хеҙмәт итеүҙе лайыҡлы дауам итеүсе Сөләймәновтар нәҫеле лә ижад емештәре менән кешелектең мәҙәни мираҫына үҙ өлөштәрен индерә. Ата-әсәнән күрә, талантлы нәҫелдең вариҫтары ла, юғары сәнғәт оҫталығына алып килеүсе һөнәри һәләттәрен үҫтереп, ижади ынтылыштар менән йәшәй. Киләсәктә фиҙаҡәр тырышлыҡтың һөҙөмтәләрен тағы-тағы күреп ҡыуанырға насип булһын, тип теләйбеҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
"Тамаша" журналы, №2-2026й.