Тынғыһыҙ тәбиғәтле, ярһыу хисле, йөрәгендә оло тормош дәрте йөрөткән, күп һәләттәргә эйә булған Хәйбулла егетенең ижад ҡомары көслө, бәҫе юғары, аҙымдары ырыҫлы була.
– Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытҡан осороғоҙ ҡурайсылар араһында легенда итеп һөйләнелә, Ишморат Ҡәйүм улы. Үҙегеҙгә генә хас уҡытыу алымдары булған икән. Ниндәй ине улар, нисегерәк уҡыта торғайнығыҙ?
– Йырҙар, көйҙәр тарихын белеүҙән тыш ҡурайсының актерлыҡ һәләте, фантазияһы көслө булырға тейеш, сәхнәлә иркенлек, киңлек тойорға тейеш. Ошо иркенлекте тоя алмаған оялсан егеттәрҙе мин өҫтәл өҫтөнә йә шкаф башына мендереп баҫтыра инем. Бер музыка ҡоралында ла ҡурайсыларҙыҡы һымаҡ ! кәүҙәне ғорур тотоу юҡ... Уны хатта мәскәүлеләр ҙә абайлаған.