+10 °С
Облачно

Сәнғәттең милләте юҡ

Азат Йыһаншин – танылған башҡорт драма артисы һәм киноактеры. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан. 90-сы йылдарҙа «Аҡйондоҙ» тип аталған музыкаль төркөм солисы. 1998-2008 йылдарҙа – М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. 2008 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт театрында, 2014 йылда Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләй. Бөгөн Өфө «Нур» татар дәүләт театрының баш режиссеры вазифаһында алтынсы ижад миҙгелен теүәлләй ул. Азат Надир улының әлеге театрҙа эшләй башлауын татарҙар араһында ла, башҡорттар араһында ла төрлөсә ҡабул итеүселәр булды. «Ә ни өсөн?! Үҙебеҙҙең милләттә бөткәнме ни режиссерҙар?!» – тине татарҙар. «Ысын» башҡорт улы ниңә әле башҡа халыҡҡа хеҙмәт итергә тейеш?!» – тиеште башҡорттар. Ә ул: «Ябай кеше өсөн татар, башҡорт, рус, сыуаш тигән бүленеш барҙыр. Ә минең өсөн юҡ. Миндә космополитик аң. Минең өсөн кеше булыу мөһим. Милли мәсьәләләр театр темаһына ҡағылмай. Сәнғәттең милләте юҡ. Мин эшләргә килдем. Тамашасы өсөн эшләргә килдем һәм эшләйем», – тине. Шуғалыр күптән түгел «Текә татар-топ ҡунаҡ» проекты сиктәрендә төп ҡунаҡ Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө «Нур» татар дәүләт театрының баш режиссеры Азат Йыһаншин буласаҡ тигәс, тамашасылар тап сәнғәт тураһында ишетергә йыйылды. «Йыһаншиндың йыһаны» тип аталған асыҡ интервью форматында үткән осрашыуҙа яңғыраған ҡайһы бер фекерҙәрҙе бөгөн «Тамаша» журналы уҡыусылары менән дә бүлешәбеҙ.

Сәнғәттең милләте юҡСәнғәттең милләте юҡ
Сәнғәттең милләте юҡ

Азат Йыһаншин ни өсөн күберәк рус телендә аралаша?

Мин бала саҡта ныҡ итеп тотлоға инем. Ни сәбәпле тотлоҡҡанмындыр – белмәйем. Әммә шуның арҡаһында башҡа балаларға Яңы йылға һәм тағы ниндәйҙер байрамдарға шиғырҙар биргәндә миңә бирмәнеләр. Бер ваҡыт әсәйем был уңайҙан тәрбиәселәр менән аңлашырға ла барҙы. Шунан һуң миңә шиғыр биргәндәрен һәм уны ятлап, уңышлы ғына һөйләп сыҡҡанымды хәтерләйем.

Ә рус теленә килгәндә беҙ бит Советтар Союзында йәшәнек. Урал аръяғы ла СССР-ға керә ине. Мин рус балалар баҡсаһына йөрөнөм, Баймаҡтың 2-се һанлы рус мәктәбендә уҡыным. Өйҙә лә атай-әсәйем рус телендә аралашты. Элек үҙ телеңдән оялыу бар ине. Ни өсөн икәне аңлашылмай... Сәйәсәт булдымы икән инде... Әммә ул бар ине. Һәм беләһегеҙме, телдән генә түгел, мин үҙемдең ҡара сәсле булыуымдан да, ҡыҫыҡ күҙле булыуымдан да ояла инем. Бала саҡтағы ул хистәрҙе хәтерләйем мин.

Әгәр өйҙә лә, мәктәптә лә, урамда ла русса һөйләшәһең икән, һин русса фекерләй башлайһың. Мин уҡығанда башҡорт теле дәрес булараҡ та уҡытылмай ине. Яңылышмаһам, 8-се класта уҡығанда индерелде шикелле. Күҙ алдығыҙға килтерәһеҙме, башҡорт телен бөтөнләй белмәй инем. Нисек инде белмәй инегеҙ тип аптырап һораусылар күп. Бына шулай – белмәй инем.

 

Башҡорт телен ҡасан өйрәнгән һуң?

Мин башҡорт телен сәнғәт институтына уҡырға ингәнсе белмәнем. Ә унда килгәс, шул тиклем аптырағайнылар. «Нисек инде, һин – Урал аръяғынан килгән башҡорт егете – башҡорт телен белмәйһең?» имеш. Һәр кешегә рус телле мөхиттә үҫтем тип аңлатып йөрөп булмай бит инде. Ысынлап та, мин үҫкәндә Баймаҡта  рус телле кешеләр бик күп ине. Хәҙер генә унда башҡорт һөйләшен ишетергә була. Мин башҡорт теленә институтта өйрәндем.

Лек Вәлиев ҡуйған «Күҙ йәше» спектаклендә һаңғырау кешене уйнаным. Бер актриса спектаклдән һуң яныма килде лә: «Азат, беләһеңме, башҡорт театрҙарында һин шул һаңғырау-телһеҙҙәрҙе генә уйнамаһаң инде. Башҡортса бик насар, ҡот осҡос һөйләшәһең», – тине. Мин, әлбиттә, быны ул әйтмәһә лә белә инем. Был йәһәттән ныҡ ҡыйынһына инем. Хатта телде белмәүем арҡаһында институтты ташларға әҙер инем.

Ауыр ине. Дөрөҫ уҡымайым, минән көләләр... Баймаҡта тәрбиәләнгән эске азатлыҡ, унда яҙған бөтә шиғырҙарым кинәт кенә «нулгә» тороп ҡалды. Шулай ҙа уҡыуҙы тамамланым. Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғолов ТЮЗ-ға саҡырҙы. Унда миңә Мостай Кәрим әҫәрендә Салауат ролен бирҙеләр. Текст бик ҡатмарлы тойолдо. Минең фекерләү русса бит. Хас та эт кеүек. Аңлауын аңлайым, яуап бирә алмайым тигән кеүек. Эстә энергия таша, ҡан уйнай. Шундай итеп уйнағым килә батырҙы! Ә тел бәйле, ирек бирмәй. Ох, ҡот осҡос ине ул! Театрҙан сығып ҡасаһылар килде! Мин үҙемә бик тәнҡитсел ҡарайым бит. Һәр ваҡыт үҙем менән ҡәнәғәт түгелмен. Һәм миңә етә ҡалды. Шунда Азат Әхмәҙулла улы юғалып ҡалманы, миңә Илеш ролен бирҙе. Күҙ алдығыҙға килтерәһеҙме, мин был ролде еренә еткереп уйнап сыҡтым. Был ролде башҡарған өсөн Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты булдым. Көтмәгәйнем, ысын, ғәжәпләндем. Әммә был миңә ҡанаттар ҡуйҙы. Үҙ-үҙемә ышаныс бирҙе. Һин булдыра алаһың, тигән һүҙ ине. Шунан академтеатрға күстем, роль артынан роль китте... «Быт определяет сознание» тигән әйбер бар. Һин ниндәй мөхиттә йөрөйһөң, аң шуға яйлаша. Барыһы ла башҡортса һөйләшкәс, мейе лә шул телгә күсергә кәрәклеген самалайҙыр инде. Фәлсәфәүи фекрҙәрҙ ҙә башҡорт телендә ярала башлай.

 

Кешегә үҙ туған телен белеү, аңлау бөгөнгө көндә ниндәй дәрәжәлә мөһим?

Беренсенән, был үҙбилдәләнеш (самоопределение). Һин үҙеңдең нәҫелеңде, тамырҙарыңды белергә тейешһең. Нәҫелһеҙ, ырыуһыҙ, кеше – терәкһеҙ кеше. Мин бик ҡыҙғанам уларҙы. Ҡағылып-һуғылып йөрөйҙәр. Рухи хәйерсе, ярлы улар. Кеше нәҫел-ырыуын тойорға тейеш, ә мин тоям. Әбйәлил районына барһам тоям, бөтә ата-бабаларым шунда минең. Улар шундай матур ерҙәрҙә йәшәгән. Ул тауҙар, йылға, ҡайындар, урман... Минең боронғоға мөнәсәбәтем бик сетерекле (щепетильный). Ул шул тиклем ҙур, бөйөк. Һәм мин унда барғас, ошо бөйөклөк менән яҡынайыуымды тоям. Уның бер өлөшө итеп хис итәм үҙемде. Ырыуымдың бер өлөшө итеп тоям. Шуға күрә һәр кешелә үҙбилдәләнеш булырға тейеш. Ул һиндә ултырырға тейеш. Был – тормошоңдоң үҙәге.

 

Ни өсөн сәнғәттән ҡасмаҡсы булған?

Үҙемдең ни өсөн сәнғәттә икәнлегемде белмәйем. Минең пландарым, хыялдарым бөтөнләй башҡа ине бит. Бәндә ниәтләр, Аллаһы Тәғәлә бойомлар, тиҙәр. Нисек кенә сәнғәттән китергә тырышып ҡараһам да, барып сыҡманы. Ә бит минең сәнғәттән ҡасыу пландарым күп ине.

Ижади кешеләр ҡатламына (кастаһына) инәмдер, күрәһең. Улар сәхнәләт– ялғанды, фальшты, театр эсендә театр уйнағанды яратмай. Ул бит актер эшмәкәрлегенең имитацияһы ғына. Әгәр һин сәхнәгә сыҡҡанһың икән, ян, үл! Үҙең өсөн түгел, кешеләр өсөн үл! Тәбиғәт һәм Аллаһы Тәғәлә һиңә биргән энергияны кешеләргә бир! Ә имитацияны мин тәрән тоям, ауыр һәм ҡыйын кисерәм.

Өс төрлө ҡасыу планым бар ине. Театрҙан, сәнғәттән... Китергә, барыһын да оноторға! Әммә Аллаһы Тәғәлә мине яңынан сәнғәткә ҡайтара...

 

Шиғыр нисек яҙыла? Һәм, ғөмүмән, нимә ул ижад?

Эйе, мин шиғыр яҙа инем. Ни өсөн яҙғанымды әйтә алмайым. Уны еңел генә аңлатып булмай. Мәктәптә уҡығанда Рәми Ғариповты белмәнем. Был шағирҙы үҙем өсөн институтҡа килгәс кенә астым мин. Уның һүҙҙәренә бер төн эсендә ике йыр яҙылды һәм улар шунда уҡ популярлашып китте.

Мин фанатик түгел. «Мин театрҙы яратам!», «Мин тормошомдо театрһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым» тигәнде яратмайым да, аңламайым да. «Я умоляю вас!»тиәһе килә. «Быть или не быть?» тигән мәңгелек һорау бар бит. Мин бына шул ике арала эленеп ҡалдым. Миңә 55 йәш, ә мин һаман шунда. Мин бер нимә лә планлаштырмайым. Шул хәлгә инәм. Эстә нимәлер ҡабына, белмәйем. Ныҡ бирелеүсән (одержимый) булам. Ул ҡайҙандыр килә миңә. Мин картиналар күрәм. Улар миңә ҡамасаулай. Эстә ҡаршылыҡтар, конфликттар башлана. Әгәр ижади кешелә конфликт барлыҡҡа килмәй икән, уға был профессияла «делать нечего»! Конфликт ҡына көрәш тыуҙыра, ихлас ижад тыуҙыра. Һыҙланыуҙар аша. Һыҙланам икән, ауырта икән, мин көләм, нығыраҡ ауырта икән, мин нығыраҡ көләм! Һәм һеҙ аңларға тейеш ни өсөн көләм мин, кемдән көләм?! Үҙ-үҙемдән көләм. Шиғырҙар ҙа шулай тыуа. Мин бөгөн был турала шиғыр яҙам әле тип кенә яҙып булмай ул. Мин ныҡ тоям шиғырҙарҙы. Бына был исмаһам талант, тиҙәр. Таланттыр, әлбиттә. Әммә минең өсөн ул ялған талант.

Сөнки мин ялған шиғри юлдарҙы тоям. Матур теҙелгән, рифма ла яҡшы, әммә мин авторҙы тоймайым. Юлдар араһында яҙылғанды күрмәйем, мин ауыртыуҙы, һыҙланыуҙы йәки бәхетте тоймайым.

Рәми Ғариповтың шиғырҙарын беренсе тапҡыр уҡығас, уның биографияһын да, тормошон да белмәй тороп, мин уның менән ҡушылдым. Әйткәнемсә, уның һүҙҙәренә йырҙар яҙылды. Күп яҙылды. 90-сы йылдар ине ул. Мине Яҙыусылар союзына саҡыртып шелтә белдерҙеләр. Имеш, мин башҡорт моңон боҙам икән. Ниндәйҙер аңлашылмаған көй тыуҙырам икән. Ни ғәжәп, ул йырҙар бөгөн классикаға әйләнде.

90 сы йылдарҙа «Каруанһарай» юҡ ине әле. Унда ниндәйҙер ларектар тора ине. Һәм шул ларектарҙа «Сникерс» һаталар. 7 һум (!) тора ине. Ә мин 30 һум стипендия алған студент. Минең өсөн ат хаҡы! Ә ашап ҡарағы килә!.. Йәнем көйҙө шунда. Ҡайттым да «Сникерс» һатып ала алмауыма үртәлеп, шиғыр яҙҙым. Рифма теҙгәнгә генә тыумай шиғыр, һыҙланыу сәбәпсе уға.

Студенттар килгәс, мин бер һорау бирәм. «Һеҙ һыҙланаһыҙмы? Вам больно?» тип һорайым. Улар миңә ахмаҡҡа ҡараған кеүек ҡарайҙар. Эйе, әлбиттә, улар Пушкинды, Лермонтовты беләләр. «5+» ҡуйырлыҡ, маладистар. Әммә «Йәшәү ғазап килтерәме?» – тигән һорау яуапһыҙ ҡала. «Азат, һин балаларға был һорауҙы дөрөҫ бирәһеңме һуң?» – тип һорайым үҙ-үҙемдән ҡайһы саҡ. Унан үҙемде иҫкә төшөрәм. Мин дә бала инем бит. 13-14 йәштә мин бик күп һорауҙар бирә инем. Күп нәмәне аңламай инем, әммә аңларға тырыша инем. Ни өсөн? Ни эшләп? Мине борсой ине ул, уйландыра ине. Шуға ултырып яҙа инем. Минең ҡысҡырғым килә ине. Кемгәлер, ниҙер әйткем килә ине. Ә бында – тынлыҡ. Ул тынлыҡ мине һағайта һәм ҡурҡыта. Ныҡ ҡурҡыта. Студент ҡарап баҫып тик тора. Уны бер нимә лә борсомай. «Ә һеҙ яраттығыҙмы?» – тип һорайым. Һәм беләһеҙме, әле бына һөйләгәндә иҫкә төшөрәм, береһе лә яраттым тимәне...

 

Нимә ул яратыу?

Ә нимә ул яратыу? Яратыу ул хеҙмәт. Яратҡанда һин ит үткәргес аша үтәһең, тирмән ташы аша онталаһың. Әгәр һин яратһаң!.. Йәшлектә мин үттем уның аша. Шунан тыуа һинең тормошҡа ҡарашың да, ижадың да. Музыка яҙыла, шиғыр һәм тағы нимәлер...

 

Дөрөҫлөк бармы?

7-се кластар тирәһендә мин математика уҡытыусыһына бер һорау биргәйнем. Дөрөҫөн әйтәм, теүәл фәндәрҙе яратманым һәм яратмайым. Аңламаным да мин уны. Таҡтала формула яҙған уҡытыусынан: «Надежда Михайловна, ә һеҙ был формула дөрөҫ икәнен аныҡ беләһеҙме?» – тип һораным. Ул миңә шундай итеп ҡараны! «Ни әйтмәксе булаһың?» – ти. Ә бәлки, дөрөҫ тип һанаған нәмә дөрөҫ түгелдер, мин әйтәм. Һәм был формула кешелекте тупикка илтәлер? Уҡытыусы мине...

Ни өсөн Азат Йыһаншин театрҙа "уйнау" тигән һүҙҙе яратмай? Актерға театрҙа эшләп, нисек ысын булып ҡалырға һуң? «Туташ» спектакле Рәсәйҙең алтын фондына индерелгән. Ҡәнәғәтме үҙ эшенән? Ни өсөн репетицияға ситтәр ингәнде яратмай? Тамашасы алҡыштары нимә бирә Азат Надир улына?

Был һәм тағы ла башҡа һорауҙарға уйландырғыс, аҡыллы яуаптарҙы "Тамаша" журналының яңы июнь һанында, Айгизә Ибраһимованың эксклюзив мәҡәләһендә табырһығыҙ.

"Тамаша" журналына яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар.

Сәнғәттең милләте юҡ
Сәнғәттең милләте юҡ
Сәнғәттең милләте юҡ
Сәнғәттең милләте юҡ
Сәнғәттең милләте юҡ
Сәнғәттең милләте юҡ
Автор:
Читайте нас