+7 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

«Театр – ул ғүмер буйы йөрәктә һаҡлап йәшәткән мөхәббәт...»

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта талантлы шағирә, яҙыусы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәзилә Ырыҫҡужина... Завлит тиҙәр ине уларҙы элегерәк... Хәйер, был вазифа әле лә шулай аталалыр. Әммә бөгөнгө театрҙың әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәре ул – ижадсы ла, тел белгесе лә, менеджер ҙа, продюсер ҙа, куратор ҙа, хатта психолог та булыуҙы талап итә кеүек. Театр тигән мөғжизәле донъяны бар ҡылыуҙа уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шуға ла театрҙың йөрәге тип тә атар инем мин был һөнәр кешеләрен. Һәм иңеңә төшкән был йөкләмәләрҙе атҡарып сығыу өсөн һәләтле генә түгел, оло йөрәкле, түҙемле, мөхәббәтле булыу ҙа талап ителә. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ ҙә театрға булған оло һөйөү тойғоһо хаҡында...

«Театр – ул ғүмер буйы йөрәктә һаҡлап йәшәткән мөхәббәт...»«Театр – ул ғүмер буйы йөрәктә һаҡлап йәшәткән мөхәббәт...»
«Театр – ул ғүмер буйы йөрәктә һаҡлап йәшәткән мөхәббәт...»

– Рәзилә, һине шағирә, журналист, сатира-юмор оҫтаһы булараҡ беләбеҙ. Театрға ниндәй юлдар, ниндәй елдәр алып килде үҙеңде?
 
– Бала саҡтан ҡасан да булһа театрға килеремде белеп йәшәнем. Унда урау-урау юлдар, берсә арҡыры, берсә ыңғай иҫкән елдәр аша килеп еттем.
 Беҙҙең ауыл (Баймаҡ районы, Йәнйегет ауылы) Сибай ҡалаһынан 15 саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлашҡан. Заманында Сибайға килгән театр коллективтары беҙҙең ауылға һуғылмай үтмәй торғайны. Ә Сибай драма театры яңы премьералары сығыу менән беҙгә алып килеп күрһәтер ине. Сөнки ауылыбыҙҙы йәмләп, ике ҡатлы мәҙәниәт йорто балҡып ултыра.
 Башланғыс класты ауылда уҡып, артабан Сибай мәктәп-интернатына барҙым. Һаман көлә-көлә иҫләп алабыҙ, 4–5-се генә класта, төн етеп, бар интернат йоҡоға талғас, минең театрым башланыр ине. Яратҡан актрисам Рәмилә Сәлимгәрәеваның һәр ролен яттан беләм, илар урында рәхәтләнеп илайым, кәрәкһә, башымды артҡа ташлап, уның кеүек итеп ҡысҡырып көләм, йырлап та ебәрәм шунда... Тамашасыларым – бүлмәләш ҡыҙҙар ғына түгел, күршеләр ҙә, хатта беҙ йәшәгән ҡаттағы бүтән кластар. Үҙемде сәхнәлә итеп тойғанмындырмы, белмәйем, әммә ысын спектаклдә уйнау хыялы көслө ине. Эй, бала саҡ... хыялым шунда, интернат стеналары артында боҫоп ҡалманы, ғүмер буйы йөрәгем түрендә йәшәне.
 Сибайҙа педагогия колледжын ҡыҙыл дипломға тамамланым да, хыялымды тормошҡа ашырыу ниәте менән Өфөгә юлландым. Поезға ултырҙым, мине оҙатырға килгән әсәйем, поезд яйлап ҡуҙғала башлағас, йүгерә-йүгерә: «Һин артист ҡына булып ҡуйма, артислыҡҡа барма! Барһаң, өйгә ҡайтып йөрөмә!» – тисе. Аптырашта ҡалдым, нишләргә хәҙер? Мин бер кемгә лә өндәшмәй генә сәнғәткә китеп бара инем бит... Сибайҙан Өфөгә килеп еткәнсе, 12 сәғәт буйы керпек ҡаҡмай уйландым. Ахыры, БДУ-ның журналистика бүлегенә барып, ҡыҙыл дипломым менән шунда уҡ уҡырға ҡабул ителеп ҡайттым. Ҡайтмайынса ғына сәнғәткә барып та булыр ине, бәлки, юҡ, ауылда беренсе мөхәббәтем көтә шул.
 Баш ҡалала уҡый башлағас, һаман театрға яҡынлау юлын ҡарайым. Әхирәтем менән «Радио2»-гә барҙыҡ. «Үҙегеҙ берәй тапшырыу уйлап табығыҙ», – тинеләр. «Умырзая» тапшырыуы тыуҙы. Әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә яңы эшләй башлаған йәштәр тураһында ине ул. Мин күберәк йәш актерҙар менән эшләнем. Актер һөнәре тураһында ентекле өйрәндем. Ләкин уҡыуымды тамамлағас, «Һәнәк» журналында эш башланым. Шулай тейеш ине. Диплом эшем сатирик публицистикаға бәйле тема булды. Был баҫмала 13 йыл эшләнем. Бер ҙә үкенмәйем. «Һәнәк» мәктәбен уңышлы үттем, юмор өлкәһендә яҙыша башлауым да ошонда эшләү һөҙөмтәһе.
 Артабан яҙмышым мине Ш.Хоҙайбирҙин йорт-музейына алып килде. Бында ла ҡолас йәйеп, рәхәтләнеп, йөҙөп йөрөп эшләнем. Балерина Тамара Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата хәтирәләр китабы тупланым. Тағы ла театрһыҙ түгел – республикабыҙ театрҙарында хеҙмәт итеүсе актерҙар, Тамара Шәһит ҡыҙының уҡыусылары менән тығыҙ аралашып сығарҙым был китапты. Ә йөрәгем түрендә ятҡан теге хыялым үҙенең барлығын иҫкә төшөрөп-төшөрөп, һағышҡа әйләнә башлаған мәл ине ул саҡтар. Спектаклдәргә йөрөү генә баҫмай ине ул һағышты. Бер көндө өлкән улым: «Әсәй, ошо театрҙың хеҙмәткәрҙәр инә торған ишегенән ин дә, һеҙгә театрҙы үлеп яратҡан кеше кәрәкмәйме, тип һора», – тине. Ысынлап та, шулай иттем: служебканан индем дә, эленеп торған телефондан кадрҙар бүлегенә шылтыраттым. «Үтегеҙ. Кәрәк», – тинеләр. Әҙәбиәт бүлегенә етәксе кәрәк икән. Ошо уңайҙы балам аша еткерҙе Хаҡ Тәғәлә, шөкөр...

– Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар... Һиңә – гел йәш, гел матур, гел зауыҡлы, гел йылмайып ҡына йөрөгән Рәзиләгә (...) йәш биреүе лә мөмкин түгел һымаҡ… Әммә был – факт.

 

("Тамаша" журналының бөгөн генә баҫылып сыҡҡан яңы һанындағы мәҡәләнән өҙөк).

 

Бөгөн Рәзилә Ырыҫҡужина күркәм юбилейын билдәләй. «Тамаша» журналының даими авторы ла ул. Үҙ стиле, үҙ почеркы бар уның. Театр эшмәкәрлеге, актерҙар, тамашалар хаҡындағы яҙмаларың шул тиклем матур Рәзиләнең. 

Ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ҡотлап, һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ.

 

 

«Театр – ул ғүмер буйы йөрәктә һаҡлап йәшәткән мөхәббәт...»
«Театр – ул ғүмер буйы йөрәктә һаҡлап йәшәткән мөхәббәт...»
Автор:
Читайте нас