+6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Яҙ — йылы осрашыуҙар ваҡыты!

«Театр яҙы — 2026» фестивале тамамланыуға яҡынлаша.

Яҙ — йылы осрашыуҙар ваҡыты!
Яҙ — йылы осрашыуҙар ваҡыты!

Кисә биш көн дауамында барған мәғариф программаһының һуңғы этабы үтте. Актерҙар Йортоноң Тамаша залында Родион Белецкийҙың «Сценарий бүлмәһе»ндә пьесалар проекттары буйынса питчинг булды. Ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп, ижади асыштарҙан илһам алырға килгән тамашасыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Кисен фестиваль сәхнәһе театр һөйөүселәргә ике төрлө сағыу тамаша бүләк итте: Салауат башҡорт драма театры күрһәткән «Һөйөү көсө» (Т.Дәүләтбирҙина, реж. З.Сөләймәнов) һәм Башҡортостандың дәүләт академия рус драма театры сәхнәһендәге «Прошлым летом в Чулимске» (А.Вампилов, реж. А.Фонарьёв).

Шулай уҡ, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле «Тамашасы һөйөүе» номинацияһы өсөн тауыш биреү бара! Ҡатнашыу өсөн һылтанма: forms.yandex.ru/u/69c369ef...

Ә инде 27 март фестивалдең тантаналы ябыу кисәһе үтәсәк! Инеү бушлай, билеттарҙы М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры кассаһынан алырға мөмкин.

 
Яҙ — йылы осрашыуҙар ваҡыты!
Яҙ — йылы осрашыуҙар ваҡыты!
Яҙ — йылы осрашыуҙар ваҡыты!
Яҙ — йылы осрашыуҙар ваҡыты!
Яҙ — йылы осрашыуҙар ваҡыты!
Яҙ — йылы осрашыуҙар ваҡыты!
Автор:
Читайте нас