-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

«Башҡорт эстрадаһы үҫеше» — әһәмиәтле һәм фәһемле осрашыу

19 ғинуарҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған «Башҡорт эстрадаһы үҫеше» темаһына арналған түңәрәк өҫтәл башҡорт музыка мөхитендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Был сара заманса трендтар, яңы йүнәлештәр һәм эстраданың киләсәге менән тығыҙ бәйле фекер алышыу майҙанына әйләнде.

«Башҡорт эстрадаһы үҫеше» — әһәмиәтле һәм фәһемле осрашыу
«Башҡорт эстрадаһы үҫеше» — әһәмиәтле һәм фәһемле осрашыу

Осрашыу барышында башҡорт эстрадаһының бөгөнгө хәле, аудитория менән эшләү, заман талаптарына яуап биргән форматтар, милли асылды һаҡлап ҡалып үҫеш юлдары ентекле ҡаралды. Айырыуса «Әй Йола» төркөмө феноменына ҙур иғтибар бүленде — уның уңыш серҙәре, милли тамырҙарға таянып заманса яңғыраш табыуы, йәштәрҙе йәлеп итеү ысулдары фекер алышыу үҙәгендә булды.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашҡан башҡорт эстрадаһы артистары, ижадсылар һәм белгестәр үҙҙәре өсөн күп файҙалы мәғлүмәт алды, яңы фекерҙәр, илһам һәм этәргес тапты. Йәнле диалог, асыҡ ҡараштар һәм тәжрибә уртаҡлашыу сараның әһәмиәтен тағы ла арттырҙы.

Бындай осрашыуҙар башҡорт эстрадаһының үҫеше, яңырыуы һәм заман менән бер аҙымда атлауы өсөн айырыуса мөһим. Музыкабыҙ йәшәһен, үҫһен һәм яңы бейеклектәргә күтәрелһен!

ҠУРАЙ-ТВ

Фотолар: Стаханов В.И. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

Автор:
Читайте нас