-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Динара Ҡәйүмова:

«Төндә уятып һораһалар ҙа, театрға һәм артистарға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә алам...»

Динара Ҡәйүмова:
Динара Ҡәйүмова:

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Салауат ҡыҙы Ҡәйүмова сирек быуатҡа яҡын ғүмерен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына бағышлаған шәхес. Ҡасандыр хеҙмәт юлын ошонда контролер булараҡ башлаған егәрле һылыуыбыҙ бөгөн театрҙың баш мөхәррире вазифаһында ең һыҙғанып эшләп йөрөй. Артистарҙың тормошон, уларҙың холоҡ-фиғелен унан да яҡшыраҡ белгән, күңелдәрен унан да яҡшыраҡ тойоп, аңлаған кеше юҡтыр ул театрҙа. Күптән түгел ул «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһенә таныштарымдың һәм таныш булмаған таныштарымдың һорауҙарына яуаптар тип бик үҙенсәлекле үә ҡыҙыҡлы яҙмаһын һалғайны. Театр тормошо менән ҡайнап йәшәгән, үҙ эшен яратып башҡарған, гәзит-журналдарға әленән-әле артистар тураһында бик матур яҙмалар, улар менән мауыҡтырғыс әңгәмәләр әҙерләп биргән, үҙебеҙҙең дә даими авторыбыҙ булған Динара Ҡәйүмова менән күрешеп аралашып алырға ла теләгебеҙ бар ине барлыҡҡа. Әммә ошо ифрат ҡыҙыҡлы яҙмаға юлыҡҡас, уның үҙенән рөхсәт һорап, был әңгәмәне журнал биттәрендә баҫтырырға ҡарар иттек.

 

Таныштар, таныш түгел таныштар ҙа миңә шәхсән һорауҙар бирергә ярата, шуларҙың бер нисәһенә яуапты ошонда яҙып үтергә булдым.

– Театрҙа нисә йыл эшләйһең?

– 2000 йылдың 23 ноябрендә эшкә килдем. Театрҙа тәүге тапҡыр балалар бүлмәһе асылған да, яңы вакансияға – «Детский педагог» эшенә барып ҡарарға теләнем. Тик ул урынға кеше табылған ине, мине алманылар. Ҡайтырға сыҡһам, өлкән контролер Фая Бакировна менән тап булыштыҡ, «башҡортса яҡшы беләһең бит, әйҙә, үҙәк ложаға контролер булып кил, беҙгә Мортаза Ғөбәйҙулла улы йыш йөрөй», – тип саҡырҙы. БДУ-ның 5-се курсында уҡығанда шулай итеп театрға контролер булып эшкә урынлаштым.

– Театрға эшкә килгәндә артистарҙы белә инеңме?

– Юҡ. Театр, артистар менән ҡыҙыҡһынған кеше түгел инем. Бер мәл Фая Бакировна менән өсөнсө ҡатта үҙәк ложа янында торһаҡ, икенсе ҡаттағы фойенан бер өлкән актер үтеп бара. «Был кем?» – тип һораны ул минән. «Ыыыы...» – тим, эшкә килеүен килгәнмен, әммә актерҙарҙың барыһын да белеп бөтмәйем шул. «Муллаян ағай Сөйәрғолов була, иҫеңдә ҡалдыр», – тине Фая Бакировна.

– Әҙәбиәт бүлегенә ҡасан күстең?

– 2001 йылдың ғинуар айында. Әҙәбиәт бүлегендә кеше булмағас, мине компьютерҙа пьеса йыйырға саҡырҙылар. Һуңынан бүлеккә күсерҙеләр. Театрға килгән саҡта хатта бер юлы өс эштә эшләнем: иртәнге етелә килеп тегеү цехында иҙән йыуам, көндөҙ – әҙәбиәт бүлегендә, кисен – контролер.

– Артистарыңды хәҙер һәйбәт беләһеңме?

– Беләмдер... Төндә уятып һораһалар ҙа, театрға һәм артистарға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә алам (йылмая). Тәүҙә артистарҙы йөҙгә лә танымай, регалийҙарын да белмәй инем. Эшләй башлаған мәлемдә шулай бер актер ауырып үлеп китте, сәнғәт институтынан: «Актерҙың регалийҙарын әйтеп ебәрегеҙ әле», – тип шылтыраталар. Шунда: «Ыыыы... Регалия нимә була ул?» – тип һорауға һорау менән яуап биргәнем хәтерҙә. Ни хәл итәһең инде, мин бит театр менән йәшәгән кеше түгел инем, китапханасы булырға хыялландым, хатта бесән ваҡытында ла, урманға китап алып барып, күбә өҫтөндә китап уҡып ултыра торғайным.

– Башҡа эшкә саҡырғандары булдымы?

– Эйе, күбеһенсә, гәзит-журналдарға. Мәҫәлән, «Башҡортостан» гәзите ике тапҡыр саҡырҙы, «Ватандаш», «Аманат» журналдарынан, телевидениенан (спорт бүлегенә) тәҡдим булды. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан да эшкә саҡырҙылар. Театрҙан, ижадтан бөтөнләй сит өлкәлә эшләргә лә тәҡдим булды. Һуңғыһында сценарийҙар яҙыу буйынса ҙур эш хаҡы вәғәҙә итеп тә саҡырҙылар.

– Ә ниңә барманың?

– Шәберәк тәҡдим көтәм (йылмая). Яҡшы тәҡдим булғанда гел генә театрҙа берәй спектаклдең инсценировкаһын эшләгән ваҡытҡа тура килде. Башлаған эште ташлап китеүе уңайһыҙ. Әммә берәй ваҡыт башҡа ерҙә лә эшләп ҡарарға теләгем бар. Сағыштырыу өсөн. Бында мине барыһы ла белә бит…

– Театрҙа эшләр өсөн ҡайҙа уҡырға кәрәк?

– Артистарға – сәнғәт институтын тамамларға, ә башҡа һөнәрҙәргә – үҙ өлкәһендәге уҡыу йорттарын. Театрҙа эшләр өсөн эшеңде, артистарҙы яратырға кәрәк. Үҙем менән бергә эшләгән йәш ҡыҙҙарға ла һәр ваҡыт: «Артистар, йә берәй кеше ниндәй йомош менән килһә лә, бороп сығармағыҙ, һүҙегеҙ, кәңәшегеҙ менән булһа ла ярҙам итегеҙ», – тим.

– Репертуар өсөн пьесаларҙы һин һайлайһыңмы?

– Режиссерҙар үҙҙәре һайлай. Элек «перспективный репертуар» бар ине, әҙәбиәт бүлеге етәксеһе пьесалар уҡып, режиссерға тәҡдим итә ине.

– Улайһа, ниңә яҙыусылар, йәш драматургтар менән осрашыуҙар ойошторҙоғоҙ?

– Уларҙы театрға яҡынайтыу өсөн. Элек драматургтар театрҙа «йәшәгән». Хәҙерге драматургтар ҙа театрға яҡын булһа ине, тигән теләктән.

Бер нисә йыл элек бер драматург шылтыратты:

– Һеҙҙең «Зөләйха» тураһында бик күп ишеттем, нимәгә уны ҡуйып ятаһығыҙ, минең пьеса актуаль темаға яҙылған, ниңә шуны ҡуймайһығыҙ, фәлән-төгән...

– Һеҙ үҙегеҙ ҡаранығыҙмы?

– Юҡ, ҡарағым да килмәй.

– Улайһа, килегеҙ, ҡарағыҙ ҙа шунан һөйләшербеҙ.

– Юҡ. Мин театрға йөрөмәйем. Беләм инде ниндәй спектаклдәр ҡуйып ятҡанығыҙҙы...»

Тәүҙә килеп ҡарағыҙ, театрҙа сыҡҡан спектакль – ул театрҙың ғына әҫәре түгел, ул яҙыусының да әҫәре бит, коллегағыҙҙың ҡуйылған әҫәре менән танышығыҙ, тип яуап бирҙем. Бөтә драматургтар ҙа улай түгел, әлбиттә, әммә ошондай күренештәр ҙә осрай.

– Венер Исхаҡовты («Йырланмаған йырым һин» спектакле авторы) һеҙ тәҡдим иткәнһегеҙ бит?

– Эйе. Венер ағайҙың әҫәре «Шоңҡар»ҙа баҫылып сыҡҡас та, темаһы менән оҡшаны – ижад кешеһенең яҙмышы. Әҫәр ҡуйыу өсөн көслө тип әйтә алмайым, әммә ул халыҡсан ине, шуға күрә лә сәхнәгә сығарыу уйы менән йәшәнем. Венер ағай Исхаҡовҡа ҡарата ихтирамым да ҙур – ул беҙҙең театр спектаклдәрен ҡалдырмай ҡарап барған кеше, һәр артистың тормошон белә, бер һүҙ менән әйткәндә, «театр йәнле кеше». «Йырланмаған йырым һин» спектакле уның хыялын тормошҡа ашырҙы, тип уйлайым – сөнки ҡасандыр автор үҙе лә артист булып, сәхнәлә уйнарға хыялланған. Бөгөн уның әҫәре сәхнәлә гөрләп бара.

– Туғандарығыҙ театрға бушлай йөрөймө?

– Юҡ. Беҙ ҙә ярты хаҡҡа билет һатып алабыҙ. Бушлай билет юҡ хәҙер. Хеҙмәткәрҙәр өсөн бер рәт бүленгән, ошо рәттән урындарҙы 50% ташлама менән һатып алабыҙ. Журналистарға, ғәҙәттә, премьераға саҡырыу ҡағыҙҙары бирәбеҙ – улар менән ижади хеҙмәттәшлектәбеҙ.

– Үҙеңдең пьесаларыңды үҙегеҙҙең театрҙа ҡуйҙырырға ла була инде...

– Юҡ шул. Мин драматург түгел. Улай әрһеҙлегем юҡ. Берҙән-бер әҫәрем – «Серле көршәк» әкиәте генә ҡуйылды Башдрамтеатрҙа. Уны 2008 йылда, Арыҫлан Йәнбәков мәрхүм менән, Айрат Әхтәм улы етәкселегендә, тәүге щепкинсыларыбыҙ менән сығарҙыҡ, әле һаман репертуарҙа бар. Башҡа мәҙәниәт усаҡтары менән хеҙмәттәшлек итәм. Сибай «Сулпан» балалар театры минең ике әкиәтемде сәхнәләштерҙе (режиссеры Фирғәт Ғарипов), Опера театрында уҙған конкурс өсөн «Заятүләк менән Һыуһылыу» либреттоһын яҙған инем, финалға сыҡты, әммә ҡуйылманы. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә «Урал менән Шүлгән» тип аталған тәүге хореографик спектакль минең сценарий буйынса ҡуйылды. Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ филармониялары өсөн сценарийҙар яҙғаным булды.

– Пьесаларың бармы?

– Бар. Декрет ялында ултырған саҡта, ун йыл элек яҙылған улар. Хәҙер иҫкергәндәр инде. Яңыһын яҙырға ваҡыт юҡ. Әйткәндәй, шулар араһында Әмир Әминевтың «Усман ташы»на инсценировкам бар, бына шуны сәхнәлә күрергә бик тә теләр инем.

– Йырҙарға һүҙҙәр ҙә яҙаһың икән...

– Спектаклдә яңғыраған йырҙарға һүҙҙәр яҙғаным булды. Мәҫәлән, «Йырланмаған йырым һин» мелодрамаһы өсөн Рәмис Хәкимов менән берлектә ете йыр яҙҙыҡ. Сөнки унда шағирҙарҙың әҙер шиғырҙары ҡайһы саҡта тура килмәй, шуға спектакль темаһынан сығып, үҙемә яҙырға ғына ҡала.

– Сценарист булыу өсөн ҡайҙа белем алдың?

– Мин самоучка (йылмая). Һөнәр үҙе шуға этәрҙе. Театрҙа элек театрлаштырылған тамашалар, байрам һайын концерттар булды. Иң яҡшыһы – тәжрибә. Республика кимәлендә тәүбашлап Мәҙәниәт министрлығы өсөн сценарийҙар яҙҙым – был эшкә ул ваҡыттағы министр урынбаҫары Зинфира Әбделмәнова өйрәтте.

– Көн-төн сценарийҙар яҙаһығыҙмы?

– Театрҙа уҙған сараларға сценарий яҙыуҙан баш тартмайым. Ә театрға ҡағылышы булмағандарын ял көндәрендә йә байрамдарҙа ғына яҙа алам, төрлө ойоштороу ултырыштарына йөрөй алмайым. Сөнки төп эшемдән һис тә бушай алмайым.

– Үҙеңдең яратҡан режиссерың бармы?

– Театрҙа барыһы ла минең режиссерҙарым, мин уларҙың данына ҡарамайым, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәм.

– Республика кимәлендәге концерттар эшләгәндә ниндәй режиссер яҡын?

– Иң оҙаҡ хеҙмәттәшлек иткән режиссерым, әлбиттә, Сулпан Асҡарова. Бөгөнгө көндә Гөлнара Юрина, Катя Рафай, Илшат Фәхретдиновтар менән эшләйем.

– Бер сценарий күпме тора?

– Ат хаҡы түгел. Әммә шул сценарий яҙыу өсөн киткән ваҡыт осһоҙ булырға тейеш түгел. Һәр нәмәнең үҙ хаҡы булған кеүек, сценарий хаҡы ғаиләңә, башҡа ергә тәғәйен ваҡытыңдың хаҡы.

– Сценарий яҙып аҡса эшләп, йәшәп буламы?

– Бәлки, булалыр ҙа. Улай йәшәп ҡарағаным юҡ бит әле. Ә шулай ҙа ҡайһы бер сценарийҙар өсөн эш хаҡына ҡарағанда ла күберәк түләнә.

– Икенсе юғары белем алдың – Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамланың, етәксе булырға теләйһеңме?

– Юҡ. Ундай маҡсатым юҡ әлегә (йылмая). Ҡыҙҙарым берәй ҙурыраҡ ҡалаға уҡырға китеп, мин дә улар менән барһам, универсаль һөнәрем булһын өсөн уҡып сыҡтым унда.

– Күңелле йәшәйһең былай, көн дә концерт, көн дә юбилей тигәндәй...

– Ундай күңелле тормош арыта шул. Ә инде дуҫтар менән осрашыу, ҡунаҡҡа йөрөүҙәр бөтөнләй юҡ, тиерлек, сөнки эштәге сараларҙан арманһыҙ булып арып, йонсоп ҡайтыла.

– Барлыҡ туғандарыңды «по-блату» театрға эшкә индереп бөткәнһеңдер инде?

– Юҡ. Элек бер туған һеңлем контролер булып эшләне, әлеге ваҡытта бер туғаным да юҡ бында.

– Театр тураһында ғына яҙаһыңмы?

– Шулай тура килә. Тәүге мәҡәләм дә театр тураһында булды. Гәзиттәр һорауы буйынса башҡа темаларға ла яҙғаным бар былай.

– Артистар тураһында күп беләһең, китап сығара алаһың инде?

– Мөмкиндер, бөтә мәҡәләләрем дә бер документҡа тупланған, тик ҡул теймәй һәм күп сығымдар талап иткән эш ул. Ә туплаусы булараҡ, артистарыбыҙ Заһир Вәлитов, Сәғиҙулла Байегеткә, «Әсә йөрәге» ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимоваға китаптар сығарырға ярҙам иттем. Шулай уҡ артистарҙың юбилейҙарына сығарған буклеттарҙың иҫәбе-һаны юҡ...

– Нисә артистың юбилейына сценарий яҙҙың?

– 50 йәште үткәндәренең күбеһенә, ҡайһы берҙәренә әллә нисәшәр тапҡыр – бишәр йыл һайын.

– Артистар юбилей үткәргән һайын һиңә сәскә бүләк итәләр, шикелле...

– Ул йәһәттән күҙәтеүҙәрем дә бар. Ғәҙәттә, 50 йәшлек юбилейынан һуң (хөкүмәт тарафынан юбилейҙар, ғәҙәттә, 50 йәштә үткәрелә башлай) актерҙар бөтә сәскәләрен йыйып алып ҡайтып, һуңынан фатирҙарында, хатта ваннаға тултырып ҡуйып, дөйөм чатҡа фотоотчет ебәрә. 55-60-65 йәшлек юбилейҙар үткәндән һуң костюмер апайҙарға, ярҙам итеүселәргә лә бүлеп бирә башлайҙар. Һуңынан инде – 70-75-80 йәшкә еткәс, гөлләмәләрен тотош таратып, ҡыуана-ҡыуана ҡайтып китәләр. Гөлли Мөбәрәкованың, 80 йәшлек юбилейынан һуң, аҙна дауамында көн һайын тиерлек, сәскәләрен, һеҙгә кеше лә күп инә, матурлыҡ бөркөп ошонда торһондар әйҙә, уларҙың өйҙә өйөм-өйөм булып ултырыуынан ни файҙа тип, цехтарҙағы хеҙмәткәрҙәргә идереп биреүе хәтерҙә.

– Артистар бүләк бирәме һуң?

– Ошо йылдар эсендә миндә Гөлли Арыҫлан ҡыҙы бүләк иткән ҡумта, Нурия Исхаҡ ҡыҙынан – фотоальбом, Фидан Сафа улынан – ваза һаҡлана. Байрамдар, тыуған көндәр менән ҡотлайҙар, уныһына рәхмәт! Минең тыуған көнөм июль айында (отпуск ваҡытына тура килә). Ә бер йылы пандемияла, йәйге ялдан иртәрәк сыҡтыҡ та, тыуған көнөмдә эшләргә тура килде – шул ваҡытта Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар ҙур матур гөлләмә тотоп кабинетыма килеп инде, ошо мәл әле һаман күңелемде йылыта.

– Статусыңа гел генә сәскәләр ҡуяһың бит?

– Улар күбеһенсә тормош иптәшемә бүләк ителгән гөлләмәләр (йылмая) йә иһә уның миңә һатып алып бүләк иткән сәскәләре.

– Тормош иптәшең артист бит, уны көнләшәһеңме?

– Юҡ. Бер мәл күрше ҡатын Әлим уйнаған спектаклгә барҙы. Ҡайтҡас, «Ул бит спектаклдә бер ҡатын менән ҡосаҡлаша, үбә, һин шуға ризамы?» – ти. «Ул бит артист, эше шул!» – тим. Күршем миңә аптырап ҡараны (йылмая).

– Эштә лә, өйҙә лә барыһына ла нисек өлгөрәһең?

– Барыһына ла өлгөрөп бөтөп булмай. Ҡыҙҙарым үҫте, үҙаллылар инде, өйҙә улар – минең төп ярҙамсыларым хәҙер.

– Театр һиңә нимә бирҙе?

– Күп нәмә бирҙе. Гастролдәргә сығып, бушлай ер-һыу күрергә насип булды, Мәскәү, Санкт-Петербург, Белоруссия, Бурятия, Венгрия, Австрияны күрҙем. Театрҙа коллектив берҙәм ғаилә кеүек ул – тормош һынауҙарын бергә үтеү күпкә еңелерәк.

– Яратҡан әйтемдәрең?

– «Хоҙай барын да тигеҙләй», «Бөгөн менән көн бөтмәй», «Һапһыҙ балта б.. сабырға булһа ла кәрәк була ул», «Ярай, бәхетле булһындар!» (Хөрмәтулла Үтәшевтан), «Кешене эш бөтөрмәй, уй бөтөрә» (Муллаян Сөйәрғоловтан).

– Һин үпкәселме?

– Эйе. Урынһыҙ тәнҡит өсөн үпкәләй алам. Кешегә рәнйергә тырышмайым, сөнки күҙ йәштәрем төшкәнен беләм. Иң күбе ике тапҡыр ғәфү итәм дә түҙемлек сиге етте тип киҫәтеп ҡуям, тағы ла ҡабатланһа, тормошомдан ул кешене һыҙып ташлайым. Әлегә аңлайҙар...

– Кешегә ҡаты бәрелә алаһыңмы?

– Хәҙер – эйе, тураһын әйтә алам. Элек «юҡ» тип әйтә алмай торғайным. Тормош өйрәтә, ахыры (йылмая). Әллә хәҙер барыһына ла ярап бөтөп булмай икәнен аңлаған осор етте микән?! Һәр хәлдә лә, нисек бармын – шундаймын. Киләһе мәлдәрҙә ҡайҙа булырмын, кем булып эшләрмен – уныһын Хоҙай ғына белә! Бөгөнгөмә – шөкөр...

"Тамаша"журналы, № 3-2025 й.

Динара Ҡәйүмова:
Динара Ҡәйүмова:
Динара Ҡәйүмова:
Динара Ҡәйүмова:
Динара Ҡәйүмова:
Динара Ҡәйүмова:
Динара Ҡәйүмова:
Автор:
Читайте нас