-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

ИЖАД ЮЛЫМ «ТАШТУҒАЙ»ҘАН БАШЛАНДЫ

Башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙо, Башҡортостандың халыҡ артисы, тамашасыларҙың яратҡан йырсыһы Римма Амангилдина менән яҡындан танышыуым уның «Халҡым йыры – күңелем түрендә» тигән шәхсән концертын әҙерләгән осорҙа булды. Аҡыллы, тәрән фекерле, бай телле, урынлы шаян һүҙле Римма менән ихлас аралашып, яҡын кешеләр булып киттек. Уның алсаҡлығы, изге күңелле булыуы мине әсир итте. Юғары бейеклектәр яулаған данлы йырсыға ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына әйткән кәңәштәремде иғтибар менән тыңлай, ҡайһы бер төҙәтмәләрҙе тиҙ арала теүәл үтәй. Ысын мәғәнәһендә башкөллө ижадҡа бирелгән, ғүмерен сәхнәгә бағышлаған, һәр аҙымын ныҡлы тәртип ҡанундарына буйһондорған, уңған, һәләтле, талантлы йырсы шәхескә һоҡланыуымдың сиге булманы. Римманың бай репертуарындағы йырҙарын тыңлап, иң яҡшыларын һайлап, бергәләп программа төҙөнөк. Мин концерттың сценарийын яҙҙым. Бер нисә бүлектән: халыҡ йырҙары, классик әҫәрҙәр һәм эстрада йырҙарынан, сәхнәләш дуҫтары менән дуэттарҙан торған сағыу тамашаны зал тултырып килгән тамашасы яратып ҡабул итте, бик оҡшатты, йырсының һәр сығышын көслө алҡыштар менән оҙатты, сәскә гөлләмәләренә күмде.

ИЖАД ЮЛЫМ «ТАШТУҒАЙ»ҘАН БАШЛАНДЫ
ИЖАД ЮЛЫМ «ТАШТУҒАЙ»ҘАН БАШЛАНДЫ

Римма Әбйәлил районының Хәлил ауылында алты балалы ҙур ғаиләлә бишенсе бала булып үҫә. Бәләкәйҙән уҡытыусы һөнәре хаҡында хыяллана. Беренсе уҡытыусыһы Сара Маннап ҡыҙы Бирҙина кеүек һөйләргә, уның кеүек тура баҫып йөрөргә тырыша. Бик оҡшай уға уҡытыусы булыу.

Хәлил – билдәле шәхестәре менән дан тотҡан, берҙәм, эшсән, үҙешмәкәр сәнғәтте яратҡан халыҡ йәшәгән күркәм ауыл.

– Беҙ бала саҡта йыш ҡына Өфөнән бейеү өйрәтергә артистар килә ине. Бигерәк тә Салауат Сәрүәр улы Ҡадиров ағай колхоз рәйесе булып эшләгән йылдарҙа үҙешмәкәр сәнғәтте ныҡ күтәрҙе. Уның саҡырыуы буйынса Башҡортостандың халыҡ артисы, данлы бейеүсе Рәүилә апай Хажиева килеп, өлкәндәргә, балаларға «Зарифа» бейеүен өйрәтте. Мин беренсе тапҡыр шундай сибәр артист апайҙы күреп хайран ҡалдым. Килешле буй-һыны, һығылмалы хәрәкәттәре, саф башҡортса матур итеп һөйләшеүе, затлы кейемдәре уның ниндәйҙер мөғжизәле башҡа донъянан килгәнен әйтеп тора кеүек ине. Бейеүҙе һалып бөткәс, йомғаҡлау концертына Роберт Заһретдинов, Редик Фәсхетдинов ағайҙар килде. Мин ул концертта беренсе тапҡыр сәхнәлә сығыш яһаным, бик тулҡынланып «Зарифа» йырын башҡарҙым. Үҫә төшкәс ауылға килгән бер концертты ла ҡалдырмай инем. Клубта аяҡ баҫыр урын булмағанға әхирәттәрем менән өйҙән ултырғыс алып барабыҙ, сәхнә алдына ултырып концерттар ҡарайбыҙ. Нәзифә Ҡадирова, Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Лина Гәрәева, Радик Гәрәев, Иҙрис Ғәзиев, Роза Аҡкучукова һәм башҡаларҙың йырҙарын йотлоғоп тыңлайым, эстән генә ҡушылып йырлап ултырам. Минең дә улар кеүек артист булғым килде. Был уй минең хыялыма, маҡсатыма әйләнде. Һуңынан бала сағымда осраған ошондай бөйөк артистар менән бер сәхнәләрҙә эшләргә яҙҙы миңә, улар менән бергәләп тамашасылар алдында баш эйҙем. Ошо үҙе ҙур бәхет түгелме ни? Әлбиттә, бәхет! – тип һөйләй Римма.

Күп балалы ғаиләлә һәр баланың вазифалары бүленгән. Дәрестәр бөтөү менән ашығып өйгә ҡайталар. Йорт-ҡуралағы, өйҙәге эштәрҙе бергәләп башҡарып, яңынан мәктәпкә китәләр, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнәләр. Әсәләре: «Эш бөтмәй ул, уҡығыҙ, сараларҙа ҡатнашығыҙ, белемегеҙ булһа, ҙур кеше булырһығыҙ», – тип маҡсат ҡуя.

– Ауыл ерендә бөтә балалар ҙа эшләп үҫәлер. Беҙ ҙә бер эшһеҙ торманыҡ. Яҙ дарыу үләне – умырзая йыйып, киптереп дарыуханаға тапшырабыҙ. Йәйен еләккә йөрөйбөҙ, еләктән һуң муйыл өлгөрә, энәләре сәнсмәһен өсөн бейәләйҙәр кейеп көҙөн әлморон йыябыҙ. Бөртөкләп йыйған емеш-еләкте күмәртәләй һатабыҙ, ҡалғанынан ҡайнатма яһайбыҙ, ҡаҡ ҡоябыҙ. Колхоз эшендә лә ҡатнашабыҙ, фермаға һыйыр һауырға саҡырһалар, унда ла өлгөрәбеҙ. Шунан тыш әсәйем 2-3 гектар сөгөлдөр ала, йәй буйы бер нисә тапҡыр утайбыҙ, һирәгәйтәбеҙ, көҙөн уңышты йыйып тапшырабыҙ. Август айында әсәйем Магнитогорск ҡалаһына барып, мәктәпкә матур кейемдәр һатып ала. Ҡупшы кейемдәребеҙҙе кейеп, беренсе сентябрҙә шатланышып мәктәпкә барабыҙ.

Бала саҡтағы бер күңелһеҙ ваҡиға иҫкә төшә. Яҙын йылғалар ташып, боҙ киткән ваҡыт ине. Әсәйем мине колонкаға һыуға ебәрҙе. Барһам, һыу юк. Буш күнәктәр менән ҡайтмайым әле тип ауылыбыҙҙы уртаға бүлеп аҡҡан Дарыулы йылғаһына киттем. Урғылып аҡҡан һыуға күҙем ҡыҙып алып ҡайтырға булдым. Бер күнәгемде тултырҙым да икенсеһе менән йылғаға эйелдем, шул саҡ ҡапыл яр уйылып китте, мин боҙло һыуға ҡоланым. Был хәлде яр буйында йөрөгән бер ҡыҙ күреп ҡалған. Ул тиҙ генә килеп мине елкәмдән һөйрәп сығарҙы. Бөтәһе лә күҙ асып йомған арала булды. Лысма һыу булып өйгә ҡайтып ингәс, әсәйемдең ҡото осто. Илап-һамаҡлап мине сисендерә башланы, үҙе әрләй, үҙе илай, «ул һары һыу бер нигә ярамай бит, балаҡайым», ти. Алла аралаған тип шөкөр ҡыла. Шунан һуң гел «үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, берәй нимә эшләр алдынан ҡабат-ҡабат уйлағыҙ», ти торғайны. Әсәйемдең шул һүҙҙәре ғүмерллеккә аңыма һеңеп ҡалды. Ул беҙҙе кешенең энәһенә лә теймәҫкә, урлашмаҫҡа, алдашмаҫҡа һәм иң мөһиме: үсекмәҫкә өйрәтте, – тип бала саҡ хәтирәләре менән бүлеште Римма.

Ата-әсәһе һәр балаһына тейешле иғтибар биреп, тәртипкә өйрәтә, аҡыллы кәңәштәре менән ҙур тормошҡа әҙерләй.

– Ана шул бала саҡта һалынған тәртип донъя көткәндә, эшемдә, һөнәремдә ярҙам итте. Әсәйем таҙалыҡты, бөхтәлекте яратҡан егәрле, бик уңған хужабикә һәм иҫ киткес моңло тауышлы йырсы булды. Йәтим үҫкәнгәме, уның тәбиғи тауышы үтә зарлы яңғырай кеүек ине миңә. Башҡорт халыҡ йыры «Таштуғай»ҙы еренә еткереп, юғары ноталарҙы еңел генә алып йырлай торғайны. Ул йырлаһа, күңелем тула, илағым килә, йүгереп барып ҡосаҡлайым, әсәкәйемдең тән йылыһын тойоп тынысланам. Үҫә төшкәс «Таштуғай»ҙы бергәләп йырлай инек. Ә һуңыраҡ ауылыбыҙ сәхнәһендә йырлай башланым. Әсәйемдең моңло тауышын йыш ҡына төштәремдә ишетеп уянам... Әсәйем менән бергәләп йырлаған «Таштуғай» мине – ябай ғына ауыл ҡыҙын ҙур сәхнәләргә алып килде, халҡым моңо профессиональ йырсы дәрәжәһенә күтәрҙе. Ижадымда халҡыбыҙҙың изге ҡомартҡыһы булған башҡорт халыҡ йырҙары төп урынды алып тора, улар минең күңелем түрендә.

Алты балаһын да ныҡ яратып, наҙлап үҫтерҙе әсәйебеҙ, ҙурайып бөткәс тә алдына ултыртып, арҡанан һөйөп иркәләй, йоҡлап ятҡанда килеп баштан һыйпап, теләктәр теләй торғайны. Их, ҡайтарып булһа ине шул саҡтарҙы. Әсәкәйемдең йылы ҡуйынына һыйынып, йырын тыңлап, ты-ы-ы-н ғына ултыраһы ине, – тип һағынып һөйләй йырсы ғәзиз әсәһе хаҡында.

Урта мәктәпте тамамлағас Римма Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә, танылған педагог Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова уны үҙ класына ала. Башланғыс музыка белеме булмағас, тәүге йылда уҡыу еңел бирелмәй, әммә ныҡышмал, уңған, тыңлаусан ҡыҙ ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, тырышып уҡый, яңылыҡҡа, белемгә ынтыла.

Студент йылдарында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ике туғандаш республика артистары ҡатнашлығында үткән «Дуҫлыҡ күпере» концертына саҡыралар йәш йырсыны. Билдәле сәнғәт оҫталары Флүрә Килдейәрова, Иҙрис Ғәзиев, Хәйҙәр Бигичев, Зөһрә Сәхәбиева, Флера Сөләймәнова менән бер концертта йырлау бәхете тейә уға.

– Шундай мәртәбәле концертта данлы артистар менән ҙур сәхнәлә сығыш яһауы бик тулҡынландырғыс һәм үтә яуаплы ине. Бигерәк тә Флүрә Килдейәрованың тауышы, уның сәхнә образы һоҡландырҙы, мин уға ғашиҡ булдым. Уның ижады менән ҡыҙыҡһына башланым, концерттарына йөрөнөм, йырҙарын өйрәндем, – ти йырсы баш ҡалалағы беренсе сығышын иҫкә төшөрөп.

Училищены уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә, «Йәдкәр» фольклор ансамблендә эш башлай.

– Филармонияла эш башлағас та Ишембай районында үткән Мәүлетбай Ғәйнетдинов көндәрендә «Йәдкәр» ансамбле менән сығыш яһаныҡ. Тамашасы йырҙарымды ихлас ҡаршы алды. Мин шул беренсе сәфәрҙән дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттым, илһамланып эшкә тотондом, – тип хәтерләй филармонияла эш башлаған осорҙо.

Башҡорт эстрадаһының танылған артистары Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Әхәт Уразмәтов, Фәрит Шәйхетдинов, Гөлсөм Хәбибуллина, Вәлит Илембәтов, Мәүлитбай Ғәйнетдинов, Гөлзәмиә Ситдиҡова, бейеүселәр Миңнеғәли Ханов, Әлфирә Сафиуллиналар менән оҙаҡ йылдар бергә эшләй. Рәсәйҙең күп өлкәләрендә, ҙур ҡалаларында, сит илдәрҙә «йәдкәрҙәр» менән башҡорт йыр сәнғәтен данлайҙар, халыҡ ижады ынйыларын туплаған милли фольклор менән таныштыралар.

Шул йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған осорҙа танышып, дуҫлашып йөрөгән театр бүлеге студенты, Күгәрсен районы егете Ирек Булатов менән өйләнешәләр. Икеһе лә сәнғәт өлкәһендә эшләйҙәр. Татыу, мөхәббәтле ғаиләлә Илнур исемле бик тәртипле, тәүфиҡлы ул үҫтерәләр. Тормош иптәше Ирек Әлмир улы – Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы. Улдары Илнур Дүртөйлө районы ҡыҙы Ирина менән матур ғаилә ҡороп, ата-әсәһен шатландырып йәшәйҙәр.

Филармонияла эш башлауҙың тәүге йылдарында уҡ уҡытыусыһы Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙының кәңәше буйынса Римма Өфө сәнғәт академияһында ситтән тороп уҡып, юғары белемле белгес дипломы ала.

Бөгөн Римма Зәйнетдин ҡыҙы бай башҡорт фольклорының асылын, оҙон көй һәм башҡа жанрҙарҙың үҙенсәлекле колоритын асып бирә алған, халыҡ йырын профессиональ сәнғәт дәрәжәһенә күтәргән, ижадында башҡорт моңон киң вокаль мөмкинлектәрен файҙаланып, еренә еткереп башҡарған йыр оҫталарының береһе. Башҡорт халыҡ йырҙары «Ашҡаҙар», «Таштуғай», «Гөлнәзирә», «Зәлифәкәй», «Түңәрәккәй күл», «Сәлимәкәй», «Һыр», «Таштуғай», «Ашҡаҙар», «Йыуаса» һ.б., композитор әҫәрҙәренән Заһир Исмәғилевтең «Башҡорт ҡымыҙы», «Былбылым» йырҙарын башҡарыу эталоны юғарылығына күтәрҙе.

Римманың «Мәрйен теҙәм юлдарыма» тигән бай эстәлекле бик матур юбилей концертын ҡарарға тура килде миңә. Һоҡланғыс талантлы яратҡан йырсыбыҙ мәрйен һипкән кеүек илаһи моңон, сихри тауышын тамашасыларға бүләк итте был кистә. Йылдар үткән һайын йырсының таланты үҫә, ижады байый, мәрйен кеүек шымара, төҫтәре матурлана, сағыулана. Музыка белгестәре билдәләүенсә «уның тауышына ваҡыт хакимлыҡ итмәй, тәбиғәттән килгән йәшлеген, йомшаҡ тембрын, һутлылығын һәм осоусанлығын һаҡлап ҡала килә. Юғары ноталарҙы еңел алып, саф тауыш менән йырлай». Ул үҙе был феномен тураһында былай тип һөйләй:

– Тауышты һаҡлау өсөн күп эшләргә кәрәк, әлбиттә. Йәш саҡта мин был хәҡиҡәтте, бәлки, аңламағанмындыр ҙа. Минең тауышым – ул минең эш ҡоралым, хеҙмәт сығанағым. Ауылда инәйҙәр «ашар икмәгең» тип әйтер ине, моғайын. Тора-бара тауышты һаҡларға, әрһеҙләмәҫкә, юҡҡа-барға сарыф итмәҫкә, үҫтерергә кәрәк икәнлеген аңланым. Даими рәүештә вокал дәрестәре алам, күнекмәләр эшләйем, спорт менән шөғөлләнәм. Бала саҡтан саңғыла йөрөнөм. Райондың йыйылма командаһы менән күп ярыштарҙа ҡатнаштым. Ана шул ярыштарҙа еңеүгә өлгәшеү өсөн көрәш мине сыныҡтырҙы, юғары үрҙәр яулау өсөн көс, тир түгергә кәрәклеген өйрәтте. Өфөлә уҡыу йылдарында мотлаҡ рәүештә бассейнға йөрөттөләр, шунда йөҙөүгә һөйөү уянды. Аҙаҡ был һөйөү ғәҙәткә инеп китте, шул йылдарҙан алып йөҙөү менән даими шөғөлләнәм. Һыу аҫтында йөҙөү тын юлдары өсөн ныҡ файҙалы, ә иң мөһиме – һыу бөтә насар энергетиканы йыуып төшөрә, тәнде еңеләйтә, аңды сафлай. Тормошто, эште дөрөҫ ойоштороу, файҙалы туҡланыу, ваҡытында ял итеү, йоҡоң туйғансы йоҡлау, холоҡ-фиғелеңде үҙгәртеү, стресстарға юл ҡуймай, юҡҡа-барға хафаланмай, тыныс, сабыр булырға өйрәнеү ҙур роль уйнай. Йырсы өсөн тауышты бик күтәрмәй, ҡысҡырмай, йомшаҡ, тыныс һөйләшеү ҙә бик мөһим. Тормоштоң төрлө ваҡыттары булды, ҡайғы-хәсрәттәре лә урап үтмәне. Шундай вҡыттарҙа мин илап-һыҡтап бөтөрөнмәҫкә тырыштым. Шуғалыр ҙа минең тауышым, белгестәр әйтмешләй, йәш һаҡланғандыр инде.

Римманың юғары профессионализмы, киң репертуары, республика һәм федераль кимәлдәге концерттарҙа даими ҡатнашыуы ил мәҙәниәте өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған мәртәбәле йырсы хаҡында һөйләй. Уның башҡарыуында классик ариялар һәм романстар, төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге заман композиторҙарының әҫәрҙәре иҫ киткес яңғырай. Бигерәк тә репертуарының төрлө яңы әҫәрҙәр менән тулыланыуы филармонияның Музыкаль-әҙәби лекторийында эшләгән осорға тура килә. Лекторийҙа ижад иткән 10 йыл дәүерендә ул башҡорт, татар, рус композиторҙарының классик әҫәрҙәренә, романстарға, арияларға, рус халыҡ көйҙәренә, балалар өсөн яҙылған йырҙарға мөрәжәғәт итә. Һәм күп төрлө жанрҙар өҫтөндә ныҡышып эшләп, бай репертуар булдыра.

Римма Амангилдина башҡорт, шулай уҡ Рәсәй, яҡын һәм алыҫ сит ил халыҡтары йырҙарын да үҙенсәлекле башҡарыусы булараҡ та билдәле. Йырсы донъяның 100-ҙән ашыу илендә сығыш яһаны: Чехия һәм Словенияла (2006), Ҡытай халыҡ республикаһында (2006), Саксонияла (ФРГ, 2007), Францияла (Юнеско штаб-фатиры, 2008), Берлинда үткән «Йәшел аҙна» халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә (2008), Төркиәлә Ә.-З. Вәлиди исемендәге Паркты асыу тантанаһында (Анкара, 2010), ЮНЕСКО үткәргән Наурыҙ фестивалендә (Истанбул-Анкара-Нью-Йорк-Вашингтон, 2011), Кубала (2012), Үзбәкстанда (2015) һ.б.

2015 йыл йырсы өсөн бигерәк тә уңышлы була. Ҙур күләмле халыҡ-ара форумдарҙа ҡатнашып Башҡортостан һәм Рәсәй профессиональ сәнғәтен лайыҡлы пропагандалай: Ҡырғыҙстанда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм фән көндәрендә; Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС сиктәрендәге сараларҙың мәҙәни программаһында сағыу сығыштары менән һоҡландыра һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың рәхмәт хатына лайыҡ була.

Төркиә Республикаһында үткән Апимондия Халыҡ-ара умартасылыҡ Конгресында (Истанбул ҡалаһы, 2017), шул уҡ йылда рәсми делегация менән «Башҡортостан дуҫтары» йәмғиәтенең (Германия) ойошторолоуына 20 йыл тулыуға арналған тантаналарҙа ҡатнаша. Ә 2018 йылда Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы составында «Сәнғәт берләштерә. Башҡортостан–Нидерланд Короллеге–Германия» сараларында сығыш яһай (Голландия).

Ҡайҙа ғына булһа ла, ул мотлаҡ шул илдең телендә йырҙар башҡара. Шуға күрә артистың репертуарында донъяның күп милләтле музыкаль палитраһынан бихисап әҫәрҙәр тупланған. Римма Зәйнетдин ҡыҙы сит илдәрҙә, Рәсәй төбәктәрендә рәсми хөкүмәт делегациялары һәм концерттар менән иң күп йөрөгән йырсыларҙың береһе. Кремль һарайында уға өс тапҡыр сығыш яһарға тура килә.

Шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбург, Ырымбур, Силәбе, Ҡырым Республикаһы һәм башҡа ҡалаларҙа йыл һайын үткәрелгән Башҡорт мәҙәниәте көндәрендә даими ҡатнаша.

– Сит илдәргә сәфәргә йыйынған һайын бәләкәй саҡтағы ваҡиғалар иҫкә төшә торғайны. Телевизорҙан һауа торошон тапшырғанда төрлө ҡалаларҙы күрһәтһәләр «мин шул ҡалала булам, мин шунда барам» тип һүҙ ҡыҫтырып ултыра торғайным. Күрше ҡыҙҙар менән уйнағанда иһә: «мин поезға ашығам; самолетҡа билет алдым, сит илгә осам» тип ҡабаланып ҡайҙалыр киткән булып уйнай торғайным. Яҙ етеү менән ҡаҙ бәпкәләре көтөргә йылға буйына сығабыҙ. Ашарға алабыҙ, дәреслектәрҙе лә үҙебеҙ менән йөрөтәбеҙ, уҡыйбыҙ, бер беребеҙгә төрлө һорауҙар биреп, белемде тикшерәбеҙ. Хәтеремдә географиянан ҙур донъя илдәре картаһын йәшел үләнгә йәйеп һалып илдәрҙе, ҡалаларҙы күрһәтергә өйрәнәбеҙ. Мин ҡыҙыл ҡәләм алып «ошо илгә барам, бына ошо ҡалала буласаҡмын» тип билдәләп сыға торғайным. Ана шул балалыҡ хыялдарым тормошҡа ашты. Мине йыш ҡына рәсми делегациялар менән сит илдәргә саҡырҙылар, Рәсәйҙең, туғандаш республикаларҙың ҙур ҡалаларында үткән мәртәбәле сараларҙа ҡатнашырға насип булды, күп илдәрҙә йырланым, һоҡланып туймаҫлыҡ гүзәл ер-һыуҙарҙы күрҙем. Аллаһы Тәғәләм тарафынан минең өсөн тәғәйенләгән ризыҡтарымды йыйып йөрөйөм, Аллаға шөкөр. Әсәйем менән атайымдың миңә, балаларына биргән фатихалары көс бирә. Ғаиләмдең яҡындарымдың, туғандарымдың ярҙамы – уңыштарым нигеҙе. Уларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Миңә кинәнеп, рәхәтләнеп ижад итер өсөн мөмкинселек бирҙеләр. Үҙемде йырсы булараҡ профессиональ яҡтан тәрбиәләүгә, үҫтереүгә Хоҙай Тәғәләгә һыйыныу, доға-сүрәләр уҡып ятлау һәм ихлас ышаныу, табыныу ярҙам итә, – тип һөйләй йырсы.

Башҡортостан Республикаһының музыкаль профессиональ сәнғәтен Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә әүҙем пропагандалағаны өсөн бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Башлығының һәм Республика Хөкүмәтенең Маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Башҡорт йыр сәнғәтен үҫтереүгә һәм пропагандалауға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 2012 йылда Башҡортостандың халыҡ артисы тигән юғары исемгә лайыҡ була Римма.

– Минең йырҙарымды яратып ҡабул иткән халҡыма, тоғро тамашасыма, сәхнәләш дуҫтарыма, хеҙмәтемде юғары баһалаған Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә һәр саҡ ихлас рәхмәт һүҙҙәремде белдерәм. Киң мәғлүмәт сараларында, радио, телевидениела ижадыма арналған мәҡәләләр, бихисап тапшырыуҙар йыш булып тора, Аллаға шөкөр. Репертуарымдағы йырҙарға төшөрөлгән клиптарым бихисап. Уларҙы талантлы, заманса алдынғы ҡарашлы «Р.И.Продакшн» студияһы директоры Рияз Исхаҡов төшөрҙө. Сара Садиҡованың «Ниңә һуң?» тигән йырына клипты бер йыл һуҙымында төшөрҙөк. Ундағы «ағас япраҡ яра», «япраҡ ҡоя ағастар» тигән куплеттарға йыл миҙгелдәрен тура килтереп төшөрҙө Рияз.

Мәскәүҙән һыу аҫтында төшөрә торған бик ҡиммәтле аппаратура алып ҡайтҡас ул миңә «Түңәрәккәй күл» тигән башҡорт халыҡ йырына клип төшөрөргә тәҡдим итте. Һыу аҫты сюжеттарын йәй көнө төшөрҙөк. Ләкин ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ҡайһы бер күренештәрҙең сифаты түбән булған. Көҙ етһә лә яңынан төшөрөргә ҡарар иттек. Епшек ҡар яуған ноябрь айында Яҡты күлдә эш башланыҡ. Һыу һыуыҡ, дерелдәтә. Бер дублдән һуң бик ныҡ өшөнөм. Шунан мине ҡайнар сәй эсереп, йылы кейемдәр кейҙереп торған апай: «Былай булмай, туғаным. Һалҡын тейҙерәһең. Әйҙә ҡаҙ майы һөртәйек тәнеңә», – тине. Эретелгән ҡаҙ майын мул ғына итеп бөтә тәнемә һөрттөк. Май һөрткәс боҙло һыу аҫтында бөтөнләй өшөмәнем.

Яҡташым, танылған шағирә Гөлназ Ҡотоева һүҙҙәренә яҙылған «Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары» йырына клип төшөрөү оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалды. Рияз атта сабырға кәрәклеген әйткәс, «Аҡбуҙат» ипподромында шөғөлләнә башланым. Бейек, ҙур, мөһәбәт Толпар ҡушаматлы атҡа ҡарап ҡотом осто. Ҡурҡыуымды еңеп, яҡыныраҡ барҙым. Ул миңә һынаулы ҡараш ташлаған кеүек тойолдо. Ҡалтыраған тауыш менән: «Йә, танышайыҡ, мин – Римма», – тигән булдым аттың күҙенә ҡарап. Ул баш ҡаҡты, шулай иҫәнләште буғай. Бер нисә тренировканан һуң Толпарға өйрәнеп киттем, ул да миңә өйрәнде. Видеояҙмаларҙы Рияз Краснокама районында төшөрҙө. Бик уңышлы ғына дублдәрҙән һуң, маҡтау һүҙҙәре лә ишеткәс, үҙемә ышандым, ҡыйыуландым. Һис ҡурҡмай атта йөрөйөм, юртаҡлап, сабып барғанда ла кәүҙәмде тура тотоп, башымды ғорур сөйөп ҡыпсаҡ ҡыҙы образын тыуҙырырға тырышам. Ике көндә клип уңышлы ғына төшөрөп бөтөлдө, – тип һөйләй йырсы.

2016 йылда «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы Римма тураһында документаль фильм әҙерләй. Тыуған ауылын, атай-әсәһен, үҫкән йортон, ауылдаштарын, мәктәпте, ауыл клубын төшөрәләр. Бай эстәлекле был фильм телерадиокомпания фондында һаҡлана.

Башҡорт эстрадаһы күгендә сағыу йондоҙ булып балҡыған Римма Амангилдинаны республиканың һәм яҡын сит илдәрҙең төрлө инструменталь ансамблдәре һәм оркестрҙары йыш ҡына йырларға саҡыралар: Ҡырғыҙстандың дәүләт филармонияһы Камера оркестры менән бер нисә тапҡыр уңышлы сығыш яһай. Ә инде республикабыҙҙың этнофлагманы – Башҡортостандың Халыҡ ҡоралдары милли оркестры менән йырсының ижади хеҙмәттәшлеге күптән дауам итә. 2016 йылда артистка Милли оркестр һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө менән Рәсәйҙең 10 төбәге – Ырымбур, Ижевск, Пермь, Магнитогорск, Силәбе, Миәс, Ҡурған, Екатеринбург, Татарстан буйлап «Ел тыуҙырған музыка» тигән масштаблы мәҙәни проект менән турнела була.

Шулай уҡ данлы коллектив менән өс йыл рәттән Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы планындағы «Беҙ – Рәсәй» программаһы сиктәрендәге гастролдәрҙә ҡатнаша. 2022 йылда – Төмән, Чебоксар, Яр Саллы, Ижевск, Ҡурған ҡалаларында, 2023 йылда Ырымбур, Һамар, Сызрань, Ульяновск, Санкт-Петербург һәм Бөйөк Новгородта «Быуаттар төпкөлөнән – Урал легендалары» тигән милли рухлы, бай эстәлекле концерттарҙа халыҡ йырҙарын башҡара. 2024 йылда оркестр музыканттары менән Урал һәм Волга буйының 11 ҡалаһында үткән оҙайлы гастролдәрҙә башҡорт фольклоры ынйыларын данлай. Ижад сәфәрҙәре Яр Саллы, Йошкар-Ола, Ҡурған, Түбәнге Тагил, Екатеринбург, Саранск, Силәбе, Түбәнге Кама, Свердловск өлкәһенең Асбест, Ревда, Каменск-Уральск, Ирбит ҡалаларында ҙур уңыш һәм аншлагтар менән үтте. Күптән түгел, ноябрь айында данлы оркестр менән Рәсәйҙең «Алтын ҡулса» ҡалалары: Сергиев Посад, Переяславль-Залесский, Бөйөк Ростов, Углич, Ярославль, Кострома, Иванов, Суздаль, һәм Владимирҙа гастроль сәфәрҙәрендә йөрөп ҡайтты. «Рус география йәмғиәте» менән берлектә ойошторолған проектта ижади төркөм «Күп йөҙлө Рәсәй. Башҡортостандың серле музыкаһы» тигән программа менән сығыш яһаны. Тамашасыларҙы республикабыҙҙың үҙенсәлекле мәҙәниәте һәм сәнғәте менән таныштырҙы, шулай уҡ экранда һәм фотокүргәҙмәлә тыуған төйәгебеҙҙең хозур тәбиғәтен, иҫтәлекле урындарын күрһәтте.

Римма башҡорт халҡының милли музыкаль мәҙәниәте символына әйләнгән, профессиональ сифаттары уникаль булған артист. Уның вокаль үҙенсәлектәре тембр байлығы, интонация сағыулығы менән айырылып тора. Сәхнәләге сағыу образы, юғары артислыҡ һәләте һәм тышҡы матур ҡиәфәте менән һоҡландыра. Тырышлығы, үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгәнлеге, сәнғәткә тоғролоғо менән күптән инде тыңлаусыларҙың ихлас һөйөүен яулаған йырсы ҡанатланып, милли мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе данлап кинәнеп ижад итә. Яңы бейек үрҙәр артылып, көтөлмәгән асыштар менән яратҡан тамашасыларын шатландырып, рухландырып йырлап йәшәй халҡыбыҙҙың данлы ҡыҙы Римма Амангилдина!

 

Әлфиә ҒИМАҘИЕВА

 

"Тамаша" журналы, №6-2025 й.

ИЖАД ЮЛЫМ «ТАШТУҒАЙ»ҘАН БАШЛАНДЫ
ИЖАД ЮЛЫМ «ТАШТУҒАЙ»ҘАН БАШЛАНДЫ
ИЖАД ЮЛЫМ «ТАШТУҒАЙ»ҘАН БАШЛАНДЫ
ИЖАД ЮЛЫМ «ТАШТУҒАЙ»ҘАН БАШЛАНДЫ
ИЖАД ЮЛЫМ «ТАШТУҒАЙ»ҘАН БАШЛАНДЫ
ИЖАД ЮЛЫМ «ТАШТУҒАЙ»ҘАН БАШЛАНДЫ
Автор:
Читайте нас