-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

ЙЫРҘЫҢ ЙЫРТЫҒЫ ЮҠ, ТИҺӘЛӘР ҘӘ...

Йәштәр менән бер осрашыуҙа профессор Әхмәт ағай Сөләймәнов радио аша яңғыраған бөгөнгө йырҙар арҡаһында әсенеүен белдергәйне. Халҡыбыҙ юғары зауыҡ, юғары шиғриәт, тәүфиҡ менән ижад иткән, бөгөн эфирҙан яңғыраған "яратам" тип ҡысҡырыуҙарҙы нисек ЙЫР тип әйтеп була, тигәйне ул.

ЙЫРҘЫҢ ЙЫРТЫҒЫ ЮҠ, ТИҺӘЛӘР ҘӘ...
ЙЫРҘЫҢ ЙЫРТЫҒЫ ЮҠ, ТИҺӘЛӘР ҘӘ...

Ә ҡатын-ҡыҙ йырсының, ҡосағына ингем килә, тип йырлауын нисек ҡабул итергә? Ҡасандан ҡатын-ҡыҙ яратыуын ғына түгел, эротик хыялдарын да шулай асыҡтан-асыҡ әйтеүҙән оялмай башланы әле? Ни булды беҙгә?
"Сибай" йырының бер вариантында ҡайтып ҡатынын күреүҙән мәхрүм ир ҙә уны танһыҡлағандыр бит, әммә:
"Киң түшәккәйҙәрен тарҙар йәйеп
Йоҡлай микән Фатимам төш күреп", - тип йырлаған! Ниндәй кинәйә, ниндәй образ, ниндәй сафлыҡ, тәүфиҡ!
Беҙҙең халыҡ йырҙарында "яратам, һөйәм" һүҙҙәре юҡ, әммә шул тиклем тәрән мөхәббәт сағылдырыла, аңланыла:
Күҙ алдыҡайымдан үтеп китһәң
Күҙ алмаҡайҙарым ирейҙер!
Бына нисек әйткән уҙған быуаттарҙың "грамотаһыҙ" ғашиғы!!!
Һеҙҙең дә фекерҙәрҙе беләһе килә, дуҫтар.

"Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас