-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Айҙар Ғәлимовты ла тәнҡитләйҙәр

Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов сәхнә образдарын әленән-әле яңыртып тора. Уларҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡуйып, халыҡ фекере менән дә ҡыҙыҡһына. Әммә Айҙар Ғәлимовтың ижадын үҙ итеүсе быуын яңы образды ҡабул итә алмай.

Айҙар Ғәлимовты ла тәнҡитләйҙәр
Айҙар Ғәлимовты ла тәнҡитләйҙәр

«Ул – иң яҡшыһы, бына стилисты алмаштырырға кәрәк», «Ник ул кейем ҡыйбатлы һәм модала булған һайын иҫке кейем кеүек күренә һуң ул?», «Ул сылбырҙары ниңә кәрәк инде?», «Был пиджакты ташла, Айҙар! Һине биҙәмәй!», «Тауышы шәп, әммә кейеме лә тура килергә тейеш, стиле лә ярар ине, тегеүсеһе оҫта түгел, салбары яҡшы ултырмаған» , тип  кире комментарийҙар ҡалдырғандар.

Әммә ыңғайҙары ла етәрлек: «Уның тауышына, үҙен сәхнәлә тотошона һоҡланып ҡарап ултырғас, кейеме күҙгә лә ташланмай», «Тоҡ кейһә лә яратҡан йырсым булып ҡала», «Был бит сәхнә образы ғына, иң мөһиме үҙен тотошо һәм моңо», – тип яҡларға тырышҡандар.

Автор:
Читайте нас