-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

«Ынйы сәстем – ынйы йыям»

Мостай Кәримдең Башҡортостанды бер япраҡҡа тиңләгән шиғырын бала саҡтан беләбеҙ. «Ер шарының картаһына ҡараһаң яҡшы ғына, Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына», – тип яҙған бөйөк шағирыбыҙ. Илеш районының Шәммәт ауылын Башҡортостан картаһынан эҙләһәң, ул бары тик бер нөктә кеүек кенә. Бына ошо бәрәкәтле ерҙә Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин, Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Иҙрис Кәлимуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле журналист Зөфәр Хәмиҙуллин тыуған, шифалы һауаһын һулаған, йырҙарҙа йырланған Сөн йылғаһында ҡойонған. Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк, уларҙың өсөһөнөң дә тамырҙары бер нәҫелгә барып тоташа. Ә бөгөнгө яҙманың геройы – меңәрләгән тамашасыны иҫ киткес һәләте, моңло тауышы, матур һәм йөкмәткеле йырҙары менән үҙенә әсир иткән Иҙрис Кәлимуллин.

«Ынйы сәстем – ынйы йыям»
«Ынйы сәстем – ынйы йыям»

– «Тыуғанда уҡ йырлап тыуҙың һин», – тип әйтә ине кендек инәйем. Әсәйем биш балаһының икеһен өйҙә тапҡан. Шуларҙың береһе – мин. Ә инде кендек инәйем күршелә йәшәүсе Гөлсирә инәй булған. Беҙ уға бер вакытта ла исеме менән өндәшмәнек. Ауыл ғәҙәте буйынса беҙ уны яратып «яҡын инәй» тип йөрөттөк, сөнки ул күршелә генә йәшәй ине. Ысынында, ҡасан йырлай башлағанымды белмәйем, ә бына атайымдың мине өҫтәл өҫтөнә (ултырғысҡа түгел!) баҫтырып йырлатҡанын хәтерләйем. Атайымдың апаһының улы Марат менән ауылыбыҙҙа өйҙән-өйгә инеп, йырлап йөрөгәнем дә күңел түрендә бала саҡ хәтирәһе булып һаҡлана. Ауылдаштарым да миңә гел генә: «Артист булырһың инде һин», – тип юрайҙар ине. Юрағандары юш килә икән ул! Ғаиләбеҙҙә ағай һәм апайҙарым теүәл фәндәргә бәйле һөнәрҙәр һайлаһа, мин сәнғәт юлынан киттем. Урта мәктәпте район үҙәгендә – Үрге Йәркәйҙә тамамланым. Бына шул йылдарҙа уҡытыусыларым ижад юлын һайлауға этәргесте тағы ла нығыраҡ бирҙе. Уҡытыусыларым коллективын райком концерттарында ҡатнашырға саҡыра торғайнылар. Улар миңә үҙ коллективында солист булараҡ сығыш яһарға мөмкинлек бирә ине. Әлбиттә, был үҙ-үҙемә ышанысты арттырҙы. Шулай ҙа, минең урмансы булыу теләгем дә буллы, сөнки ул ваҡытта урмансы һөнәре иң кәрәкле һәм ауылда дәрәжәле һәм абруйлы һанала ине. Әгәр ҙә сәнғәт институтына инә алмаһам, ауыл хужалығы институтына инермен тигән уйҙар менән уҡыуымды тамамланым. Имтихан ваҡытында Фәтих Кәрим шиғырын уҡыным. Имтихан алыусылар шиғырҙы һөйләтеп тә бөтөрмәне, уҡырға алыныуымды әйтте һәм мин Өфө сәнғәт институты студенты булып киттем. Уҡытыусыларымдан бик уңдым һәм уларға ғүмерем буйына рәхмәтлемен, – ти Иҙрис Батыршәйех улы.

Театр

Институтты тамамлағандан һуң Иҙрис Батыршәйех улы Өфөлә яңы ғына ойошторолған Йәш тамашасы театрында эшләй башлай. Һәләтле актерҙы тиҙ күрәләр, ул труппаның башлап ебәреүсе актеры булып таныла. Бында сәхнәләштәре – танылған һәм мәшһүр Олег Ханов, Әхтәм Абушахманов, Сәүиә Сираеваның кәңәштәре, дәртләндереүҙәре йәш актерға ныҡлы аҙымдар яһарға, матур образдар тыуҙырырға ярҙам итә. Ә инде 1991 йылда Өфөлә «Нур» татар дәүләт театры асыла һәм Иҙрис Кәлимуллин уның беренсе актерҙары араһында була.

Илдар Юзеевтың «Ҡыр ҡаҙҙары артынан» драмаһында – Малик, Фәтих Сәйфи-Ҡазанлының «Йәмһеҙ тормош»онда – Мөхәмәт, Йәүҙәт Фәйзи һәм Тажи Ғиззәттең «Башмағым»ында – Ғәлимйән, Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Аҙашҡан күңел»ендә – Самат, Уильям Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта»һында – Ромео, Ғаяз Исхаҡиҙың «Зөләйха»һында – Сәлимйән, «Көҙ» әҫәрендә Хәлил образдарын тыуҙыра.

– «Нур»ҙа миңә ең һыҙғанып, янып эшләргә, бер-бер артлы матур, көслө образдар, ролдәр тыуҙырырға насип булды. Театрҙың беренсе актерҙары араһында булыуым менән ғорурланам. Хатта, Ғәлиәскәр Камал исемендәге театрҙа эшләргә саҡырыу алғас та, мин яңы ғына аяҡҡа баҫып килеүсе «Нур»ҙы ташлап китә алманым, хыянат итермен тип уйланым. Шуға күрә лә  театрҙың әлеге тормошо менән даими ҡыҙыҡһынып торорға тырышам. Бөгөнгө менән беҙ эшләй башлағандағы театр араһындағы шарттар – ер менән күк араһы. Был бик ҡыуаныслы хәл. Шулай ҙа, беренселәрҙе онотмаһындар ине тигән теләктә ҡалам, сөнки үткәндәге тарихты белмәйенсә, киләсәккә барып булмай, – ти Иҙрис Кәлимуллин.

«Сәйәр»

Сәйәр – ил гиҙеүсе тигәнде аңлата. Иҙрис Кәлимуллин үҙе төҙөгән эстрада театрына юҡҡа ғына тап ошо исемде һайламай. Беренсенән, егерменсе быуат башында «Сәйәр» труппаһы татар театрының шишмә башында торғанлығын беләбеҙ. Икенсенән, был яуаплылыҡ өҫтәй. Өсөнсөнән, «Сәйәр» һәр ваҡыт башҡорт-татар халҡы араһында дуҫлыҡ күпере һалыусы булып тора.

– Миңә тормошомда бер нисә тапҡыр башланғыстарҙың башында булырға тура килде. Был, әлбиттә, кешене рухи яҡтан да байыта, минеңсә. «Сәйәр»ҙе төҙөгәс, уны халыҡҡа танытыу өсөн бөтә көсөмдө һалып эшләй, ижад итә башланым. Бында инде төркөмдәштәремдең ярҙамы булды. Альберт Шәйхетдинов, Рәлиф Мөхәмәҙиев, Мәхмүт Фәтихов, Дамира Сәйетова, Рәфҡәт Юнысов, Салауат Әхсәнов, Марат Шәйбәков, ҡатыным Гүзәл– скрипкасы һәм башҡалар менән ижад донъяһында бергәләп йөҙҙөк, көндө төнгә ялғап эшләнек, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Иҙрис Кәлимуллин.

Бер аҙҙан «Сәйәр» эстрада театры, исеменә есеме тура килеп, ил гиҙә башлай, танылыу ала. Төркөмдөң концерттарын Башҡортостанда, күрше төбәктәрҙә көтөп алалар, шығрым тулы залдарҙағы тамашасы көслө алҡыштарға күмә. Туҡһанынсы йылдар аҙағында Баулы ҡалаһындағы сараларҙың береһендә «Сәйәр» ҙә ҡатнаша. Тамашасылар араһында Татарстан Президенты Минтимер Шәймиев һәм Татарстан Хөкүмәтенең министрҙары ла була. Иҙрис Кәлимуллин татар халыҡ йыры «Хамдиә»не башҡарғанда Минтимер Шәймиев хатта үҙе лә ҡушылып йырлай. Ул Иҙристең иҫ киткес таланты менән һоҡланыуын йәшермәй.

– Кеше тормошонда бик ҙур әһәмиәткә эйә осрашыуҙар булып, улар һинең яҙмышыңды ла үҙгәртергә мөмкин. Минең өсөн тап шундайҙарҙың береһе – Минтимер Шәрип улы менән осрашыу булды. Мин уның саҡырыуы буйынса Ҡазанға барҙым һәм Президент, уның ярҙамсылары менән осраштым. Был инде «Сәйәр» өсөн яңы офоҡтар асылыу ине. Мин ул осрашыуҙы яҙмышым бүләге итеп ҡабул иттем.

20 апрелдә Өфөлә юбилей концертым булды. «Сәйәр» республика ижад үҙәге һәм ижадташ дуҫтарым менән әлеге тамашаны гөрләтеп үткәрҙек. Концерт программаһында патриотик темаға, әсәйҙәр, тыуған яҡҡа һөйөү тураһында йырҙар, спектаклдән өҙөктәр булды. Төрлө быуын вәкилдәренә лә ҡыҙыҡлы булырлыҡ программа әҙерләгәнбеҙҙер, тип уйлайым, – тине йырсы.

Яҙмыш һынауы

«Алла яратҡан балаһы өсөн һынауҙарҙың ҙурын бирә» тигән һүҙҙәрҙе һәр кемдең ишеткәнең барҙыр. Иҙрис Кәлимуллинға ла яҙмышының ауыр һынауын үтергә тура килә. Гөрләтеп эшләп, ҙур-ҙур пландар ҡороп йәшәгәндә ул ҡаты сиргә юлыға. Табибтар уға ике аяҡ һөйәгенең дә асептик некрозы диагнозын ҡуя һәм аяҡтарына операция яһатмаһа, башҡаса йөрөй алмаясағын әйтә.

– Әлеге диагнозды киләсәктә артист булыуым өсөн хөкөм ҡарары, тип уйланым. Был минең өсөн психологик яҡтан бик ҡатмарлы осор булды. Ауырыу менән көрәшеүгә ҡарағанда, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү һәр ваҡыт еңелерәк бит. Шулай ҙа, янымда яҡты, изге күңелле, мәрхәмәтле кешеләр күп булып, уларҙың ярҙам ҡулы һуҙыуы һөҙөмтәһендә мин яңынан аяҡҡа баҫа алдым. Яҡындарым, дуҫтарым, ижадташтарым, таныш һәм таныш булмаған кешеләрҙең дә миңә рухи һәм матди яҡтан ярҙам итеүҙәре икеләнеүҙәремде еңде. Германияға барып, уңышлы операция яһатып ҡайтҡас, яҙмышымдың ауыр һынауын үтергә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт йөҙөнән «Дуҫтарым менән сәхнәгә ҡайтыу» концертын ҡуйырға насип булды. Тормош юлымда бик ҡәҙерле дуҫтарым булыу менән мин бәхетле. Шуларҙың береһе – Татарстандың халыҡ шағиры, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәзил Вәлиев. Уның яҙған хаттарын мин әле лә һаҡлайым, ҡат-ҡат уҡыйым, – ти Иҙрис Кәлимуллин.

Әсәй һәм атай

– Әсәйем Рәйсә сабыр холоҡло, уҡымышлы ине. Бында инде уның мулла ҡыҙы булыуы ла йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Ул биш балаһын да берҙәй тигеҙ яратты. Атайым менән икеһе беҙгә матур тәрбиә бирҙе. Репертуарымдағы «Әсәйҙәрҙе рәнйетмәгеҙ» йырын һәр ваҡыт тулҡынланып башҡарам. Әлбиттә, быға сәбәп тә бар. Алда әйтеүемсә, Германияла операция яһаттым. Ул ваҡытта бөгөнгөләй кеҫә телефондары һәр кемдә лә юҡ ине әле. Ғәҙәттә, әсәйемә үҙем шылтыратып, һөйләшә, хәлен белә инем. Операциянан һуң шылтыратып, барыһы ла яҡшы икәнлеген хәбәр итеүемә, әсәйемдең ҡысҡырып илағаны ишетелде. Ул миңә бер нисә тапҡыр шылтыратҡан булған, тик мин яуап бирмәгәнмен. Әсәйемдең ниҙәр уйлағанын аңлайһығыҙ инде... Баҡһаң, ни эшләптер ул минең телефон номерының бер һанын дөрөҫ яҙмаған икән. Бына шул мәлдә мин үҙемде бик ныҡ ғәйепле тойҙом. Әсәйҙәрҙе рәнйетмәйсә йәшәргә, ҡәҙерлеләребеҙҙең хәлдәрен белергә йышыраҡ ҡайтырға кәрәклеген онотмаҫҡа кәрәк. Ул киленен дә яратып, үҙ ҡыҙы кеүек ҡабул итте. Гүзәлгә, ҡала ҡыҙы тип, бер ҡасан да һүҙ әйтмәне, киреһенсә, ҡулдарыңды һаҡла тип, ауыр эш тә ҡушмай ине. Әсәйемде мин һаман һағынып йәшәйем. Ул 2011 йылда баҡыйлыҡҡа күсте.

Атайым Батыршәйех колхозда эшләне. Ул бөтә кәрәк-яраҡты табып, колхоздың төрлө тармағының өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итә ине. Атайым бик үткер, сос, тырыш, аҡыллы кеше булды (күрәһең, был уға атаһынан күскәндер. Уның атаһы Тимербай хәлле кешеләрҙән булып, тирмән тотҡан, яҡшы аттары булған, шуға күрә лә уны кулак итәләр). Ауылда беҙҙең ғаиләлә беренселәрҙән автомашина, һыуытҡыс һәм башҡа дефицит әйберҙәр булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ 53 йәшендә үк арабыҙҙан китте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул улдарын ауыл ерендә кәрәк булырҙай барлыҡ эштәргә лә өйрәтеп ҡалды.

Бөгөн минең бәләкәй бизнесым бар – ул «Сәйәр» реклама агентлығы. Холҡомдағы йүнселлек, сауҙагәрлек нәҫелдән килә тип уйлайым. Бөгөн инде мәрхүм ағайымдың дә үҙ бизнесы булды. Нәҫел ептәрен бер нисек тә бутап, тәбиғәтте алдап булмай, күрәһең. Гендар ҡан менән күсә.

Гүзәл һәм ғаилә

Беҙ Гүзәл менән сәнғәт институтында уҡығанда уҡ таныштыҡ. Уҡыу йортоноң коридорында гел генә етәкләшеп йөрөгәнлектән беҙҙе «Ромео менән Джульетта» тиҙәр ине. Өйләнешеп, матур ғаилә ҡорҙоҡ. Өс ҡыҙ балаға ғүмер бүләк иттек. Өлкән ҡыҙыбыҙ Диана кейәүгә сығып, беҙгә ейәндәр бүләк итте. Уртансыбыҙ Камилла Мәскәүҙә уҡыһа, төпсөгөбөҙ Мәҙинә – мәктәп уҡыусыһы. Аталы бала – бәхетле бала. Мин ҡыҙҙарымды ҡаты һүҙ әйтмәй генә тәрбиәләргә тырыштым. Ни тиһәң дә, ҡыҙҙар ата-әсә йортонда ҡунаҡ ҡына.

Гүзәл менән икебеҙ ҙә, сәхнә кешеһе булараҡ, һәр ваҡыт бер-беребеҙҙе аңлап эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ. Әйтергә кәрәк, Гүзәл Кәлимуллина – эстрадабыҙҙа беренсе скрипкасы. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.

Илеш патриоты

«Илештәрҙең бер үҙенсәлеге бар – улар һәр ваҡыт «Илеш маркаһы»н юғары тотор өсөн тырышып, сәмләнеп эшләй һәм йәшәй. Әлбиттә, бының өсөн: тыуған ереңдең патриоты булырға кәрәк. Мин дә бәрәкәтле Илеш ерендә тыуып үҫеүем менән сикһеҙ ғорурланам һәм яҡташтарымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәргә тырышам. Тыуған яғымда үткән һабантуйҙарҙа, уҡытыусылар конференцияларында, төрлө сараларҙа йыш ҡатнашам. Үҙ йөҙөңдө юғалтмайса, кешеләрҙе рәнйетмәйсә, тирә-яғыңдағыларға кәрәкле һәм рәхмәтле булып йәшәргә ынтылырға кәрәк. Был – минең тормош фәлсәфәһе.

Ауылдаштарым менән дә һәр ваҡыт ғорурланам. Әйтергә кәрәк, Шәммәттә тырыш, уңған һәм йор телле кешеләр йәшәй. Белмәйем, ул эсәр һыуҙан, тупраҡтан киләме, әллә тәбиғәттең бер мөғжизәһеме?! Ләкин, беҙҙең ауылда тыуып үҫкәндәрҙең һәр ҡайһыһы оло сәхнәләрҙе яулап алырлыҡ артистар була ала тип уйлайым», – ти Иҙрис Батыршәйех улы.

Халҡыбыҙҙа «Ынйы сәстем – ынйы йыям» тигән әйтем бар. Эйе, һәр кем үҙ Тыуған илен, ерен, төйәген яратып, маҡтап, һоҡланып, ғорурланып йәшәргә тейештер. Ә инде кеше нәҡ шулай йәшәһә, тыуған тупрағы уға көс бирә, илһам ҡанаттарын нығыта, юғары үрҙәр яуларға ярҙам итә. Быны республика картаһында нөктә кеүек ҙурлыҡтағы Илешен, Шәммәттен күктәргә тиклем сөйөп йәшәгән, эшләгән, ижад иткән шәхестәр, тыуған нигеҙен һыуытмайса йәшәгән шәммәтлеләр үрнәгендә күреп була. Улар тирә-яҡҡа, кешеләргә һөйөү-бәхет таратҡанға күрә, үҙҙәре лә шундай уҡ уңыш йыя.

Мәҡәлә геройым да тап шундайҙарҙан, Иҙрис Кәлимуллин – ғүмере буйына халҡына тоғро хеҙмәт итеп, халыҡ һөйөүен яулаған шәхес ул!

Зөһрә ИСЛАМОВА

"Тамаша" журналы, №5-2025 й.

«Ынйы сәстем – ынйы йыям»
«Ынйы сәстем – ынйы йыям»
«Ынйы сәстем – ынйы йыям»
Автор:
Читайте нас