-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Йыр – радионың йөрәге ул

Сирек быуат инде «Юлдаш» радиоһы халыҡты зауыҡлы үә сифатлы йыр-моң, фәһемле үә күңелле тапшырыуҙар менән ҡыуандыра. Тынғыһыҙ йәнле, кешеләргә, тормошҡа ғашиҡ хеҙмәткәрҙәр эшләй унда. «Юлдаш»тың алыштырғыһыҙ музыкаль мөхәррире, бик күп хиттар авторы, талантлы композитор Риф Арыҫлан иһә канал үҙ эшмәкәрлеген башлаған көндән алып бөгөнгәсә уға тоғро ҡала. Уның менән әңгәмәлә һүҙ музыкаль мөхәррирҙең эш нескәлектәре, «Юлдаш» радиоһының үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында.

Йыр – радионың йөрәге ул
Йыр – радионың йөрәге ул

– Риф Хәмит улы, һеҙҙе эшегеҙҙе йөрәк һалып, илһамланып башҡарған кеше булараҡ беләбеҙ, «Юлдаш» Риф Арыҫландың тормошона килеп индеме, әллә Риф Арыҫлан «Юлдаш»тың тормошонамы? Ошо коллективта эш башлаған көндәрегеҙ нисегерәк хәтерегеҙҙә ҡалған?

– 1993 йылда Өфөгә килеп Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс тә, телеүҙәк бинаһына, уның бейек вышкаһына күҙ һалғас та, ниңәлер, мин ошонда эшләйәсәкмен тигән уй мейегә инеп оялағайны. Күп тә үтмәне, уйым тормошҡа ашты ла ҡуйҙы. Шул уҡ йылда «Тамыр» студияһында эш башланым. Бер аҙҙан «Радио-2» каналына күстем. Ә «Юлдаш» каналы ойошторолғанда мин ошо даирәлә эшләп, фондты өйрәнеп, музыкаль мөхәррир булараҡ бер аҙ тәжрибә туплап алғайным инде.

– Тимәк, һеҙҙе «Юлдаш»ты ойоштороусыларҙың береһе тип тә әйтергә булалыр?

– Ойоштороусыһы уҡ тип әйтмәҫ инем. «Юлдаш»тың үҙаллы канал булараҡ формалашып китеүенә өлөш индереүсе тип әйтһәк дөрөҫөрәк яңғырар.

– Тәүге осорҙа кемдәр менән эшләнегеҙ?

– Иҫ киткес шәп, легендар шәхестәр инде улар! Етәкселәребеҙ Тәнзилә Үлмәҫбава һәм Миләүшә Ғәлиева, дикторҙарыбыҙ Әхәт Мортазин, Наилә Ғәләүетдинова, Нурия Абдуллина, Зифа Нагаева, Фирҙәт Ғәлиев һәм башҡа бихисап үҙ эшенең оҫтаһы булған коллегаларым менән. Үкенескә күрә, Әхәт Мортазин менән Нурия Абдуллиналар беҙҙең арала юҡ инде хәҙер. Ҡалғандарыбыҙ, Аллаға шөкөр, иҫән-һаубыҙ, уларҙың күбеһе менән һаман да ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйбеҙ тиергә лә була.

– Һеҙҙең остазым тип әйтерҙәй кешеләрегеҙ булдымы «Юлдаш»та?

– Шуныһы ҡыҙыҡ. Ул осорҙа беҙ яңыса эш башланыҡ. Өр-яңы, заманса радио булды бит «Юлдаш». Эштең нескәлектәренә кемдәндер өйрәнеү мөмкинлеге лә юҡ ине. Беҙгә бер кем дә әҙер генә юлдар тәҡдим итмәне. Башҡа радиоларҙы тыңлап, күп кенә эҙләнеп, ниндәйҙер һығымталар яһап, алға маҡсаттар ҡуйып, барыһын да үҙаллы өйрәнеп аяҡҡа баҫып китеү талап ителде. Ә музыкаль мөхәррирҙең эше ҡатмарлы ғына. Бөгөн мин йәш коллегаларыма кәңәштәремде еткерә, эштең нескәлектәренә төшөндөрөп ебәрә, үҙем дә уларҙан күп нәмәгә өйрәнә алам. Ә ул саҡта хәлдәр башҡасараҡ ине. Әммә беҙ бер ваҡытта ла замандан артта ҡалған радио булманыҡ. Яңылыҡтарҙы, төрлө заманса технологияларҙы тиҙ үҙләштерҙек. Беренселәрҙән булып һанлы форматҡа күстек. «Юлдаш»тың рейтингы ла һәр саҡ юғары булды. Әле лә Рәсәйҙә бишенсе-алтынсы урындабыҙ. Татарстан раадиолары ла, башҡалар ҙа беҙҙе үҙҙәренә өлгө итеп ҡуя.

– Йәштәр араһында һеҙгә алмаш булырҙай кешеләр бармы бөгөн?

– Үҙемә алмаш әҙерләү хаҡында уйланғаным бар. Радионың киләсәге булырҙай йәштәрҙе күҙ уңында тотоу, уларға ярҙам итеп ебәреү кәрәк. Ғөмүмән, алдынғы фекерле, маҡсатлы йәштәр күп беҙҙә. Улар техника менән дуҫ. Беҙҙе лә яңы технологик алымдарға өйрәтәләр. Үҙҙәре лә тәжрибәбеҙҙе үҙләштерергә ынтылып тора. Шулай бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләйбеҙ. Киләсәктә лә радиола музыкаль мөхәррирҙәр талап ителер, ошо йүнәлештә бынамын тигән йәштәр эшләр, был бурыс яһалма интеллектҡа тапшырылып ҡуйылырға тейеш түгелдер тигән өмөттәмен.

– Музыкаль мөхәррир, композитор булараҡ, һеҙҙе тағы ла нимәләр уйға һала?

– Уйландыра торған күренештәр күп. Сифатлы йырҙарҙың етмәүе ныҡ борсой. Ысын йырҙар тыңлағы килә. Талантлы йырсылар туҡтап ҡалмаһын, ижад итһен ине.

Радио эшмәкәрлегенә интернет та, төрлө социаль селтәрҙәр ҙә конкуренция тыуҙыра. Был беҙҙе уйландырып ҡына ҡалмай, тағы ла сәмләнеберәк эшләргә мәжбүр итә.

– Музыкаль мөхәррирҙең эше бик ҡатмарлы, тинегеҙ. Уны, әлбиттә, бер ни тиклем күҙ алдына килтерәбеҙ. Шулай ҙа кем ул музыкаль мөхәррир? Һәм уның төп бурысы нимәләрҙән ғибәрәт?

Музыкаль мөхәррир ул – радионың йөрәге. Ул радио менән йәшәргә тейеш. Уйлап ҡараһаң, көн дә бер үк эште башҡарған кеүекһең. Көн дә плей-лист йәғни йырҙар теҙмәһе төҙөйһөң. Әммә эфирҙа һәр ваҡыт бер үк йырҙар ҡабатланып торорға тейеш түгел. Музыкаль мөхәррирҙең төп эше – ул фонд туплау, яңы яҙмалар табыу, элеккеләрен тергеҙеү, радио фондын сифатлы йырҙар менән тулыландырыу. Йырсылар, аранжировка оҫталары менән туранан-тура эш алып барыу. Уларҙың хаталарын төҙәтеп ебәреү, үҫешенә булышлыҡ итеү. Һуңғы йылдарҙа худсовет эшмәкәрлеген дә яйға һалдыҡ. Ул бик тә кәрәк. Сөнки бөгөн кем нисек теләй, шулай йырлай, һүҙҙәрен дә, көйөн дә нисек булдыра ала, шулай яҙа. Әммә ундай әйберҙәрҙең сифаты ла юҡ, иҫтә лә ҡалмайҙар. Һәм күптәр ижад шулай булырға тейеш тип ҡабул итә. Был төптө дөрөҫ түгел. Ижадта илке-һалҡылыҡҡа урын юҡ.

Музыкаль мөхәррир радиола яңғыраған йырҙарҙың сифаты өсөн яуап бирә. Һәм был бик етди бурыс. Беҙҙең маҡсатыбыҙ алтын урталыҡты табып, йырҙарҙың иң сифатлыларын һайлап алып, уларҙы киләсәк быуын өсөн туплап ҡалдырыу. Халыҡ ысын сәнғәт өлгөләрен ишетергә тейеш. Һәм ана шул ысын сәнғәткә ниндәйҙер кимәлдә үҙ өлөшөмдө индерәмдер тип ышанғы килә. Эйе, йәштәрҙе яманлап ултырыу ҙа килешкән эш түгел. Нисек кенә ижад итмәһендәр, уларҙы ситкә тибергә ярамай. Улар менән дә эшләргә кәрәк. Йәштәрҙең күбеһе тәнҡиткә ҡолаҡ һалырға әҙер. Беҙҙә һәр ижадсы өсөн юл асыҡ.

Ә бына һеҙҙең шәхси ижадығыҙға «Юлдаш» радиоһы нисек йоғонто яһаны?

«Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам» тигән тәүге йырымды «Тамыр»ҙа эшләгән саҡта ижад иткәйнем. Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов башҡарыуында уны һаман да яратып тыңлайҙар. Әммә мин үҙемде «Юлдаш»та астым. Ошонда эш башлағас күпләп йырҙарым сыға башланы. Үҙ мәлендә Башҡортостан «Юлдаш» каналының «Гәлсәр һандуғас» проекты менән бик емешле хеҙмәттәшлек иттем. Ижадым «Юлдаш»та эшләгән йылдарҙа сәскә атты. Шул тиклем шәп йырсылар менән эшләнем. Уларға йырҙар ижад иттем. «Юлдаш» мине кеше итте. Ғөмүмән, «Юлдаш»тағы һәр ижадсыға эшләүе еңел. Сөнки ижадың менән эшең бергә үрелеп бара. Береһе икенсеһенә ҡамасауламай.

– Һеҙ йырҙар яҙғас, моғайын, үҙегеҙ ҙә йырлайһығыҙҙыр ул?

Йырлайым. Тик үҙем өсөн генә. Һәр кем үҙ эшен башҡарһын ул. Шағирҙар шиғыр, композиторҙар көй ижад итһен, ә йырсылар уларҙы матур итеп халыҡҡа алып барып еткерһен. Юғиһә хәҙер, үрҙә әйтеүемсә, үҙҙәрен универсал итеп иҫәпләүселәр, ошо эштәрҙең барыһын да үҙем башҡарам тиеүселәр күбәйҙе. Кемгә нисектер, әммә мин ундай ижадты ҡабул итә алмайым. Ундай әйберҙәр бер көнлөк кенә. Ни өсөн беҙ әле булһа етмешенсе, һикһәненсе йылдарҙағы йырҙарҙы яратып тыңлайбыҙ? Сөнки улар мәңгелек. Уларҙы профессионалдар – ысын шағирҙар, ысын композиторҙар ижад иткән, ысын йырсылар башҡарған. Киләсәк быуынға беҙ ҙә ана шундай мәңге үлмәҫлек ижад өлгөләрен ҡалдырырға тейешбеҙ. Минең «Юлдаш»тағы миссиям ана шуның менән бәйле.

– Көй нисек тыуа?

– Йыр ижад итеү – ул аңлатып биреп була торған процесс түгел. Көй уйламағанда килеп тыуа. Тәбиғәт һымаҡ ул. Ҡояш сығып, күкте болоттар ҡаплап, ямғыр яуыр мәлгә йоғонто яһап булмаған кеүек, ижадты ла күҙаллау ҙа, планлаштырыу ҙа мөмкин түгел. Алдыңа шиғыр йыйынтыҡтары өйөп ҡуйып, көндәр буйы көтөп ултырһаң да йыр тыумай ул. Әммә бәғзе саҡта, берәй шиғырға юлығаһың да, шунда уҡ йырлап та ебәрәһең. Уны шул мәлдә яҙҙырып бер ни тиклем ваҡытҡа ситкә һалып ҡуйып тораһың. Бер аҙҙан ҡабаттан тыңлап, йырлап ҡарайһың. Шунда ла оҡшаһа, күңелгә ятһа, ул, ғәҙәттә, йыр булып китә.

«Юлдаш»та үҙегеҙҙең иң яратҡан рубрикаларығыҙ, тапшырыуҙарығыҙ?

– Миңә күберәк йырҙар яңғыраған тапшырыуҙар, «нон-стоп» ваҡыты оҡшай. Бигерәк тә иртәнге шоу-программалар күңелгә яҡын. «Теге өсәү» проекты минең ҡарамаҡҡа иң үҙенсәлекле тапшырыуҙарҙың береһе. Егеттәргә афарин тиергә генә ҡала. Кискеһен эфирға сыҡҡан «Үәт шәп кис» тапшырыуы ла үҙе бер йәнле тамаша кеүек. Көндөҙгө тапшырыуҙар ҙа урынлы һәм ваҡытлы. Сәғәт һайын яңылыҡтар еткерелеп тора. Татар телендәге эфирҙар ҙа шул тиклем йәнле итеп алып барыла. Ғөмүмән, һәр тапшырыу – үҙ урынында. Сөнки беҙҙә уникаль шәхестәр эшләй. Һәр кем үҙ эшен белә. Шуға һис ниндәй ҡытыршылыҡһыҙ, бар нәмәне алдан күҙаллап, эшебеҙҙе еренә еткереп башҡарып сығабыҙ. Коллегаларым араһында музыканттар ҙа, композиторҙар ҙа, журналистар ҙа, яҙыусылар ҙа, тарихсылар ҙа, актерҙар ҙа бар. Ә радиола эшләү кешегә күпте бирә, бында күп нәмәгә өйрәнәһең. Үҙе бер университет һымаҡ ул.

Өйҙә лә радио тыңлайһығыҙмы?

– Әлбиттә. Ситтә радио икенсерәк яңғырай ул. Шуныһы ҡыҙыҡ, өйҙә тыңлағанда үҙеңдең хаталарыңды ла ишетәһең. Ҡайһы бер урында эшең менән ғорурланып та ҡуяһың, ҡайһылыр урында нимәләрҙелер үҙгәртергә кәрәклеген аңлайһың, моңһоуланып та китәһең.

Халыҡ менән бәйләнеш бармы бөгөн? Ул эш яйға һалынғанмы?

– Әлбиттә, бар. Йырсылар менән үҙем туҡтауһыҙ бәйләнештәмен. Радио тыңлаусыларҙың фекерен дә ишетеп торабыҙ. Улар беҙгә бик ныҡ ярҙам итә. Социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙә лә, эфир ваҡытында ла уларҙың фекерен ишетергә була. Тыңлаусыларға, йыр-моң һөйөүселәргә битараф булмағандары өсөн ҙур рәхмәт! Ситтән ҡараған, тыңлаған кешегә күберәк күренә ул. Беҙҙе бик аҡыллы, уҡымышлы кешеләр тыңлай. Шуға ла уларҙың фекеренә һәр саҡ ҡолаҡ һалабыҙ. Ә инде ауыл кешеләре беҙҙең менән йәшәй тиергә лә була. Уларға айырым рәхмәт!

– Радио хеҙмәткәрҙәре өсөн ял да, байрам да юҡ. Эштән ялыҡҡан, китергә теләгән сағығыҙ буламы?

– Эштән арыған саҡ була башлаһа, мин ялға китәм. Эшемде шулай итеп яйға һалғанмын. Йылына бер тапҡыр булһа ла диңгеҙгә йәки башҡа тарафтарға барып ҡайтырлыҡ форсат табырға тырышам.

Хеҙмәтемде көндәлек бурыс тип кенә ҡарамайым. Ул да ижад. Үҙем һайлаған һөнәр бит. Шуға һис зарланмайым. Беҙҙә танылыу алған, билдәле йондоҙҙар булып киткән йырсылар «Юлдаш»ты онотмай, ваҡыттары менән иҫәпләшмәй, бер тин аҡса һорамай проекттарыбыҙҙа ихлас ҡатнашалар икән, бында минең дә өлөшөм барҙыр, моғайын…

«Юлдаш» радиоһы коллективының татыулығының сере нимәлә? Һеҙҙә ниндәй матур традициялар бар?

– Бер-береңде хөрмәт итеү, олоно – оло, кесене кесе итеп күрә белеү тигән төшөнсәләр хас беҙҙең коллективҡа. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте тигәндәй, һәр кемгә иғтибар күрһәтеү, юбилейҙарға матур итеп ҡотлау, ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат байрамдарын үҙенсәлекле итеп үткәрергә тырышыу бар. Ваҡытыбыҙ булғанда үҙебеҙгә ял да ойоштора беләбеҙ. Тәбиғәткә сығып ҡайтабыҙ. Күмәкләшеп, төрлө тамашаларға, театрҙарға йөрөйбөҙ. Ана шундай саралар ҙа коллективты берләштерә. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла етәкселәребеҙҙең эште лә ялды ла дөрөҫ ойоштора белеүенә барып тоташа.

Һуңғы биш йыл эсендә радио эшмәкәрлегендә нимәләр үҙгәрҙе?

Тапшырыуҙарҙың эфир ваҡыты әҙәйҙе инде. Сөнки хәҙер кеше оҙайлы тапшырыуҙар тыңлап бармай, йырҙарға күберәк өҫтөнлөк бирә. Тапшырыуҙарҙың ваҡытын ҡыҫҡартыу – ул булғанды бөтөрөү түгел, эҙләнеү, заман талабынан сығып эш итеү. Ҡыҫҡа тапшырыуҙар эшләү журналистарҙан айырыуса оҫталыҡ талап итә, ювелир эш ул. Ике-өс минутлыҡ тапшырыуға барыһы ла һыйырға һәм ул мәғлүмәт тәмле генә булып ишетелергә тейеш. Әйткәндәй, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр һәр ваҡыт уҡып, квалификацияларын үҫтереп тора. Даими рәүештә Мәскәүҙән белгестәр саҡырабыҙ. Үҫештән туҡтамайбыҙ. Ә белгестәр иһә, туҡтауһыҙ үҫешеп, халыҡтың ихтыяжын белеп торғанда, радионың киләсәге бар, тигән фекерҙә. Тимәк, эшләргә, эшләргә һәм эшләргә генә ҡала…

Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рхмәт! Ижад ҡанаттарығыҙ талмаһын! «Юлдаш» радиоһы әүәлгесә халыҡтың дуҫы, серҙәше, юлдашы булып ҡалыуын теләйбеҙ!

Г. Батыршина

"Тамаша" журналы, №5-2025.

Дуҫтар, беҙҙең МАХ каналына рәхим итегеҙ - https://max.ru/tamasharb

Йыр – радионың йөрәге ул
Йыр – радионың йөрәге ул
Автор:
Читайте нас