-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Сәхнәләге ғүмерең – янып терелеү менән бер ул...

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының иң сағыу актрисаларының береһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Нәүфилә Яҡупова тураһында яҙырға күптән йыйына инем. Шуға ла быйылғы йәй, Салауат театрының бер төркөм артистары менән алыҫ ҡалмыҡ далаларына барып ҡайтыу мөмкинлеге сыҡҡас, юл буйына Нәүфилә менән иркенләп һөйләшеп барырмын, күңелдәребеҙҙе бушатып алыу өсөн ошонан да уңайлыраҡ форсаттың булыуы мөмкинме ни тип, ҡуш ҡуллап риза булдым.

Сәхнәләге ғүмерең – янып терелеү менән бер ул...
Сәхнәләге ғүмерең – янып терелеү менән бер ул...

Уның менән икәү-ара ғына һөйләшер һүҙҙәребеҙ ҙә күп – бер ауылға килен булып төшкәнбеҙ – серҙәребеҙ күптән береккән. Тик, автобусҡа инеп ултырыу менән, үҙ донъяһына йомолдо тәгәрмәс өҫтөндәге театр артистары... «Шәхси биләмә» тиҙәрме әле (күңел биләмәһе, әлбиттә) – шул биләмәләренең тынлығын боҙорға унайһыҙландым мин дә. Етмәһә, көн эҫе. Шундай эҫелә автобус менән бер яҡҡа ғына ике мең саҡрым самаһы ергә юл сығыу уйын эшме ни?! Мин, ярай, күргәндәремде хәтер һандығына теркәп барыусы ғына, уларға бит ике тәүлеккә яҡын автобуста хәрәкәтһеҙ тигәндәй барғандан һуң, формаға инеп, ике спектакль уйнарға кәрәк. Ҡалмыҡ халҡына уларҙың Зәйтүнә исемле ҡаһарман ҡыҙыбыҙ хаҡында Сәрүәр Суринаның «Зәйтүнә» драмаһын алып китеп барыуҙары. Гастроль генә түгел был, етди миссия, изге бурыс. Шуға ла борсомаҫҡа булдым уларҙың күңел биләмәләрен, ситтән генә күҙәттем...

...Муйылдай сөм ҡара күҙҙәренә әйтеп аңлатҡыһыҙ сер йәшеренгән Нәүфиләнең, булмышынан әллә ниндәй илаһилыҡ бөркөлөп тора. Бер ҡараһаң, ябай, алсаҡ, ихлас, эскерһеҙ, бер ҡараһаң, тәкәббергә яҡын һауалы, йомоҡ, хатта ҡырыҫ та. Әммә күңеленең һәр торошо һын-ҡиәфәтенә берҙәй килешә. Бер ҡараһаң – сыңғырлатып, бер ҡараһаң, ихахайлап көлөп ебәреүҙәренә тиклем килешле уның, тәбиғи. Әртислектең осмото ла юҡ үҙен тотошонда. Ҡарашындағы тәрәнлек һәр хәрәкәтенә мәртәбә өҫтәгәндәй: тәрән аҡыл да, тәрән кисерештәр ҙә һәм шундай уҡ тәрән моң да бар уның ҡарашында. Үҙен күҙәтеп ултырыуымды тойоп, ара-тирә ялт итеп әйләнеп, миңә ҡарап ҡуя – Бөрйән ҡоралайылай һиҙгер ҙә икән үҙе...

Шуға ла, осрашҡас, һөйләшеүҙе уның тыуған еренән башланым:

Һинең ожмахтың үҙендә – мөғжизәле Бөрйән ерендә тыуып үҫкәнеңде беләбеҙ. Нисек уйлайһың, тыуып үҫкән ерҙең кеше булмышына йоғонтоһо бармы? Бөрйән ере буласаҡ халыҡ артисының күңеленә ниндәй орлоҡтар һалды?

– Эйе, донъяның иң матур төбәге, Башҡортостандың иң матур районы – Бөрйән ерендә һәм райондың иң матур ауылы – Иҫке Монасип ауылында тыуып үҫкәнмен. Шул тиклем хозур тәбиғәт ҡосағында үҫеп, матурлыҡҡа битараф ҡалып булмайҙыр, шуға ла Бөрйәндән сыҡҡан ижад кешеләре күптер. Шағирҙарыбыҙ: «Бөрйәндә тыу ҙа, шағир булмай ҡара!» – ти, йырсыларыбыҙ ҙа һәләттәрен Бөрйән моңо менән бәйләй, рәссамдарыбыҙҙы ла тап Бөрйән тәбиғәте донъяға рәссам күҙлеге менән ҡарарға өйрәткән. «Бөрйәндә тыу ҙа, артист булмай ҡара!» – тигәндәрен ишеткәнем юҡ һәм улай тип раҫлай ҙа алмайым, шулай ҙа тыуып үҫкән ереңдең һинең булмышыңа йоғонтоһо бар икәнлегенә иманым камил. Борон-борондан урман-тауҙар ҡуйынына барып төйәкләнгән атай-олатайҙарыбыҙ йәшәйештәрен үҙенсәлекле Бөрйән тәбиғәтенә көйләп өйрәнгәндәрҙер, моғайын. Шунһыҙ ыжғыр бурандар, аяуһыҙ һыуыҡтар, ҡырыҫ та, ғорур ҙа, тәкәббер ҙә ҡаялар, үтеп сыҡҡыһыҙ урмандар ҡамауында йәшәй алыр инеме ни улар?! Булмыштары йылдар дауамында, әлбиттә, тәбиғәт менән бер йәнгә әйләнеп бөткән. Тыуған ауылымды ҡап уртаға бүлеп, Ағиҙел йылғаһы аға. Күрһәгеҙ икән һеҙ Ағиҙелдең яҙ көнө нисек уянғанын, ҡалын-ҡалын боҙҙарҙың, аҡтарылып, ҡайнап, ажғырып ауылға килеп ингәнен?! Боҙ китеп, ташҡын баҫылғас, Ағиҙел тыныслана, үҙ ярына ҡайта. Һиллек урынлаша Бөрйән ерендә, тәбиғәт ҡоштар моңона күмелә. Ә һин ошо моңдо һемереп эсәһең. Шиғыр яҙмай йә йырламай түҙеп булмай ул мәлдә. Бөрйәндә тыуып, шағир, йырсы, рәссам булмай ҡара, тигәндәр хаҡлы ул. Бөрйәндәрҙең булмышына хас ярһыулыҡ та, саялыҡ та, ҡырыҫлыҡ та, моңобоҙ ҙа, матурлыҡты тоя, күрә белеүебеҙ ҙә – тәбиғәттәндер.

Бөрйәнде «икенсе Швейцария» тиҙәр бит әле. Килешәһегеҙме?

– Бына быныһы менән килешмәйем. Әйтһә лә, Бөрйәндә тыуған кеше әйтмәгән ул һүҙҙәрҙе. Беренсе лә, икенсе лә түгел ул – Бөрйән, минең Бөрйәнем.

Һин рәссам булып китә яҙғанһың бит әле. Бишенсе класҡа уҡ һине Өфөләге Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия- интернатына алып барып биргәндәр. Рәссамлыҡ һәләте үҙен нығыраҡ һиҙҙергәндер?

– Һәләтем ниндәй кимәлдә булғандыр, һүрәт төшөрөрөгә ярата инем былай. Әммә Өфөгә мине йырсылыҡҡа уҡытабыҙ, тип алып барғайнылар. Сәнғәт училищеһына йәшем етмәгән, башланғыс музыкаль белем биргән сәнғәт мәктәптәре өсөн олораҡмын, тигәндәй. Башҡа варианттарҙы уйлап та тормаған инде әсәйем, һүрәт төшөрөргә әүәҫлегемде уйлап, мине һынлы сәнғәт мәктәбенә урынлаштырып ҡайтҡан да киткән. Ҡыҙымды рәссамлыҡҡа уҡырға бирҙем, тип тә уйламаған инде ул, ни булһа ла Өфөлә ҡалдырыу булған уйы. Өфө-Өфө бит инде, мөмкинлектәр күп. Исмаһам, бер ҡыҙым Өфөлә уҡыһын, уҡып алып китһә, рәт сығыр был баланан, тигән инде. Ә минең Өфөлә ҡалмайым, тип илауҙарым?! Бер йыл иланым мине алып ҡайтығыҙ, тип. Алып ҡайтманылар тәки. Ярай әле интернатта тәрбиә системаһы яҡшы ҡуйылған. Ял һайын беҙҙе музейғамы, театрғамы, күргәҙмәләргәме, яҙыусы йә шағирҙар менән осрашыуғамы, концерттарғамы – ҡайҙа ла булһа алып баралар. Мин тәү барыуҙан театрға ғашиҡ булдым. Һайлап алырға мөмкинлек булғанда, һәр ваҡыт театрҙы һайлай инем. Шулай йөрөй торғас, 7-8-се кластарҙа миндә артист булыу теләге уянды. Ә үҙем оялсанмын, сәхнәгә сығып ҡарағаным да юҡ, ул теләгемде берәйһенә әйткәнем дә юҡ. Юғары кластарҙа ҡыҙҙар менән үҙебеҙ генә йөрөй башланыҡ театрға. Мин М.Ғафури театрының репертуарындағы бөтә спектаклдәрен ҡарап бөттөм, ҡайһыларын ҡабат-ҡабат ҡараным хатта. Шуға күрә ҡулыма аттестат алыу менән документтарымды З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтының театр факультетына алып барып бирҙем. Бөгөн артҡа ҡарайым да, ҡыҙымды Өфөлә уҡытам тип, мине баш ҡалаға алып сығып киткән, алып ҡайтығыҙ мине, тип илаһам да, ыңғайыма тормай, нисек тә йыуатып, Өфөлә ҡалдырған әсәйемә рәхмәт уҡыйым. Ауылда ҡалһам, кем белә, артист булып китә лә алмаҫ инем, бәлки. Шулай ҙа юғалып ҡалмаҫ инем, сөнки күп уҡый инем. Уҡыған китаптарымдың геройҙары булып һөйләшә, ҡылана, хатта улар менән бәхәсләшә инем. Күп уҡығандар, ғәҙәттә, йә яҙыусы, йә журналист булырға хыяллана, миндә ул хыял да булманы. Бары тик китап геройҙарының эске донъяһы, уларҙың ниндәйҙер хәл-ваҡиғаларға мөнәсәбәте ҡыҙыҡһындыра ине. Үҙемде шул геройҙар урынына ҡуйып, улар булып һөйләшеп, улар булып уйлап ҡарай инем. Шиғырҙар ятларға яраттым. Уларҙы ятларға ҡайҙалыр аулаҡҡа китеп олағам. Ҡысҡырып, сәскәләргә, ағастарға, һыуға һөйләйем ятлаған шиғырҙарымды. Артислыҡ булмышым шулай яралғандыр, уны аңламағанмындыр ғына. Үҫкәс, актриса булып киткәс кенә, апайымдар: «Бәләкәйҙән хыялый инең инде, сәскәләргә шиғыр һөйләп йөрөй торғайның», – тип көлдөләр.

Ярай әле шул ваҡытта уҡ ҡысҡырып көлмәгәндәр, юғиһә, былай ҙа оялсан ҡыҙ үҙенә йомолор ҙа, башҡорт театр сәнғәте үҙенең талантлы актрисаһын юғалтыр ине. Ә институтта тиҙ асылдыңмы? Һиңә ниндәй яҙмыш юраны уҡытыусыларың?

– Театр легендаһы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова ҡулында уҡыны мин ҡабул ителгән курс. Уның ниндәй бәхет икәнлеген, спектаклдәргә күп йөрөгәс, мин тәүге көндән үк аңланым. Курстың бөтә уҡытыусыларын да ҡараған спектаклдәрем буйынса беләм: Рәфил Рауил улы Нәбиуллин, Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева, Хөрмәт Ғаззали улы Үтәшев. Ниндәй таланттар бит улар! Ә ниндәй уҡытыусылар?! Улар беҙҙе артист итеп әүәләне, тәбиғәтебеҙгә һалынған, әммә иғтибар етмәүме, оялсанлығыбыҙмы арҡаһында ҡайҙалыр төптә йоҡлап ятҡан һәләттәребеҙҙе асты. Кескәй баланы етәкләп атларға өйрәткән һымаҡ, беҙҙе, етәкләп алып, театр сәнғәте донъяһына алып инделәр. Үҙ-үҙеңде онотоп, театрҙы, сәхнәне, сәхнәлә үҙеңде түгел, образыңды яратырға, уларҙың яҙмышы менән йәшәргә өйрәттеләр. Уларҙың һәр дәресе – тотош мәктәп бит ул. Спектакль ул – тамаша ғына түгел, ул – кешеләр яҙмышы – бына ошо хәҡиҡәтте һеңдерҙе улар беҙгә. Һинең ниндәй артист булыуың ошо хәҡиҡәтте аңлаған көндән башлана. Ә асылыуға килгәндә, һәр артист ролдән ролгә асыла, камиллаша бара. Тәүҙәрәк мине драматик  ролдәрҙә һынап ҡараны уҡытыусыларым. «Ромео һәм Джульеттала» – Джульетта, «Ашҡаҙар»ҙа Таңһылыу булдым. Тәүге һынауҙарҙы төп ролдәр аша үттем. Ә бына диплом спектакле итеп сәхнәләштерелгән Р.Киплингтың «Маугли»һында «голубая героиня» булып асыла башлаған Нәүфиләгә Табаки ролен бирҙеләр. Салауат сәхнәһендә шулай уҡ диплом спектакле булып уйналған П.Кальдерондың «Мөхәббәт менән шаярмайҙар» спектаклендә төп героиня Леонораны уйнаным. Аллаға шөкөр, ике спектаклебеҙ ҙә театрҙың репертуарына алынды, оҙаҡ ҡына уйнаныҡ беҙ ул спектаклдәрҙе. Яратып уйнаныҡ. Тәжрибә туплай-туплай асыла, йышыла, камиллаша инде артистар.

Тәүге ролең – Табаки нисек бирелде? Ул һине нимәгә өйрәтте? Күңелендә Бөрйән моңон йөрөткән нескә генә Нәүфиләне Табаки ролендә күҙ алдына килтерә алмайым. Табакилағы мәкер, ике йөҙлөлөк, ялағайлыҡ... Нисек инеп киттең һин уның тиреһенә? Шаршау ябылыу менән, гримыңды һыҙырып ташлағың килмәй инеме?

– Табакины бик оҙаҡ эшләнем мин, сөнки уның тәбиғәте миңә бөтөнләй ят. Тормошта әле мәкер менән дә, ике йөҙлө, ялағай кешеләр менән дә осрашҡаным юҡ, үҙемдә, исмаһам, Табакилағы хәйләкәрлек юҡ. Эсемдә ҡайнаған тойғоларҙы сығарырға тәжрибә етмәй. Режиссерҙың минән нимә талап иткәнен дә аңлайым, әммә сығара алмайым. Асылып китеп уйнарға оялсанлыҡ та ҡамасаулағандыр инде. Илап бөттөм. Ана шулай илай-илай инеп киттем образға. Сығарған һәр ролең – һинең балаң кеүек бит ул, яҡшымы, яманмы, уларҙың береһен дә грим менән бергә һыҙырып ташлап булмай. Ә Табаки – мине эшләргә, уйларға, иларға, ҡаршылыҡтарҙы, үҙ-үҙемде еңергә өйрәткән тәүге образ. Мин уға рәхмәтлемен генә. Матур, мөләйем, ихлас, алсаҡ Леонора һәм мәкерле, ялағай, хәйләкәр, имәнес Табаки. Сәхнәгә саҡ аяҡ баҫырға торған йәш актриса өсөн бер-бер артлы ошондай ҡапма-ҡаршылыҡлы образдар тыуҙырыу – ул ҙур мәктәп. Уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе асыр өсөн ана шулай төрлө амплуаларҙа һынап ҡарағандарҙыр ҙа инде.

Ярһыу испан ҡыҙы Леоноранан башлап һин Салауат театры сәхнәһендә бихисап ҡатын-ҡыҙ образдары ижад иттең. Уларҙың бөтәһен дә берләштергән илаһи көс – мөхәббәт. Үлеп ғашиҡ булалар ҙа, мөхәббәттәре хаҡына үҙҙәрен ҡорбан итергә лә, хатта енәйәт ҡылырға ла әҙерҙәр. Героиняларыңдың һәр береһен тәфсирләп сығыу мөмкин түгел, шулай ҙа һуңғы йылдарҙа ижад иткән Т.Миңнуллиндың «Әллә яңылыш, әллә яҙмыш»ындағы Маһира, Г.Ғиззәтуллинаның «Йәннәт һулышы»ндағы Дилбәр, Н.Мусиндың «Ғүмерҙең бер мәле»ндәге Сөмбөл, М.Ҡунафиндың «Тоғролоҡ» драмаһындағы Нәфисә образдары хаҡында фекереңде белге килә. Был героиняларыңдың ғүмер буйы күргән-кисергән шәхси драмаларын, йөрәгең, йәнең, тәнең аша үткәреп, үҙең генә түгел, тамашасыны ла ярһыу хис-тойғолар солғанышында йәшәтәһең. Ышандыраһың. Үҙең дә янаһың, беҙҙе лә яндыраһың. Ошо «яныу»ҙы ҡабат-ҡабат кисереү ауыр түгелме үҙеңә?

– Ауыр, әлбиттә. Әммә театр артисының үҙенсәлеге лә, көсө лә шунда: һин сәхнәлә «яныу» өсөн уйнайһың. Үҙең янған «ут»та тамашасыны ла яндыра алһаң, һин – бәхетле. Тамашасыны ышандыра алмағанһың икән, тимәк, һин «янмағанһың». Тәрән психологик драмалар кисергән, ауыр ҙа, аяныслы ла яҙмышлы образдар күп көс, күп энергия талап итә. М.Буранғоловтоң «Иҙеүкәй»ендәге ире тураһында артыҡ ныҡ күп белгәне, уның күп эштәренең тере шаһиты булғаны өсөн иренең ҡулынан үлтерелгән Ынйыҡайҙы һүрәтләү өсөн күпме тетрәнеүҙәр кисерергә кәрәк?! Тетрәнеүһеҙ уйнап та, шаршау ябылыу менән айырылып та булмай драматик, трагик характерлы образдарҙан. Шуға мин ундай спектаклдәргә берәй аҙна алдан әҙерләнә башлайым. Дилбәрҙе, Маһираны, Сөмбөлдө, Нәфисәне ниндәйҙер психологик әҙерлекһеҙ алып сығып та булмай сәхнәгә. Әҫәр геройҙары булһалар ҙа, улар типик характерлы ҡатын-ҡыҙҙар. Тормошта аяуһыҙ яҙмышҡа дусар булғандар бихисап. Асылда, залда шулай уҡ ҡасандыр үлеп ғашиҡ булып, көсһөҙлөктәренәнме, ата-әсәһенең һүҙенә ҡарапмы – төрлө сәбәптәр арҡаһында мөхәббәттәрен юғалтҡан, һуңынан, яратмаған кешегә кейәүгә сығып, ғүмер буйы наҙ, һөйөү көҫәп, ауырыуға дусар булған Сөмбөлдәр, ғаиләләрен һаҡлап ҡалыу өсөн хыянат ҡылырға мәжбүр булған һәм ғүмер буйы хыянаттарының гонаһын күтәреп йәшәгән Нәфисәләр, ирен һауыҡтырыу өсөн әҙәм ышанмаҫлыҡ дыуамаллыҡҡа барған Маһиралар, һөйгәнен төрмәнән ҡотҡарып ҡалыу өсөн ғәйепте үҙ өҫтөнә алған, һуңынан шул мәрхәмәтһеҙҙең хыянатын кисергән, айырылышыу тигән талаш-тартышта балаһыҙ ҡалған, шул тиклем һынауҙарҙан һуң да һынмаған, бөгөлмәгән Дилбәрҙәр ултыра. Улар үҙҙәре яуап таба алмаған һорауҙарға яуап эҙләп килгән театрға. Сәхнәлә үҙҙәрен йә үҙҙәренә оҡшаш героиняларҙың яҙмышын күреп, ниндәйҙер һабаҡ, фәһем алырға тейеш улар. Йәшәр өсөн көс тә кәрәк сөмбөлдәргә. Һинең яныуың бирә уларға ундай көстө. Янып, көлгә ҡалып барған хәлдә ул тәүге мөхәббәте менән осрашырға көс таба үҙендә. Тик ошо осрашыу ҙа уға йән өрә алмай – сәхнәләге Сөмбөлдөң яҙмышы һауала аҫылынып ҡала. Операцияны еңә алһа, бәлки, үҙен үҙе ҡәҙерләргә өйрәнер?! Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышына яҙған һыҙланыуҙарҙы, уларҙың күргән-кисергәндәрен һынландырыу, сәхнәләге бер нисә сәғәт ғүмерең, ысынлап та, янып терелеү менән бер ул.

«Зәйтүнә» спектаклендәге үҙем «актер оҫталығы» тип баһалаған бер күренешкә йәлеп иткем килә иғтибарыңды. Ул күренештә һеҙ сәхнәлә өсәүһегеҙ: Зәйтүнә (Гөлкәй Хәсәнова), уның атаһы (Фәтих Ҡолһарин) һәм һин, Зәйтүнәнең әсәһе. Сәхнәлә, ысынбарлыҡта, барған вағиғалар – Зәйтүнәнең төшө. Ул йоҡлап та ятмай, баҫып тора, күҙҙәре асыҡ, һеҙҙең менән һөйләшә, әммә һеҙ мине, талапсан ғына тамашасыны, был осрашыуҙың төш икәнлегенә ышандыра алдығыҙ. Зәйтүнә: «... был төш кенә, атай!» тигән һүҙҙәрҙе әйтмәһә лә (тәү тапҡыр ҡарағанда мин уның был һүҙҙәрен ишетмәгәнмен дә) аңлашыла ине: һеҙ Зәйтүнәнең төшөн уйнанығыҙ. Оҫталығығыҙ сереме был, әллә башҡа сере лә бармы?

– Нисек кенә оҫта уйнаһаң да, спектакалдең уңышы актерҙарҙан ғына тормай, ул – коллектив ижад емеше. Һеҙ әйткән сәхнәлә беҙҙән башҡа шулай уҡ спектаклдең темаһын асыу өсөн «уйнаған» декорация, музыкаль биҙәлеш, яҡтылыҡ бар. Төп героиня менән ваҡыт, хәтер символы булған ҡом ағымы аша һөйләшеүебеҙ, уңышлы һайланған көй ыңғайына талғын ғына хәрәкәттәребеҙ, тауыш тембры, мимика, баҫып торған урындарыбыҙ, яҡтылыҡ – барыһы бергә төш эффектын барлыҡҡа килтерә. Һүҙҙәрең, хәрәкәттәрең ятлап алынып, ҡабат-ҡабат нығытылһа ла, сәхнәлә актер нимә һөйләгәнен аңлап һөйләргә, аңлап хәрәкәтләнергә, тейеш. Уҡытыусыбыҙ Гөлли Мөбәрәкова беҙҙе образды эшләргә тотонор алдынан: «Ошо ерҙә мин ни эшләр инем?» тип һорарға өйрәтте, мин әле һаман уның кәңәштәренән ситләшкәнем юҡ. Зәйтүнәнең төшөн һынландырыу өсөн дә тәүҙә үҙемдән: «Һуғыш яланында йөрөгән балаһының төшөнә инһә, Әсәй кеше нимә эшләр ине икән?» – тип һораным.

Һәр спектаклдең дилбегәһе, әлбиттә – режиссерҙа.

Артистарҙың сәхнә яҙмышы ла режиссерҙар ҡулында. Шәхсән үҙем Вәзих Сәйфуллин, Әхтәм Абушахманов, Олег Ханов, Илсур Ҡаҙаҡбаев, Илдар Вәлиев кеүек режиссерҙар ҡулында тәжрибә тупланым, биргән һабаҡтары, матур-матур ролдәрҙе миңә ышанып тапшырғандары өсөн уларға ғүмер буйы рәхмәтлемен.

Һин актерҙар араһында ғына түгел, йырсы-актрисалар араһында ла моңоң менән айырылып тораһың. Тауышыңдың йырсы булып китерлек мөмкинлектәре бар. Салауат театрының репертуарында ул һәләтеңде бөтә тулылығында асырлыҡ музыкаль спектаклдәр ҙә юҡ. Йырҙарыңды яҙҙырып, әҙәби-музыкаль тамаша эшләргә иҫәбең юҡмы һәм был һәләт һиңә кемдән күскән?

– Мин үҙемдең йырлай белеүемә бер ҡасан да ул тиклем етди ҡараманым, «Бөрйәндә йырлай белмәгән кеше юҡ ул», – тинем дә ҡуйҙым. Шуға ниндәйҙер йырлы тамашалар эшләү түгел, ә йырҙарымды яҙҙырыу теләге лә булманы бер ҡасан да. Һәр артист минең кеүек кенә йырлай белергә тейеш инде. Йырлай ҙа, бейей ҙә белергә тейеш – һөнәребеҙ беҙҙән шуны талап итә бит. Ә моң миңә Хөмәйрә өләсәйемдән күскән, ул матур йырлай торғайны. Беҙ биш ҡыҙ уның ҡарамағында үҫтек. Атайһыҙ ҡалғанда, миңә – биш йәш, бәләкәй һеңлемә биш кенә ай ине. Әсәй көнө буйы эштә, сөнки балаларҙы нисек тә аяҡҡа баҫтырырға кәрәк, беҙ – өләсәй тәрбиәһендә. Улын бик иртә юғалтыу ҡайғыһынан ул үҙенә йомолобораҡ ҡалды шикелле, артығын һөйләмәй, башын баҫып эшләп, донъя көттө. Яңғыҙы ғына ҡалған саҡтарҙа һуҙып йырлап ебәрер ине, уның көйҙәрен бығаса бер ҡайҙа ла ишеткәнем юҡ, өләсәйем үҙе генә белгән көй ине, һүҙҙәре лә үҙенеке ине. Үҙ яҙмышын йырға һалғандыр, бар һағышын йыр аша сығарғандыр, тип уйлайым хәҙер. Ә мин шым ғына, өләсәйем тертләп, йырлауҙан туҡтап ҡуймаһын тип, тын алырға ла ҡурҡып тигәндәй тыңлап торор инем. Әле лә яңғыҙым ҡалғанда, үҙем дә һиҙмәҫтән, тап уның һымаҡ һуҙып көйләп ебәрһәм, өләсәйемдең һыны күҙ алдына килә, йыр аша уның моңло йәнен тойғандай итәм.

Салауат театры – тәгәрмәс өҫтөндәге театр, ярты ғүмерегеҙ гастролдәрҙә үтә. Үҙ балаларың нисек үҫте? Ижад кешеһенә, терәк-таяныс, тыл кәрәк. Эшеңдән төн уртаһында ҡайтып кереүеңде өйөңдәгеләр аңлап ҡабул итәме?

– Гастролдәрҙән тыш та ғаиләгә бик йоҡмай инде ул артистар. Олег Закир улы беҙҙең театрҙа «Зәйтүнгөл» драмаһын сәхнәләштергәндә, мин улым менән декрет ялында инем, ул мине Хәтирә образына саҡырҙы. Ике-өс айлыҡ ҡына имсәк балам сәхнә артында илап ята, ә мин – сәхнәлә. Актрисалар тормошоноң тамашасыға күренмәгән яғы көнләшерлек, һоҡланырлыҡ түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Аллаға шөкөр, иремдән уңдым, сәнғәт кешеһе булмаһа ла, мине аңлап, һөнәремдең бар үҙенсәлектәрен дә бергә күтәрешә, тылым ышаныслы. Ҡайным менән ҡәйнәм дә һәйбәт кешәләр ине, рухтары шат булһын, һәр ваҡыт аңлап, ярҙам итеп торҙолар. Улар иҫән саҡта, мин донъялағы иң бәхетле килен инем, ҡыҙҙары һымаҡ күрҙеләр мине. Хәҙер улар көткән донъяны һыуындырмай, ҡарап торорға тырышабыҙ. Ҡыҙыбыҙ ситтә, һөнәре буйынса юрист, уның үҙ донъяһы, үҙ мәшәҡәттәре – яңыраҡ олатай-өләсәй булдыҡ, ейәнебеҙ бар. Улыбыҙ йәшерәк әле, ниндәй һөнәр һайлаһа ла, юлы уң булһын. Тормош иптәшем менән беҙҙең теләгебеҙ берәү: ниндәй һөнәр һайлаһалар ҙа, ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә балалар беҙгә ҡарағанда ла бәхетлерәк булһын.

Балаларығыҙҙың сәнғәт юлы менән китергә теләге булманымы?

– Улымда ундай һәләт тойолманы, ҡыҙымдың теләге бар ине, хатта уҡыған йылдарында студент театрында уйнап та йөрөнө ул – ҡаршы төштөм, тип әйтә алмайым, әммә ыңғайына торманым. Тамашасыларҙың алҡыштарынан, уңыштарҙан, балҡыштарҙан, маҡтаулы исемдәрҙән генә тормай бит артист тормошо. Театр һинең йәнең-тәнең менән уныҡы булғаныңды ярата, сәхнәһеҙ йәшәй алмағандарҙың ғына бәхете ул театр. Балаларҙың һөйөп туймаҫ ваҡыттары йә мине сәхнә артынан күҙәтеп, йә ҡайтҡанымды көтөп үтте лә китте, яратып та туя алманым үҙҙәрен. Балалыҡ бәхетенең нимә икәнлеген дә белмәй үҫә артист балалары, шуға мин балаларымдың башҡа һөнәр һайлауҙарын теләнем.

Башҡортостандың халыҡ артисы Нәүфилә Яҡупова өсөн Салауат театрының шинеле күптән тарайған инде, ул Өфө сәхнәләрендә лә үҙ урынын, үҙ тамашасыларын, үҙенә генә тәғәйен ролдәрен табыр ине. Үҙ-үҙемдән: «Тәҡдим булһа, ҡуҙғалып сығып китер инеме икән?» тип һораным да үҙем үк яуап бирҙем: юҡ. Мәктәп, ауыл сәхнәләрендә лә сығыш яһарға оялған ҡыҙҙы халыҡ артисткаһы кимәленә күтәргән театрға йәне менән береккән инде ул. Утыҙ йыл хеҙмәт иткән театры сәхнәһендә ғүмер үренең илленсе баҫҡысына менеп баҫты Бөрйәндән сыҡҡан Салауат актрисаһы. Бәхете лә, таланты менән ҡойған тәхете лә Салауатта уның. Бында уның ҡанаттары нығынған, офоҡтары киңәйгән, көмбәҙҙәре бейегәйгән. Юбилейы айҡанлы осрашып, ул һынландырған Нәркәс, Ынйыҡай, Сөмбөл, Нәфисә, Маһираларҙы барларға тырыштыҡ – осона сыға алманыҡ. Әйткәндәй, Нәүфилә исеме «бүләк» тигәнде аңлата икән. Салауат театры, Салауат тамашасылары өсөн яратылған бүләк ул Нәүфилә Яҡупова.

 

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА

"Тамаша" журналы, №5-2025 й.

Сәхнәләге ғүмерең – янып терелеү менән бер ул...
Сәхнәләге ғүмерең – янып терелеү менән бер ул...
Автор:
Читайте нас