-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!

Республикабыҙҙа бөгөн тәүге тапҡыр Милли бейеү көнө билдәләнә. Тамырҙарыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙға хөрмәт билдәһе булған иҫтәлекле дата Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән булдырылды. Шулай итеп, йыл да 21 октябрҙә тыуған төйәгебеҙҙә йәшәгән халыҡтар рухи асылдың ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле кәүҙәләнеше булған милли бейеүҙәренә айырым ихтирам күрһәтә ала. Байрам өсөн юҡҡа ғына 21 октябрь һайланмаған. Был – арҙаҡлы шәхесебеҙ, башҡорт милли хореографияһына, данлы бейеү ансамбленең үҫешенә нигеҙ һалған Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө. Донъяның күп тарафында танылыу яулаған атаҡлы Башҡортостан бейеү коллективы 1988 йылдан алып уның исемен йөрөтә.

Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!
Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!

Табылдынан бәхет табып

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Айбулат Баһауетдинов менән әңгәмә ихласлыҡтан ғына ҡоролдо.

Башҡорт профессиональ хореография сәнғәтенең бер ынйыһы булған егет һөйләшеп аралашыуға ла бик ылдый булып сыҡты. Уның юғары башҡарыу оҫталығы менән әсир иткән бейеүҙәренән иләҫләнеп, үҙе хаҡында һөйләүен үтендем.

– Мин Башҡортостандың иң йәмле ерендә урынлашҡан Мәләүез ҡалаһында тыуып үҫтем. Ошонда уҡ урта белем алдым. Ҡалала яңы асылған башҡорт гимназияһында ҡурайҙа уйнарға өйрәндем, йыр, бейеү түңәрәктәренә йөрөнөм. Ул ваҡыттағы директор Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы башҡорт балаларын милли рухта тәрбиәләүгә күп көс һалды. Фатир алып, ҡаланың икенсе районына күскәс, 3-сө гимназияла уҡыным. Сәнғәткә ынтылышымды һиҙепме, класс етәксем, музыка уҡытыусыһы Людмила Ивановна фортепьянола уйнарға өйрәтте. Бала саҡтан уҡ йөрәгемдә урын алған башҡорт бейеүҙәренә һөйөү мине Мәләүездәге билдәле «Көнгәк» бейеү ансамбленә алып килде. Тәүге етәксем Лилиә Нәғим ҡыҙына, унан һуң килгән Мәликә Хәйҙәр ҡыҙына ныҡ рәхмәтлемен! – тип, ҙур сәхнәләргә алып сыҡҡан тәүге аҙымдары, һуҡмаҡтары хаҡында һөйләне Айбулат.

Мәктәпте тамамлағас, ул оло хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының хореография бүлегенә юллана. Бейеү сәнғәтенең серҙәренә төшөнөп, ҡанатланып уҡып йөрөгән егет үҙенең мөхәббәтен дә ошонда осрата. Айбулаттың буласаҡ тормош иптәше вокал бүлегендә уҡый. Техникумды тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Бейеү театры»нда эш башлай. Мәшһүр Хәлил Ишбирҙиндың ҡул аҫтында ижад итеү бәхете тәтей талантлы егеткә. Бейеү серҙәренә нығыраҡ төшөнә бара. Унан инде армияға алына. Унда Айбулат хәрби ансамблдә хеҙмәт итә.

– Хәҙер Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләйем. Яратҡан һөнәремә рәхмәтлемен: Рәсәйҙең генә түгел, донъяның бик күп илдәрендә булдым. Ә шулай ҙа Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллегенә еткән ил юҡ икәнлегенә инандым, – ти илһөйәр егет.

Бәләкәй саҡтан уҡ, һәр ял, каникул көндәре ата-әсәһенең тыуған ауылы Стәрлебаш районы Табылды ауылында үтә. Ата-әсәһенең, олатай-өләсәйҙәренең тыуған төйәге булған был йәмле ауылды ныҡ яҡын күрә Айбулат.

– Бик матур ауыл ул! Тауҙар ҡуйынына һыйынып ҡына ултыра. Ниндәйҙер тыныслыҡ, ышыҡ, йылы урын ошондалыр, тим. Туғандарым, дуҫтарым күп унда. Тәтегәс бейҙең бер ярсығы бит мин. Күңелемдәге рух шунан киләлер. Беҙҙең ғаиләлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатай-бабайҙарҙың рухы, иҫтәлеге ныҡ һаҡлана. Ошо ырыуҙың улы булыуым менән ғорурланам, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Баһауетдинов.

Бына ошо Табылды ауылының байрамына әҙерләгән видеоролигы интернет киңлектәрендә бик яратып ҡабул ителде. Уны төшөрөү тарихы менән дә уртаҡлашты бейеүсе.

– Был роликты төшөрөү һис уйламағанда килеп сыҡты. Ауылдың 270 йыллығына арналған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына саҡырылғас, «Көтөүсе йыр» һәм «Һунарсы» бейеүҙәрен башҡарҙым. Көн шундай матур булды! Ғаиләм менән хозур тәбиғәткә һоҡланып, яратҡан тауыбыҙға мендек. Юғарынан ҡараһаң, ауылыбыҙ тағы ла матурыраҡ күренә. Шул гүзәллектән илһамланып, үҙем дә һиҙмәҫтән, бейеп киттем. Шунда ҡатыным Эльвира «Бейеү костюмың машинала бит, әйҙә, кейенеп бейе, ә мин иҫтәлеккә видеоға төшөрәйем!» – тине. Миңә шул етә ҡалды! Ҡанатланып башҡарҙым тау башында бейеүҙе. Ундағы илаһилыҡты видеокамера тапшыра алмай, әлбиттә. Сыбыртҡы тауышы ла роликта бик ишетелмәй, ә тауҙа ул шундай яңғыраны. Ҡайтауазы әллә ҡайҙарға таралды!

Был бейеү миңә айырыуса яҡын: ошо тауҙарҙа атайым менән көтөү көткән, һыбай йөрөргә, сыбыртҡы шартлатырға өйрәнгән малай бит мин. Ансамблгә килгәс, атаҡлы бейеүсе, хореограф Риф Фәтих улы Ғәбитов сыбыртҡы үреү серҙәрен тәрәнерәк өйрәтте, был кәсептең ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған шөғөл икәнен аңлатты. Сәхрәлә сәхнәне тойҙом, тәбиғәт балаһы булған ата-бабалар ҡаны тамырҙарымда тиртеп, дәртем ташып, ошо илаһи мәлде кисерҙем мин был юлы.

«Тауға китте лә юғалдығыҙ, ашым һыуынып бөттө», – тип һуҡранған әсәйемә лә был бейеү оҡшаны. Үҙенең бәйләнештә селтәрендәге битләүенә ҡуйған ролик һә тигәнсе таралды ла китте. Был роликтың тарихы шулай.

Стәрлебаш районы Табылды ауылында уҙған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы хаҡында ла ҡыуанып һөйләне атҡаҙанған бейеүсе. Был сараға ныҡ әҙерләнгән ауыл халҡы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерә ине ул. Шулай булмайса, байрам ысын байрам булһын өсөн бик тырыша ауыл халҡы. Үҙ ихатаһын ғына матурлап ҡалмай, шишмәләр төҙөкләндерелә, яңы арт-объекттар барлыҡҡа килә. Ауылға һыйынып ултырған Ҡыҙҙар тауында «Табылды 270» тигән яҙыу барлыҡҡа килә һәм ҡараңғы төшөү менән был яҙыу ҡояш батареяларынан йыйған яҡтылыҡ менән янып, балҡып тора. Ауыл мәҙәниәт йортона һыу үткәрелә. Байрам үтәһе майҙанда ҙур сәхнә эшләнеп, эскәмйәләр ҡуйыла. Еңеү паркы, Тәтегәс бейгә ҡуйылған стелла тәртипкә килтерелә. 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан ауылдаштарға ла стелла асыла.

Ауылдан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙең исемдәре барланып, иҫәндәренә саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрелә. Ә ауыл данлыҡлы кешеләргә бик бай: Башҡортостандың халыҡ, атҡаҙанған артистары Әнисә Яхина, Илһам Рәхимов, Фәнил Арыҫланғолов, Айбулат Баһауетдинов, атҡаҙанған төҙөүселәр Ғәлим Мөхәмәтов, Миләүшә Латипова, Кәримә Вәхитова, машина төҙөүсе Фәнил Ғайсаров, журналист Мәхмүт Хужин, табип Тимур Вәхитов, нефтехимиктар Тимерша Хөсәйенов, Булат Рәхмәтуллин һәм башҡалар.

Ауылдағы фермер хужалығы етәксеһе Венер Әхәт улы Рәжәпов байрамдың төп спонсоры була. Шул тиклем рухлы, ауыл киләсәге өсөн янып йәшәгән кеше, тиҙәр уның хаҡында. Ҙур ғаилә башлығы, 5 бала үҫтереп, күркәм тәрбиә биргән уҙаман булараҡ ауылдаштары бик хөрмәт итәләр үҙен.

Район етәкселеге, Ҡоролтайҙан килгән ҡунаҡтар байрамға мәртәбә өҫтәй.

Байрамса биҙәлгән тирмәләрҙә милли ризыҡтар, ҙур ҡаҙандарҙа бешкән былау, һатыу өҫтәлдәрендәге төрлө биҙәүестәр барыһының да күңеленә хуш килә.

Өр-яңы тарихи китаптың презентацияһы был байрамдың иң матур өлөшө була. Ауылдың арҙаҡлы шәхесе, тарихсы Радмир Мөхтәр улы Вәхитов Табылды ауылы тарихына ентекле байҡау яһап, төплө мәғлүмәттәр менән байытылған бик матур китап сығарып ҡыуандыра.

– Ауылдаштарға ғына түгел, башҡорттоң тарихы менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә ҡәҙерле бүләк булды ул!

Автор үҙе иҫ киткес талантлы ағай: өҙҙөрөп ҡурайҙа ла уйнай, моңло итеп йырлай ҙа. Ул ойошторған музей бик ҡәҙерле экспонаттарға бай. Ауылдың мәсетен, зыяратын тәртиптә тотоу ҙа – уның хәстәре, – тип ҡыуанып һөйләй Айбулат.
Табылдылар «силсәүит» ҡыҙынан бик уңған икән шул. Байрамды үткәреүҙең төп инициаторы – ауыл биләмәһе башлығы Земфира Мөнир ҡыҙы Ишембәтова була. Байрамда ауылдың ихтирамлы кешеләренә ҙур иғтибар бүленә: иген игеүселәр, ферма хеҙмәткәрҙәре, иң өлкән инәйҙәр, иң йәш граждандар иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуана.

Өлкәндәрҙең, улдары МХО-ла булған әсәләрҙең хәлен белергә, өмәләрҙә ҡатнашырға ла, техника хәстәрләргә лә өлгөрә, тип, яҡшы яҡтан ғына маҡтап телгә алалар ауыл биләмәһе башлығын.

Табылдыны тыуған ауылындай яҡын күреп, һәр матур эшкә, һәр кешенең уңышына ҡыуанып һөйләгән бейеүсене тыңлап, уның ҡанатлы Ер улы икәненә инанып ултырҙым был һөйләшеүҙә.

Башҡортостан Республикаһының профессиональ халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейеүсе артистың үҙенең шәхси уңыштары ла етерлек. Үҙе булдырған бейеү студияһына балаларҙың бик теләп йөрөүенә ҡыуана Айбулат Баһауетдинов.

– Бөгөнгө көндә үҙемдең «Аҡ бүре» тигән бейеү студияһын астым. Төп эш урынымдан тыш бөтөн ваҡытым шунда үтә. Бейергә яратҡан балалар менән эшләйем. Бәлки, улар профессиональ бейеү юлын һайламаҫ, әммә студияла хөкөм һөргән татыулыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек атмосфераһы уларҙа башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү уята. Һомғоллоҡ, нәфислек, матурлыҡты күрә-тоя белеү бала саҡтан тәрбиәләнә бит ул.

Ғаиләһе хаҡында һөйләүҙе үтенгәс, атҡаҙанған артистың йөҙҙәре ҡояштай балҡып китә.

– Аллаға шөкөр, ғаиләмдән уңдым. Тормош иптәшем минең оҙайлы гастролдәрҙән ҡайтыуымды һағынып көтөп тора. Һәр ваҡыт тәмле ризыҡтар бешереп ҡаршы ала. Ҡыҙыбыҙ Алтынайҙың һәләттәрен үҫтереүгә күп көс һала. Ул да бик матур йырлай, музыка мәктәбендә белем ала. Һүрәт төшөрөргә, бәйләргә, тегергә ярата. Табылдыға мөмкинлек сыҡҡан һайын ҡайтырға тырышабыҙ. Ауылда әле 95-се йәшен ҡыуған өләсәйем иҫән. Минең тамырҙарымды тотҡан данлы Юрматы ҡыҙы икәнлеген балам белеп үҫһен тип тырышам! – ти илһөйәр бейеүсе.

Төрлө милләт һәм донъя халыҡтары бейеүҙәрен башҡарып, Рәсәйҙең ҙур ҡалалары, Башҡортостан буйлап гастролдәрҙә йөрөгәндә йөрәгенә шифа бирер тыуған яҡтары, яратҡан ғаиләһе барлығына һөйөнөп, илһам ҡанаттарын йәйеп ижад итә Мәләүез егете Айбулат Баһауетдинов.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА

"Тамаша" журналы, № 5 - 2025 й.

Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!
Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!
Автор:
Читайте нас