Ҡурайҙан айырмалы рәүештә, ҡумыҙ — ҡатын-ҡыҙ һәм балалар музыка ҡоралы: ирҙәр араһында миңә ҡумыҙҙа уйнаусы ғына түгел, унан тауыш сығара белеүсене лә күрергә тура килмәне,— тип яҙа ул, — Өҫтәүенә, айырым осраҡтарҙа мин өлкән ир-аттың ҡумыҙҙы һанға һуҡмау осраҡтарын да күрҙем. Бәлки, был хәл ниндәйҙер боронғо ҡараштарҙан киләлер: уның сәбәбен мин асыҡлай алманым.
Л. Н. Лебединский
С. И. Руденко: «Башҡорт ҡатындарына, ислам диненә ярашлы, артыҡ тауыш сығарырға, көлөргә, музыка менән шөғөлләнергә тыйылған, ә ҡумыҙ ҡатын-ҡыҙға уйнағанда артыҡ тауыш сығармауы, йәшерен уйнағанда тиҙ генә берәй ҡайҙа йәшереү мөмкинселеге булыуы менән бик тә уңай», — тип яҙып ҡалдырған.
Фотола Әбйәлил районында ғына түгел, Башҡортостандағы тәүге ҡумыҙсылар ансамбле.
Фото: Закирйән Мусин.