Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгән ҡыҙ теремек, етеҙ, аралашыусан бала була. Бәләкәстән үк ойоштороусы һәләте асыҡлана, бөтөн ауыл балаларын йыйып, төрлө уйындар үткәреүен ул үҙе лә, шул уйындарҙа ҡатнашҡандар ҙа күңелдәрендә матур иҫтәлек итеп һаҡлай.
Баймаҡ интернат мәктәбендә уҡыған сағында ойоштороу һәләте тағы ла баҙыҡлана төшә.
Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында "Журналистика" бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында ла Рита яҡшы уҡый, гәзит-журналдарҙа, радио, телевидениела сығыш яһай. "Шоңҡар" әҙәби түңәрәгенең эшендә әүҙем ҡатнаша.
Дипломлы белгес булып Рита Өфөлә радиола эшләй башлай. Бик йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар эшләй. Ул алып барған "Айгөл иле", "Аҡ тирәк" тапшырыуҙары көнүҙәк проблемаларҙы асып һала, автор изгелек һәм яуызлыҡ, тәрбиә, ғаилә, тормош мәғәнәһе тураһында уйланырға мәжбүр итә. Был ток-шоу уға журналист булараҡ асылырға, кешеләрҙең психологияһын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Рита Ришат ҡыҙы Башҡортостан телевиденияһында иң тәжрибәле, иң зауыҡлы журналистарҙың береһе булараҡ таныла.
Продюсерлыҡ эшмәкәрлеген ул “Гәлсәр һандуғас” проектынан башлай. Бында башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың телевидениела барған конкурсы була. Тиҙҙән башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусылар өсөн дә яңы конкурс ойоштора ул – “Байыҡ” телевизион конкурсы халыҡ-ара конкурс статусын ала, унда элекке союздаш республикаларҙан, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән бейеүселәр ҡатнаша, бейеү оҫталығында ярыша. “Байыҡ” конкурсы — халыҡ бейеү сәнғәте өлкәһендә башҡорт халыҡ бейеүен популярлаштырыуға йүнәлтелгән өҫтөнлөклө республика проекттарының береһе. Ошо ваҡыт эсендә конкурс тамашасыларҙың һөйөүен яуланы һәм халыҡ-ара кимәлдәге фестивалгә әүерелде. Йыл һайын гала-концертҡа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән бейеү коллективтары килә. Хәҙер балалар өсөн айырым “Байыҡ” конкурсы бар, ул йыл да республикабыҙҙың иң матур ерҙәренең береһендә - Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығында үткәрелә.
Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева “Башҡорт йыры” телевизион конкурсының да продюсеры. Бында профессиональ башҡарыусылар көс һынаша.
Арымай-талмай башҡорт мәҙәниәте өсөн хеҙмәт иткән журналист булараҡ, Рита Өмөтбаеваға Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре тигән юғары исем бирелә.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына лайыҡ була.
Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева бөтә күңеле менән, ғүмере буйы яратҡан халҡына хеҙмәт итә. Уның Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүе бик ваҡытлы, урынлы һәм ҡыуаныслы ваҡиға. Хуплайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!