- Был милли кейем көнөн булдырыуҙың төп сәбәпселәре 2011-2012 йылдарҙа ойошторолған “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары булды тип раҫлай алам. Ошо ойошмаға туплана башлағас, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға “Әйҙәгеҙ, башҡорт милли кейеме беҙҙең төп кейемебеҙ булһын!” тигән саҡырыу ташланды. Башланды дәртләнеп милли кейемдәр тегеү!
Шунан ҡатын-ҡыҙҙар Селтәр, Һаҡал, Яға, Муйынсалар эшләй башланы. Был ҡыҙыл буҫтауға төрлөсә теҙелгән ҡыҙыл мәрйендәрҙән хасил булған түшелдеректәр һәр ырыуҙа үҙенсә атала икәнен дә ағинәйҙәр үҙҙәре асыҡланы. Ул саҡта әле милли кейем сәхнә кейемдәрендәге һымаҡ ҡына күҙаллана ине. Тағы маҡсат ҡуйылды: “Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙең өләсәйҙәрҙең милли кейемдәре, биҙәүестәре нисек булған, шул өлгөләрҙе тергеҙәйек!”. Шунан һуң минең энтузиаст ағинәйҙәрем үҙ ырыуҙары кейемдәрен тергеҙергә тотондо, хаталар өҫтөндә эш башланы. Ағинәйҙәр алдына ҡуйылған “Иманлы булығыҙ, айыҡ булығыҙ, кәсепле булығыҙ, матур булығыҙ!” тигән талапты үтәй бөгөнгө көнгә тиклем “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары.
Бөгөн милли кейемдәге ағинәйҙәр бар сараларҙың уртаһында. Милли кейемдең шул тиклем илаһи, шул тиклем гүзәл булыуын раҫлай йөрөй улар. Улар, әлбиттә, иғтибарҙан ситтә ҡала алмай. Өфөлә тәүге тапҡыр Милли кейем парады ойошторолоуын ишеткәс, мин райондарҙан 700 ағинәйҙе саҡырҙым. Иҫ китерлек илаһи күренеш булды был. Улар булмаһа, был парадҡа беҙҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, артистарыбыҙ ғына сығыр ине. Тулы картина тыуҙырып булмаҫ ине. Ә был юлы Зәки Вәлиди урамында оло бер парад хасил булды. Хатта мәҙәниәт министры Әминә Ивнәй ҡыҙының “Был ниндәй мөғжизә ул?” тип аптырап ҡарап торғаны күҙ алдымда.
Шулай башланды милли кейем һәм биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһыныу. Был ҡыҙыҡһыныуҙы республикалағы ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә, хатта сит илдәрҙә йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ла йоҡторҙо ағинәйҙәр.
Һис шикһеҙ, ошо ваҡиға-күренеш этәргес булғандыр республика етәкселәренең “Милли кейем көнө” тигән байрам булдырыу тураһында ҡарар итеүенә. Башҡортостан Башлығы ҡайҙа ғына йөрөмәһен, ошо матурлыҡҡа иғтибар итә, ағинәйҙәр менән фотоға төшә.
Эйе, шәп байрам! Матурлыҡ байрамы ғына түгел ул. Милли кейем һине тамырҙарыңа йөҙ борорға, тарихи мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһынырға ла мәжбүр итә.
Бөгөн, ана, ейәнсәрҙәр ҙә өләсәләренән эстафета ҡабул итеп, ныҡышып-ныҡышып милли кейемле булырға ынтыла. Минең үҙемдең биш ейәнсәремдең дә милли кейемдәре, биҙәүестәре бар. Был уларҙың үҙҙәренең теләге. Өләсәйгә килһәләр, улар минең гардеробтағы бар кейемде үлсәп, кейеп ҡарай. Улар минең ҡулдан бүләк итеп тик милли биҙәүестәр алыуға өйрәнеп бөткән. Төрлө сараларҙа милли кейемдә йөрөүҙе ғәҙәти хәл итеп ҡабул итә ейәнсәрҙәрем.
Милли асылыңа ҡайтыу был. Был беҙҙе, өләсәйҙәрҙе, әлбиттә, бәхетле итә.