+17 °С
Ясно

ТЕАТРЫМА РӘХМӘТЛЕМЕН!..

“...Театр һәм һинең ошо театрҙа эшләүең һиңә нимә бирҙе, тип һораһалар, мин шулай тиер инем: театр – ул һинең ата-әсәйең һымаҡ, сөнки театр мине тәрбиәләне, спектаклдәрҙе ҡарап тормошто танып белергә, йәшәргә, яратырға өйрәндем...”

ТЕАТРЫМА РӘХМӘТЛЕМЕН!..ТЕАТРЫМА РӘХМӘТЛЕМЕН!..
ТЕАТРЫМА РӘХМӘТЛЕМЕН!..

 “Театр” тиһәң, күҙ алдына тәү сиратта сәхнәлә тиҫтәләгән төрлө образдар кәүҙәләндергән актерҙар баҫа. Әммә уларҙың макияжы, костюмдары, сәхнәләге декорациялар, ут һәм яҡтылыҡ, тауыш - былар барыһы ла профессионалдар командаһының эше һөҙөмтәһе. Театр хеҙмәткәрҙәренең һөнәрҙәре һәм эштәре лә төрлө, әммә уларҙың бөтәһен бергә берләштергән тойғо - театрға һөйөү!..  Барлыҡ белгестәрҙең берҙәм һәм йүнсел эшләүе арҡаһында ғына театр көслө бер механизм булараҡ эшләй. Театрҙың уңышлы ижад итеүенең сере лә бөтә коллективтың берҙәм булып эшләүендә: һәр белгес дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индереп, артистарға иркенләп ижад итер өсөн шарттар булдырыуға ярҙам итә.

Күп тапҡыр һынағаным бар – Театр ғали йәнәптәре осраҡлы кешеләрҙе яратмай, уға бөтә йөрәгеңде биреп тоғро хеҙмәт иткәндә генә театр донъяһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанырға мөмкин. Минең бөгөнгө героиня Рима Зәйнулина – тап шундайҙарҙан, ул йәмғеһе 52 йыл театрҙа эшләй, шуның 40 йылдан ашыуын – диктор-тәржемәсе сифатында, ә бөгөнгө көндә – өлкән администратор. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 105 йыллыҡ юбилей йылында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рима Ирек ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.  

  • Рима Ирек ҡыҙы, һеҙ йәш саҡта театрҙар гөрләп торған осор булған бит инде, театрҙа эшләү –һеҙҙең хыялығыҙ инеме?
  • Мин Өфө ҡалаһының 93-сө мәктәбендә белем алдым, хәҙер ул мәктәп ЮНЕСКО ҡарамағында, физика-математика йүнәлешендә ине. Мәктәптәп ҙур драма түңәрәге һәм бейеү ансамбле бар, ине, мин ижадтың уртаһында ҡайнап йәшәнем һәм һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, бөтәһен дә шаҡ ҡатырып, Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссерҙар әҙерләү бүлегенә документтарымды тапшырҙым. Ә унда имтихандың шарттары буйынса театрҙың нимә икәнен белмәйенсә, уҡырға алмайҙар. “Ана, академтеатрға барығыҙ, унда дикторға конкурс бара, әгәр үтһәгеҙ, театр менән яҡындан танышырға мөмкинлек буласаҡ” - тинеләр. Мин һәм тағы ла бер-нисә абитуриент бәхетебеҙҙе һынарға киттек – театрға килһәк, диктор булырға теләүселәр егерменән ашыу икән, һәр беребеҙҙе тыңлап ҡаранылар, магнитофон таҫмаһына тауыштарыбыҙҙы яҙҙырып та алдылар. Икенсе көнө конкурс һөҙөмтәһен белергә барған инем – “Ҡотлайбыҙ, һеҙ конкурстан үттегеҙ, әйҙәгеҙ эш урынығыҙҙы күрһәтәбеҙ” – тиҙәр. Шулай итеп, мин 1972 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына диктор-тәржемәсе булып эшкә урынлаштым.
  • Ҡырҡ йылдан ашыу һеҙ театрҙың алыштырғыһыҙ диктор-тәржемәсеһе булып эшләнегеҙ...
  • Иң яратып башҡарған эшем булды ул! Тәржемә иткән тәүгем спектаклем – ул Мостай Кәрим пьесаһы буйынса «Салауат. Өн аралаш ете төш» спектакле ине, уны режиссер Лек Вәлиев ҡуйҙы, рәссамы Ғәлиә Имашева, композиторы Заһир Исмәғилов, балетмейстеры – Хашим Мостаев. Салауат ролен Әхтәм Абушахманов башҡарҙы, ул ваҡытта йәш кенә, үҙе ҡойоп ҡуйған Салауат ине! Унда уйнаған һәр бер актер һаман күҙ алдымда тора. Бына шулай актерҙарға ғашиҡ булып башланым мин үҙ эшемде һәм ғүмерем буйына бар күңелемде биреп диктор-тәржемәсе эшен алып барҙым.
  • Ҡасан администратор эшен үҙләштерә башланығыҙ?

– Элек театр ныҡ популяр булды һәм беҙҙең коллективҡа Черниковка биҫтәһендә лә даими сығыш яһап торорға тигән йөкләмә бирә инеләр. Бер мәл театр етәксеһе саҡырып алды ла: “Рима Ириковна, һеҙ бик әүҙем, кеше менән һөйләшә-аралаша беләһегеҙ, шуға күрә һеҙгә тәҡдим бар - айына ике тапҡыр Өфө моторҙар эшләү мәҙәниәт һарайында спектаклдәр уйнайбыҙ, шунда тамашасылар йыйыуҙы хәстәрләһәгеҙ ине” – тип үтенде. Риза булдым, ни тиһәң дә, ул мәҙәниәт һарайы беҙҙең икенсе сәхнә һымаҡ булды, айына ике тапҡыр тулы залдар ойоштора инем, ә унда тамаша залы һигеҙ йөҙҙән ашыу кешегә иҫәпләнгән. Шулай ике эште бергә алып бара башланым. Хатта йәмәғәт эштәренә лә инеп киттем.

  • Үҙегеҙгә сәхнәгә сығып уйнарға ла тура килгән бит?
  • Эйе, ундай хәлдәр ҙә булды. Диктор-тәржемәсе булғас, мин спектаклдең текстарын яттан тиерлек белә инем. Бер ваҡыт Лек Вәлиев саҡырып алды ла: “Хәлдәр шәптән түгел, бер актриса эштән китте. Ә беҙгә Ҡазанға гастролгә барырға. Башҡа актрисаны индерә алмайбыҙ, һүҙҙәрен ятлап өлгөрмәйәсәк, ә һин ул спектаклде күп тапҡыр тәржемә иттең, матур йырлайһың да, спектаклдә Раушания ролен уйнай алаһыңмы?” – ти. Мин шаҡ ҡаттым. “Яңылыш татарса әйтеп ебәрһәм?” – тим. “Ярай, Ҡазанда уйнайбыҙ бит, аңғармаҫтар, киреһенсә шатланырҙар” – ти. “Ә берәй урында яңылышһам?” – тип тағы һорайым. “Уныһы өсөн борсолма” – тип ризалығымды алып сығарып ебәрҙе. Шулай итеп, мин Әнғәм Атнабаевтың пьесаһы буйынса “Игеҙәктәр” спектаклендә уйнап сыҡтым: Тимур Муллабаев менән 2-3 көн репетиция үткәрҙек. Ике-өс урында ғына сығырға кәрәк булһа ла, шул тиклем яуаплы булды ул минең өсөн – Зинира Атнабаева, Роза Кәримова, Шамил Рәхмәтуллин, Асия Нафиҡова менән бергә уйнап сыҡтым. Әгәр берәй сәхнәлә яңылышһам, Тимур мине күтәреп ала ла, өйрөлтөп алып сығып китә ине. Һуңынан Рифҡәт Вәкилевичтан: “Нисек үтте?” – тип һораған инем, “Шәп йырлайһың!” – тип яуап бирҙе. Мин, ысынлап та, матур йырлай инем һәм йырларға ла ярата инем, шуға күрә һуңынан да күмәк сәхнәләргә сығара инеләр – мәҫәлән, “Йәшлек менән хушлашыу” спектаклендә мин хатта Хәмит Шәмсетдинов менән партнер булараҡ уйнаным – күҙ алдына килтерегеҙ: Хәмит ниндәй мөһабәт һәм оҙон һәм мин бәләкәй генә, нәҙек кенә ҡыҙыҡай! Шулай итеп, һүҙһеҙ генә лә сағыу ролдәр тыуҙырырға була икәнен мин артистарға күрһәтеп бирҙем ул... (көлә)
  • Етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ булған бит һеҙгә...
  • Тап шулай. Был эш һинеке, быныһы – минеке тип һайланып тормай инек. Мәҫәлән, минең диктор урыны тауыш режиссеры менән йәнәш ине. Ҡайһы ваҡыт егеттәр ауырып китһә, йә башҡа хәл булһа, мин хатта радист булараҡ спектаклде музыкаль яҡтан да алып бара инем. Иҫемдә, йәйге гастролдәр ваҡыты, дүрт төркөмгә бүленеп, республиканың төрлө райондарына сығырға тейешбеҙ. “Тапшырылмаған хаттар” менән сығыусы төркөмгә радист (тауыш режиссеры) юҡ, ә ул музыкаль биҙәлеш яғынан ҡатмарлы ғына спектакль ине, сөнки йыш ҡына лейтмотивын бирергә, йырҙарын ҡуйырға кәрәк – ай ярым дауамында ошо спектакль менән гастролдәрҙә тауыш режиссеры булараҡ йөрөп ҡайттым. Ул гастролде һаман онота алмайым – төнъяҡ райондарға сыҡҡан инек, ул яҡтарҙы күргәнем юҡ ине, мин хозур тәбиғәтенә, халҡына һоҡланып йөрөнөм, ә уларҙың ҡунаҡсыллығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел – күтәрелп тиерлек йөрөттөләр.
  • Олоғая барған һайын йәшлек һағындыра, тиҙәр...
  • Нисегерәк һағындыра әле!.. Мин бигерәк тә өлкән быуын артистарын һағынам. Элек бит театрҙа тотош династия менән эшләйҙәр ине. Мәҫәлән, Атнабаевтар ғына ни тора! Улар бит көллөһө беҙҙең театрҙа эшләне – Зинира апай – актриса, ҡустыһы Фәнис – ҡораусылар цехында, килене Илгизә – гример, һеңлеһе Әҙисә – реквизит, улы Аяз – яҡтыртыу цехында, килендәре Зилә – актриса, ҡыҫҡаһы, улар һәр бер цехта эшләй ине. Берәй сара булһа, улар йәһәт кенә йыйылышып, сәй табыны ойоштороп ебәрәләр, үҙҙәре генә ултырмай, тотош театрҙы саҡыра инеләр.
  • Тамашасылар менән эшләү цехына башкөллө ҡасан күстегеҙ?
  • Олег Закир улы Ханов театрҙың художество етәксеһе булып ҡайтҡас, мине саҡырып алды ла, “Рима Ирековна, республика буйлап та, күрше өлкәләрҙә лә ҙур гастролдәр ойошторорға, стационарға ла тамашасылар йәлеп итергә кәрәк. Ә һеҙ –тәжрибәле, театрыбыҙҙың ижадын һәм беҙгә йөрөгән тамашасыларыбыҙҙы ла яҡшы беләһегеҙ, шуға күрә тамашасылар ойоштороу цехына һеҙҙең ярҙам итеүегеҙҙе һорайым, администратор булып күсегеҙ” – тип тәҡдим итте. Һәм башланып китте беҙҙең сәфәрҙәр, гастролдәр... Быға тиклем, минең Ҡазанға гастроль ойошторғаным булды – Рифҡәт Вәкил улы етәксе булып эшләгән осорҙа мине саҡырып алып, бер бит ҡағыҙға яҙылған фамилияларҙы бирҙе лә: “Бына һеҙгә Ҡазандың төрлө ойошмаларында эшләгән, Башҡортостандан сыҡҡан етәкселәр исемлеге, уларға барығыҙ, гастролдәр ойоштороуға яҡташтарҙан ярҙам һорайыҡ” – тип сығарып ебәргән ине. Ошо тәжрибә администратор эшенә күскәндә ярҙам итте лә инде. Башҡортостандың ҙур ҡалалары, район үҙәктәре, Мәскәү, Силәбе, Ырымбур, Екатеринбург (ә унда бер меңдән ашыу тамашасыға иҫәпләнгән зал!) һәм башҡа ҡалаларға коллективты алып сыҡтым. Һәм ошо эшкә башкөллө сумып киттем, был минең эшем, мин сәғәттәр буйынса беҙҙең спектаклдәр тураһында һөйләй алам, ғөмүмән, тамашасылар менән аралашырға яратам – улар араһында төрлө һөнәр, төрлө ҡарашлы кешеләр бар, әммә улар беҙҙең театр тамашасылары, улар ҙа минең кеүек беҙҙең театрҙы яраталар,  улар хатта төндә лә миңә шылтыраталар, араһында яҡын дуҫтарым булып киткәндәре лә бар.
  • Һеҙҙе театрға алып килгән режиссер булыу хыялы тормошҡа аштымы?
  • Бер ни кимәлдә ашты. Театр донъяһында танылған режиссер булып китмәнем, әлбиттә. Әммә режиссер һөнәрен үҙләштерҙем. Эшләнем дә, уҡыным да. Минең уҡытыусыларым – иҫ китмәле ҙур шәхестәр: Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев - ул тәүҙә беҙҙә эшләне, һуңынан Рус драма театрының художество етәксеһе булып күсте – һәм Рафаэль Әйүпов. Бер-нисә кеше мәктәптән һуң булһаҡ, ә күбеһе – Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһынан килгән студенттар ине. Мин икенсе курста уҡығанда үҙемде һынап ҡараным, әсәйем сығышы менән - Мишкә, атайым Балтас районынан булғас, мин дә шул яҡтарға юлландым: Мишкәлә “Һандуғастар килде беҙгә” исемле спектакль ҡуйҙым, унда  йырсы Шамил Хәмәҙинуров, журналист Флорид Бүләков ҡатнашты, үҙегеҙ беләһегеҙ, һуңғараҡ улар бик билдәле шәхестәр булып китте. Спектакль шул тиклем уңышлы барҙы, колхозсылар өсөн яландарға сығып уйнай инек. Һуңынан режиссер булараҡ Орджоникидзе мәҙәниәт һарайында башҡорт театр төркөмөн етәкләнем. Үҙем уҡып сыҡҡан  мәктәптә драма түңәрәктәрен алып барҙым – мәктәп программаһына ярашлы темаларға театрлаштырылған тамашалар ҡуйҙым. Мин бит хатта Башҡорт дәүләт аграр институтында ла драма түңәрәген алып барҙым – Урта Азияла гастролдә булған саҡта “Студенттар” тигән пьеса табып алып ҡайтҡан инем, талантлы студенттар менән шуны сәхнәләштерҙек, әйткәндәй “халыҡ театры” тигән исемгә лә дәғүә итә инек, тик мин декрет ялына китеп барҙым. Минән һуң Рәфил Нәбиуллин, Олег Ханов улар менән эшләне. Тормошта бер нимә лә осраҡлы түгел, тиҙәр бит – һәм был ысынлап та, шулай,  бына шул Аграр институтында миндә драма түңәрәгендә шөғөлләнгән студенттар һуңынан райондарға ҡайтып, колхоз рәйестәре, партком кеүек етәксе вазифалар биләй башланылар һәм улар миңә беҙҙең театрҙың гастролдәрен ойошторорға ярҙам итте.
  • Театрҙа спектакль ҡуйырға мөмкинлек булдымы һуң?
  • Эйе, 1978 йылда, мин 4-се курста уҡығанда Лек Вәлиев Назар Нәжмиҙең “Ҡыңғыраулы дуға” пьесаһын ҡуйҙы, мин шунда икенсе состав менән эшләнем. Бер спектакль булһа ла, әммә ике состав булғас, ике төрлө спектакль һымаҡ ине, һуңынан уны берләштереп ҡуйҙылар.
  • Артистарға тәнҡит һүҙҙәре әйткәнегеҙ булдымы?
  • Бер хатам булды. Хәй Фәхриевтан: “Ниңә һин дуғаны алып, 5-6 тапҡыр сәхнәгә сығаһың?” – тип һораным. Баҡтиһәң, ул шулай образ эҙләгән. Минең әйткәндәрҙе Ғәзим ағай Туҡаев та йөпләне – “Ҡыҙыҡай дөрөҫ әйтә ул” – тине. Хәй ағайҙың ғаиләһе менән дуҫ инем, кисен уларға барҙым һәм шунда уның ҡатыны Лүзә Фәхриева миңә: “Танылған, абруй ҡыҙанған артистарға кеше араһында тәнҡитләргә ярамай” – тип үпкә ҡатыш шелтә белдерҙе.
  • Рима Ирек ҡыҙы, һеҙҙең диктор булараҡ тәжрибәгеҙ ҙур. Һеҙҙең урынға спектакль тәржемә итергә тура килгәндә шуға иғтибар иттем – ҡайһы-бер спектаклдәрҙең рус теленә тәржемәһе лә юҡ ине, тик башҡорт текстары өҫтөнә ара-тирә русса һүҙҙәр генә яҙылған...
  • Ундай хәлдәр ҙә булды. Мин бит спектаклдәрҙе яттан белә инем, шуға күрә тексһыҙ ҙа тәржемә итеүҙең бер ҙә ҡыйынлығы булманы.
  • Театрҙа тағы ниндәй эштәр башҡарҙығыҙ?
  • Диктор-тәржемәсе, администратор, директорҙың тамашасыларҙы ойоштороу эше буйынса урынбаҫары, профком рәйесе лә булдым – көн-төн театрҙан сыҡмай эшләй инек. Театр һәм һинең ошо театрҙа эшләүең һиңә нимә бирҙе, тип һораһалар, мин шулай тиер инем: театр – ул һинең ата-әсәйең һымаҡ, сөнки театр мине тәрбиәләне, спектаклдәрҙе ҡарап тормошто танып белергә, йәшәргә, яратырға өйрәндем... Театрыма рәхмәтлемен!..
  • Элекке һәм бөгөнгөнө сағыштырғанда?
  • Элек тормош еңелерәк булған һымаҡ– әллә ул саҡта беҙ үҙебеҙ йәш булғанға микән? Хәҙерге йәштәрҙе бигерәк тә йәлләйем – көн һайын театрҙа спектаклдәр, төрлө саралар күп уҙғарыла, ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә кәрәк – йәштәрҙең ҡайҙан быға ваҡыты етһен?! Шуға күрә уларҙы бер яҡтан йәлләйем дә, икенсе яҡтан улар менән һоҡланам – матур, тәрбиәле, талапсан һәм эшһөйәр беҙҙең йәштәр!
  • Хәтерегеҙгә уйылып ҡалған кәңәш һүҙе ниндәй?
  • Беҙҙең атай-әсәйҙәрҙең “Эй, балаҡайым, кешене берүәк рәнйетмә, сөнки уның күҙҙәре менән уның балалары, ейәндәре илар” – тигән һүҙе. Һәм тағы ла – мин бумерангҡа ышанам – нимә эшләһәң дә, ул кире үҙеңә әйләнеп ҡайта.
  • Эш урынын алмаштырып ҡарарға теләк булдымы?
  • Саҡырҙылар, әлбиттә. Әммә минең бер ваҡытта ла ундай уйым булманы, сөнки мин театрҙа үҙемде өйөмдә һымаҡ тойҙом.
  • Беҙҙең театрға ҙур-ҙур сират тороп билет һатып алған замандарҙы күргән кеше бит һеҙ...
  • Эйе, булды ундай ваҡыттар! Интернет та, телевидение ла донъяны баҫып алмаған саҡта булды ундай хәлдәр: тамашасылар “Актерҙар йорто” туҡталышынан алып беҙҙең театрға тиклем “Ғәлиә” спектакленә билет алырға сиратҡа баҫҡан ине. Хәҙер бит театр һөйөүселәргә һайлау мөмкинлеге бар – беҙҙең театр, опера театры, “Нур” театры, Русдрамтеатр, Йәштәр театры – бына күпме урында спектаклдәр ҡарап була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, көн һайын беҙҙең тамаша залыбыҙ туп-тулы, хатта билеттар етмәй ҡала!.. Сират тигәндән, беҙҙең “Ғәлиә”, “Тапшырылмаған хаттар”ҙа уйнаған актерҙарға ла сират теҙелә ине. Бер шулай Ҡазанда гастролдәр бара, спектаклдән һуң сығабыҙ һәм ни күрәбеҙ: уң яҡта – Фидан Ғафаровтың ижадына ғашиҡ булған ҡатын-ҡыҙҙар теҙелгән, ә һул яҡта – Заһир Вәлитовтың тамашасылары.
  • Актерҙар менән яҡындан дуҫ булдығыҙмы?
  • Илдар Сәйетов, Миңзәлә Хәйруллина, Гүзәл Маликова, Рәфил Нәбиуллин кеүек актерҙар менән ғүмер буйы йылы мөнәсәбәттә булдым. Илсөйәр Ғәзетдинова менән яҡын әхирәттәр тиһәк тә була, ул үтә ныҡ талапсан ине, мин тәүҙәрәк хатта ҡурҡа торғайным унан, әммә һуңынан уның холҡон белгәс, ғаиләһе, партнерҙары өсөн өҙөлөп торған кеше икәнен белгәс, эҫенеп киттем. Хөрмәтулла Үтәшев тураһында айырым әйткем килә – ул театр етәксеһе булған осорҙа шул тиклем матур итеп эшләнек, сөнки ул үҙе лә янып эшләй, башҡаларға ла тынғы бирмәй, театр өсөн, ижад өсөн тырышҡан кеше, ғәҙел етәксе булды, әле лә уның һүҙенә ҡолаҡ һалалар, кәңәшен тоталар артистар. Бөгөнгө йәштәр – улар башҡаса, заманса ҡарашлы, дәртле, талантлылар – был һүҙҙәрем артистарға ғына түгел, театр етәкселәренә лә ҡағыла. Мин директорыбыҙ Иршат Фәйзуллинға рәхмәтлемен, ул ярҙамсыл, кеселекле һәм шул ваҡытта бик абруйлы ла. Минең эшем – спектаклдәргә билет һатыу, бүрене аяғы туйҙыра тигәндәй, беҙҙең эш хаҡы ла спектаклдәр сифатынан тора, ә беҙҙең баш режиссер Айрат Абушахманов - эҙләнеүсән, замандаштарҙың күңел талабына яраҡлы спектаклдәр ҡуя.
  • Рима Ирек ҡыҙы, матурлыҡ төшөнсәһенә күсәйек, һеҙ пион һәм астра сәскәләрен яратаһығыҙ, шулай бит?
  • Үлеп яратам! 30 йыл элек Аэропорт яғынан беҙҙең театр коллективына ер бүлеп биргәс башланды баҡса эше менән мауығыуым. Унда сәскәләр генә түгел, алма һәм груша ағастары ла үҫә. Тәүҙә бик күптәр баҡса ҡарай ине, хәҙер унда театрҙан бер үҙем ҡалдым тиерлек. Элек йәйге ялдар өс айға тиклем ине, шуға баҡсамда рәхәтләнеп йәшәй инем, бөгөн баҡсала улай оҙаҡ ятып булмай, әммә яратҡан шөғөлөмдө ташларға йыйынмайым.
  • Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетле тип әйтә алаһығыҙмы?
  • Эйе. Мин, ысынлап та, бәхетле. Тыуғанда һәр кешенең маңлайына яҙмышы яҙылған була, тиҙәр, минеке лә шулай булһа – мин бәхетлемен, тип әйтә алам. Минең ике ҡыҙым Нурия һәм Ренара бар. Үкенескә ҡаршы, тормош иптәшем менән айырылдым, әммә балаларыма лайыҡлы тәрбиә һәм белем бирҙем, улар эшһөйәр, аҡыллы булып үҫтеләр. Бөгөнгө көндә улар икеһе лә кейәүҙә, тормошта улар үҙҙәрен таптылар, минең өсөн өҙөлөп торған дүрт ейән-ейәнсәрем бар. Тәүге ейәнсәрем Диана Санкт-Петербургта авиация университетын тамамланы, аэропортта эшләп йөрөй, икенсе ейәнсәрем Рената кооператив институтын тамамланы, уҡып та, эшләп тә йөрөй. Өсөнсө ейәнсәрем Катя кейем дизайны буйынса һөнәр үҙләштерә, ейәнем Артур мәктәптә 8 синыфта уҡый.  Йәшәргә үҙ өйөм бар, ғүмер буйы яратҡан эшемдә эшләнем, ғаиләмдәй яҡын күргән коллективым, дуҫтарым, коллегаларым хөрмәт итәләр, балаларым минең өсөн өҙөлөп тора – ошо үҙе бәхет түгелме ни?!  Әлбиттә, бәхет! Мин бик бәхетле кеше!
  • Рима Ирек ҡыҙы, һеҙҙең менән бергә бөгөн театр донъяһын тағы ла бер яҡтан астыҡ. Әңгәмә өсөн рәхмәт. Артабан да яҡындарығыҙҙың күңел йылыһын тойоп, бәхетле йәшәргә насип булһын һеҙгә!

Динара  Ҡәйүмова,

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш мөхәррире.

"Тамаша" журналы, №3-2025 й

ТЕАТРЫМА РӘХМӘТЛЕМЕН!..
ТЕАТРЫМА РӘХМӘТЛЕМЕН!..
ТЕАТРЫМА РӘХМӘТЛЕМЕН!..
ТЕАТРЫМА РӘХМӘТЛЕМЕН!..
ТЕАТРЫМА РӘХМӘТЛЕМЕН!..
ТЕАТРЫМА РӘХМӘТЛЕМЕН!..
ТЕАТРЫМА РӘХМӘТЛЕМЕН!..
Автор:
Читайте нас