

Һын-ҡиәфәтенә илаһи уттың ҡағылышы күҙгә бәрелеп торған сибәр актрисаларҙың береһе ул. Ҡарамаҡҡа 50 йәшен түңәрәкләүенә ышанырлыҡ та түгел. Дүрт балаға әсәй, әлегә бер генә бөртөк ейәнсәрҙең өләсәһе икәнлеген дә уйлаһаң, Матурлыҡ алиһәһенең төҫ ташламауына һоҡланырға ғына ҡала. Уның һылыулығы алдында ваҡыт көсһөҙ – йылдан-йыл сағыулана барған кеүек ул миңә. Бер-нисә йыл элек уның тормош иптәше, Салауат башҡорт дәүләт драма театрының директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошовтан интервью алырға тура килгәйне. Уның: «Мин тәү күреүҙән үк Минзиләгә үлә яҙып ғашиҡ булдым, йылдар үткән һайын уға ҡарата хистәрем тәрәнәйә генә», – тиеүе һоҡландырғайны. Үҙен яраттыра белә икән – илаһи көс Минзиләнең булмышына ла ҡағылған, тимәк. Юғиһә, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлегенә имтихан биреп йөрөгән мәлендә быйыл ғына мәктәпте тамамлаған ҡыҙ баланың, шулай уҡ үлә яҙып ғашиҡ булып, йәнен-тәнен биләп алған мөғжизәле тойғоноң яратыу икәнлеген дә аңламаған хәлдә, танышыр-танышмаҫ элек: «Мин һиңә өйләнәм!» – тигән егеткә эйәреп, күрмәгән-белмәгән яҡҡа ҡунаҡҡа китеп барыуын нисек аңларға мөмкин?! Илаһи ут артынан эйәргәндер ул. Илаһи көстөң ҡатнашы бар был ваҡиғала, валлаһи...
– Минзилә, һөйләшеүҙе шәхси тормошоғоҙға бәйле һорауҙан башлағы килә. Күптән түгел «Бәйләнештә» селтәрендә ошондай яҙмаға тап булдым: 8 Март байрамына тормош иптәшегеҙ һеҙгә Искәндәр Ғәзизов башҡарыуында үҙенең һүҙҙәренә Азат Исҡужин яҙған «Мин бәхетле» тип аталған йыр бүләк иткән. Ул йырҙың һәр юлы һөйөү һәм һоҡланыу хистәре, рәхмәт һүҙҙәре менән һуғарылған:
Бергә булһаҡ ине сикһеҙ ваҡыт,
Һөйөп туя алмайым мин һаман.
Тәүге күргән төҫлө һөйгәнемдең
Нурлы күҙҙәренә мин бағам...
Үҙенә генә арналған йыр тураһында хыялланмаған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр ул. Һоҡланыусылар ҙа, көнләшеүселәр ҙә күп булғандыр. Үҙегеҙ ниндәй уй-тойғолар кисерҙегеҙ?
– Айбулаттың миңә атап яҙған шиғырҙары байтаҡ. Уларҙың бер-нисәүһе, көй яҙылып, йыр булып йәшәй. «Минзиләкәй» исемлеһе лә бар. Был шиғырын байтаҡ йылдар элек уҡып ишеттергәйне инде ул миңә, йыр булып донъя күреүе байрамға тура килгәс, уны байрам бүләге итеп тыңлатты. Ысынлап та, күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәлтерлек үҙенсәлекле, матур бүләк, матур йыр. Һүҙҙәре матур. Ҡатын-ҡыҙға күп кәрәкме ни?! Әҙ генә иғтибарға ла ҡояштай балҡып китәбеҙ. Мин дә тап шулай, ҡояштай балҡып ҡабул иттем ул йыр-бүләкте. «Һеҙ бәхетле...», «Бәхетегеҙгә күҙ теймәһен», – кеүегерәк комментарийҙар, смс-тар күп булды, әлбиттә. Мин, ысынлап та, бәхетле ҡатын. Юлымда Айбулат осраған өсөн Хоҙайыма рәхмәт. Итәғәтле, иғтибарлы ул тәрбиәләгәндәре өсөн ҡайны-ҡәйнәмдәргә рәхмәт. Миңә ҡанаттар ҡуйған мөхәббәте өсөн Айбулатҡа рәхмәт. Уның янында миңә рәхәт, ул мине бәхетле итте: ышаныслы терәк, һөйөклө йәр, балалары өсөн өҙөлөп торған атай, ғаилә тотҡаһы, донъялағы иң яҡшы олатай ҙа ул.
– Һеҙ тәү күреүҙән бер-берегеҙгә ғашиҡ булғанһығыҙ. Мөхәббәтегеҙ хаҡында кинофильм төшөрөргә була...
– Имтихандар ваҡытында сәнғәт институтының коридоры гөж килеп тора бит ул: кем йырлай, кем бейей, кем шиғыр һөйләй, кем этюд әҙерләй. Мең ғаләм халыҡ араһында гитарала уйнап йырлап ултырған егет шундуҡ күҙгә ташланды: бөҙрә сәсле, ҡара ҡашлы, моңло бәрхәт тауышлы. Ул да миңә ҡарап-ҡарап алған һымаҡ. Икенсе турға үтеүемде белеп шатланып торғанда, оло ғына йәштәрҙәге бер ағай гитара тотҡан теге егет менән эргәмә килеп баҫты ла һүҙ ҡушты:
– Һеҙ ҡайһы яҡтан, һылыу?
– Миәкәнән.
– Таныш булығыҙ: Белорет егете Айбулат! Этюдҡа шәп пар, бергәләп эшләгеҙ, – тип, ай-вайына ҡуймай, беҙҙе кафеға алып китте. Барғас аңланым, ул Айбулаттың ике туған ағаһы булған икән. Башты юғалтып ғашиҡ булыу шулай булалыр инде: шул танышҡандан һуң беҙ Айбулат менән башҡаса айырылманыҡ. Икебеҙҙең дә уҡырға ҡабул ителгәнлекте белгәс, ул мине Ишембай районы Ҡарайған ауылында йәшәгән өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа алып китте. Барғансы өләсәһен маҡтап туя алманы. Барып инһәк, Айбулат һөйләүенә ҡарап мин күҙаллаған ғына өләсәй: «Һаумы, килен. Әйҙә, үт», – тип ҡаршы алды беҙҙе. Шулай итеп мин Ҡотошовтарҙың төп йортона, үҙем дә аңламайынса, килен булып төштөм дә ҡуйҙым. Бәндәне яҙмыш йөрөтә, тиҙәр бит. Айбулат менән бер-беребеҙгә яҙған йәрҙәр булғанбыҙҙыр, күрәһең. Туйыбыҙ ваҡытында шуға тағы ла бер тапҡыр ышандыҡ. Беҙҙең яҡта шундай йола бар: ҡыҙҙың бирнәһе менән бергә ике биҙрә бойҙай килтереп, йәш ғаиләгә бәхет, бәрәкәт, етеш тормош теләп, егет үҫкән өйҙөң баҡсаһына, йорт-ҡураның нигеҙенә һибәләр. Беҙ шул йоланы үтәп бөтөүгә, алдыбыҙға ғына ике аҡ күгәрсен осоп килеп төштө. Ололар был хәлде беҙҙең никахҡа Күктәрҙең фатиха биреүе, тип юранылар, Айбулат менән икебеҙ бәхет билдәһе тип ҡабул иттек. Шунан бирле, Аллаға шөкөр, утыҙ өс йыл бергәбеҙ. Әле һаман уның артынан бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөйөм. Ҡулыбыҙға диплом алғас, ике йәшлек ҡыҙыбыҙҙы күтәреп, Сибайға барып төпләндек. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында икебеҙ ҙә артист булып эшләп, береһенән береһе матурыраҡ ролдәр ижад иттек. Сәхнәлә ул минең һөйгән йәрем дә, ирем дә, атайым да булды. Һөнәри яҡтан бергәләп үҫеп, байтаҡ тәжрибә туплағас, Сибай халыҡ театрын тергеҙеп, спектаклдәр ҡуйҙыҡ. Икебеҙ бергә сәхнәләрҙе бер итеп ижад иткән мәлдәр матур төш кеүек кенә хәҙер.
– Тормошобоҙ матур төш кеүек кенә, тип әйтеүе генә анһат. Ул матур төш хаҡына ниндәйҙер ауырлыҡтар кисерергә лә, нимәнәндер ваз кисергә лә тура килгәндер?
– Тормош булғас, барыһы ла булды инде. Әммә бер-береңде яратып, уртаҡ уй-хәстәрҙәр менән йәшәгәндә, бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңел генә еңеп сығырға мөмкин. Бала менән уҡыуы ауыр булыр тип, академик отпуск алырға ҡарар иткәс, төркөмөбөҙ етәксеһе профессор Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев: «Беҙ күмәк бит, ҡыҙым, бергәләп ҡарарбыҙ», – тип, мине ул уйымдан туҡтатып ҡуйҙы. Атайҙарса хәстәрлеге өсөн Ғабдулла ағайға мин әле һаман рәхмәтлемен. Уҡыуға бала менән йөрөгән мәлдәрҙә ҡыҙыбыҙҙы алдына ултыртып дәрестәр бирә торғайны. Ғөмүмән, уҡытыусыларыбыҙҙан уңдыҡ беҙ. Рәфил Нәбиуллин, Земфира Хөсәйенова, Суфия Ҡорбанғәлиева, Тамара Хоҙайбирҙина, Гөлли Мөбәрәкова, Әхтәм Абушахманов кеүек дәрәжәле уҡытыусыларыбыҙ бала ҡарау менән бәйле проблемаларыбыҙға аңлап ҡаранылыр, кеселекле, кешелекле булды улар беҙгә. Төркөмдәштәребеҙгә лә рәхмәт, Айзиләбеҙ алмаш-тилмәш уларҙың ҡулында йөрөп үҫте. Айбулат эшләп уҡыны. Сессия ваҡыттарында ярҙамға йә әсәйем, йә ҡәйнәм килеп етә һала торғайны. Ә эшләй башлағас, бөтә артистарҙың балалары һымаҡ уҡ, беҙҙең балалар ҙа сәхнә артында үҫте. Оҙайлы гастролдәргә сыҡҡан ваҡыттарҙа ҡыҙыбыҙҙы күп ваҡыт ҡәйнәмдәрҙә ҡалдырҙыҡ, ике генә айлыҡ улыбыҙҙы үҙебеҙ менән ала инек. Улыбыҙҙы, үҙ-ара шаяртып, «гастроль малайы» тип тә йөрөттөк. Ул замандарҙа ҡунаҡхана тигән нәмә юҡ, айҙар буйы ауылдан ауылға, фатирҙан фатирға йөрөйһөң. Имсәк бала менән айлап тәгәрмәс өҫтөндә йөрөүҙең нимә икәнлеген белһә, артистар ғына беләлер. Артист тормошо ситтән ҡарағанда ғына еңел һымаҡ, ә ул эштең ауырлығын беҙ үҙебеҙ генә беләбеҙ. Әммә, нисек кенә ҡатмарлы булһа ла, арып, арманһыҙ булып ҡайтып инәһең дә, тәтеһә, берәй тәүлек ял итеп өлгөрәһеңме-юҡмы – тағы шул эшеңде, бер туғандарға әйләнеп бөткән коллегаларыңды һағына башлайһың. Репетициялар, роль сығарғандағы эҙләнеүҙәр, тамашасыларҙың алҡыштары – барыһы ла һағындыра. Бына шундай илаһи көсө лә бар сәхнә тормошоноң.
– Ике айлыҡ бала менән айлап тәгәрмәс өҫтөндә йәшәү өсөн ниндәй йөрәк кәрәк һуң ул?
– Хәҙер булһам, бәлки, ул кимәлдәге фанатизмға бармаҫ инем. Балаларымды ҡосаҡлап, иремдең гастролдән ҡайтыуын көтөп, һис юғы декрет ялдарымды тулыһынса файҙаланып, өйҙә генә ултырыр инем. Сөнки балаларҙың әсәй-атай ҡуйынында иркәләнә торған ваҡыттары бер мәл генә – үтә лә китә. Айзиләбеҙ һәр ваҡыт өләсәһе менән ҡалғас, беҙ уның сабый сағын иҫләмәйбеҙ ҙә тиерлек, үҫеп, буй еткергәнен дә һиҙмәй ҡалдыҡ. Шуға ла улыбыҙҙы, ауыр булһа ла, үҙебеҙ менән йөрөткө килде. Гастролдәрҙән баш тарттыңмы – ролеңде бүтән артисҡа бирәләр. Һуңынан дәғүәләшеп йөрөп булмай. Шуға түҙеп йөрөлгән дә йөрөлгәндер инде. Дүрт йәшенән Динислам үҙе уйнай башланы. Әсәле-уллы булып та уйнаныҡ беҙ уның менән. Тора-бара роле өсәү булып китте. Р.Кинйәбаевтың «Ҡотлайым, һин атай булдың!» комедияһында, В.Жеребцов әҫәре буйынса ҡуйылған «Ғәйебем булһа, кисерегеҙ!», Т.Ғарипованың «Китмәгеҙ, торналар» драмаларында ролдәре булды. Ошо ролдәре менән артистар ыңғайына айҙар буйы гастролдәрҙә лә йөрөнө ул. Ә бына өсөнсө балабыҙҙы көткәндә төп ролдән баш тартырға көс етте шулай ҙа. Йәшлек саялығы үткәс, ҡиммәттәр ҙә алмашынды.
– Һеҙ – дүрт бала әсәһе. Әсә-бала мөнәсәбәттәре хаҡында уйланып туплаған тормош тәжрибәгеҙ, әле аңлап баһалаған ҡиммәттәрегеҙ юғарылығынан сығып, артислыҡ карьерағыҙҙан бөтөнләй баш тарта алыр инегеҙме? «Йә сәхнә, йә балалар» тигән талап ҡуйылһа, кем файҙаһына хәл итер инегеҙ ул һорауҙы?
– Ауыр һорау. Нимә тип яуап бирһәм дә, уйҙарымды дөрөҫ кенә итеп әйтеп бирә алмам һымаҡ. Балалар тыуа торҙо, үҫә торҙолар. Бөгөн килеп бишәү итмәгәнбеҙ, тип үкенгән саҡтар ҙа бар. Күмәк балалы ғаиләнең үҙ ҡанундары: апалы-һеңлеле, ағалы-һеңлеле булыу ҙа матур тойғолар тәрбиәләй бит балаларҙа. Үҫә килә улар бер-береһенә күҙ-ҡолаҡ, терәк-таяныс булырға ла өйрәнделәр. «Ғаилә менән ижадымды бергә алып бара алырмынмы?» тигән һорау ҙа биргәнем булманы минең үҙ-үҙемә. Үҙе лә артист булғас, Айбулат мине «йә сәхнә, йә балалар» тигәнерәк һайлау алдына ҡуйманы, сәхнә менән балалар араһында үрһәләнгәндә, бала мәшәҡәттәре менән яңғыҙымды ҡалдырманы, донъя мәшәҡәттәрен өҫтөмә өймәне, бала ҡарау булһынмы, кер, иҙән, һауыт-һаба йыуыумы – бөтәһен дә бергәләп эшләнек. Ҡайны-ҡәйнәмдәргә, әсәйемә рәхмәт уҡып бөтә алмайым, үҙ донъяларын икенсе планға ҡуйып, һәр ваҡыт беҙҙең менән булдылыр. Ғаилә хаҡына үҙемде ҡорбан итергә тейеш түгеллегемде улар ҙа аңлап ҡабул итте. Уларҙың терәк-таянысы булмаһа, бәлки, «сәхнәне ҡалдырып торайым», тигәнерәк уйҙар ҙа тыуыр ине. Бар ауырлыҡтарҙы бергәләп күтәрешер кешеләрем булғанғамы, мин ул турала бөтөнләй уйламағанмын. Донъя үҙ яйына тәгәрләп китеп тик барҙы. Хәҙер генә артҡа әйләнеп ҡарайым да: «Ике айлыҡ баланы алып, нисек гастролдәргә сығып китә алдыҡ икән, нисек түҙҙек икән?» – тип уйлайым. Мәсьәләнең тағы бер яғы бар: профессиональ сәхнә һинең оҙайлы ялдарыңды аңламай. Артист һәр ваҡыт формала булырға тейеш. Ул хаҡта уйланмауҙың төп сәбәбе, бәлки, үҙемде сәхнәнән башҡа күҙ алдына килтерә алмауымда ла булғандыр. Артист булырға мин бит үҙемде бәләкәйҙән әҙерләнем. «Мин һәр ваҡыт артистар һымаҡ матур кейенеп, төҙ генә атлап йөрөргә тейешмен», – тип уйлай инем. Үҙ-үҙемде матур итеп ултырырға, тәртипле итеп уйнарға, «әртистәрсә» көлөргә өйрәткәнем хәтеремдә. Киноларҙан ҡарап, ашағанда ҡалаҡ-вилкаларға тиклем «әртистәрсә» тоторға тырыша торғайным. Илағанда ла, матур илайыммы икән, тип көҙгөгә ҡарап ала инем. Мине һәр ваҡыт кемдер күҙәтеп тора, тигән тойғо ла бар ине хатта. Шул тойғоноң нимә икәнлеген сәхнәгә беренсе тапҡыр сыҡҡас аңланым: тамашасыны һиҙеү тойғоһо булған икән ул. Үҙем һайлаған һөнәргә шул кимәлдә яуаплы ҡараған килеш мин сәхнәнән баш тарта алмаҫ инем ул, ауыр булһа ла, әле үткән юлымды һайлар инем.
– Ә сәхнәгә һөйөү ҡайҙан һеҙҙә?
– Атайым да, әсәйем дә, артист булмаһалар ҙа, сәнғәткә ғашиҡ инеләр. Атайым Марат Зәйләғи улы шул тиклем моңло йырланы, мәжлестәрҙә уның йырлағанын тын да алмай тыңлай торғайнылар. Ваҡытында уны Мәғәфүр Хисмәтуллин Өфөгә уҡырға ла саҡырған. Әйткәндәй, атайым бөтә малайҙарына ла үҙе яратып тыңлаған йырсыларҙың исемдәрен ҡушҡан: Илдус, Илфат, Мәғәфүр, Илһам. Беҙҙе бер ҡасан да: «Тороғоҙ», – тип уятманылар. Таң һарыһынан радионы ҡысҡыртып ҡуя торғайны атайым, үҙе лә ҡушылып йырлап ебәрер ине, мәрхүмкәйем. Уның моңло тауышы уята ине беҙҙе. Йәй булһынмы , ҡыш булһынмы – кәртә-ҡура тирәһендә эш менән булғанда ла һәр ваҡыт йырлап йөрөнө. Әсәйем Миңйыһан Сәйетгәрәй ҡыҙы оҫта бейей ине, үҙешмәкәр сәнғәт конкурстарында ҡатнашып, Өфө сәхнәләрен дә яуланы ул. Бәләкәйҙән әсәйем кеүек өйөрөлөп бейергә яраттым, ағайҙарым, ҡыҙыҡ күреп, мине төрлөсә ҡыландырып, кистәрен концерт ҡуйҙырта торғайнылыр. Хәҙер уйлайым да, бала саҡтан уҡ миндә буласаҡ һөнәремә ҡарата һөйөү уянған, атай-әсәйем, ағайҙарым шул һәләтте үҫтерергә мөмкинлек тыуҙырғандар. Көнө буйы радио һөйләп торғас, эш араһында радиопостановкалар тыңлай инек. Үҙем дә ауылда «Мараттың матур ҡыҙы» (бәләкәйҙән үҙемде шулайтып таныштырғанмын) булып танылғас, уҡырға төшмәҫ элек концерттарҙа бейетә башланылар – тора-бара «артист» булып та танылдым. Клубтағы бер концертты, бер спектаклде ҡалдырмай йөрөнөм. Сибай театры гастролгә килһә, тәүге рәттә ултырып ҡарай инем спектаклдәрен. Сибай ҡалаһының ҡайһы яҡта икәнлеген белмәһәм дә Сибай театры барлығын белә инем. 9-сы класҡа уҡырға Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатҡа киттем. Балаларҙың һәләттәрен асыу өсөн бөтә мөмкинлектәр булған мәктәптә уҡыу ҙа минең бәхетемә яҙған өлөш булғандыр. Унда Вилә Ғилмулла ҡыҙы етәкләгән бейеү түңәрәгенә йөрөнөм, яуаплы сығыштар алдынан бейеү алиһәһе Рәшиҙә Туйсинанан да һабаҡ алдым, театр студияһында шөғөлләндем. Спортты ла яраттым. Ауылда уҡ оҫта ғына итеп сатраш уйнай инем, интернатта шахмат уйнарға ла өйрәнеп алдым. Аҙна һайын театрҙарға йөрөттөләр. Балет яратҡас, үҙем теләп, опера һәм балет театрына ла бара инем. Ә Мәжит Ғафури театрының бөтә репертуарын ҡарап бөткәнмендер, моғайын. Сәнғәт юлы менән китеүем күңел талабы булды.
– Ә үҙ балаларығыҙҙың сәнғәт менән мөнәсәбәте нисек?
– Оло ҡыҙыбыҙҙың бала ваҡыты олатай-өләсәйҙәре ҡарамағында үтте. Уларҙың икеһенең дә көслө уҡытыусы булыуы үҙенекен иттеме – Айзиләбеҙ физика-математика йүнәлеше менән китте. Университеттан һуң «Ҡурай» каналында эшләп алды, әле Милли йәштәр театрында эшләп йөрөй. Артистарҙың тормошон эстән күреп, беҙҙең менән бергә репетицияларҙа йөрөп, премьералар алдынан беҙҙең өсөн янып-көйгәс, ижади осҡон һалынған бит инде күңеленә барыбер. Күңелдәрендә шул осҡондо йөрөткәндәр башҡа һөнәргә ылығып китә алмай ул барыбер, сәнғәткә юлдары ғына урау була. Сәхнәлә үҫкән «гастроль малайы» Динислам да уҡырға Өфө нефть университетына инде. Тик сәхнәнән төшкәне юҡ: университеттың бейеү ансамбленең солисы ла ул, КВН командаһында ла уйнай, үҙе уҡыған факультеттың мәҙәни тормошон тотошлайы менән тиерлек ул алып бара. Аҡйондоҙ ҡыҙыбыҙ әле Р.Ғарипов исемендәге гимназияның 9-сы класында ғына уҡып йөрөй. Театр түңәрәгенә йөрөй, режиссер булырға хыяллана. Хыялы үҙгәрмәһә, ҡаршы түгелбеҙ. Төпсөгөбөҙ Айгүзәл әле 5-се класта ғына. Әлеге лә баяғы, беҙ гастролдәрҙә саҡта – өләсәһе менән, беҙ эштә ваҡытта – күберәген сәхнә артында. Ниндәй һөнәр һайлаһа ла, күңелендә сәнғәткә, матурлыҡҡа урын булһын, тип теләйбеҙ. Айбулат әйтмешләй, иң мөһиме, ысын кеше булһындар, ә һөнәр ул үҙгәрә лә, алышына ла, яңыртыла ла торған нәмә.
– Һеҙгә, күсенеп йөрөүегеҙ менән бәйле, мәҙәниәт өлкәһендәге яуаплы вазифаларҙа ла, режиссер булып та эшләп алырға тура килә. Сәхнәнән айырылып тороуҙы нисек кисерҙегеҙ?
– Элегерәк мин: «Театрҙан айырылһам, нимә эшләрмен икән?» – тип уйлай торғайным. Сибайҙа матур ғына итеп эшләп йөрөгән ерҙән Айбулатты Ишембай ҡалаһына Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе итеп саҡырҙылар. Вазифаһынан бигерәк, атай-әсәйҙәргә яҡынаябыҙ, тип шатланып ҡабул иттек саҡырыуҙы. Тик Ишембайҙа театр юҡ. Халыҡ театры бар, әммә уның ең һыҙғанып эшләп йөрөгән режиссеры ла бар. Ҡала Мәҙәниәт һарайының директор урынбаҫары вазифаһы буш ине, аптыраған көндән эшкә шунда урынлашырға тура килде. Әммә ижади булмыш ҡайҙа ла үҙенә юл таба бит ул. Халыҡ театры артистарының көсө менән театрлаштырылған тамашалар эшләй башланым. Халыҡ яратып ҡабул итте ул тамашаларҙы. «Ишембайҙың мәҙәни тормошона яңы һулыш өрҙөгөҙ», – тиеүселәр күп булды. Күңелдәге бушлыҡ тултырылып, яңы эшем үҙемә лә ныҡ оҡшап киткәйне генә, Айбулатты ҡабаттан Сибайға саҡырып, театр-концерт берекмәһенә етәксе итеп ҡуйҙылыр. Театрҙа буш ролдәр юҡ, ҡасандыр мин сығарған ролдәрҙе уйнап йөрөгән артистарҙы ҡыҫырыҡлағым килмәне, концерт берекмәһендә режиссер булып эш башланым. Режиссер булараҡ сирҡаныс алғанмын, ниндәйҙер тәжрибә тупланған, был һөнәрҙә үҙемде артабан да һынап ҡарарға форсат булғас, ең һыҙғанып тотондом эшкә. Бихисап тамашалар әҙерләп сығарҙым, яңынан-яңы идеялар тыуып торҙо, уларҙы тормошҡа ашырырға Сибай артистарының ижади потенциалы ярҙам итте. Әле уйлап ултырам да, Ишембайҙа – өс, Сибайҙа – алты, бөтәһе туғыҙ йыл эшләгәнмен икән концерт берекмәләрендә режиссер булып. Ул йылдар миңә үҙемде яңы өлкәлә һынап ҡарарға мөмкинлек бирҙе, мин үҙемде яңыса астым, үҫтем, үҙгәрҙем. Яңы коллективта эш башлау үҙеңә талаптарҙы ла үҙгәртә, шуға һәр үҙгәрешкә асыҡ булырға кәрәк икән.
– Яңыраҡ ижади биографияғыҙҙа тағы ла ҙур үҙгәреш кисерергә тура килә. Айбулат Миңлеғәле улы Салауат театрының директоры булып тәғәйенләнгәс, һеҙ яңынан үҙ стихияғыҙға ҡайтаһығыҙ. Сәхнәнән оҙайлы ваҡыт айырылып тороуығыҙ үҙен һиҙҙерәме? Әллә режиссерлыҡ мәктәбе үтеүегеҙ артислыҡ булмышығыҙҙың яңы мөмкинлектәрен генә асырға ярҙам иттеме?
– Театрҙа уйнамаһам да, режиссер булараҡ сәхнәлә йөрөнөм бит инде барыбер. Тамашасыны тойоуымды юғалтмағанмын, киреһенсә, уның минән нимә көтөп ултырғанын нығыраҡ һиҙәм, шикелле. Сәхнәнән ҡурҡыу тойғоһо ла юҡ, эшләгән эшемә яуаплылығым артҡан. Ә бына сәхнәлә образыңдың яҙмышы менән йәшәй белеү өсөн сәхнәнән төшмәй уйнарға ла уйнарға кәрәк. Шул үҙен һиҙҙертә.
– Салауат театры һеҙҙе нисек һәм кем итеп ҡаршы алды: актриса сифатындамы әллә театр директорының ҡатыны итепме? Һеҙҙең илгәҙәк, алсаҡ, һәр кешене тыңларға, аңларға әҙер булыуығыҙҙы белеп, шаршау арты интригаларында файҙаланырға теләүселәр юҡмы?
– Бөгөнгө заманда ҡайһы театрҙың, ниндәй артистың нимәгә һәләтле икәнлеген белер өсөн мөмкинлектәр күп: фестивалдәргә, театраль декадниктарға йөрөп торабыҙ, бер-беребеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ. Сибай театрында ун биш йыл эсендә иллегә яҡын образ тыуҙырҙым. Ул бит ҙур ижади багаж! Ул ваҡытта мин директор ҡатыны түгелмен, Айбулат та ябай артист ҡына ине. Ролдәремдең барыһы ла тиерлек сағыу характерлы образдар. Төп ролдәрем күп. Диплом спектаклендә үк төп ролде миңә ышанып тапшырғайны Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев. Ғ.Шафиҡовтың «Мораҙым» драмаһында – Ҡәҙриә, Б.Бикбайҙың «Ҡарлуғас»ында – Ҡарлуғас, Р.Кинйәбаевтың «Ҡотлайым, һин атай булдың!» комедияһында – Мәрзиә, В.Жеребцов әҫәре буйынса ҡуйылған «Ғәйебем булһа, кисерегеҙ!» драмаһында – Ғәйниса, Т.Ғарипованың «Китмәгеҙ, торналар», «Бәхеткә ҡасҡандар» драмаларында – Сәриә, Раяна образдары өсөн «Иң яҡшы актер», «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Иң яҡшы характерлы роль», бер-нисә тапҡыр «Иң яҡшы эпизодик роль» номинацияларында билдәләндем. Театр донъяһында визит карточкам булырлыҡ тәрән йөкмәткеле, ҡатмарлы ролдәрем күп. Шуға күрә мине актриса итеп ҡабул иткәндәрҙер, тигән өмөттәмен. Бер төркөмдә уҡығандар бишәү булып киттек хәҙер Салауатта, ул да ҙур көс. Килеү менән, театрҙың режиссеры Лиана Кәбир ҡыҙы балалар өсөн театрлаштырылған тамашалар әҙерләү эшен йөкмәтеп ҡуйҙы. Режиссер булараҡ та нимәлер эшләй алам, тимәк, театр өсөн. Ә «директор ҡатыны» тигән вазифа юҡ, шулай ҙа ул ошо тирелә булып ҡараған ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшкән иң ауыр бурыс ул. Нимә кейгәнең генә түгел, нисек атлап йөрөгәнең, һәр хәрәкәтең, һәр ымың иләк аша үтә, һөйләгән һүҙең, әллә нисәгә төрлөләнеп, үҙеңә кире әйләнеп ҡайта. Шуға был «штатһыҙ вазифам» мине самалап һөйләргә, самалап көлөргә, һәр ығы-зығыға үҙ фекереңде белдереп, комментарийҙар бирмәҫкә өйрәтте. Мин былай ҙа барын-юғын күреп, тауыш сығарып йөрөй торған кеше түгелмен, сетерекле хәлдәр килеп тыуһа, көлкөгә бороп ебәрергә тырышам. Эйе, ихласмын, әммә ғәҙеллек яҡлымын, кәрәк ерҙә үҙ фекеремде әйтерлек көсөм бар. Ә интригаларға килгәндә, мин уларҙы күрмәйем, ишетмәйем. Ерлеге булмаған ниндәйҙер конфликттарға ҡыҫылып йөрөргә ваҡытым юҡ, саҡ ҡына буш ваҡытым булдымы – мин балалар менән.
– Һеҙҙең артығыҙҙа интригалар ҡормаҫлыҡ төплө яуап булды был. Фекерҙәрегеҙ менән килешмәү мөмкин түгел. Ә сәхнәлә йәмһеҙ булып күренеүҙән ҡурҡмайһығыҙмы?
– Юҡ, ҡурҡмайым. Артист өсөн матур йә йәмһеҙ булып күренеү түгел, йәмһеҙҙе лә матур итеп уйнау мөһим. Сәхнәлә лә тормоштағы кеүек бит ул: матур булып күренеүе йәмһеҙ булып күренеүгә ҡарағанда күпкә ауырыраҡ. Уҫаллыҡтың, яуызлыҡтың бисмиллаһы юҡ, шуға ла ни тиклем йәмһеҙ күренәһең, ролең шул тиклем сағыуыраҡ. Асылда, йәмһеҙ булһаң да, матур булһаң да, сәхнәләге ролдәр ул бит образ ғына. Шаршау артына сыҡҡас, һин бит үҙ асылыңа, үҙ булмышыңа кире ҡайтаһың. Тормошта йәмһеҙ булып күренеүҙән ҡурҡырға, йәшәгәс-йәшәгәс, донъяны йәмләп йәшәргә кәрәк. Матурлыҡ – һын-ҡиәфәтебеҙ генә түгел, күңелебеҙ торошо. Күңелебеҙ матур булһын.
– Минзилә Марат ҡыҙы, матур әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Барлыҡ журнал уҡыусылар исеменән һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә оҙон сәхнә ғүмере, яңынан-яңы образдар теләйбеҙ. Бар хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Булмышығыҙ менән донъя йәмләп йәшәргә яҙһын!
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА
"Тамаша" журналы, 2-се һан, 2025 й.