+20 °С
Облачно

Мостай Кәримдең һүҙҙәренә...рок жанрындағы йыр!

Күптән түгел төркөмөбөҙҙә "Тыуған ерем" шиғырының авторы кем, тигән һораулама уҙғарғайныҡ. Әлбиттә, был күңелгә үтеп инерлек юлдарҙың авторы — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим.

Мостай Кәримдең һүҙҙәренә...рок жанрындағы йыр!Мостай Кәримдең һүҙҙәренә...рок жанрындағы йыр!
Мостай Кәримдең һүҙҙәренә...рок жанрындағы йыр!

Әлбиттә, был күңелгә үтеп инерлек юлдарҙың авторы — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим. Тыуған ер, һөйгән йәр хаҡында утлы һуғышты үҙ елкәһендә татығандар ғына шулай яҙа алалыр, бәлки... Бөгөн был шиғыр айырыуса көнүҙәк яңғырағандай.

Шуныһы ҡыуаныслы — был шиғырға рок жанрында бик матур йыр ҙа яҙылған. Уны Тимур Хан менән бөтә Рәсәйгә, унан ситтә лә киң билдәле «Lumen» рок төркөмө солисы, милләттәшебеҙ Рөстәм Булатов башҡара. Видеола йырҙан бер өҙөк кенә, әмәлен табып, тулыһынса тыңларға тәҡдим итәбеҙ.

Сөнки минең күҙҙәремдә
Яна... яна һинең уттар,
Гөрләй минең күкрәгемдә,
Гөрләй һинең шарлауыҡтар.

Сит ерҙәрҙең мәкеһенән
Ятып һыуҙар эскәнемдә,
һөйгәнемдең һынын күрҙем
Ҡараңғы һыу төптәрендә.

Ысын һөйөү менән ысын ижад үлемһеҙ.

 

Автор:
Читайте нас