– Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы, һеҙ Республика халыҡ ижады үҙәгендә байтаҡ йылдар эшләйһегеҙ. Күптән түгел юбилейығыҙҙы билдәләнегеҙ. Ошо йәшкә еткән Гөлгөнә үҙенең эшенә ниндәй баһа бирә?
– Мин мотлаҡ үҙем баһа бирергә тейешменме?.. Нимә тиергә? Эшемде бик яратам, бында килеүемә егерме ике йыл була. Бик күп проекттарҙы тормошҡа ашырҙым һәм уларҙы халыҡҡа кәрәкле тип уйлайым.
– Эште башлағанда ниндәй ауырлыҡтарға осраның?
– Ундай осраҡтар була инде. Һәр эшкә лә, белһәң дә, белмәһәң дә, ниәтләп тотонорға кәрәк. Ниндәй ҙә булһа проектты башлар алдынан, иң тәүҙә ғалимдар менән кәңәшләшеп, ғилми яҡтан нығыта торғайным. Башта Учалы ҡалаһының сәнғәт училищеһында, һуңынан З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтында уҡыным. Уҡытыусыларыбыҙ билдәле шәхестәр булды. Шул ваҡытта уҡ кем булырға, нисек, нимәләр эшләргә кәрәк икәнлеген аңлай, төшөнә инем. Сәнғәт училищеһында уҡыған саҡта Гөлдәр Сабитовна Моратова, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғариповалар халҡыбыҙҙың төрлө йолаларын («Ҡарға бутҡаһы», «Әбейҙәр сыуағы» һәм башҡалар), үҙҙәре беҙҙең менән бергә, халыҡ менән үткәрә торғайны. Беҙҙә йолаларыбыҙға ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо тәрбиәләнеләр. Студент саҡта Абдулла ағай Солтанов менән яҡындан танышып, аралашып, концерттарын әҙерләп үткәргән ваҡыттарым да булды. Беҙҙең өсөн практик эштәр күп үткәрелгәс, институтҡа, башҡорт музыка факультетына килгәс, еңелерәк булды. Халыҡ ижады өлгөләрен тәрәндән өйрәндек.
Институтта Әхмәт Сөләймәнов, Зиннур Нурғәлин, Айрат Ҡобағошов, Розалия Солтангәрәева, Тәнзилә Үҙәнбаева, Гөлназ Ғәлина кеүек ҙур шәхестәр уҡытты. Деканыбыҙ, билдәле композитор Айрат Миңләхмәт улы факультеттағы сараларға сценарийҙар яҙыуҙа, режиссуралауҙа ярҙам итергә ҡуша, тематик концерттар әҙерләүҙе йөкмәтә ине. Ошо эштәр миңә тәжрибә бирҙе. Шулай бер сара үткәргән сағымда Өфө музыка колледжы директоры Артур Шәйхетдин улы Сурин эшемде күреп, уҡытырға саҡырҙы, фольклор ансамбле төҙөргә тәҡдим итте. Ансамбль төҙөп, төрлө саралар ойошторҙоҡ, бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнаштыҡ. Шул ансамблгә йөрөүсе уҡыусылар араһынан хәҙер сәнғәт өлкәһендә исемдәре билдәле Илгиз Таһиров, Заһит Ҡунафин һәм башҡалар бар. Бәғзеләре райондарҙа мәҙәниәт өлкәһендә эшләп йөрөй. Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡығанда училищела эшләп тә йөрөнөм. Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәрҙәре тырышлығымды күреп, артабан Республика халыҡ ижады үҙәгенә саҡырҙы. 2003 йылдан Халыҡ ижады бүлегендә эшләйем. Беренсе көнөндә үк ойоштороусы булараҡ «Һылыуҡай» конкурсына йәлеп ителдем. Аҙаҡтан Октябрьский ҡалаһына «Ҡурай байрамы»н, Туймазыға «Оҙон көй» үткәрергә ебәрҙеләр. Унда билдәле режиссер Әлмира Ҡыуатова менән бергә эшләнек. Әйткәндәй, беҙ уның менән бер көндә эшкә килдек. Ул – режиссер, мин – фольклорсы. Берҙән-бер көндө беҙҙе Салауат районының Әлкә ауылына мәктәп асырға ебәрҙеләр. Сараға Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов та килде. Бик тырыштыҡ. Әлмира апай менән бергә эшләү минең өсөн ҙур тәжрибә булды. Күп кешеләр ҡатнашлығында үткәрелгән төрлө сараларҙы ойошторған, Сибай филармонияһын булдырған, бихисап артистарға юл асҡан кеше. Уның менән, берҙән, административ эштәрҙе атҡарырға өйрәнһәм, икенсенән, режиссер ярҙамсыһы булараҡ төрлө сараларҙы яҡшылап, ентекле әҙерлек менән үткәреү серҙәренә төшөндөм. Сценарийҙар яҙыу өлкәһендә лә камиллаштым. Бергә эшләгән дәүер бик һөҙөмтәле булды, шуға ла Әлмира апайҙы уҡыу йорттарында уҡытҡан уҡытыусыларым менән бер рәткә ҡуям. Рәхмәтем сикһеҙ уға.
– Һиңә ышанып тапшырылыған иң ҙур сара ниндәй ине?
– Тәүге эшем 2001 йылдағы М.Рәхимов тарафынан ҡабул ителгән «Салауат Юлаевтың 250 йыллығын билдәләү» Указына ярашлы булды. Кәңәшмәлә кем ниндәй сара үткәреү буйынса тәҡдим индерә тигән һорау ҡуйылды. Йыйын итеп үткәрергә кәрәктер, тип уйланым һәм ғалимдар менән кәңәшләшмәксе булдым. Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтангәрәева, Мирас Иҙелбаев, Юлай Ғәйнетдиновтарҙы һәм Салауат Юлаев премияһы лауреаттарын саҡырҙыҡ. Улар килеүгә «Башҡорт халыҡ ижады» китабын яңынан ҡарап сығып, борон ниндәй конкурстар, ярыштар булғанлығын билдәләп, алдан концепция әҙерләнем. Ҡыҙҙар, егеттәр, сәсәндәр, ҡурайсылар ярыштары, бәйгеләр булған. Ҡыҙҙарға ҡағылышлыһы «Сая ҡыҙҙар» булырға тейеш, тип уйланым, ә егеттәр өсөн «Салауат йыйыны батыры»н үткәреү мөһим тигән фекергә килдек. Аҙаҡтан Әлмира апай: асыҡ һауала театрлаштырылған тамаша булһын ул тигән тәҡдим индерҙе. Бына ошонда йыйындың бөтөнлөгө беленде һәм ул ҙур, күләмле сараға әйләнде. Быйыл уны егерменсе тапҡыр үткәрҙек.
– Республикабыҙҙа бына нисәмә йылдар «Шәжәрә байрамы» үткәрелеп килә. Ул нисек башланды?
– Ул минең икенсе ҙур проектым булды. Уның сиктәрендә йыл да шәжәрә төҙөү буйынса конкурс үткәрелә. Һуңынан, был сараға, районына ҡарап, даими рәүештә яңы өҫтәмәләр индерелә килде. «Ғаиләм – минең ҡәлғәм», «Йәш килен», шәжәрәгә бәйле рәссамдар конкурсы һ.б. Беренсе республика халыҡ «Шәжәрә байрамы» 2006 йылда Илеш районында үткәрелде. Был проекттар халыҡҡа оҡшаны һәм дәүләтебеҙ тарафынан йыл да үткәрергә тигән Ҡарар сыҡты. Телде һаҡлау, йолалар тергеҙеү, һәр кемдең тамырҙарын байҡау өсөн бик фәһемле, кәрәкле сара ул. Кемдер үҙенең ата-бабаларының башҡорт булыуын белмәй ҙә йөрөгән булһа, тикшереү-эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә асыҡлыҡ индерә башлаусылар һаны артҡандан-арта бара. Олоһо ла, кесеһе лә шәжәрәһен эшләтеп, мәктәптәрҙә эҙләнеү эштәре алып барыла башланы. Шәжәрәне өйрәнгәндә инде ырыуҙарҙы ла белергә тейеш булаһың. Был йәһәттән Салауат Хәмиҙуллиндың командаһына рәхмәт! Уларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Беҙҙең шәжәрә байрамдарында ҡатнашыусылар өсөн уларҙың ырыуҙар китаптары бик ҡулайлы әсбап. Икенсе яҡтан, архив документтарындағы ғаилә тарихын өйрәнеү мөһим. Был йәһәттән, Зөлфәр Ғәтиәтуллин халыҡҡа ярҙамға килә. Әлбиттә, ниндәй генә төбәккә барһаҡ та, беҙ халыҡ тарихын һәм ижадын тәрән өйрәнеүсе ғалимдарыбыҙ: Марат Зөлҡәрнәев, Салауат Хәмиҙуллин, Миңлеғәле Нәҙершин, Юлдаш Йосопов, Искәндәр Сәйетбатталов, Рәшит Аҡкөбәков, Рәфил Аҫылғужин, Азат Ярмуллиндар менән осрашыу, семинарҙар, ғилми конферециялар ойошторабыҙ. Тамырҙарын өйрәнгән, тарихын белгән, үткәнен онотмаған халыҡ үлемһеҙ, тиҙәр.
2006 йылдан алып башҡорттар ғына түгел, Башҡортостанда йәшәгән башҡа халыҡтар ҙа үҙҙәренең шәжәрәһен (родословная) өйрәнә. «Шәжәрә байрамы» Рәсәй кимәлендә 2013 йылда «Иң яҡшы проект» тип табылды һәм уны Рәсәйҙә әлегә берҙән-бер тип билдәләнеләр. Ә һуңғы йылдарҙа, ошо саранан күрмәксе, телевизион версиялар эшләнә башланы. Мәҫәлән, Ләйсән Үтәшева хаҡында тамырҙарын өйрәнеп телетапшырыу әҙерләп күрһәттеләр. Уның башҡа яғы ла бар, мәҫәлән, шәжәрәләрҙе өйрәнеү, төҙөү буйынса, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Дәүләт архивы бик күп хеҙмәттәр күрһәтә. Унан тыш, айырым түләүлеләре лә бар. Беҙгә башҡа өлкәләрҙән дә мөрәжәғәт итәләр, ырымбурҙар бәйләнешкә сығып, ауылдарҙа тамырҙарын өйрәнә башланылар. Силәбелә – Ҡоншаҡ, Арғаяш, Пермдә Барҙа райондары бик әүҙемдәр. Шәжәрә төҙөүсе ағайҙар бар. Әлбиттә, ундағы Ҡоролтайҙы ла телгә алып үтеү мөһим. Һуңғы йылдарҙа, Шәжәрә байрамынан тыш, «Ырыу ағасы» форумы тигән проектым да барлыҡҡа килде. Уның эсендә төньяҡ башҡорттары өсөн шәжәрә төҙөү, оҫталыҡ дәрестәре, йә булмаһа, балалар өсөн «Ата-бабаңды беләһеңме?», «Ғаилә ҡомартҡыһы», «Милли биҙәк» тигән бәйге, семинар һәм башҡа төрлө конференциялар үткәрелә.
2021–2022 йылда «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проектын, уның эсендә иллегә яҡын төрлө бәйге, үҙ тамырҙарыңды өйрәнеү, оҫталыҡ дәрестәре, шул яҡтың фольклор үҙенсәлектәрен өйрәнеү буйынса экспедициялар ойошторолдо, ауылдарҙа этноконцерттар ҡуйылды. Хәниә Фәрхи, Салауат Фәтхетдиновтар – ирәкте башҡорттары, уларҙың бер туғандары шәжәрәләрен төҙөнө.
– Тағы ла бер бик кәрәкле, файҙалы, ҙур эш атҡара башланығыҙ. Уға ла ун йыллап барҙыр. «Мәргән уҡсы» проектын күҙ уңында тотам…
– Эйе, Юлай Ғәлиуллиндың традицион уҡтан атҡанын белгәс, 2016 йылда, уның менән Ҡырмыҫҡалы районында уҡ атыу буйынса семинар, артынса уҡ «Уйын» фестивале эсендә бәйге, йәнә бер нисә айҙан Ғафури районында Уҡлыҡая янында тәүге тапҡыр «Мәргән уҡсы» фестивален үткәрҙек. Шулай итеп беҙ Юлай менән коллегалар булып киттек. Ул – ирҙәр кейемен тегеү оҫтаһы ла. Фестиваль ҡатнашыусыларына «Кемдең кейеме боронғо традицион кейемгә тура килмәй, улар ҡатнашмай», тигән талап ҡуйҙы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан, миңә беренсе булып башларға тура килгәс, үҙемә реконструкциялап кейем тегеп кейҙем. Уҡтан атырға өйрәнә башлауыма өс ай ғына ине, 2016 йылда, үҙ аҡсабыҙға дүрт кеше – Юлай, мин, Рушан Хәсәнов, Артур Батыршин Ҡырғыҙстанда үткән Бөтә донъя күсмәндәр уйындарында ҡатнашырға барҙыҡ. Ун көн барған «Күсмәндәр олимпиадаһы» Тянь-Шань тауҙарына яҡын Ҡырчында икенсе тапҡыр үтте. Уйындарҙы нисек ойоштороуҙары ҡыҙыҡһындырҙы мине. Меңдән ашыу аҡ тирмә ҡоролған ер – мөғжизәле әкиәт илен хәтерләтте ул. Салбуурон ярыштарына төрлө боронғо традицион ярыштар, бәйгеләр, уйындар инә: уҡтан атыу, бөркөт менән һунар, ашыҡ уйыны, эт менән һунар итеү... Бәйгеселәр Ысыҡ-күл өлкәһендәге Чулпан-ата ҡалаһынан ярыш үткәрелгән Ҡырчын тип аталған ергә тиклем барабыҙ, көнө буйы милли кейемдә йөрөйбөҙ, иртән сығып китәбеҙ, кис һуң ғына ҡайтып етәбеҙ. Елкәмдә селтәрҙән эҙҙәр ҡалып, соҡор барлыҡҡа килгәйне хатта. Шунда мин ундай биҙәүестәрҙең көндәлек тағылған әйберҙәр булмағанын аңланым. Беренсе көндәрҙә: «Һеҙ ҡайҙан?» – тип бик күптәр ҡыҙыҡһынды. Беҙ башҡорттар, тип яуаплайбыҙ. Аҙаҡ осраған һайын: «О, башҡорттар!» – тип тәбрикләйҙәр, күптәре менән шулай танышып та киттек. Ҡырғыҙҙар үҙҙәре, өлкәләре, райондары, диалекттары менән дә айырыла. Беҙҙәге кеүек, ҡараһы ла, һарыһы ла бар ҡырғыҙҙарҙың. Ҡайһы берҙәренең телдәре аңлашылып тора, ә ҡайһыларыныҡы бөтөнләй аңлашылмай. Уларҙың кейемдәре лә бер-береһенекенән айырыла. Күсмәндәр уйыны өсөн дә, артистар, жюри, аҡһаҡалдар, уҡсылар, ойоштороусылар, һаҡсылар, ағинәйҙәр өсөн дә махсус милли кейемдәр тектергәндәр. Улар төҫтәре, биҙәлеше менән айырылып тора ине. Баштарына элечек (кейәүҙәге ҡырғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме) кейгәндәре лә, ҡашмау кеүек нәмәнең өҫтөнән бөркәнсеген ябынғандары ла бар – һәр береһе үҙ төбәгенең кейемендә. Ҡайһы бер биҙәктәре башҡорттарҙыҡы менән оҡшаш.
– Боронғолоҡ уларҙа ни өсөн улай һаҡланған икән?
– Кейемдәр йәһәтенән уйлағанда, унда ауылдар күп һәм кейем тегеү, күн, кейеҙ менән эш итеү – улар өсөн кәсеп. Көмөш менән эш итеүселәр хаттин ашҡан. Беҙҙә ундай оҫталар бер нисәү генә, бөтөнләй ҡалмаған тиерлек. Ә мәҙәниәткә килгәндә иһә, халыҡ йолаларына, уйындарына иғтибар уларҙа бик көслө булыуына инандыҡ. Аҡындар (сәсәндәр), манассылар көслө. Балаларын бәләкәйҙән үк һүҙ сәнғәтенә өйрәтәләр икән.
Уйынды асыу тантанаһы ваҡытында иң башлап аҡһаҡалдар, шунан ғына Ил етәксеһе уҙа. Халыҡ ижадын һаҡлаусылар араһынан иң ныҡ тетрәндергәне – мең ҡыл-ҡумыҙсы ҡатнашыуы... Ҡыҫҡаһы, фәһем, тәжрибә төйнәп тә йөрөнөм. Ошондай сараларҙы беҙҙең етәкселәребеҙгә, режиссерҙарға, сценаристарға унда барып үҙҙәре күреп, ҡарап йөрөү бик кәрәк. Театрлаштырылған тамаша ныҡ шәп булды. Ярыштар араһында аҡындар әйтешен ҡараным. Ир-егеттәр генә ҡатнаша унда, әллә нисә сәғәт буйына бара, халыҡ туп-тулы – меңләп тамашасы. Беҙҙә ир-егеттәр футболға йә хоккейға йөрөгәндәге кеүек, унда ошо әйтешкә эркелешеп йөрөйҙәр. Ә тирмәләр һаны – мең, уларҙа һәр береһе үҙ эшен күрһәтә. Ҡул эштәре ҡуйылған йәрминкә иҫ киткес бай.
– Ни өсөн унда бөркөт, эт менән һунар итеү әле лә бар?
– Ҡырғыҙҙар, тайған менән талпарҙарҙы – бүре ала торған быҙау ҙурлыҡ эттәр – юғалған ҡырғыҙ тоҡомон, ауылдарҙан йыйып алып, саф тоҡом үрсетеп, тергеҙгәндәр. Уларҙы бит йыйып алғас та ҡарарға, тәрбиәләргә, ашатырға кәрәк. Был эш уларҙа хөкүмәт кимәлендә яйға һалынған. Салбуурун ярыштарында ҡатнашыусыларҙы йыйып, әҙерләнеү мөмкинлеген, ваҡыт та биргәндәр. Шул уҡ ваҡытта эш урындарында уртаса эш хаҡы ла һаҡлана.
Бөркөтсө Бәхет Ҡарнаҡбаев (Үҙәк Азия һәм Ҡаҙағстан буйынса халыҡ-ара бөркөтсөләр ассоциацияһының Президенты): «Донъяла бит һунар ҡоштары менән, һеҙ, башҡорттар, батша ғәскәрендә йөрөгәнһегеҙ. Иран, Төркиәгә хат ташытҡанһығыҙ. Ни өсөн һеҙҙә әле ул шөғөл юҡ?» – тип һораны. Мин: «Бөркөт беҙҙә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән һәм тыйылған», – тинем. Беҙҙең башҡорт халҡының тарихын, үткәнен туғандаш халыҡтар яҡшы белә. Ҡайһы берҙәре беҙгә: Һеҙ – баш ҡырғыҙҙар, беҙ ҡырғыҙҙар, һеҙҙә лә бит ҡырғыҙ ырыуы бар, тиҙәр. Ғалимдары менән дә, ябай халыҡ менән дә әңгәмәләшергә тура килде. Селтәремде тотоп ҡарап, миңә ике генә мәрйенеңде, бер тәңкәңде бир инде тигәндәре лә булды. Аҙаҡтан, беҙгә сәй эсереп йөрөүсе апайҙарҙың береһенә, рәхмәт йөҙөнән, бер еп мәрйенде, икенсеһенә көмөш тәңкәне өҙөп бирҙем.
– Ҡырғыҙстанға тағы ла барҙығыҙ бит әле... Бөркөт һунарын үҙләштереп, ҡатнашып ҡайттың. Шул мәлдәрҙе лә бер аҙ хәтергә алып үтәйексе.
– 2018 йылда беҙҙең ун ике уҡ атыусы юлға сыҡты. Юлай Ғәлиуллин: «Мин уҡ атыуҙа ҡатнашам, һин главный тренер бул», – тине. Беҙ барғас та, пландар үҙгәрҙе. Мине ихлас танып ҡалған ҡырғыҙҙар: «О-о! Жырчы ҡыз килгән!» – тиҙәр. 2016 йылда беренсе барғанда, ярыштарға көн дә икешәр сәғәт автобуста барып-ҡайтҡанда әйтештәрҙә ҡара-ҡаршы йырлап та йөрөргә тура килгәйне. Бөркөт менән шөғөлләнеп бәйгелә ҡатнашып ҡарарға ниәтегеҙ юҡмы, тип тәҡдим иттеләр. Башта ир-егеттәргә әйтеп ҡараным, уҡсыларыбыҙҙан ыңғай яуап алмағас, коллегам Юлай Рафиҡ улы «һин ҡатнаш, булдырырһың», тип хуплап ышаныс ҡундырҙы. Шунан миңә арендаға бөркөт алып, көнө-төнө бөркөт һунарына өйрәнергә тура килде. Уҡсылар – айырым, мин һунарсылар менән башҡа урында шөғөлләндек. Сыңғыҙ исемле ҡырғыҙ егете, бөркөтсө-чемпион мине бөркөт һунарына өйрәтте. Йыртҡыс ҡоштан башта ҡурҡылды, уны тотоп та ҡарағаным юҡ ине. Бала саҡта күгәрсен, турғай, сел, ҡор себештәре менән уйнай инем. Кеҫәмә һалып алып ҡайтып барһам, олатайым күреп урманда ҡалдырта ине. Тузик исемле этем менән бесәндә әллә нисә һуйыр тотоп, бешереп ашаған мәлдәребеҙ булды. Ҡырғыҙстанда иһә, Ҡырчын буйында тәүге бөркөт менән «уртаҡ тел» табып булманы. Уның менән эске бәйләнеш булырға тейеш икәнлеген аңланым. Һәм, әлбиттә, ҡош һинең үҙенән көслөрәк икәнлегеңде аңларға тейеш. Ул йыртҡыс бит. Көсөңдө белһә генә һине тыңлаясаҡ. Ә бына икенсе бөркөттө үҙ иттем. Ҡошомдоң исемен «Бөркөт» тип атаным. Тренерым бөркөттө нисек тоторға кәрәклеген, ҡошҡа нимә ашарға ярай, нимә ярамағанлығын, барыһын да әйтеп өйрәтте.
– Ярыш нисегерәк үтте?
– Был ярыш «Боркот салуу» тип атала. Бөркөттәр менән сиратта торабыҙ. Беҙ торған урындан башта ат сабып сығып китә, уға арҡанға үлгән төлкө ҡойроғо бәйләйҙәр. Саҡрымдан ашыу үткәс, ойоштороусылар алыҫтан «знак» бирә, бөркөттөң башынан ҡалпағын алаһың да, һөсләйһең. Икенсеһендә, күгәрсен ҡанатын бер кеше билдәле бер арауыҡта тотоп тора. Ҡоштарҙың ҡурҡып ҡасҡандары ла була. Алда икенсе кешеләр ҡошто көтөп тора. Тотоп алалар. Тура осамы йә урап осамы, барыһы ла иҫәпкә алына.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, мин икенсе урын яуланым. Мөғжизәме, сихри көсмө, нимә булғандыр, уйламаҫтан уңыш йылмайҙы. Ярышта Рәсәй командаһына көмөш миҙал килтерҙем. Ирҙәр менән бер рәттә ҡатнашыуымды баһалап, Ирандан килгән уҡсылар Президенты «Фарсы уҡсылары»ның алтын Знагын бүләк итте. Шулай уҡ был юлы ла йыр-әйтештәрҙә әүҙем ҡатнаштыҡ. Американан килгән индеецтар башҡорт халыҡ йырына ғашиҡ булып, аттар төшөрөлгән һуғылған сувенир балаҫ бүләк итте.
– «Мәргән уҡсы» тураһында ла бер кәлимә һүҙ...
– Алда әйткәнемсә, 2016 йылдан беҙҙә Ғафури районының Имәндәш ауылы эргәһендә, Уҡлыҡая итәгендә һыбай һәм традицион уҡ атыуҙың халыҡ-ара «Мәргән уҡсы» фестивале үтеп тора. Фестивалдә беренсе йылдан республиканың төрлө район-ҡалаларынан, Дағстандың Каспийск ҡалаһынан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Литва, Ҡытай, Төркиәнән көс һынаштылар. Унан тыш райондарҙа хатта балалар өсөн дә бихисап турнирҙар үтеп тора. Уҡ атыусыларҙың һаны беҙҙә лә арта барыуы оло ҡыуаныс. Спорттың был төрө айырыуса ир балаларға бик кәрәк.
– Бик ҡыҙыҡлы сәйәхәтнамә тыңланым, Гөлгөнә. Беҙҙең өсөн, шулай, ә һинең һәм коллегаларың өсөн иҫ киткес ҙур хеҙмәт. Тағы ла ниндәй проекттарың бар?
– Барыһын да телгә алмаһам, райондар үпкәләмәҫ. Улар күптән брендҡа әйләнгән: «Ашҡаҙар таңдары» (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), «Аҡмулла нәсихәттәре» (Миәкә районы), «Ауаз» (Илеш районы), «Туй йолаһы» (Шаран), «Йәш килен» (Балтас районы), «Әхмәт әйтеше» (Бөрйән районы), «Наследники башкирских традиций» (Асҡын районы), «Милли кейем» (Өфө ҡалаһы)... Һуңғы йылдарҙағы проект – Урал аръяғы башҡорттарының «Ҡомартҡы» Республика йәштәр форумы. Әбйәлил районында Байым тархан ерендә лә, Асҡарҙа ла уҙғарыла. Лаҡап һөйләүселәр, милли аш-һыу кәсептәре бәйгеләре, концерттар, оҫталыҡ дәрестәрен дә үҙ эсенә ала ул. Мәҙәни сараның мөһим өлөшө – ул йәштәр араһындағы (45 йәшкә тиклем) тамырҙарыңды барлау, өйрәнеү, һаҡлау, килер быуындарға еткереүгә арналған «Быуын сылбыры» бәйгеһе. Форум өсөнсө тапҡыр ойошторолдо, бәйгелә һәр ваҡыттағыса Сибай, Өфө ҡалалары, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән райондары, ырымбурҙар, силәбеләр әүҙем ҡатнаша. Был юлы Мәскәү өлкәһенән дә ҡатнашыусылар булды һәм улар ҙа бик төплө, ныҡлы әҙерләнеп килгән. Шул уҡ ваҡытта ошо төбәктәге Учалы, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары бөтөнләй ҡатнашмай тиерлек. Ә бына Мәскәү өлкәһе Котельники ҡалаһынан Сулпан Латипова үҙенең шәжәрәһен дә, шәхестәрен дә, кәсептәрен дә белә һәм ошо аманатты һаҡлаусы ла. Амангилде ауылынан Айгөл Ҡужәхмәтованың ауылдың тарихын һөйләүе лә әһәмиәтле булды. Күптәр белмәй бит уны. Ҡараһаҡал ихтилалына тиклем Туҡембәт исемен йөрөткән ауыл, карателдәр тарафынан көлгә ҡалдырылған була… унан һуң ошо урынға уның Амангилде улы киренән ауылды нигеҙләй.
Тағы ла шул хаҡта әйтмәксемен. Беҙҙең арҙаҡлы яҡташыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор, академик, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөрйән районының Почетлы гражданы, билдәле фольклорсы, тел белгесе, башҡорт халҡының бөйөк ир-азаматтарының береһе, күрә-күрә күсәм булып, һөйләй-һөйләй сәсән булған ысын тел оҫтаһы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың яҡты иҫтәлегенә «Әхмәт әйтеше» район сәсәндәр конкурсы ойошторола башланы. Беҙ уның менән Миәкә районында «Аҡмулла вариҫтары»н үткәрә торғайныҡ. Ул әле лә дауам итә, әлбиттә. «Әхмәт әйтеше» Бөрйәндә өс тапҡыр уҙғарылды. Сәсәндәр бәйгеһендә Әхмәт Сөләймәновтың улы Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Йәлил Әхмәт улы Сөләймәнов та ҡатнашып килә. «Аҡмулла вариҫтары»нда Бөрйәндәргә етеүсе юҡ, сөнки улар тел сарлап, үҙҙәре ундай сараны йыш үткәреп торалар. Эпик жанрҙарҙы башҡарыу, ғүмеремдә ишетмәгән иртәкме, һамаҡмы, «Уҙаҡ менән Туҙаҡ – Балабәшнәк ярсығы» булһынмы, ғөмүмән, тапалмаған материалдар күп ул Бөрйән яғында. Юҡҡа ғына ул яҡта ике оло шәхес, фольклорсы тыумаған бит инде: Әхмәт Сөләймәнов, Мөхтәр Сәғитовтар. Нисәмә йыл инде «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы» ла ошо ерҙә үткәрелә. Ваҡыты-ваҡыты менән ул башҡа райондарҙа ла үткәрелде. «Әхмәт әйтеше»ндә «Аҡһаҡ ҡола» һәм башҡа төрлө эпик жанрҙарҙан башлап, иртәк, ҡыҫҡаҡ формалар ҙа ишетелде. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Әйтештә ҡатнашыр өсөн хәтер яҡшы булырға тейеш, хәтер яҡшырһын өсөн, әлбиттә, мәҡәл, әйтемдәрҙе яҡшы белергә кәрәк, тим сәсәндәргә. Сөнки, әйтештәрҙә әйтем-мәҡәлдәр ҡулланыу отошло.
Сәсәндәр үҙәге менән берлектә эпостарҙы һаҡлауға ҡоролған проекттар бар.
2015 йылда Республика халыҡ ижады үҙәге эсендә Сәсәндәр үҙәге барлыҡҡа килде. 2016 йыл беренсе тапҡыр Сәсәндәрҙең бөтөн Рәсәй фестивален үткәрҙек. Унда ноғайҙар, яҡуттар, ҡырғыҙҙар килде. Ул инде хәҙер өс тапҡыр ойошторолдо, береһен йәштәр өсөн эшләнек. Сәсәндәр үҙәге етәксеһе Нәфисә Булат ҡыҙы Тулыбаева менән сәсәндәр мәктәптәрен ойошторҙоҡ. Әлеге ваҡытта улар Әбйәлилдә (етәксеһе Мәүҙиға Баймөхәмәтова), Бөрйән (Гүзәл Фәйзуллина), Хәйбулла (Минзифа Ишемғолова), Салауат райондарында, Сибайҙа «Урал батыр» (Асия Ғәйнуллина) һәм Өфөлә Аҡмулла университетында (Розалия Солтангәрәева) эшләп килә. Бынан тыш Мәскәү ҡалаһында «Сәсән» ойошмаһы (Әлфиә Агеева), Ырымбурҙа «Дала сәсәндәре» (Ҡотдос Вәхитов) исемле сәсәндәр берекмәләре бар.
Ниндәй генә проектты алма, беҙ бер команда булып, ҡайҙа сара ойошторола, шундағы етәкселек һәм халыҡ менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ.
– Төньяҡ-көнсығыш башҡорттары менән ниндәй эштәр башҡарыла?
– Республикала тәүге тапҡыр, быйыл Ҡариҙел районында «Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының мәҙәни кодтары» исемле фестиваль үтте. Был проект республика райондарының мәҙәниәт өлкәһендәге брендҡа әүерелгән төп сара булып тора. Ул Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың фольклорын өйрәнеүгә, тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгенең халыҡ ижадын һаҡлауға, пропагандалауға, һөнәрселек һәм йолаларҙы һаҡлаусы таланттарҙы асыҡлауға, уларға ярҙам итеүгә, тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән. Уның сиктәрендә «Аллы-гөллө алъяпҡыс» этнографик алъяпҡыстар, авторлыҡ этнографик уйынсыҡтар тегеүселәр күргәҙмә-конкурстары, «Ҡариҙел балығы» бәйгеһе, «Иң тәмле бал» күргәҙмә-йәрминкәһе һәм башҡа бик күп саралар үтте. Байрам башлыса этнографик алъяпҡыстар тегеүселәргә бағышланды. Асҡын, Балтас, Балаҡатай, Дыуан, Иглин, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Ҡариҙел, Өфө райондарынан, Сибай ҡалаһынан, шулай уҡ Свердловск, Силәбе өлкәләренән һәм Пермь крайынан килгән оҫталар үҙ эштәрен тәҡдим итте. Икенсе көндә Ҡариҙел, Дыуан, Балтас, Өфө, Мишкә, Асҡын райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан 35 оҫта авторлыҡ этнографик уйынсыҡтар, ағасты һырлап, ептәрҙән һәм үләндәрҙән үреп, туҡыма һәм башҡа материалдарҙан әйберҙәр тәҡдим итте. Ҡариҙел йылғаһы буйында «Ҡариҙел балығы» конкурсында ҡатнашыусылар палаткаларын ҡорҙо, ә арыраҡ умартасылар бал һәм умартасылыҡ продукцияһын күргәҙмә-һатыуҙы ойошторҙо.
Ҡайҙа барһам да, шул ерлектәге халыҡтың менталитетын, тарихын, шәхестәрен өйрәнеп сығырға тейешмен. Ҡарурманға барғанда аҙашып йөрөгән һымаҡ булмаһын өсөн ҡораллы барыу зарур.
– Проекттарың бихисап, мин белгәндәрҙән тағы ла Илештә күп жанрлы башҡорт этник «Ауаз» фестивале, Салауат районында «Йүрүҙән», Стәрлетамаҡта «Ашҡаҙар таңдары», Ҡырмыҫҡалыла «Уйын», йәки һуңғараҡ «Үтәгән уйындары», Баймаҡта «Ылаҡ уйыны», «Дим биҙәктәре» – Дим йылғаһы буйында йәшәгән бөтә халыҡтар өсөн, башҡорт, татар, сыуаш, украин, урыҫтар өсөн күркәм сара... Һәм бына, сағыштырмаса яңыраҡ «Селтәр» ойошмаһы менән «Тамға» конкурсы. Кемдең идеяһы ул?
– «Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк» тигән әйтем бар башҡорттарҙа. Кейем кешене һыуыҡ, эҫе, ел-ямғырҙан һаҡлаусы ғына түгел, уның мәҙәни-социаль статусын, мәҙәни ҡараштарын күрһәтеп тороусы билдә лә. Мин иһә, кейемде – паспорт тип әйтер инем. Ҡайһы яҡтан, ниндәй милләт вәкиле икәнеңде шундуҡ әйтә алаһың.
Селтәр идеяһы Альбина апай Күсимова-Исхаҡова менән бәйле, ул селтәрен тағып, беҙҙең төрлө сараларға йыш килеп йөрөй торғайны. Декретта булған саҡта мине күргән һайын: «Һин ҡасан эшкә сығаһың?» – тип ҡыҙыҡһына. «Әйҙә, ойошоп алайыҡ, күрешәйек», – ти торғайны. Сөнки, мин ул тағып йөрөгән биҙәүестәрҙе тотоп-тотоп ҡарайым да, әйҙә, ошоларҙы эшләйек, ти торғайным. «Әйҙә, тик мин түгел, йәш кеше, һин үҙең етәкләрһең», – тине. Тәүҙә Альбина апайҙың өйөндә, һуңынан кейәүе рәссам Вәсил Ханнановтың музейында йыйылыштыҡ... Күмәк кенә була торғайныҡ, Ырымбур өлкәһенән, Ҡурған яҡтарынан килделәр. Йәштәр күп булды. Беренсе булып тамбур сигеү буйынса Әлфиә Әхтәриева оҫталыҡ дәрестәре үткәрә башланы. Селтәрҙе эшләүселәрҙең һаны артҡандан-арта барҙы. Беҙ шулай яйлап Кустарная урамындағы йортҡа, хәҙерге «Атайсал»ға күстек. Кейем, биҙәүес һөйөүселәргә: «Әйҙәгеҙ, һәр кем үҙ яғының өлгөһөн тергеҙһен, – тигән тәҡдим индерҙем. – Өләсәй, әсәй, инәйҙәрегеҙҙән һорашып, белешеп, һаҡланғандарын һорап алып, өйрәнегеҙ», – тинем. Унан һуң ауылға ҡайтып килдем. Ауылда Сәхипъямал исемле инәй гел ҡашмауҙар эшләй торғайны. Ҡыҙығып, ҡашмау эшләргә өйрәндем. Музейҙарға барып йөрөмәнем. Бисерҙар менән биҙәп, йоҡаҡ, ситсаға тегеп алдым. Бындай эшкә елкә кәрәк, ныҡ ауыр ул, сабырлыҡ талап итә. 2017 йылда беренсе тапҡыр «Селтәр»ҙең бәйгеһен эшләгәндә, йәше туҡһанған етеп барһа ла, конкурсҡа ул да килгәйне.
Кейемдәр юғала, онотола барыуын, йә башҡа халыҡтың үҙләштергәнен күрә башлағас, отпуск алам да, йә Ырымбурға, йә Ҡурған, Силәбе яҡтарына экспедиция ойоштороп йөрөргә тотондом. Силәбе, Ҡурғанда йәштәр ойошмаһына йөрөгән ҡыҙҙар һәм егеттәр менән осрашып, уларҙы ла был эшкә ылыҡтырҙым. Ул яҡтарҙа селтәр «яға» тип атала. Оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, бейеүҙәр өйрәтеп, ошо райондарҙы йөрөп сыҡтыҡ. Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ районында һ.б. булдыҡ.
– Ул экспедицияларҙа һинең менән йөрөгән йәштәр араһынан әлеге ваҡытта шул йүнәлештә эшләүселәр бармы?
Бар, Гөлнара Вәхитова (Шафиҡова), Диләрә Ғиниәтуллина, Рөстәм Хөснуллин, Әлфир Илбаҡтин, Ренар Төхвәтуллин, Марат Дауытов, Владислав Габов. Улар милли кейем, йолалар менән ҡыҙыҡһынып, тергеҙеү эштәрендә ҡатнаша. Силәбеләр артымса Өфөгә килгәндәре лә бар. Әйтәйек, журналист Диләрә. Гөлнара Шафиҡова исемле һылыу Туймазы яғынан Флорид исемле егет менән танышып, ғаилә ҡороп ебәрҙеләр.
Юлай Ғәлиуллинды ун өсөнсө йылда күреп ҡалдым һәм коллегалар булып киттек
– Ни өсөн селтәргә, халҡыбыҙҙың башҡа биҙәүестәренә иғтибар ныҡ артты?
– Ҡатын-ҡыҙҙың энергетик көсө йән сыҡҡан ерҙә, тиҙәр. Беҙ шуны селтәр, иҙеү, алмиҙеү, хәситә менән ҡаплайбыҙ. Кем менән генә осрашаһаң да, уның ҡарашы һинең ошо тәңгәлдәге биҙәүескә төбәлә, уны хатта тотоп ҡарай. Сөнки ул иғтибарҙы ғына йәлеп итеп ҡалмай, үҙенә тартып тора. Телдән-телгә күсеп килгән булған хәлдәр йә риүәйәттәрҙә һөйләнелгәнсә, ялан яҡтарында, ҡышҡы айҙарҙа, сабый баланы толопҡа төрөп, оҙайлы юлға сыҡҡандар. Юлда буран ҡотороп китеп, былар аҙаша. Туңалар. Әсәһенең ҡуйынында булған бала ғына иҫән ҡала. Әсәһенең иңендә генә йылы оҙаҡ һаҡланған булған. Шуның өсөн дәүәтме, селтәрме, хәситәме, яға булһынмы, ул биҙәүестәр беҙҙең йән сыҡҡан, йән ингән ерҙе, йөрәк йылыһын һаҡлай. «Селтәр» тип атауыбыҙ бушҡа түгел. Бигерәк тә бетеүҙәр хаҡында әйткем килә. Тамъян селтәре – һаҡалын иғтибарға алһаҡ, унда өсмөйөштәр бар. Бетеүҙәр улар. Шүлгән мәмерйәһендә лә өсмөйөштәр бар (ул турала бер ҡайҙа ла яҙмайҙар, хәҙер инде унда индермәйҙәр), иғтибар итһәгеҙ, Мысырҙағы пирамидалар ҙа өсмөйөш формаһында. Тимәк, ул форма борондан килгән. Ул нигеҙҙе һәм йыһан менән бәйләнеште һүрәтләй. Ҡашмауҙарҙың да олоно иң боронғоһо күпселек өсмөйөштәр менән биҙәлгән. Елкәлеккә лә ҡыҙҙарға өсмөйөшлө биҙәүес ҡулланғандар. Елкәлек, елкә соҡорон, кендек тәңгәлен дә башҡорттар ныҡ һаҡлаған. Был хаҡта күп һөйләргә мөмкин.
– Милли кейемде тергеҙеүселәр һаны арта бара, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. «Тамға» шуның һөҙөмтәһелер?
– Оҫталыҡ дәрестәрен Шәжәрә байрамдары эсенә индерә инем. Унда килеүселәргә ырыуығыҙ вәкилдәре, ата-бабаларығыҙ нисек кейенгән, нимә тип йырлай торғайны, ниндәй йолалар булған, шуларҙы өйрәнергә кәрәклеге тураһында әйтә торғайным. Беҙ күп райондарҙа – Тәтешле, Балтас, Ҡариҙелдә милли кейемдәрҙе тергеҙҙек. Ә 2020 йылдан алып Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан йылына ике тапҡыр Милли кейем көнө билдәләнә башланы. Яйлап «халыҡ-ара» кимәленә тиклем үҫтек. «Тамға» проекты – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге аша һөнәрмәнлек сәнғәтен өйрәнеүгә, үҫтереүгә, таратыуға бик етди иғтибар бүлгән һәм әүҙем эшмәкәрлек күрһәткән проект тиергә була. Төрлө йүнәлештәге милли һөнәр-кәсепте, кейемде, мәҙәни байлыҡ өлгөләрен хуплау һәм үҫтереүҙе маҡсатыбыҙ итеп ҡуйғанбыҙ. «Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының мәҙәни кодтары» исемле фестиваль тураһында һөйләп үткәйнем инде. Шуның сиктәрендә ойошторолған «Аллы-гөллө алъяпҡыс» тигән конкурсы ла күңелемә яҡын. Сөнки алъяпҫыстарҙың матурлығына хайран ҡалырлыҡ! Быйыл ул тәүге тапҡыр үткәрелде. Шулай итеп һәр бер район менән эшләргә тырышабыҙ. Быйыл Балаҡатайҙа тәүге тапҡыр тамбур сигеүселәре конкурсын да үткәрҙек. Сөнки ошондай конкурстарҙан тыш үҫеш булмаясаҡ. Эҙләнеүҙәр булырға тейеш ул. Ошо эҙләнеүҙәрем мине ҡанатландыра, халҡымдың ижады үҙе бер хазина. Уны өйрәнергә лә өйрәнергә әле… Ваҡытың һәм һинең менән бергә янған фекерҙәш-рухташтарың ғына булһын. Мин ул яҡтан бәхетле, Аллаға шөкөр.
Рафаэль ағай Амантаевты утыҙ йыллап беләбеҙ. Шулай ҙа элек оҫталар бик аҙ ине. Милли кейемдәрҙе тергеҙеүселәр һирәк осраны. Сәхнә кейемдәрен тегеүселәр генә булды, әле лә барҙар. Шуға, башҡорт милли кейеме тиһәң, сәхнә кейеме күҙ алдына килә. Ҡыҙыҡһыныуым электән булды. Сөнки өләсәйем оҫта тегеүсе ине. Уның янында, йөн иләһә, иләшеп, буяһа, буяшып, хатта һөлөк һалһа, һөлөк һалышып, ҡурмас тартҡанда, ҡул тирмәне менән тартышып, ярҙамлашып йөрөнөм. Йырлап-бейеп төшөп китһә, мин дә ҡушылам. Шулай булырға тейеш икән тип уйлай торғайным, хатта мәктәпкәсә йәштән үк, мейес артынан да тауыш көйләп, түрбашҡа йырлап сыҡҡан ваҡыттарым иҫемдә. Ололар бесәнгә китһә, тупһала мода күрһәтә инек. Уның ойоштороусыһы ла үҙем, әрләнгәне лә мин инем. «Ни сыҡһа, ошо Гөлгөнәнән сыға», тиер ине өләсәй. Халыҡ педагогикаһы, халыҡ медицинаһы, халыҡ ижады булмышыма һеңгәненә йылдар үткән һайын нығыраҡ инанам. Сәлмән олатайым һәм Хәфизә өләсәйемә әйтеп бөткөһөҙ рәхмәтлемен. Мине улар үҫтерҙе. Тормоштоң төрлө һынауҙарын татығанда өләсәйем иҫкә төшә. Ул ныҡ ҡаты сир менән ауырып ятҡанда ла, бер ҡасан да мыжыманы, киреһенсә, таҡмаҡ әйтеп ята торғайны. Сәсәнлеккә, йырға һөйөү өләсәйемдән булһа, халыҡ юморына һөйөү – олатайҙан. Диплом эшем дә институтта уҡыған сағымда Ҡыҙыл буйы сәсәндәренә арналды һәм ул 2003 йылда «Ватандаш» журналында баҫылып сыҡҡайны.
– Ғаилә ҡиммәттәре һайыҡҡан осорҙа йәшәйбеҙ. Йәштәребеҙҙең иғтибарын йәлеп иткән саралар күберәк булһын ине. Халыҡ ижады үҙәге был тәңгәлдә ниҙәр башҡара?
– Эйе, йәштәребеҙ ғаилә ҡороу менән хәҙер бигүк ҡабаланмай. Был бөтөн донъяла барған күренеш. Шулай ҙа, беҙҙә хәлдәр сағыштырмаса яҡшыраҡ, тип әйтке килә. Беҙгә килгәндә, Шаран районында «Туй йолаһы» фестивале үткәрелеп килә. Унда Ырымбур өлкәһенән коллективтар, Силәбе, Ҡурған, Омск өлкәләренән килделәр. Беренсе тапҡыр үткәрелгән был сарала ижади коллективтар, фольклор ансамблдәре етәкселәре, ғаилә ансамблдәре ҡатнашты. Унда халыҡ ижады һәм боронғо ғаилә традициялары байлығын күрһәткән туй йолалары күрһәтелде. Эйе, башҡорттоң туй йолаһы ифрат ҡатмарлы, тәрән йөкмәткеле. Уның һәр эпизодында бик боронғо аң ҡатламы, мифологик белемгә бәйле мәғлүмәт ҡойолоп, һеңеп ҡалған. Туйҙың һәр йолаһы тәрән мәғәнәгә, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Уларҙы аңлау өсөн тарихты ла, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә, фольклорҙы ла белеү мотлаҡ. Сөнки ябай ғына күренештең дә үҙ аңлатмаһы бар. Туй эпизодтарының һәр береһе тураһында айырым һөйләргә мөмкин, фестивалдә улар үҙе бер тамаша булып сағылыш тапты.
Быйыл Саҡмағош районында балалар өсөн беренсе тапҡыр «Дуҫлыҡ тирмәһе» фестивале үткәрелде. Уның дауамы буласағына шик юҡ.
– Бына бит, күпме эштәр атҡарылған һәм атҡарыла, ысын мәғәнәһендә халыҡҡа хеҙмәт итәһең. Һәм ошо урында традицион һорау: киләсәккә пландарың?
– Мин бөтә нәмәне Хоҙайға тапшырам. Беҙҙең халыҡ өлгөләре буйынса, етешле итеп, урын-еренә еткереп, һаман өйрәнеп бөтөлмәгән, башҡарылмаған эштәр күп. Милли кейемгә килгәндә, бая телгә алып үткән «Аллы-гөллө алъяпҡыс» тигән проект өҫтөндә эшләйбеҙ. Уҙған йыл төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һуҡма шәле һәм халыҡ кейемдәре буйынса Рәсәй Президенты грантына эйә булдым. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә башҡорт шәлдәрен һуғып, фотосессиялар эшләп «Башҡорттарҙың һуҡма шәле» исемле брошюра сығарҙым. Шулай уҡ халыҡ йырҙары ла күңелемә яҡын, шунлыҡтан Өфөлә «Йырау» бәйгеһен икенсе тапҡыр ойошторорға ниәтләйбеҙ. Форсаттан файҙаланып, халыҡ ижадын һаҡлаусы, яҡлаусы, тергеҙеүселәргә, райондағы халыҡ таланттарына рәхмәтемде еткерер инем. Халыҡ ижады байлығын яҡындарығыҙға өйрәтеп ҡалдырығыҙ, зинһар. Һәр берегеҙгә һаулыҡ, рух ныҡлығы теләйем. Донъялар имен булһын.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы! Йолаларҙы һаҡлауҙа, тергеҙеүҙә, таратыуҙа ҙур эштәр башҡараһығыҙ, уңыштар һеҙгә!
И.ИШЕМҒОЛОВ ("Тамаша", №6-2024)