«Кеше алдамай, тәбиғәт биргән тауышыңды йәлләмәй йырлау, йыр аша тамашасыға ысын хис-тойғоларыңды еткереү, халҡыңа тоғро хеҙмәт итеү – йырсының изге бурысы», – ти Нәзифә Жәүәт ҡыҙы.
НәзифәҠадырова филармонияла быуындар бәйләнешен тоташтырыусы, традициялар күсәгилешен булдырыусы, башҡорт эстрадаһының тере тарихы. Ул йәш йырсыларға кәрәкле кәңәштәрен йәлләмәй, ярҙам итә, үрнәк булырҙай ижады менән өлгө күрһәтә.
Нәзифәнең һоҡланғыс сәхнә образы ниндәйҙер сихри тылсым көсөнә эйә. Сибәрлеге, зауыҡлығы, юғары башҡарыу оҫталығы, ихласлығы, ябайлығы менән ул тамашасыға ысын күңел байрамы, шатлыҡлы осрашыу минуттары бүләк итә. Йырсы һәр концертына етди әҙерләнә, репертуары өҫтөндә күп эшләй, вокал дәрестәре ала, репетициялар яһай, килешле күлдәктәр тектерә.
"Тамаша" журналының яңы, декабрь һанында сығасаҡ мауыҡтырғыс мәҡәләнән өҙөк.