Сәнғәттә «атайҙар һәм балалар» проблемаһы бармы?
Халҡыбыҙҙың матур йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-моңон, бейеүҙәрен киләсәк быуынға тапшыра алған, үҙ балаларында сәнғәт ынйылары булырҙай йәш артистар тәрбиәләгән мәҙәниәтле, талантлы ғаиләләр күп кенә. Быйылғы ғаилә йылында уларҙың бер нисәһе менән әңгәмә ҡорорға булдыҡ.
Сәнғәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ кеүек балҡыған, үҙҙәре лә, балалары ла сәхнәлә үҙ юлы менән барған, үҙ нуры менән янған «йондоҙло» ғаиләләрҙең асыҡ миҫалы итеп Нәсимә һәм Азамат Тимеровтарҙың улы Арслан Тимеровты, Франгизә һәм Ишморат Илбәковтарҙың ҡыҙы Зөлхизә Илбәкованы, Рәфисә һәм Марат Әсәҙуллиндарҙың улы Таһир Әсәҙуллинды «Сәнғәттә «атайҙар һәм балалар» мәсьәләһе нисегерәк тора?» – тигән темаға һөйләшеүгә саҡырҙыҡ.
Йәш артистар сәнғәттә тапалған юлдан бармай, үҙ һуҡмағын һалырға тырыша. Яңы йүнәлештәр, яңы алымдар, сағыу, ҡабатланмаған тамашалар эҙләй. Олораҡ быуындарға аңлашылып та етмәгән, әммә йәштәр яратып ҡабул иткән сығыштар менән популярлыҡ яулай барған йәш артистарға һорау бирҙек:
Арслан Тимеров:
– Сәнғәткә мин үҙем килдем. Атайымдың, әсәйемдең йырлағанын тыңлап, һеңдереп үҫкәс, башҡа юлдан китеремде күҙ алдына ла килтермәнем. 4 йәштә мине беренсе тапҡыр сәхнәгә сығарып баҫтырған мәлдән ижад юлым башланды ла инде. Сәхнәгә мөхәббәт уятыусы кешеләрем ана шул әсәй һәм атай булған инде ул. Дәрес әҙерләгәндә лә, эш эшләгәндә лә, йыуынғанда ла, уйнаған саҡта ла, минең тик йырлап ҡына йөрөгөм килә ине, шуға һәр саҡ көйләй һәм йырлай инем. Нисек йырламайһың инде? Беҙ йоҡонан торған мәлдән, атай баянын алып халыҡ йырҙарын һыҙҙыра башлай, ул көйҙәр минең бөтә күҙәнәгемә һеңгән, мин ул моңдарһыҙ үҙемде күҙ алдына ла килтермәйем. Әйткәндәй, саксафонда ла бик яратып уйнайым.
Мауыҡтырғыс мәҡәләне тулы килеш "Тамаша" журналының яңы һанында уҡырһығыҙ.