-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Көйләй белһәң, тормош көйлө бара

Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуып үҫкән тағы ла бер моңло һылыуҡай менән әңгәмәне үҙемде күптән ҡыҙыҡһындырған һорауҙан башланым, сөнки беләм, Зәбирәне һәр саҡ апаһы, башҡорт эстрадаһында яҡты балҡыған йондоҙ, БР-ҙың халыҡ артисы Резеда Әминева менән бутайҙар.

Көйләй белһәң, тормош көйлө бара
Көйләй белһәң, тормош көйлө бара

– Апайыңдың шәүләһе тип ҡарамайҙармы һиңә? – тип һорамай булдыра алманым, тышҡы ҡиәфәте менән генә түгел, холҡо, һөйләшеүе, көлөүе лә нәҡ Резеданы ҡабатлағандай тойолған Бөрйән һылыуынан.

– Апайымдың шәүләһе түгел, ә игеҙәге тип ҡарайҙар миңә. «Клон», – тип көлөп әйтте миңә тәүге күргәнендә, апайымдың курсташы Вәхит Хызыров. Ҡыҙыҡ хәлдәргә, мажараларға тарып та бөтәбеҙ. Резеда апайым миңә матур өлгө, кәңәшсе, иптәш. Бик бәхетлемен ошондай ҙа яҡты йондоҙ булып башҡорт сәхнәһен, эстрадаһын нурлаған туғаным булыу менән», – ти Зәбирә.

Ғаиләлә күп бала үҫһә лә, улар икеһе генә сәхнә юлынан китә. Бик күп дуэттар яҙҙыра Бөрйәндең апалы-һеңлеле моңло ҡыҙҙары. Тыуған яҡтарының матур тәбиғәтен йырҙары менән тағы ла йәмләндереп, алты клип төшөрәләр.

– Бала саҡтан йырларға яраттым. Шул тиклем йырлағым килә ине, хатта тыйылып торһам, күкрәгем ташып, тиҙерәк ҡаршылағы урманлы тауға йүгереп сығып китә инем дә, шундағы ҡарағайҙарҙы ҡарап ултырыусы тамашасылар итеп, ҡысҡырып йырлап танһығымды ҡандыра торғайным», – тип әңгәмәне башланы, 22 йыл профессиональ сәхнәлә үҙенең хеҙмәт юлы, үҙенең ижады менән атлаған йырсы Зәбирә Әминева. Әсәһе урман хужалығы контораһында иҙән йыуыусы булып эшләгәс, ҡайһы саҡта Зәбирәне үҙе урынына эшкә ебәрә икән. Ҡыҙыҡайға шул ғына кәрәк, тиҙ генә иҙәнде йыуып бөтә лә, кеше ҡолағынан алыҫ булған, бер кем дә ишетмәгән иркен урман өйөн яңғыратып йырлап ебәрә. Тауышының матур булып яңғырағанына үҙе таң ҡалып, ҡысҡырып-ҡысҡырып йырлағанын әсәһе килеп, һиҙҙермәй генә тыңлап тора ла, бер ҙә туҡтарға уйламағас, көлә-көлә инеп: «Ниңә өйҙә йырламайһың һуң ул?» – тип алып ҡайтып китер була. Өйҙә йырларға ни, унда яңғырамай бит! Үҙе кеүек үк матур йырлаған апаларынан да тартыналыр инде. Улары бит, барыһы ла матур йырлай, гармунда өҙҙөрөп уйнай. Ете балалы ҙур ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙҙарға ата-әсәләренең моң һөйөүе тулайым ғына тапшырылған шул.

Заманында атаһының олатаһы Абдрахман Әминев бик шәп ҡурайсы булған. Шул моң атаһына күсеп, ул гармунда, мандолинала, баянда, скрипкала үҙе уйнай, үҙе оҫта итеп бейей. Шуға ла, халыҡ моңона, йырҙарына ғашиҡ булып үҫә Рәүф Зәкәриә улының бөтә балалары ла. Әсәһе Ғәйшә Мөхәмәҙиә ҡыҙы ла бик матур итеп башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара, ҡумыҙ сиртә.

Төшөндә бик матур итеп күңелендәге ниндәйҙер йырҙы көйләй Зәбирә. Их, йыр итәһе ине ошо илаһи моңдо! Уяна ла, хәтеренә төшөрә алмай. Үҙен йырҙар ижад итеүсе булараҡ танытырға ашыҡмаһа ла, моңло күңел шулай асылыр бөрө кеүек үҙен һиҙҙерә асылда.

– Тормош үрҙәренә яйлап ҡына атлаһам да, артҡа табан ҡарамайым, үткәндәр менән түгел, ә балалар, ғаиләм менән бәхетле булып, киләсәк өсөн йәшәйем», – ти Зәбирә Рәүф ҡыҙы. Йәшерәк сағында, район мәҙәниәт йортондағы бер йыр бәйгеһенә балалар алып бара. Уларҙың һәр береһе өсөн янып-көйөп, уларға таяныс булып, инде тамам арып бөткәс кенә үҙенә лә бәйгелә йырларға сират етә. Саманан тыш арып, үҙенә оҡшамай киткән, бәйгелә йырлап торған Зәбирәне ҡыҙғанып, үҙ-үҙенә һүҙ бирә йырсы – башҡа бер ваҡытта ла конкурстарҙа ҡатнашмаясаҡ. Һәм шул һүҙен әлегә тиклем тотоп, бәйгеләрҙә ҡатнашмай. Ижад кешеләренә генә аңлашылған, тормош-йәшәйештең башҡа ҡиммәттәрен өҫтөнөрәк күрә ул.

– Иптәшем Марс сәхнәлә эргәмдә баян уйнап йәнәш тормаһа, минең илһам ҡошом талпынмай, – ти Зәбирә, моңло ла, нурлы ла мөхәббәт тарихы хаҡында һөйләргә йыйынып.

Тормош иптәше, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Азамат улы Ишморатов менән Бөрйән район мәҙәниәт һарайында бергә эшләгән саҡта танышып китәләр.

«Ритм тотмайһың, ошолай йырла, былай йырла!» – тип, һәләтле ҡыҙҙа асыласаҡ йырсы талантын күҙаллап, бер туҡтауһыҙ биргән өгөт-нәсихәтенән бигерәк, баяны менән әүрәтә ул Зәбирәне. Күп тә үтмәй, сәхнә – мөхәббәт сәхнәһенә әүрелеп, бер ритмдағы ике йөрәк ҡауышып, йәштәр бергә-бергә бәхетле ғүмер юлынан атлап китә.

Ижад юлы эҙләнеүҙәр талап итә. Тиҙҙән, Нефтекама дәүләт филармонияһының директоры Әхәт Әхмәт улының саҡырыуы буйынса Нефтекамаға юллана йәш ғаилә. Нефтекама филармонияһында эшләгәндә режиссер Зилә Рамазан ҡыҙы Аҙнабаеваның, әсәй кеүек ҡурсалап, ошо мөхиткә өйрәнергә ҙур ярҙам итеүенә оло рәхмәт белдерә Зәбирә Рәүф ҡыҙы. Төрлө милләт вәкилдәре тупланған яңы асылған мәҙәниәт усағында үҙ кеше булып китеүе ҙур тырышлыҡ, ныҡышмалыҡ талап итә. Әммә, тиҙҙән, башҡорт төркөмө генә түгел, татар, мари, төркөмдәре лә Марс һәм Зәбирәне үҙҙәре менән гастролдәргә сығырға саҡыра. Аптыранып, баш тартып тормай улар, һәр милләт вәкилдәренең дә үҙенсәлеген, менталитетын өйрәнеп, һәр ерҙә лә көтөп алынған артистарға әйләнеп китәләр. Зәбирә йырлауҙан тыш, алып барыусы һөнәрен дә үҙләштереп ала. Ун биш йыл ғүмер шулай гөрләп, танылыу яулап, Нефтекамала уҙып китә.

Киләсәктәге матур хыялдары менән уртаҡлашып, Зәбирә Рәүф ҡыҙы Әминева өсөнсө ҙур концертын уҙғарырға ниәтләнеүе хаҡында белдерҙе. Тырыш, ижад итеүҙән йәм табып йәшәгән йырсы бер-бер артлы «Мин ғүмерҙе көйгә һалдым» тип аталған шәхси концертын, бер аҙҙан, «Йырламайса нисек түҙергә» тип аталған икенсе концертын уҙғара.

– Алла бирһә, «Әйләнеп ҡайтырһың, ышанам» тип аталыр ҙур концертымда, әлеге мәлдә, хәрби кеше булараҡ махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк һуғыш яланында йөрөгән улыма булған һөйөүемде белдерергә теләйем. Ғәзиз балаҡайҙары яу яланында илебеҙ именлеге өсөн көрәшкән саҡта, минең кеүек үк ут йотоп, өмөт тоҡандырып ғүмер иткән әсәләргә таяныс булырға теләйем был концерт программаһы менән. Минең бөгөнгө күңел торошома, минең кисерештәремә ауаздаш итеп, махсус яҙылған «Әйләнеп ҡайтырһың, ышанам» тип аталған йыр исемендәге был ҙур концертым (Альфред Яҡшембәтов көйө, Лилиә Хисаметдинова һүҙҙәре), асылда, тормош юлдаштарын, һөйгән йәрҙәрен, ғәзиз балаларын көткәндәр өлөшөнә төшкән һынауҙарҙы моңом менән, әсә йөрәгенән сыҡҡан һүҙем менән йыуатыу ниәтендә уйланған, бойомға ашырырға теләгән ниәтем. Илгә афәт килгәндә, киләсәккә ҙур өмөт бағлап, хыялдарҙы ысынға ашырып, барлыҡ көс менән еңеүҙе булдырыу, уны һәр һулышыбыҙ, изге доғаларыбыҙ менән яҡынайтыу, бирешмәйсә ижад итеү – беҙҙең бурыс тип һанайым, – ти Зәбирә Рәүф ҡыҙы Әминева.

Ғөмүмән, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, һәр көнгә шатланып йәшәү кәрәклекте төптән аңлаған йырсының тормош девизы ла көйлө. «Көйләй белһәң, тормош көйлө бара», – ысынлап та, шулай бит ул. Үҙ көсөнә, Аллаһы Тәғәлә ярҙамына ышанған кешеләрсә был кредо!

«Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил яҡшы» икәнде тойоп, һәм балаларыма ла төшөндөрөп йәшәйем, ти әңгәмәсем. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, ата-әсәнән һеңдереп үҫкәнгә лә, тормошта күп ҡуллана Зәбирә. Тыуған ауылында нигеҙ ҡотон һаҡлап, әлеге көндә лә балаларына ҡыуанып, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп йәшәүсе әсәһе барлығына бик тә шатлана ул. «Ожмах – әсәләрҙең аяҡ аҫтында», «Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ», тигән әсәй өйрәткән алтын һүҙҙәрҙе балаларына һабаҡ итеп, үҙенә лә өндәмә итеп һәр саҡ ҡабатлай. Зәбирә ҡорған ғаиләлә ике шатлыҡ булып, пар ҡанат көсөн тойоп, ике бала тәрбиәләнә. Атай-әсәй сәнғәт кешеләре булһа ла, оло улдары Раян хәрби юлды һайлай. Нефтекамала, башҡорт гимназияһында белем алған сағында, ул башҡорт телен һәйбәт белеүе менән таң ҡалдырып, бала саҡтан төрлө конкурстарҙа сығыш яһап, еңеү яулай. Сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы, яҡшы уҡыуы өсөн Президент стипендияһы алып уҡый Раян. Театрҙы, сәхнәне лә үҙ итә, «Иң яҡшы ир-ат роле»нә лайыҡ була. Гимназияла күп сараларҙың алып барыусыһы булып таныла. Әммә атай кеше улының артист тормошон һайлауына ҡәтғи ҡаршы була. Раяндың тырышлығы бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, ул Рязань ҡалаһында, генерал-майор В.Ф.Маргелов исемендәге юғары һауа десант училищеһына уҡырға инә. Бер урынға йөҙ ҙә ҡырҡ кеше дәғүә итеп, шуларҙың береһе генә алынған ҙур конкурсты уңышлы үтеп, Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә килеүсе үҫмер егеттәр араһынан, һәр яҡтан ныҡлы тикшереүҙәрҙе уҙа алып, юғары балл йыйып, һынауҙарҙы физик һәм аҡыл йәһәтенән дә һынатмай уҙып, уҡырға инеп ҡайта. Бөрйәндәге туғандары янына йыл да ҡайтып, утын-бесән әҙерләшеп, эштән ҡурҡмай сынығып, таҫыллыҡҡа өйрәнеп йөрөүе – егет кешегә бик килешеп ҡала был һынауҙа. Бөтә ошо күркәм сифаттарҙы улында тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән Шәфҡәт еҙнәһенә рәхмәтле Зәбирә.

Училищела икенсе курста уҡыған сағында атай-әсәй һәм туғандар өсөн генә түгел, бөтә Бөрйән халҡы өсөн ҙур ғорурлыҡ булып, Үҙәк майҙандағы еңеү парадында уҙа Раян. Рәсәй буйлап, һәр хәрби училищенан иң-иңдәр генә һайлап алынған был сараға эләгеү өсөн, ниндәйен дә камиллыҡ, тырышлыҡ, сабырлыҡ кәрәк икәнен күптәр аңламай ҙа, әлбиттә. Раян үҙе лә, трибуна тапҡырынан, президентыбыҙ В.В.Путиндың йылы ҡарашын тойоп уҙған саҡта бөтә Башҡортостан халҡы өсөн ғорурлыҡ кисергәнен ата-әсәһенә ҡанатланып бәйән итә.

Тормош ҡануны шулай, илгә афәт килһә, хәрбиҙәр иң алғы һыҙыҡта. Раян да, илебеҙ именлеген һаҡлап, тәүге көндән үк көнбайыш сиктә, ут эсендә хәрби бурысын үтәй.

«Ике йылдан ашты инде, балам һуғыш яланында. Башта, баламды оҙатҡас, үҙемә урын таба алмай аҙапландым, бер үҙем генә ошо ғазапты кисергән кеүек булдым. Улым ике тапҡыр контузия алып, Мариополде алған саҡта, бер айға юғалып торған осоро булды. Урманда, бәйләнешһеҙ, ризыҡһыҙ шарттарҙа, асыҡҡанда ҡабып ебәрергә бер үләне лә булмаған сит ерҙәрҙең һөмһөҙлөгөн татып, Башҡортостаныбыҙҙың ни тиклем бай-мул тәбиғәтле изге ер икәненә төшөнә балаҡайым. Ошо мәлдәрҙә, аҡылдан яҙыр сиккә етеп, уйҙарымдың төйөнөнә буталып йөрөгән саҡтарымда, миңә бары йыр ғына йыуаныс була ала ине. Гастролдәрҙә онотолорға тырыштым, кешеләргә әле минең кисерештәр бик аңлашылмай ҙа ине. Һуңғараҡ, бер йыл уҙғас, өлөшләтә мобилизация башланып, минең һағышлы-һағыныулы хис-тойғоларым күп әсәләргә таныш булып киткәс кенә, хәҙер үҙем күптәргә таяныс булып, һынауҙарҙы еңер көс, өмөтлө кәңәштәр бирә алам», – ти Зәбирә Әминева.

Башҡорт халҡы юҡҡа ғына борон-борондан ҡайғыһын да, һағышын да йыр менән баҫмаған, йыр менән дауаланмаған бит. Был хәлдәрҙе тәрән аңлай һалдат әсәләре. Һуғыш тамамланып, ғәзиздәрен иҫән-һау көтөп алып, шатлыҡ йырҙары яңғыратыр мәлдәрҙе түҙемһеҙләнеп көтә улар. Беҙ ҙә Раяндың да, яу яланында сынығып, башҡа яугирҙәребеҙ менән бергә, еңеүселәр булып, имен-һау ҡайтыуын теләйбеҙ.

Әсәһенең ҡыуанысы-йыуанысы, ҡыҙы Зөлхизә лә бар Зәбирәнең эргәһендә. Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында Шайморатов класында уҡый ул. Илһөйәр рухлы ҡыҙ, атаһы – Сибай концерт-театр берекмәһенең баянисы Марс Ишморатовтың баянына ҡушылып, дүрт йәшендә үк, Шайморатов генерал йырын йырлап, интернет селтәрҙәрендә йөрөй. Сая, тантаналы итеп йырлап торған ҡыҙҙы яратмаған кеше ҡалмағандыр. Зөлхизә лә күңеленә һандуғас ҡунған тоҡомдан бит.

Тормошто көйгә һалып, көйләнмәгән ерендә көйләп, моңло йырҙары менән кешеләр күңелен дауалап йәшәүҙе тормош мәғәнәһе итеп алғандар араһында, Сибай филармонияһы йырсыһы Зәбирә Әминева ла бар. Аллаһы Тәғәлә күңеленә һалған ошо изге миссияны лайыҡлы алып барған Бөрйән һылыуына уңыштар теләйек.

Миләүшә Ҡыҙрасова. "Тамаша" №2-2024.

Көйләй белһәң, тормош көйлө бара
Көйләй белһәң, тормош көйлө бара
Көйләй белһәң, тормош көйлө бара
Автор:
Читайте нас: