-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәшлекте бер иҫкә алып...

Үҙенсәлекле, ғәжәйеп исемле йәшлек әхирәтем Хима Йәнбирҙина хаҡында был яҙмам.

Йәшлекте бер иҫкә алып...
Йәшлекте бер иҫкә алып...

Есеме лә исеме кеүек үк матур бит уның.

Хима – һинд телендә «ҡояш нуры», ғәрәпсә «яҡтылыҡ, сафлыҡ, таҙалыҡ», грекса «хазина», төрөксә «серле» тигән мәғәнәләрҙе аңлата, һәм улар барыһы ла Химаның булмышына тура килә.

 

1982 йылдың июль айы...

Сәнғәт юлын һайлап, йырсы булабыҙ тип, Башҡортостандың төрлө төбәгенән егет-ҡыҙҙар баш ҡалаға юл алдыҡ. Имтихан көнө, сәнғәт училищеһы абитуриенттар менән шығырым тулған... Уҡыу йорто шау-гөр килә, ҡайҙа фортепиано, скрипка, баян, торба, виолончель тауышы... баш әйләнгес...

Йыр бүлеге урынлашҡан ҡатҡа күтәрелдем. Имтихан ҡабул иткән актовый зал эргәһендә кемдер распевка эшләй, кемелер йырлай, тауышын көйләй...

Өҫ башымды үҙ заманыбыҙға тура килтереп матур кейенгәнмен: йәшел сәскәле крепдешин күлдәктәмен, сәсемә ромашкалы заколка ҡуйғанмын, бәләкәй генә сумочка һәм үксәле туфли...

Конкурс бик ҙур, 1 урынға 15 кеше тигән хәбәр тәнемде эҫеле-һыуыҡлы итте... шул саҡ нескә генә билле, зәңгәр сәскәле күлдәктәге ҡара ғына ҡыҫҡа сәсле бер ҡыҙ миңә өндәшә: «Апай, минең йырлауымды тыңлап ҡына ҡарағыҙ әле, дөрөҫ йырлайым микән? Мине уҡырға алырҙар микән?»

Нишләп уны минән һорай икән тип бөтөнләй юғалып ҡалдым. Бына йырлап ебәрҙе бит әй! Моңло, сағыу, үҙенсәлекле, тәбиғи матууур тауыыыыш!!!

Хәҙер мин хафалана башланым... Ошондай матур йырсылар араһынан конкурстан үтә алмаҫмын ул... 150 кеше араһынан унауҙы ғына һайлап алырға тейештәр бит!!!

Бер-бер артлы имтихан тапшырып сыҡтыҡ, тулҡынланып жюри ағзаларының баһаһын көтәбеҙ.

Имтиханда бер йырымды гармунда уйнап йырлағайным, ваҡыт тиҙерәк үтһен тип, йәнә ҡулға гармун алдым. Күмәкләшеп йырлап ебәрҙек:

«Иҫеңдәме, иркәм, танышҡайныҡ икәү, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡанда...»

Исемлекте сығарып элделәр...

 

Резида ӘМИНЕВАНЫҢ йәшлек әхирәте Хима Йәнбирҙина хаҡында матур яҙмаһын "Тамаша" журналының яңы июнь һанында тулы килеш уҡырһығыҙ. 

Дуҫтар, әле журналға яҙылыу бара. Ярты йылға - 420 һум. Редакция үҙе 120 һум ташлама эшләй. Бының өсөн 89371611494 (Ильшат Булатович З.) номерына бәйле картаға (Сбер, Уралсиб) 300 һум аҡса ебәрергә һәм бәйләнешкә сығып, адресығыҙҙы әйтергә кәрәк була.  

Йәшлекте бер иҫкә алып...
Йәшлекте бер иҫкә алып...
Автор:
Читайте нас: