-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Һәр ролемә күңелемде һалдым...»

Уның 65 йыллыҡ ижад юлын һандарға күсерһәң, миллиондар менән иҫәпләргә кәрәк булыр ине, моғайын. Тамашасылар, гастролдәрҙә үткән юлдар, сәскәләр гөлләмәһе, алҡыштар... Улар араһында, әлбиттә, күҙ йәштәре лә, һынауҙар ҙа, күңел яралары ла була. Һүҙебеҙ тере легенда, быйыл үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгән Сәүиә СИРАЕВА тураһында.

«Һәр ролемә күңелемде һалдым...»
«Һәр ролемә күңелемде һалдым...»

Башҡортостандың һәм Татарстандың – халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисының, Салауат Юлаев ордены кавалерының бөгөн дә сәхнәлә булыуы үҙе бер оло мәртәбә. «Нур» татар дәүләт театры репертуарындағы байтаҡ спектаклдәрҙә уйнай ул. Улай ғына ла түгел, ҡайһы бер тамашасылар тап уның уйнағанын ҡарарға, уны күрергә тип театрға килә. Әңгәмәгә саҡырғас та Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы бар серҙәре менән уртаҡлашырға ризалашты. Ихлас йылмайған, йәштәрсә дәрте урғып торған апайға һоҡланмайса ҡарап булмай, күҙҙәр теймәһен, машаллаһ!

 

– Сәүиә апай, һеҙҙең 90 йәштә лә алсаҡ, мөләйем булыуығыҙҙың, ошолай дәртле баҫып, йылмайып-көлөп, сәхнәләрҙе дер һелкетеп йөрөүегеҙҙең сере нимәлә?

– Кешеләрҙе, эшемде, донъяны яратыуҙалыр тип уйлайым. Ә был яратыу ғаиләнән килә. Мин үҫкән йорттоң ишеге бер ваҡытта ла ябылманы. Юлсылар, үткән-һүткәндәр, әсәйемдең ауылынан килеүселәр беҙгә инеп, сәй эсеп, төнгә ҡалһалар йоҡлап китә ине. Шуны күреп үҫкәнгәлер, кешеләр менән аралашыуҙан йәм табам. Кемдер үҙ-үҙенә йомола бит, ә мин, киреһенсә, йылдар үтә барған һайын нығыраҡ асылам. Ҡайғы-хәсрәтемде лә, шатлыҡтарымды ла уртаҡлашыу өсөн кешеләргә барам. Һәр ваҡыт халыҡ араһында булдым.

– Ә күңелегеҙҙе шулай кешеләргә шар асып, һеҙҙең йомшаҡлыҡтан ҡулланыусылар булдымы? Ғөмүмән, тормошта хыянат кисерергә тура килдеме?

– Күп тапҡырҙар кисерҙем. Кеше пхихологияһын белеп булмай бит. Төрлөләр бар: кемдер күңелеңде аңлай, ә кемдер хөсөтлөк уйлап ҡына һине ҡабул иткән булып ҡылана. Әммә ундайҙар минең булмышымды, тәбиғәтемде юҡҡа сығара алманы. Хыянатсылар менән бары тик һағыраҡ, аралыҡ тотоп аралаша башлайһың.

– Бәләкәй Сәүиәнең күңелендә артист булам, тигән хыял ҡасан барлыҡҡа килде?

– Әгәр һүҙ театр артисы тураһында барһа, бала саҡта миңә спектакль ҡарарға, театр  сәнғәте менән танышырға тура килмәне. Ауылға йыш ҡына 2-3 кешенән торған цирк труппаһы һәм һирәкләп филармония концерттары килә ине. Ә сәнғәткә тартылыуым ғаиләлә тәрбиәләнде. Өләсәйемде белмәйем, ул вафат ине инде, уның ҡурайҙа уйнауын туғандарҙың, күршеләрҙең һөйләүенән ишетеп үҫтем. Атайым йәшләй етем ҡалған, уҡыу эләкмәгән уға. Сираев, тип ҡултамға ғына ҡуя торғайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәш саҡта лавка тотҡан. Нимәһе ҡыҙыҡ, мин тыуғас, хөкүмәттән ике мең һум аҡса биргәндәр. Ленинградҡа барып, матур-матур тауар алып ҡайтҡан ул. Үҫкәндә лә сәй сервизы менән ике мамыҡ юрғанды һаҡлап ҡына тотона инек. Һуғыш башланғас, уны аҙыҡҡа алмаштырып алған. Атайым шул тиклем матур итеп скрипкала уйнай ине. Эштән ҡайтып, йорт тирәһендәге мәшәҡәттәрҙе атҡара ла, аҡ күлдәген кейеп, түбәтәйен ҡырыныраҡ һалып, скрипкала йөрәктәрҙе өҙҙөрөп уйнарға тотона... Ниңәлер был моң мине һәр ваҡыт болоҡһотто, ҡайҙалыр алыҫ-алыҫҡа киткем, илағым килгәне хәтеремдә. Сөнки Бөйөк Ватан һуғышы башланған мәл. Дүрт ағайым яуға китте (улар барыһы ла гармунда уйнай ине) – атайым һағыныуын да, ҡурҡыуын да, борсолоуын да ошо моңға һалғандыр, тим. Атайымдың алдында иркәләнеп кенә үҫтем. Һәр ваҡыт маҡтап ҡына торҙо, әрләгәнен хәтерләмәйем. Ағайым ҡысҡырһа ла: «Тауыш күтәрмә, ул ҡыҙ бала!» – ти торғайны. Әсәйем иһә бик тыйнаҡ ҡатын булды. Совет заманы булһа ла диндә ине, намаҙ уҡыны, ураҙа тотто. Йәйге селләләрҙә һалҡын урын эҙләп, баҙға төшөп ял иткәне хәтерҙә ҡалған – ураҙала бер йотом һыу эсергә лә ярамай бит.

Музыкаль ғаилә булғас, ағайымдар концерттарҙа ҡатнаша торғайны, мине бәләкәйҙән үҙҙәре менән эйәртеп йөрөттөләр. Көй ишетеү менән бейергә төшөп китә инем. Мәктәпкә уҡырға барғас, ҡыҫылмаған ерем булманы: концерттарҙа ҡатнашам, шиғыр ятлайым, стена гәзите сығарышам. Мандолинала уйнарға өйрәндем.

– Ә һеҙҙең сәнғәт юлынан киткәнегеҙгә улар ҡаршы килмәнеме?

– Беҙҙең ғаиләлә, бер нәмәгә лә ярамай тигән тыйыу булманы – һәр кем яратҡан шөғөлө менән булышты, күңеленә ятҡан һөнәр һайланы. Етмәһә, үҫеп еткәндә улар бик олоғайғайны инде, ни тиһәң дә мин 12-се бала инем бит. Күпселек тәрбиәне еңгәмә тапшырып ҡуйҙылар. Уҡытыусы булып эшләне, хатта ата-әсәләр йыйылышына ла ул йөрөнө. Минең һәләтемде күреп, белеп йөрөгәс, әйтмәйенсә генә сәнғәт училищеһының театр бүлегенә үҙе ғариза биргән. Йәй башланып, имтихандарға саҡырыу килгәс, ата-әсәйемә әйттем. Хәйерле юл теләп оҙатып ҡалдылар.

– Улар һеҙҙең уйнаған спектаклдәрҙе күреп өлгөрҙөмө?

– Юҡ шул, бына шуныһы аяныс. Салауат театрындағы беренсе ролем менән ауылға гастролгә килдек. Йәй көнө, зал шығырым тулы. Әсәйемә: «Атайым килмәҫен беләм, уға әйтеп тормайым. Әйҙә һин килеп, минең уйнағанды ҡара», – тинем. «Юҡ, балам, ғүмере йөрөмәгән спектаклгә бармайым инде», – тип ҡуйҙы. Спектакль уйнайбыҙ, антракт башланды. Ауылдаштар менән аралашыр өсөн бер аҙға тышҡа сыҡһам, йәшел яулығын ябынып, матур күлдәген кейеп, әсәйем килә. Ултыртырға урын әҙерләгәнсе, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Моғайын, үҙенсә кеше булһа ярар ине, тип борсолоп килгәндер инде. Улар иҫән саҡта телевизор ҙа юҡ ине, радиоспектаклдәр ҙә яҙылманы. Минең уйнағанды күреү уларға насип булманы.

– Ябай ауыл ҡыҙына училищела уҡыу ауыр булманымы?

– Уҡыу башланыу менән театрға, ғөмүмән, сәнғәткә ғашиҡ булдым. Бала саҡтан концеттарҙа ҡатнашып йөрөгәс, сәхнә ҡағиҙәләрен ярайһы ғына белә инем. Тырышып уҡыным,тәүге семестрҙа уҡ имтихандарҙы яҡшы билдәләргә генә тапшырҙым. Ә каникулдарҙан килеүгә, курсташым Миәссәр Басыров менән икебеҙҙе 2-се курсҡа күсереүҙәре тураһында приказ сыҡҡан ине. Шулай итеп, беҙ уҡыуҙы бер йыл алдан тамамланыҡ. Дипломым һаман да һаҡлана, бөтә фәндәрҙән дә тик «5»-ле билдәләре генә ҡуйылған.

– Аҙаҡ, уҡыуҙы тамамлағас, курсташтарығыҙ менән аралашып торҙоғоҙмо?

– Эйе, ғүмер буйы үҙ-ара татыу булдыҡ. Осрашыуҙар ойоштора инек. Бер шулай Миәссәр телевидениела эшләгән сағында, үҙебеҙҙең уйнаған ролдәребеҙ менән концерт программаһы ла ойошторҙо. Илшат Йомағолов, Рафаэль Сәлихов, Дәриға Фәйзуллина һәм башҡалар менән дуҫтар инек.

– Диплом алғас, һеҙ хеҙмәт юлығыҙҙы театрҙа түгел, ә Башҡорт дәүләт филармонияһында башлағанһығыҙ...

– Сығарылыш спектаклдәрен ҡарағандан һуң, беҙҙе төрлө театрҙарға тәғәйенләй башланылар. Ул мәлдә театрҙарҙа буш урындар юҡ, тип әйтерлек ине. Башҡорт дәүләт академия, Салауат һәм Сибай театрҙарына һанаулы ғына кешеләрҙе алдылар, башҡаларға сит өлкәләргә, республикаларға китергә тура килде. Әлбиттә, миңә бәхет йылмайҙы – Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эшкә саҡырҙылар. Тик минең дуҫлашып йөрөгән егетем бар ине, ул ситкә китеүемә ҡаршы булғас, эшкә барыуҙан баш тарттым. Уҡытыусыларым да, курсташтарым да аптырап ҡалды, ә мин иҫәрҙең мөхәббәттән башым әйләнгәйне, өгөтләүҙәргә бирешмәнем.

Академтеатрҙың баш режиссеры Вәли Ғәлимовтың ҡатыны Дәриға Фәйзуллина менән бергә уҡыныҡ, дуҫ булдыҡ. Миңә: «Сәүиә, аптырама, һине Вәли Ғирфан улы эшкә алам, тип әйтте. Тик әлегә башҡаларға өндәшмә», – тине. Шуны ишетеү менән театрға бар, эш һора бит инде! Юҡ, мин бала аҡылым менән килеп алыуҙарын көтөп яттым. Иламаған балаға кем имсәк ҡаптырһын инде!? Ике аҙналай ваҡыт үтте, Сатира исемле әхирәтем Алтай театрына эшкә китергә тейеш ине, уның менән дөйөм ятаҡта йәшәп ятабыҙ. Бер көн урам буйлап барғанда, беҙгә йыр уҡытыусыбыҙ Зоя Александровна менән данлыҡлы дирижер Анатолий Тихомиров осраны. «О-о, минең ҡыҙҙарым! Хәлдәрегеҙ нисек? – тине лә, Тихомировҡа мине күрһәтеп: – Унда Обухова (опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы – авт.) тауышы, бик талантлы», – тип өҫтәне. Шунан беҙҙе Тихомиров ағай үҙе менән эйәртеп, Башҡорт дәүләт филармонияһына алып китте. Республика шул мәлдә 1955 йылда Мәскәүҙә үтәсәк Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһына әҙерләнә башлаған булған. Йыр-бейеү ансамбленә хор йырсылары йыялар икән. Йырлатып ҡаранылар ҙа, оҡшатып, эшкә алырға ғариза яҙырға ҡуштылар. Хатта «подъемный» аҡсаһы ла бирҙеләр. Ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ – көн һайын репетициялар, репертуар туплайбыҙ, сәхнә костюмдары тектерҙеләр. Ул арала дуҫлашып йөрөгән егетемә кейәүгә сығып өлгөрҙөм. Дөрөҫөн әйткәндә, уның үҙен түгел, йырлауын яраттым. Бер генә йәмһеҙлеген дә, насар холҡон да күрмәнем. Үҙе лә бик ныҡышмал ине, яныма бер кемде лә яҡын юлатманы. Улыбыҙ тыуҙы, уға туғыҙ ай булғанда, туғандарыма ҡалдырып, Мәскәүҙә бик ҙур программа менән сығыш яһап ҡайттыҡ. Аҙаҡ беҙҙең хор таралды. Артыҡ ҡайғырманым – минең эшем түгел ине ул. Сәғәттәр буйы тик кенә тороп йырлауҙың нисек ауыр бирелгәнен белһәгеҙ! Театр артисымын бит, төшөп уйнағы, бик булмаһа бейеге килә ине.

Ул арала икенсе улым тыуҙы. Ә иптәшемдең ижад юлы, киреһенсә, күтәрелде. Гастролдәргә йөрөй, концерттарҙа ҡатнаша. Тик был тигенгә булманы – ғәйбәттәр ишетелә башланы. Һәм был, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, имеш-мимеш түгел, ә ысынбарлыҡ булып сыҡты. Ғаиләбеҙ тарҡалды, ул ғаиләнән китте. Бер мәлдә мин эшһеҙ ҙә, ирһеҙ ҙә тороп ҡалдым.

– Аллаһы Тәғәлә бер һынауҙы ла юҡҡа бирмәй, тиҙәр. Был бәхетһеҙлек һеҙгә театрға ҡайтыуға этәргес булған...

– Эйе. Өфөлә ҡалғым килмәй ине: һәр мөйөш, һәр урам хәлемде иҫемә төшөрөп тора. Салауат театры директоры Нәжиб Асанбаевтың данлыҡлы «Рәйсә» спектакленең ҡуйылған ғына сағы – үҙемдең хәлемде ситтән күргәндәй булып, уны илай-илай ҡарап, тетрәнеп ҡайтҡайным. Бер көн паркта уның үҙен осраттым. Ҡапыл ғына башыма уй килде лә, янына барып: «Нәжиб ағай, мине эшкә алығыҙ. Диплом алғас та Салауат театрына саҡырғайнылар. Тимәк, мин шунда эшләргә тейеш», – тинем. «Урын юҡ бит әле», – тигәс: «Рәйсә» пьесаһын яҙған автор булараҡ, һеҙ минең хәлемде аңларға тейешһегеҙ», – тип иремдең китеүен, ике бала менән яңғыҙ ҡалыуымды һөйләп бирҙем. Уйланып ултырҙы ла: «Ике аҙнанан Мәскәүгә барам, министрлыҡтан штат һорап ҡарармын. Әгәр бирһәләр, хәбәр итермен», – тине. Ысынлап та, бер аҙҙан эшкә килеп етергә ҡушып, телеграмма килде.

Бәләкәй улымды ауылда ҡалдырып торҙом да, Уралымды етәкләп, икенсе ҡулыма бер сумаҙанға һыйған мөлкәтемде йөкмәп, юлға сыҡтым. Ашҡыныу, атлығыу бар ине күңелдә, осоп барған кеүек хис иттем үҙемде.

– Ниндәй ролдәр менән театр донъяһына барып индегеҙ?

– Барыуыма «Рәйсә» спектаклен Салауатта ла ҡуйырға хәл иткәндәр ине. Миңә ҡәйнә ролен бирҙеләр. Өфөлә уны Әҡлимә апай Садыҡова иҫ киткес шәп итеп уйнағайны. Шуға был образға тотонорға шикләндем, ҡурҡтым да. Тик минең һайланып ултырырлыҡ мөмкинселегем юҡ ине, ризалаштым. Аҙаҡ спектаклде ҡарарға Өфөнән Зәйтүнә Бикбулатова, Вәли Ғәлимов, Ғабдулла Ғиләжев кеүек данлыҡлы шәхестәрҙән торған комиссия килгәйне. «Нисә йыл сәхнәгә баҫмаһа ла, ул талантын юғалтмаған», – тип улар миңә ҡанат ҡуйҙы. Шунан башланды ла инде театр сәнғәтендәге оҙон һәм матур юлым...

– Өфөгә кире ҡайтыу осраҡлылыҡмы әллә маҡсат инеме?

– Осраҡлы хәл булды. Салауатта өс йыл ярым эшләргә тура килде. Шунан Нәжиб ағайҙы Өфө театрына эшкә алғас, мине академтеатрға труппа мөдире итеп эшкә саҡырҙылар. Артист булып эшләгем килә, тип баш тартыуыма, ул: «Мәлде файҙаланып ҡал. Артистар араһында ололар күп, берәйһе эштән китеү менән урынына һине алырбыҙ», – тип кәңәш бирҙе. Шулай итеп мин ҡабат Өфөгә әйләнеп ҡайттым.

Труппа мөдире булып эшләүҙең ыңғай яҡтары күп булды. Телеспектаклдәрҙең күпләп төшөрөлә башлаған сағы. Артистар бушамай, мине уйнарға саҡыралар. Тәүге танылыуҙар, уңыштар улар аша килде. Әгәр артист булып эшләһәм, минең дә төшөргә мөмкинлек булмаҫ ине. Һаман да хәтерләйем, «Ҡәйнә» тигән спектакль төшөрөргә кәрәк. Труппа мөдире булараҡ, минән артистар һорайҙар. Тик береһе лә төп ролгә риза түгел – йә образ оҡшамай, йә ваҡыт еткерә алмайҙар. Хатта телевидениены һанға һуҡмаусылар ҙа бар ине. Минең кеше тапмай йөрөгәнде күреп, театрҙың рәссамы Ғәлиә апай Имашева: «Сәүиә, үҙең уйна. Мин һиңә ышанам», – тине. Шул һүҙенән ҡеүәт алып, ризалаштым. 12 көн эсендә әҙерләп төшөрҙөк. Ул фильм шул тиклем популяр булды, төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яуланы. Тағы ла тамашасылар Кәрим Тинчуриндың «Американ»ын да яратты. Күп спектаклдәр тура эфирҙа, яҙҙырыуһыҙ уйналды. Ә ҡараусылар уны хәтерендә ҡалдыра, артистарҙы ла белә башлай. Шулай итеп мин дә билдәлелек яуланым.

– Ә Өфө сәхнәһенә артист булараҡ сығыу өсөн күпме ваҡыт үтте?

– Күп тип әйтмәҫ инем. Рәхмәт режиссерҙарға, улар минең артист икәнемде хәтерҙә тотто. Труппа мөдире булып эшләгәнемдә үк күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашып йөрөнөм. Шунан Лек Вәлиев миңә Зәйнәб Биишева әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә комик роль бирҙе. Ә инде Андрей Макайоноктың «Йәшлек менән осрашыу»ында Ганна ролен уйнағас, театр директоры Нәжибәк Хафизов (Нәжиб ағай икенсе эшкә күскәйне): «Бөгөн һинең йондоҙоң ҡабынды. Ҡағыҙ кимереп ултырма, бөгөндән һин – артист!» – тине.

– Кемдер тәүге ролдәре менән үк танылыу яулап, йондоҙға әүерелә. Ә кемгәлер үҙенең талантын ғүмер буйы иҫбатларға тура килә. Һеҙгә уңыш еңел бирелдеме?

– Үҙемде Сәүиә Сираева итеп танытыу өсөн бик күп көс һалырға тура килде. Артымдан этеүсе, алдан тартыусы булмаҫын аңланым һәм бар тырышлығым менән эшләнем дә эшләнем. Әйтеүемсә, йыш ҡына күмәк сәхнәлә йөрөргә тура килде. Шунда ла үҙемдең образыма ниндәйҙер характер, биография биреп, исем ҡуштырып, айырым роль итергә тырыша инем. Шул мәлдә үк алҡыштар яуа ине һәм мин тырышлыҡтың тәмен, йәмен тойҙом. Бына ошоно мин бөгөнгө йәштәргә лә аңлатырға, өйрәтергә тырышам. Массала йөрөү – йырлау, бейеү, өйкөм генә булып тороу түгел бит ул. Сәхнәләге һәр образ нимә менән булһа ла айырылып торорға тейеш. Минең уңышымдың сере лә, бәлки, шундалыр – бер ваҡытта ла ролдәремде ҙурға-бәләкәйгә, яратҡанға-яратмағанға бүлмәнем, һәр береһенә күңелемде һалдым. Ҡайһы бер билдәле артистар күмәк сәхнәгә сығырға ояла, кеше танымаһын өсөн йөҙҙәрен яулыҡ менән ҡаплап, артта йәшенеп кенә тора. Ә беҙ Асия Нафиҡова менән рәхәтләнеп йөрөй инек – алғы планға сығып, нимәлер булһа ла әйтеп йә ҡыланып, тамашасы иғтибарын яулап ҡуябыҙ.

– Күптәр академтеатрға бер эләкһә теше-тырнағы менән шунда йәбешеп, китмәҫ өсөн көрәшеп эшләй. Ә һеҙ ижадығыҙҙың иң сәскә атҡан мәлендә атһыҙ-юлһыҙ, тигәндәй яңы ғына асылған Йәш тамашасылар театрына эшкә күстегеҙ. Был аҙымға нимә этәрҙе?

– Бик урынлы һорау, хас та миңә арналған... Күп театрҙарҙа, бигерәк тә академтеатрҙа шундай хәл йыш күҙәтелә: артист эшләп йөрөй, роль бирмәйҙәр, сәхнәгә сығармайҙар. Унда-бында күмәк сәхнәлә күренеп кенә ҡалғылай. «Толпа», ә театр телендә әйткәндә «баллас» булып йөрөй. Һәм шуға түҙә. Ә бына мине ундай яҙмыш ҡәнәғәтләндермәй ине. Тағы ла тәүге иремдең дә урыны-урыны менән ҡулы уйнағаны һиҙелде – сөнки уның уҡыусылары эшләй ине театрҙа. Көрәшеп, юҡ-барға көсөмдө исраф итергә теләмәнем.

Башҡортостанда йәштәр театры асыу өсөн Ғабдулла Ғиләжев бик күп көс һалды. 6-7 тапҡыр ғына Мәскәүгә барып ҡайтҡанын белә инем, бер шулай осрашҡанда асылмаған театрға өмөт итеп: «Мине эшкә алығыҙ», – тинем. «Ышанысың өсөн рәхмәт», – тип кенә яуапланы. Һәм ниһайәт, уның хыялы тормошҡа ашты – театр эш башланы. Тик унда ниңәлер етәксе итеп Ғабдулла Ғабдрахман улын түгел, ә Олег Хановты тәғәйенләнеләр. Шул мәлдә Яруллин, Йомағолов, Кәримова, Абушахманов һәм башҡалар – барлығы 13 кеше театрҙан сығып киттек. Бысраҡ бина, бер нәмәһе юҡ – тик беҙҙе был ауырлыҡтар туҡтатманы, нисектер яңылыҡҡа ынтыла инек. Академтеатрҙағы ролдәремде башҡаға бирмәнеләр, үҙем барып уйнап йөрөнөм. Шуғалыр, һағыныуымды бер аҙ баҫырлыҡ сара бар ине.

– Драма театрында тәжрибә туплаған, характеры етлеккән артисҡа әүерелгәс, балалар өсөн әкиәттәр уйнап йөрөү ауыр булманымы һуң?

– Дүрт йыл эсендә тиҫтәгә яҡын роль сығарҙым унда. «Алтын балта», «Ҡуш моңлолар», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Төшөмлө ер» һәм башҡалар – рәхәтләнеп уйнар мөмкинлек булды. Ҡайһы берәүҙәр: «Был һинең театрың түгел», – тип тә әйтә торғайны. Рифҡәт Исрафилов «Һөйәһеңме, һөйәйһеңме?» спектаклендәге төп ролде вәғәҙәләп, кире ҡайтырға ла саҡырҙы. Тик мин ризалашманым.

Балалар өсөн уйнау тәжрибәм бар ине, эшләүҙең ауырлығы булманы. Балалар өсөн төшөрөлгән телевидение, радио тапшырыуҙарында, әкиәттәрҙә уға тиклем үк ҡатнаша торғайным. «Төпсөр» тигән тапшырыуҙа өс йыл рәттән ҡатнаштым. Әммә улар икеһе ике донъя – театр сәхнәһендә йөҙөп йөрөп уйнар мөмкинлек бар. Ролеңде көндән-көн үҫтерәһең, премьераға тиклем уйламаған нимәләрҙе, аҙаҡ урын-еренә еткереп ҡуяһың. Ә телевидениеның үҙ ҡанундары. Шуғалыр, балалар өсөн сәхнә әкиәттәрендә уйнау нығыраҡ оҡшай ине.

– «Нур» татар дәүләт театрына килеүҙең дә айырым тарихы барҙыр, моғайын?

– Маҡтаныу ҙа, кәмһенеү ҙә түгел – минең характерҙағы артистар ҡайҙа ла кәрәк. Герой-героинялар булырға теләүселәр күп ул. Ә беҙ –герой түгел, күберәк характерлы ролдәр сығарабыҙ. Шуғалыр, саҡырыуҙар булды. Ул осор республикала башҡа театрҙар ҙа асылды. Стәрлетамаҡҡа барғанымда ҡала меры Спартак Әхмәтов фатир вәғәҙәләп үҙҙәренә эшкә саҡырҙы. Баш тарттым.

Йәш тамашасылар театрына «Нур»ҙың режиссеры Байрас Ибраһимов спектакль ҡуйырға килгәндә: «Сәүиә апай, һиңә балалар өсөн әкиәттәрҙә түгел, характерлы ролдәрҙә уйнар кәрәк. Килегеҙ беҙгә», – тине. Резеда Фәхруллина, Альберт Шәйхетдинов, Иҙрис Кәлимуллиндар «Нур»ға китте. Ғөмүмән, йәштәр театрында бергә башлаған артистар берәм-берәм китә башланы, улар урынына яңылар килә. Байрас Нәҙим улының саҡырыуын ғаиләмә ҡайтып әйттем. Икенсе иптәшемдең ауылға ҡайтып йәшәргә уйы бар ине, шуғалыр: «Күсеп йөрөмә», – тине. Ә минең күңел ҡанатланды, репетицияларын барып ҡарарға булдым. РТИ мәҙәниәт һарайының бәләкәй генә бүлмәһендә «Аршин мал алан» спектакле өҫтөндә эш башлағандар. Матур труппа йыя башлаған, матур әҫәрҙәр ҡуйырға тотонған – Ибраһимовтың эш алымы оҡшаны. Күңелгә йылы йүгерҙе. Барып инеү менән мине коллетив янына индереп ултыртты ла, Йыһан ролен тоттороп та ҡуйҙы. Репетиция тамамланыуға, ғариза яҙҙырып алдылар. Шулай итеп мин ҡарарға тип кенә килдем дә, эшләй башланым. Театр асылыу тураһында ҡарар сыҡҡан, ә эшләрлек шарттар юҡ. Мин тағы ла юҡлыҡҡа, ауырлыҡтарға килдем, булып сыға.

– Килеп сыҡмаһа, тигән ҡурҡыу булманымы?

– Мин ғүмер буйы булдырам, тигән маҡсат менән йәшәнем. Шуғалыр, һәр ваҡыт уңышҡа ышандым. Йәштәр театрының да, «Нур»ҙың да киләсәге – матур киләсәге булырына ышана инем. Шуға эшкә күскәндә бер ниндәй ҙә икеләнеү, ҡурҡыу булманы.

– Роль сығарғанда, сәхнәлә уйнағанда үҙегеҙҙе һаҡларға тырышыу бармы?

– Психологик яҡтан килгәндә, үҙеңде һаҡлап, аяп булмай, күңелгә һеңдермәһәң, ролеңде тамашасыға еткереп булмай. Әлеге ваҡытта театр репертуарында «Әсәйемдең аҡ күлдәге» драмаһы бара. Уны уйнар алдынан, мин күңелемдән репетиция яһайым. Төндә «балаларымдың» әйткән һүҙҙәрен тыңлап, яуап бирәм. Ә улар бит уҡ кеүек – йөрәккә ҡаҙалырлыҡ һүҙҙәр. Ҡайһы саҡта ҡалтыраныу дәрәжәһенә етәм. Һаҡланыу тураһында уйлаған да юҡ...

– Һеҙ совет осороноң театр мәктәбендә тәрбиә алған кеше. Бөгөнгө режиссерҙарҙың эшләү алымдарына нисек ҡарайһығыҙ?

– Ҡабул итә алмаған урындар бар, килешмәгән осраҡта бәхәсләшеүҙән ҡурҡмайым. Шул уҡ ваҡытта замандың алға барыуын да аңлайым, эшләгән артист булараҡ яңы алымдарҙы ҡабул итергә кәрәк. Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр бит. Әммә классик әҫәрҙәргә «ҡағылғанды», боҙоп уйнағанды яратмайым. Әгәр тамашасы элекке әҫәр буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарарға килә икән, шул заманды күрергә, тойорға, аңларға тейеш. Бөгөнгөсә ҡыландырыу бер ниндәй ҙә фәһем бирмәй. Һәр театрҙа ундай спектаклдәр бар, ҡарап, күңелем әрнеп ҡайтам ҡайһы саҡ.

– Йәш артистар менән аралашаһығыҙмы?

– Эйе. Үҙемдең коллективымдағы һәр артист менән яҡшы мөнәсәбәттәмен. Күбеһе студент ваҡыттан уҡ театрға килеп уйнай башланы. Уларҙың үҫешен, уңыштарын күреп ҡыуанам. Беҙҙең театрҙа тәртипле, талантлы, йыр-моңға маһир артистар эшләй. Тағы ла күркәм ғаиләле булыуҙарына, балаларына матур тәрбиә биреүҙәренә һоҡланам. Улар ҙа миңә һәр ваҡыт ихтирам күрһәтә. Театр етәкселегенең артистарға ҡарата хәстәрлекле булыуына ҡыуанам. Бер осор шулай булып китте – 30-ар йыл эшләгән артистарға бер ниндәй юғары исемдәр бирелмәй. Фирзәт Фәрит улы шуны күреп, йәштәргә ижади юл асты.

– Һеҙ татар театрында эшләүгә ҡарамаҫтан, оҙаҡ йылдар «Шәреҡ-Роксана» радиоһында башҡортса тапшырыуҙар алып барҙығыҙ. Нисек итеп һеҙ 20 йылдан ашыу ошо ике телдә лә паралель рәүештә яңылышмай, буталмай аралашаһығыҙ?

– Мин бит башҡорт һәм тыуған телемде онотмаҫ өсөн махсус рәүештә 23 йыл радиола тапшырыуҙар алып барҙым. Был эш тә миңә ҙур тәжрибә булды – һөнәр арттырҙым. Үҙем сценарийҙар яҙҙым, үҙ тапшырыуҙарымды, рубрикаларымды булдырҙым. Радио менән театр бер ваҡытта ла бер-береһенә ҡамасауламаны – ике телдә лә рәхәтләнеп аралашам, бер генә лә яңылышҡаным булманы. Мейем барыһын да контролдә тота, шикелле.

Ә татар телен өйрәнеүгә килгәндә, тиҙ һәм еңел булды. Ике еңгәйем татар ине, һәр ваҡыт үҙ телдәрендә һөйләште. Уҡығанда ла арабыҙҙа татар телле ҡыҙҙар булды. Ҡолағыма уларҙың һөйләше һеңеп ҡалғанға ла өйрәнеү еңел булғандыр, тим.

– Шәхси тормошҡа килгәндә, тәүге тормош иптәшегеҙҙең хыянаты, насар мөнәсәбәте һеҙҙең мөхәббәткә, ғаилә бәхетенә булған ышанысты юҡҡа сығарманымы?

– Ысынлап та, был хыянатты мин бик тә ауыр кисерҙем. Сөнки ул мине генә түгел, ә үҙе һорап таптырған ике улына ла хыянат итте. Ул саҡтағы хәлемде һөйләп кенә лә аңлатып булмай. Рәхмәт ағайҙарыма, туғандарыма артабан мине ҡурсалап торҙолар. «Ул юрамал һиңә кире килгән, һине һынап ҡараған булыр. Яҡын юлатаһы булма!» – тинеләр. Ысынлап та, килде. Күп осраҡта балалар менән баҫым яһарға тырышты. Салауатта йәшәгәндә уларымды күрәм тип килеп, аҙналап йәшәп китә ине. Бергә булырға теләп, театрға эшкә урынлашырға ла маташып ҡараны. Әммә күңелем ҡатҡайны. Артабан инде ғәфү итәһе ҡалманы – теге ғаиләһендә лә балаһы тыуҙы.

Башҡаса бер ҡасан да кейәүгә сыҡмайым тигән уй менән йәшәй инем. Аллаға шөкөр, насип йәрем булды, ғүмеремдең 33 йылын Рәмзи менән парлы булып, ир ҡурсыуында йәшәй алдым. Икенсе иптәшем сәнғәттән йыраҡ ине, һөнәре буйынса инженер-төҙөүсе булды. Бер-беребеҙгә ихтирам, хөрмәт хисе көслө ине. Ике баламды ҡаҡмай-һуҡмай үҙе үҫтерҙе, икешәр ай гастролдә йөрөгәндә, бер һүҙһеҙ алып ҡала торғайны. Әммә балаларҙың күңелендә яра барлығын аңлай инем. Шулай ҙа ул минең генә түгел, балаларҙың да күңелен яулай алды – бер аҙҙан улдарым уға атай, тип әйтә башланы.

– Ҡыҙ бала тураһында хыялланманығыҙмы?

– Хыялланмай ҡайҙа ул?! Тик күңелдә ҡурҡыу бар ине – был ирем дә ташлап китһә, өс бала менән ҡайҙа барам, нисек йәшәйем, тип уйланым. Ул мәлдә киләсәккә лә, ир-егеттәргә лә ышанысым нығынмағайны әле. Хәҙер инде үкенәм, иремде сабый бала һөйөүенән мәхрүм иттем. Минең күңелде башҡа берәү яралағайны, мин уныҡын яраланым.

– Балаларығыҙ ниндәй һөнәр һайланы?

– Спектаклдә бала образы булһа, һәр ваҡыт оло улым Уралды уйнарға саҡыралар ине. Таланты булды, режиссер Лек Вәлиев һәр ваҡыт: «Уралды театр факультетына бир, артист булһын», – ти торғайны. Беҙ өгөтләп уны сәнғәт институтына барырға күндерҙек. Күңеленә ятып бөтмәгәндер инде, 3-сө курста уҡыуымды ташлайым, тип бер булды. Сабыр булырға тағы өгөтләнем, шулай итеп ул диплом алды, әммә театрҙа бер генә көн дә эшләмәне. Комсомол йүнәлеше буйынса китте, аҙаҡ парторог итеп тәғәйенләнде. Һуңынан, үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, партия тарҡалғас, үҙенең эшен асты.

Бәләкәй улым Булат иһә әрме хеҙмәте тамамланғас, контракт менән Латвияла ҡалды. Йәғни хәрби тормошто һайланы. Ул да Советтар Союзы бүлгеләнеп, ығы-зығылар башланғас Өфөгә ҡайтты.

– Һеҙ уңған хужабикәме?

– Уңған булдым тип әйтә алмайым. Уртасамындыр, сөнки артист кеше үҙен йортҡа бағышлай алмай. Бөхтәлекте яратам, ваҡытым булғанда төрлө-төрлө ризыҡтар бешерәм. Ә инде яңы спектаклгә тотонһаҡ, донъя онотола ине. Унан ҡала, айҙар дауамында гастролдәрҙән ҡайтып килмәй инек. Ирем үҙен дә, балаларҙы ла тәрбиәләне, ҡараны.

– Һеҙ – 65 йыл театр сәхнәһендә балҡыған, бөгөн дә күп ролдәре булған артист. Ошо аралыҡта берәй ваҡыт арыған, ялыҡҡан мәлегеҙ булдымы?

– Юҡ, бер ҙә хәтерләмәйем. Мин бит театр фанаты, үҙ эшемдең фанаты. Бөгөн дә саҡырыу булһа, театр тип сабып сығырға ғына торам. Аяғым һыҙлап торһа ла, башым ауыртһа ла, спектакль көнө улар юҡҡа сыға. Беләм, күптән китергә кәрәк миңә. «Хутың бар әле», – тип әйҙәләүҙәренә алданып, һаман йөрөйөм бит бына. Сөнки китһәм...

Бер ваҡыт шундай хәл булды. Ҡазанда гастролдә саҡта СССР-ҙың халыҡ артисы Зәйтүнә Бикбулатованы ире ауырый, тип телеграмма менән ҡайтарып алдылар. Икенсе көндө «Әсәләр көтәләр улдарын» спектаклендә уйнарға тейеш ине, кире килмәҫкә ҡушып, дублерың уйнар, тинеләр. Әммә Зәйтүнә апай спектаклгә килеп етте. Беҙ әле йәш, аңламайбыҙ. «Апай, ниңә килдегеҙ инде, Барый ағай янында ғына ултырмай?» – тип әйтә ҡуйҙым. Был һүҙҙәрҙе ишетеү уға нисек ауыр булғанын йылдар үткәс кенә аңланым. «Сәүиә, мин театрҙан китһәм, икенсе аҙнаһына уҡ үләм», – тине бер аҙ уйланып ултырғас. Һәм шулай булды ла. Әлбиттә, әгәр һаулығы булһа, уны эштән ебәреү тураһында һүҙ ҙә булмаҫ ине, аҙаҡҡа табан ныҡ сирләне шул.

Аллаһы Тәғәлә мине яҡшы хәтер менән бүләкләгән. Ике сәғәтлек спектаклдә бер тапҡыр ҙа яңлышмайым. Ҡайһы саҡта йәштәр әйтер һүҙен онотоп китә лә, репликаларын мин иҫтәренә төшөрәм. Шуға мин һаулығыма, хәтеремә шөкөр итеп, эшләп йөрөйөм бына.

– Тағы ла оҙаҡ йылдар эшләргә булһын, Сәүиә апай. Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Ихлас күңелдән иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Гөлнур ҠЫУАТОВА

"Тамаша" журналы, №2-2024 й.

Автор:
Читайте нас: