Әммә ошо шатлыҡ менән бергә күңелемдә ҡурайыбыҙ өсөн борсолоу ҙа барлыҡҡа килде. Һүҙем хроматик ҡурай хаҡында. Мин бына яҙыу менән булышҡан, һәр хәлдә шул йүнәлештә аңлы тормошомдо үткәргән кеше булараҡ, изге "Ҡөрьән" китабына, мәшһүр "Урал батыр" эпосына төҙәтеү, үҙгәреш индереү түгел, хатта артыҡ нөктә лә, өтөр ҙә ҡуя алмайым. Сөнки хаҡым-хоҡуғым юҡ! Ә бит ҡурайыбыҙ ҙа беҙҙең өсөн шундай уҡ әһәмиәткә эйә хазина!
Ана, Роберт Юлдашев биш уйымлы ҡурайҙа барлыҡ ярымтондарҙы сығарып, донъя классикаһының иң ҡатмарлы музыкаль әҫәрҙәрен башҡарыуға өлгәште. Бының өсөн ул ҡурайға өҫтәмә уйымдар ҙа яһаманы. Бында бәлки башҡарыу оҫталығын камиллаштырыу хаҡында һүҙ алып барырға кәрәктер. Бер илле-алтмыш йылдан оло быуын ҡурайсылары, шул иҫәптән мин дә хур ҡыҙҙарын бейетергә киткән булырбыҙ һәм дәүләт ансамблендә үлән һәм традицион ҡурай менән бер рәттән хроматик ҡурайҙа уйнап өйрәнгән йәштәр боронғо ҡурайыбыҙға әйләнеп ҡарармы? Беҙ хәҙерге рухи инаныуыбыҙ менән: "Ҡурай башҡорт булғанда мәңге яңғыраясаҡ" тип әйтә алабыҙ, әммә киләсәк өсөн кем гарантия бирә ала? Бигерәктә элекке үлсәмдәр менән сағыштырғанда йөҙ йыллыҡ үҫеш эволюцияһы көндәр, сәғәттәр, минуттар, секундтар эсендә күҙәтелгәндә.
Борсолоуымды еткерергә, башҡорт булараҡ, хаҡым барҙыр тием. Ансамблдең тәүге сығышын түҙемһеҙлек менән көтәм.
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
978-се күҙәтеү.
Әхмәр Үтәбай