-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Гөлназ Ҡолһаринаны – «Тамыр»ҙан, «Тамыр»ҙы Гөлназ Ҡолһаринанан айырып ҡарап булмай – икәүһе бер бөтөн улар

-

– Беҙ һине балалар өсөн бик күп анимацион, нәфис фильмдарҙың, хатта сериалдарҙың сценарий авторы булараҡ та беләбеҙ. Кино сәнғәте өлкәһендә өйрәнеү, тәжрибә туплау өсөн кемдәргә мөрәжәғәт итәһең? Кинотеатрҙарға йыш йөрөйһөңмө? Башҡорт киноһының киләсәге бармы?

– Кино сәнғәте – мәңгелек сәнғәт һәм уның йәмғиәт аңына тәьҫир итеү мөмкинлеге көслө. Унда күтәрелгән проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары, геройҙар яҙмышы тетрәндерһә, һин уны ҡабат-ҡабат ҡарайһың. Төп маҡсатыбыҙ башҡорт теленә, башҡорт донъяһына балаларҙы, үҫмерҙәрҙе мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү булғас, сәнғәттең был төрөнә мөрәжәғәт итмәү яҙыҡ булыр ине, әлбиттә. Белем, тәжрибә лә талап итә был өлкә. Шуға һорауҙарым бар йә ярҙамға мохтажмын икән, һәр ваҡыт махсус белемле сценаристарға, режиссерҙарға мөрәжәғәт итәм. Булат Йосопов, Зөһрә Бураҡаева, Айсыуаҡ Йомағолов, Айнур Асҡаровтар ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер. Айсыуаҡ Йомағоловтоң «Елғыуар» фильмын ҡарағанға тиклем, мин киноға йөрөүҙән туҡтағайным, һуңғы тапҡыр апайым менән ниндәйҙер һинд фильмын ҡарарға барыуым иҫтә. Фильм бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмағандыр инде – йоҡлап киткәнмен, бер уянһам, апайым илап ултыра, икенсе уянһам – көлөп ултыра. Шунан бирле тормошсан, етди фильмдарға өҫтөнлөк биреп, уларҙы ла өйҙә, бер-беребеҙҙең фекере менән ҡыҙыҡһынып, аралашып, ғаилә менән бергә ҡарауҙы хуп күрҙем. «Елғыуар»ға билеттар алып, апайҙарым, балаларым менән бер зал булып барып ултырҙыҡ. Фильм тетрәндерҙе, кинотеатрҙы үҙем өсөн яңынан астым. Шунан бирле кино ҡарарға йөрөү минең яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Булат Йосоповтоң «Беренсе Республика», «Бабич», «Рәми. Шағир көндәлеге» трилогияһы башҡорт киноһын яңы кимәлгә күтәрҙе. Үҙ эшенә айырым бер бирелгәнлек менән эшләгән талантлы режиссер ул Булат. Мин уны «Быяла юлсы» исемле тәүге фильмынан уҡ беләм, хәҙер ул кино сәнғәтендә үҙ тауышы, үҙ ҡарашы булған режиссер, уның башҡорт кинематографияһына, башҡорт кино сәнғәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. «Рәми. Шағир көндәлеге»н генә дүрт тапҡыр ҡараным. Иң тәүҙә Рәми Ғариповтың кино сәнғәтендәге образын күреү өсөн барҙым, артабан – өйрәнеү, тәжрибә туплау, һорауҙарыма яуап эҙләү өсөн. «Тамыр»ҙа фильмдар төшөрөүгә ныҡлап тотонғас, үҙемдең кинотеатрҙа йоҡлап киткәнемде иҫләп, уйынлы-ысынлы ғына: «Беҙ төшөргән фильм йоҡлап китерлек булмаһын», – ти торғайным. Кино сәнғәтенә Булат Йосопов юғарылығынан ҡарар өсөн, беҙгә өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле. Булат Йосопов мәктәбендә, «Тамыр»ҙа үҫкән, халҡыбыҙҙың тарихын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен кино сәнғәте аша донъя кимәлендә танытыу маҡсаты менән янған йәштәр бар, туған телебеҙҙә сифатлы фильмдарға зарурлыҡ бар – масштаблы картиналар тыуыр әле.

– Мин дә апайың һымаҡ һинд фильмдарында илап үҫкән кеше булараҡ, бер һорау тыуҙы: һинд фильмдарында ла иламағас, нимә илата һине?

– Бәләкәй саҡтан илаҡ булманым. Нимәгәлер дәғүәләшеп, нимәлер талап итеп илағанымды ла иҫләмәйем. Ғәрсел булдым. күберәк миңә ҡушылған эште үҙем теләгән дәрәжәлә сифатлы, матур итеп эшләй алмауыма ғәрләнеп илай торғайным. Тора-бара эшкә сәмләнеп тотоноп, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшә башлағас, илау үҙенән-үҙе онотолдо. Күңелем тулышҡанда ла үҙемде тиҙ генә йүгәнләй алам, тип уйлай инем. Ике-өс көн элек «Елкән» телевизион конкурсы финалының Милли симфоник оркестр менән репетицияһында йәштәремде тыя алманым нишләптер. Урал Иҙелбаевтың скрипка менән оркестр өсөн яҙылған «Элегия»һы шул тиклем моңло, күңелде аҡтарып сығара. «Байыҡ» башҡорт бейеүе конкурсында оло-оло апайҙарҙың бейеүен дә иламайынса ҡарай алмайым. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының үҙ милли асылын, булмышын олоғайған көндәрендә лә сәнғәт юғарылығында сәхнәгә сығара алыуҙары хайран итә.

 

Ғәлиә Кәлимуллина: Телевидение эшмәкәре, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» балалар телеканалы директоры, Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһаринаны студент йылдарынан уҡып-күҙәтеп барам. Салауат педагогия училищеһында уҡыған йылдарында «Йәшлек» гәзитендә сыҡҡан шиғырҙары менән арбағайны ул. Һүҙ көсө, донъяны шағирҙарса ғына тойоу бар ине уның шиғырҙарында. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында еңеп, Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенткаһы булып китеүенә күп тә үтмәне, «Һылыуҡай» бәйгеһендә ҡатнашып, матурлығы, ихлас йылмайыуы, зирәклеге, саялығы, һутлы теле, сәхнәлә үҙен тотошо, моңло тауышы, оҫта бейеүе менән тамашасыларҙы әсир итеп, һылыуҡай тажын кейҙе. Башҡорт халыҡ йыры «Төйәләҫ»те йырланы ул бәйгелә. Ундағы моң?! Бер ҡаршылыҡһыҙ сәнғәт институтының вокал бүлегенә инә алған булыр ине, филология факультетын һайлап яңғылышманымы икән, тип борсолдо шул саҡ Гөлназдың көйәрмәндәре. Бер аҙҙан уның «Ағиҙел» журналында Таңсулпан Ғарипованың яңы ғына сыҡҡан «Бөйрәкәй» романы буйынса күҙәтеүе баҫылып сыҡты. Башҡорт әҙәбиәтендә күренеш тип баһаланасаҡ роман буйынса ла иң тәүге һүҙҙе тәнҡитселәрҙән алда ул әйтеп хайран ҡалдырҙы. Гөлназды күҙәтеп барыусы әҙәбиәт һөйөүселәр йәнә: «Яңғылышмаған! Ҡолһаринанан бына тигән әҙәби тәнҡитсе сығасаҡ!» – тип уға матур әҙәби киләсәк юраны. Шул арала Өфөләге әҙәби-мәҙәни мөхиткә балҡып килеп ингән һылыу ҡыҙҙы күреп тә ҡалғандар, телевидениела яңы ғына асылған «Тамыр» балалар студияһына эшкә лә саҡырып өлгөргәндәр икән. Көн дә зәңгәр экрандар аша «Сәңгелдәк» тапшырыуының алып барыусыһы сифатында кескәй милләттәштәрен сәләмләй башланы ул. Тырыш ҡыҙға үҫмерҙәр өсөн төшөрөлгән яңы проект – «Тай-тулаҡ» дилбегәһен дә ышанып тапшырып ҡуйҙылар. Шул мәлдән алып эш урынын алмаштырғаны юҡ – «Тамыр»ҙа тамырланды ла ҡуйҙы Гөлназыбыҙ. Хәҙер инде Гөлназ Ҡолһаринаны – «Тамыр»ҙан, «Тамыр»ҙы Гөлназ Ҡолһаринанан айырып ҡарап булмай – икәүһе бер бөтөн улар.

 

Ғәлиә Кәлимуллина Гөлназ Ҡолһарина менән ойошторған ихлас  һөйләшеүҙе "Тамаша" журналының яңы декабрь һанында тулы килеш уҡый алаһығыҙ. (№6-2023).

 

Журналыбыҙға 14 декабргә тиклем ҙур ташлама, ни бары 348 һумға ғына яҙылып өлгөрөп ҡалығыҙ.

Гөлназ Ҡолһаринаны – «Тамыр»ҙан, «Тамыр»ҙы Гөлназ Ҡолһаринанан айырып ҡарап булмай – икәүһе бер бөтөн улар
Гөлназ Ҡолһаринаны – «Тамыр»ҙан, «Тамыр»ҙы Гөлназ Ҡолһаринанан айырып ҡарап булмай – икәүһе бер бөтөн улар
Автор:
Читайте нас: