-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

НАИЛ АҒАЙ, РОМАН ДАВАЙ!..

Бер ваҡыт әлеге лә баяғы «Башҡортостан пионеры» гәзитенең тәүге битендә ҙу-у-р хәрефтәр менән «Наил ағай, повесть давай!» тигән яҙыу сыҡты.

НАИЛ АҒАЙ, РОМАН ДАВАЙ!..

Журалыбыҙҙың тәүге баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаев 75 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй. Заман һулышын яҡшы тойған драматургтың төрлө жанрҙағы сәхнә әҫәрҙәре Башҡортостан, Татарстан, Рәсәй, хатта сит ил театрҙары сәхнәләрендә лә ҡат-ҡат ҡуйыла. Яҙыусы булараҡ, 80-се йылдарҙың аҙағында «Ҡара ҡумта» повесы менән киң билдәлелек яуланы ул. Әҫәрҙең сюжеты буйынса, Сибай ҡалаһында бер төркөм малайҙар юғала. Эҙләйҙәр – таба алмайҙар. Етмәһә, ҡала күге өҫтөндә осоусы «тәрилкә»ләр күргеләйҙәр... Серле хәлдең осона милиция сыға алмағас, юғалған малайҙарҙың дуҫтары Батыр менән Хәлит тотона был эшкә. Уларға Әмилә исемле ҡыҙ ярҙам итергә була, тик ул да сит планетанан килгән булып сыға... Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: Сибай ҡалаһы буйлап сит планетанан килгән ҡыҙ йөрөй... Уның ярҙамы менән, береһенән-береһе мажаралыраҡ хәлдәргә юлыҡҡандан һуң, сит планета кешеләре урлаған малайҙарҙы табалар, Батыр хатта Әмиләнең тыуған планетаһына ла барып ҡайта... Улар ултырған ҡара ҡумта үткәндән – киләсәккә, киләсәктән үткәнгә осоп сыға, ваҡытты ла туҡтата ала. Ҡара ҡумта менән, ғөмүмән, кешелек донъяһы менән идара итеүселәр сымһыҙ телефондар аша аралаша... Уйҙырма тиер инең – Сибай ҡалаһы өҫтөндә осоусы «тәрилкә»ләрҙе күреүселәр йышая... Өфө тирәһендә лә күренеп ҡала ул «тәрилкә»ләр... Ҡайҙалыр Ер аҫты станцияһы ла бар, имеш...

Оло юбилейы алдынан Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев менән осрашып, әңгәмәләшеп алырға ниәтләү менән иң тәүҙә уның ошо «Ҡара ҡумта»һы иҫкә төштө. Уҡыусылар йығылып ятып уҡырлыҡ мажаралар ҡора белгән Наил ағай бала сағында нисегерәк булды икән? Сымһыҙ телефондар, ваҡыт тәгәрмәсе йәки осоусы «тәрилкә»ләр уйлап сығарыу тураһында хыялланманымы икән? Ә башҡортса һөйләшә белгән роботтар? Улар ҙа, бәлки, уның бала саҡ хыялылыр?!

– Наил ағай, бала сағығыҙҙа ниндәйерәк малай булдығыҙ? Ниндәй мажараларығыҙ, шуҡлыҡтарығыҙ иҫегеҙҙә ҡалған? Нимәләр уйлап табырға, кем булырға хыялландығыҙ?

– Яҙыусы булырға хыялландым. Уҡырға өйрәнгәс тә, Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ», Әнүәр Бикчәнтәевтың «Ҙур оркестр», «Нисә йәш һиңә, комиссар?», «Ҙур оркестр» повестарын да ҡабат-ҡабат уҡығандарым иҫтә. Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын әсәйем менән өләсәйемә өс тапҡыр ҡысҡырып уҡып сыҡтым. Әсәйем үҙе аш-һыу әҙерләгән арала минән ҡысҡырып китап уҡыта торғайны. Ғөмүмән, күп уҡыным. Өсөнсө класта мәктәп китапханаһындағы китаптарҙы уҡып бөткәйнем инде. Китапханасының кәңәше буйынса, бер көндө дәрестәрҙән һуң класташым Зиннур Йәрмөхәмәтов менән ҡаланың икенсе осондағы ҡала китапханаһына киттек. Китапхана ҙур, китаптар күп. Шул тиклем байлыҡ күреп шаҡ ҡаттыҡ беҙ. Алып ҡайтырға унар китап алдыҡ. Китапханасының ул тиклем китапты беҙгә биргеһе килмәй. «Ун көн эсендә уҡып бөтөп, кире килтерергә тейешһегеҙ бит һеҙ уларҙы», – ти. Беҙ: «Уҡып бөтәбеҙ, килтерербеҙ», – тип ныҡышабыҙ, сөнки шул тиклем ер килгәс, бер юлы күп итеп алып ҡайтҡы килә. Китаптар мәктәп сумкаһына һыйманы, китапханасы уларҙы төргәкләп бәйләп бирҙе. Алып ҡайтып, ун көн эсендә уҡып бөтөп, кире алып барып бирҙек. Шунан бирле ҡала китапханаһына даими йөрөй башланыҡ, бер нисә йыл эсендә ундағы китаптарҙы ла уҡып бөткәйнек инде.

– Мин күҙаллаған шуҡ, тиктормаҫ, төрлө мажаралар уйлап сығарырға яратҡан Наилдең һәр ваҡыт ҡулына китап тотоп ултырған күҙлекле «ботаник» булып сығыуы менән килешке килмәй. «Ҡара ҡумта»лағы бер деталь, бер мажара ла һеҙҙең бала саҡ уйынынан, һис юғы хыялығыҙҙан түгелме ни?! Ә сымһыҙ телефондар, ҡара ҡумта, осоусы «тәрилкә»ләр? Һис юғы башҡортса һөйләшеүсе роботтар уйлап сығарырға хылланманығыҙмы ни бала сағығыҙҙа?

– Юҡ, улар яҙыусы фантазияһы ғына. Зөһрә Ҡотлогилдина ныҡышмаһа, «Ҡара ҡумта» яҙылмаҫ та ине әле, бәлки. Өфөгә бер килгәнемдә, Матбуғат йортоноң коридорында Зөһрә мине күреп: «Балалар фантастик әҫәрҙәр һорай. Һин инженер-конструктор бит, яҙып ҡара әле берәй әҫәр», – тип әйтеп һалды. Икенсе килгәнемдә, тағы тап булыштыҡ: «Яҙа башланыңмы?» – тип һораны. Ә мин уйлап та ҡарамағанмын, фантастикаға тотонорға ниәтем дә юҡ. Шунан һуң, әмәлгә ҡалғандай, Өфөгә килгән һайын Зөһрә тап булып тик торҙо юлымда, осраған һайын әле яҙыла ла башламаған фантастик повестың яҙмышы менән ҡыҙыҡһына. Бер күрешкәндә, юҡ тип әйтергә уңайһыҙланып: «Яҙа башланым», – тип әйтеп ысҡындырҙым. Йәнә бер осрашҡаныбыҙҙа: «Яртыһына еттем», – тип шыттырырға тура килде. Ҡайтҡас: «Былай булмай, яҙып, ҡотолоп ҡуйырға кәрәк», – тип уйлап, яҙа башлаған романымды туҡтатып, фантастик повесҡа тотондом. Тәүҙә сюжетын уйлап йөрөнөм, ваҡиғалар бер епкә теҙелгәс, ултырып, өс көндә яҙып бөтөп, машинкала йыйып, «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһына килтереп тапшырҙым. Август аҙағында килтергәйнем, сентябрҙә баҫып та сығарҙылар. Повесть донъя күргәс, мине мәктәптәргә осрашыуҙарға саҡыра башланылар, «Башҡортостан пионеры» гәзите хәбәрселәре лә килә унда. Бер тапҡыр Зөһрә редакциянан күп итеп хат алып килгән: уҡыусылар геройҙарҙың артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһыналар, повестың дауамын һорайҙар. Шулай итеп «Ҡара ҡумта – 2» яҙылды, ул да, яҙылып бөтөү менән, «Башҡортостан пионеры» гәзитендә донъя күрҙе. Уҡыусылар быныһының да дауамын һорап хаттар яҙа башланылар. Бер ваҡыт әлеге лә баяғы «Башҡортостан пионеры» гәзитенең тәүге битендә ҙу-у-р хәрефтәр менән «Наил ағай, повесть давай!» тигән яҙыу сыҡты.

Дуҫтар, ҡыҙыҡ мәҡәләне тулы килеш журналыбыҙҙың июнь һанында уҡырһығыҙ. "Тамаша"ға яҙылырға онотмағыҙ. 

НАИЛ АҒАЙ, РОМАН ДАВАЙ!..
НАИЛ АҒАЙ, РОМАН ДАВАЙ!..
Автор:
Читайте нас: