1998 йылды ҡаршылар алдынан "Тамаша" журналы менән Ленин музейы бергәләшеп үткәргән корпоратив кисәгә Заһир Исмәғилевты, Камил Вәлиевты, Наил Ғәйетбайҙы, мине саҡырҙылар. Кисәне мәҙәниәт министры урынбаҫары, "Тамаша"ның кураторы Наил Ғәйетбай алып барҙы. Миңә һүҙ әйтергә сират еткәс Наил ағай: "Хәҙер Әхмәргә һүҙ бирәбеҙ, тик ул йырлай", — тип әйтеп һалмаһынмы.
Бына һиңә кәрәкһә! Заһир, Камил ағай кеүек титандар алдында нисек итеп ауыҙ күтәреп йырлайһың инде? Ҡотлап һүҙ әйткән булдым, тик ҡунаҡтар йырлауымды һорай. Ни булһа ла булһын, тинем дә, тоттом да "Абдрахман"ды һуҙып ебәрҙем, малай. Гөр итеп ҡул саптылар, Заһир ағай ҡосаҡлап уҡ алып: "Ҡустым, Заһир ағайыңды илаттың", — тигән булды күҙенә йәш алып. Әллә, ысынлап та, йырым илатырлыҡ булған, әллә йәлләне инде...
Ә бына Камил Вәлиев ысын мәғәнәһендә миңә бәйләнде. Ҡайҙа кем булып эшләп йөрөүемде һорашты ла: "Бынан был яғына шиғыр-миғыр яҙып йөрөмәйһең. Фатирың булмаһа, Мортаза Рәхимовтан фатир алып бирәм. Йыл ярым эсендә мин һине әҙерләйем, "Салауат Юлаев" операһында Салауат партияһын һин башҡарасаҡһың", — тип әйтеп һалды.
Байрам ваҡытында әйтелгән шаяртыу һүҙе тип ҡабул иттем уның һүҙҙәрен. Тик алдағы көндәрҙә Камил ағай артымдан ҡалманы. Бер нисә тапҡыр "Тамаша"ның баш мөхәррир урынбаҫары Рәмил Йәнбәкте машина менән алып килергә ебәрҙе. Төрлө сәбәптәр, дөрөҫөрәге, һылтауҙар табып барманым, ҡойроғомдо һыртҡа һалдым.
...Бер нисә йыл үткәс Сибайҙағы музыка училищеһы директоры булып эшләүсе Камил Абдрахман улы Вәлиевты ауылдаштарым ҡунаҡҡа саҡырып, Ташкит шишмәһенең һыуын эсергәс, ағай шулай тигән: "Бындай шишмәнең һыуын эскәс, Буранбай ауылының шағирҙары ла йырлай инде..."
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
793--сө күҙәтеү