Бөтәһен дә әйтеп тормайым: йөҙөк ҡашы булырҙай талантлы йырсыларыбыҙ күп беҙҙең. Тик уларҙы үҫтермәйбеҙ, халыҡ араһында таныта белмәйбеҙ. Әлеге шул продюсерҙар булмауына бәйле инде был хәл. Ә кем ул продюсер? Ул мотлаҡ аҡсалы булырға тейеш тигән һүҙ түгел. Тәү сиратта ижади потенциалы, таланты булған йырысыны табып, уны үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе, йүнәлеш күрһәтеүсе, кәрәкле кешеләр менән осраштырыусы. Ә инде продюсер тигененең аҡсаһы ла бар икән – бигерәк яҡшы. Эйе, беҙҙә үҙҙәрен продюсермын тип иҫәпләгән кешеләр бар ул. Әммә уларҙың эшмәкәрлегенең файҙаһынан бигерәк зыяны күберәктер, бәлки... Заманында башҡорт эстрадаһын үҫтереү буйынса программа яҙып тәҡдим иткәнем дә булды. Тик уға әһәмиәт бирмәнеләр. Әле лә төрлө конкурстарға жюри булараҡ саҡырһалар, төплө генә кәңәштәремде еткереп, йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш бирә алам. Тик өндәшеүсе юҡ. Уҫаллығым, тураһын әйтә торған холҡом бар. Шунан ҡурҡаларҙырмы? Әллә минең ултырған уынымды биләп ҡуймаһын тиҙәрҙерме? Белмәйем. Уртаға һалып һөйләшә, бергәләшеп башҡара торған эштәр күп беҙҙә. Тик ниңәлер бер-беребеҙҙе ишетергә теләмәйбеҙ...
Зилә Лира менән әңгәмәнең тулы варианты "Тамаша" журналының 1-се һанында. 2023 йыл.