Нимә ул мөхәббәт? Һәм театрға ҡарата ундай хис буламы? Был һорауҙарға һәр кешенең үҙ фекере барҙыр, уларҙы сағыштырып-яраштырып тороу урынһыҙ. Ә бына үҙемдең театр менән бәйле тарихымды бәйән итәһем килеп китте. Әллә олоғайыу, әллә яңы миҙгел башы? Уянған хис-тойғоларға бәлки башҡа нәмә сәбәпселер. Аҡыллы аңлар, аңламаған үҙ юлында...
Малай сағыма тура килгән, үткән быуаттың етмешенсе йылдарында гастролгә килгән артистарҙы ауылда фатирға төшөрә торғайнылар. Артистарҙы йортҡа алған хужалар спектакль йәки концерт ҡунағы булып китә. Беҙҙең өйҙә лә йыш ҡунып сыҡты сәхнә әһелдәре. Улар өсөн махсус бешерелгән тауыҡ һурпаһы менән бергә һеңде аңыма милләтемдең рухи байлығы...
Театр һәм сәхнә сәнғәте менән ҡасан беренсе тапҡыр танышҡанмындар, аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын. Ә бына спектакль ҡарау өсөн махсус эшләп алған тәүге эш хаҡымды асыҡ хәтерләйем. Бишенсе класты тамамлаған саҡ, ун ике йәш бына тулырға тора. Әсәйем өйҙә булмау сәбәпле, сираттағы гастролгә килгән артистарҙы беҙгә йортҡа индермәнеләр. Тимәк, быныһында бушлай «уйын» ҡарап булмаясаҡ, аҡса йүнәтергә кәрәк. Билет хаҡы ололар өсөн 1 һум, балаларға – 60 тин. Ауыл малайына бик ҙур аҡса. Уйлап-уйлап торҙом да йылға аша кәмәлә кеше сығарырға булдым. Беҙ, малайҙар, йыш ҡына был шөғөлдә ҡарттайыма ярҙам итек, әммә аҡса һорамай инек – «бирһәләр хуп, бирмәһәләр мәхүп». Бик кәрәк булғас был көндө тәүҙә аҡса талап иттем, үҙемсә хаҡ та ҡуйҙым – бер яҡҡа сығыу 5 тин. «Йә аҡса, йә йөҙөп сығығыҙ», – тип кенә ултырам. Ҡайһы кеше һуҡрана, ҡайһы өндәшмәй генә кәмә башына аҡса һала. Төшкә тиклем 40 тин эшләп тә алдым. Әбдрәхим ауылына Өфөнән ҡунаҡҡа ҡайтып килгән бер апай нимәгә аҡса «дауайлауым» менән ҡыҙыҡһынды. Спектакль ҡарарға теләгем булыуын, билет алыу өсөн тағы ла 20 тин эшләргә тейешлегемде һорашып белеште лә, етмәгән аҡсаны ҡалдырып китте. Шул сағында үҙемде ниндәй бәхетле итеп тойғанымды белһәгеҙ ине...
Малай саҡтағы артистар менән бәйле тағы бер ваҡиға хәтерҙә ҡалған. Еләк етешкән бер көндө һеңлем менән урмандан ҡайтып инһәк, өй ишеге асыҡ – күтәрмәлә ике ят ағай ултыра. Ҡот ботҡа китте, сөнки атай-әсәй эштә, ә өй ишеген беҙ бикләп киткәйнек. Баҡһаң, клуб мөдире ишекте асып, артистарҙы фатирға ҡалдырған икән. Асҡысты күтәрмә аҫтына ғына һалып киткәйнек шул. Ағайҙар беҙҙең менән таныштылар, ә күҙҙәре ҡайын еләге менән тулы силәктәрҙә. «Тәмләп ҡарайыҡ әле», – тиҙәр. Рөхсәт иттем, әммә шундуҡ үкендем. Беҙ үҙебеҙ еләкте бөртөкләп кенә тәмләйбеҙ, ә ҡала ҡунаҡтары услап ашай башланы. Түҙмәнем, алдарынан бер литрлы зәңгәр силәктәрҙе тартып ала һалдым һәм ҡайын еләген йыйыуы ауыр икәнен аңлатып маташтым. Һарыуым ҡайнап: «Еләк йыйыу, йыр йырлау түгел», – тип әйтеп һалғам. Ағайҙар ҡыйын хәлгә ҡалды, ғәфү үтенделәр һәм төшкө аштан һуң урманға барып беҙгә еләк йыйыштылар. Ә кискеһен клубта алғы рәткә ултырып ағайҙарҙың, республикабыҙҙың мәшһүр йырсыларының, йырлағанын тыңланыҡ. Хәҙер уларҙың йырын ишеткән һайын әлеге ваҡиға иҫкә төшә. Үҙемә ҡыйын булып китә. Еләк йыйырға ғына түгел, бик күп нәмә эшләргә белһәм дә, йыр йырлау өсөн моңом һәм һәләтем бөтөнләй юҡ шул...
Театрға даими йөрөй башлауым техникумда уҡыу йылдарына тура килә. Ул ваҡытта бер бабайым Башҡорт дәүләт драма театрында төнгө ҡарауылсылар хеҙмәтендә етәксе булып эшләй ине. Нисек итеп студент кешегә спектаклгә бушлай йөрөп булыуын ул аңлатты, билет тикшереүсе апайҙар менән таныштырҙы, театрҙа үҙеңде тәртипле тоторға кәрәклеген киҫәтте. Шулай итеп сихри мәҙәниәт доньяһы менән танышыу өсөн сикләнмәгән мөмкинлек асылды. Дүрт йыл эсендә театрҙың репертуарын тулыһынса ҡарап сыҡтым, үҙем генә түгел курсташ егеттәр менән бергәләп йөрөргә әүәҫләнеп киттек. Әлбиттә, ҡыҙҙар менән дә барған булды. Ә театрға бушлай йөрөүҙең сере ябай ғына. Спектакль башланыуға 10-15 минут ҡалғас билет тикшереүсе апайҙарға студент танытмаңды күрһәтәһең дә, бушлай үткәреүҙәрен үтенеп һорайһың. Залда буш урындар булһа, һәр ваҡыт үткәрә торғайнылар. Әлбиттә, премьера спектаклдәренә эләгеп булмай, әммә уларҙы ла бер нисә айҙан һуң ҡарарға була. Театр тирәһен урап китергә иренмә генә. Хәҙер ҙә шуны иғтибарға алып йөрөйөм һәм башҡорт драма театрында һәр ваҡыт йәштәр булыуын күрәм. Моғайын да, уларға ла аңлатыусыһы булғандыр, ә студенттарға ҡарата булған изге мөнәсәбәт йоло булып һаҡланалыр. Афарин...
Яңыраҡ бер матбуғат сараһында театр тураһында мәҡәлә уҡыным. Исемен атап реклама яһайһым килмәй, күңелемә ятманы. Үҙен зыялы тип күрһәтергә тырышҡан кеше фекере, дуҫтарының спектакелгә бушлай саҡырыу ҡағыҙы алырға теләмәүҙәренә зарлана, мәҙәниәт усағының етешһеҙлектәрен күрһәтергә маташа. Тема эҙләй, йәмғиәт сафлығы өсөн яна-көйә, йәнәһе. «Дуҫтарың кем икәнен әйт, һинең кем икәнеңде аңлармын» тигән мәҡәл шундуҡ иҫкә төштө. Кеше күҙендә сүп эҙләгәнсе, үҙ күҙендәге бүрәнәне алып ташлаһын ине ундай әҙәмдәр. Уның мәҡәләһендәге «театрға кеше бөтөнләй йөрөмәй» тигән фекер менән төптө килешә алмайым. Мин йөрөгән тамашаларҙа зал һәр ваҡыт тулы була. Студент йылдарынан иҫәпләһәң – 40, малай саҡтан башлаһаң, 45 йылдан ашыу «театр һөйөүсө» стажым бар. Сағыштыра-яраштыра алырлыҡ күҙәтеүҙәр ҙә туплағанмын тип әйтә алам. Янғындан һуң театр бөтә икән тип ҡайғырыуҙарым да, яңынан-яңы оло йөкмәткеле спектаклдәр ҡарап шатланыуҙарым да булды. Әлбиттә, һуңғылары байтаҡҡа күберәк. Артабан да шулай буласаҡ!
Техникум тамалап, әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас ун йыллап районда эшләнем. Әле хәтерләп ултырам, йылына бер генә тапҡыр булһа ла Өфөгә килеп театр ҡарап ҡайтҡанмын. Башлыса төрлө маҡсат менән баш ҡалаға юл төшкәндә театр баҫҡыстарын йыш тапағанмын, ҡайһы ваҡыт спектакль ҡарау өсөн генә ғәилә менән махсус килгәнбеҙ икән. Ә инде районда үткән мәҙәни сараларға бармай, гастролдә йөрөүсе артистарҙы күрмәй ҡалып буламы һуң?! Шуныһы фәһемле, Өфөгә күсеп йәшәй башлағас, театрға йәки концертҡа йөрөү бер ара ниңәлер һүлпәнейеп ҡалған. Тормош баҫтымы, әллә мәҙәниәт усаҡтарының уғата яҡын булыуы һәм «йә, иртәгә барырмын» тигән уй сәбәпсе булдымы шунда. Гонаһ бар-барлығын, ул саҡта мөхәббәт бер аҙ һүрелгән, әммә хыянат ителмәгән. Ә һуңғы йылдарҙа мәҙәни сараларға йыш йөрөлдө, йыл әйләнәһенә бер ай ҙа буш ҡалмай. Ҡайһы айҙарҙа бер нисәһендә булырға тура килә. Әлбиттә, театр ситтә ҡалмай. Хәҙер һәр премьераны ҡалдырмай, үҙ ваҡытында ҡарап барырға тырышабыҙ. Башҡорт дәүләт драма театрын ғына иҫкә алды, тип, башҡа театр артистары үпкәләмәһен инде. Минең күңелемә Стәрлетамаҡ, Сибай, Салауат театрҙары ла, Өфөләге татар, урыҫ, йәштәр театрҙары ла яҡын. Һәр береһенең үҙ нескәлеге, үҙ үҙенсәлеге бар. Уларҙы ҡағыҙға яҙып башҡа кешегә аңлатып булмай, һәр театрҙың спектакелен ҡарап һәр тамашасы үҙ аллы төшөнөргә тейеш тип уйлайым.
P.S. Театрға булған мөхәббәт хатымды биш йыл элек яҙғанмын да, ноутбукка һалғанмын, ебәрмәгәнмен икән. «Тажзәхмәттән боҫоп был миҙгелдә театрға барманыҡ», – тип уйлағайным, хатым иҫемә төштө. Эҙләп алып, «Театр, мин һине һағындым!» тип өҫтәйем дә, ебәрә һалайым.
Рөстәм НУРЫЕВ, "Тамаша", №1 - 2021