+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БӨЙӨК ЭШТӘР ҠАЛДЫРҘЫ

Атайым Миңләхмәт менән әсәйем Миңлебикә Ҡобағошовтар Таймаҫ ауылының (Көйөргәҙе районы) абруйлы, ихтирамлы кешеләре булды, икеһе лә хеҙмәт кешеһе ине. Атайым Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем йөрөп, уттыһыуҙы кисеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан яугир, оҙаҡ йылдар бригадир ҙа, ферма мөдире лә булып эшләне, әсәйем ашнаҡсы ине. Улар беҙгә, балаларына яҡшы тәрбиә бирҙе. Аллаға шөкөр, барыбыҙ ҙа был тормошта үҙ урыныбыҙҙы табып, халҡыбыҙға хеҙмәт иттек һәм итәбеҙ! Кемдер табип, кемдер уҡытыусы, журналист, техник... Ә Айрат ағайым менән Өлфәт ағайым иһә сәнғәт һәм мәҙәниәт юлын һайланы. Ошондай бай тарихлы, рухлы ғаиләлә тыуып үҫеүем, ошондай ағайҙарым булыуы менән бәхетлемен. Үкенескә ҡаршы, хәҙер туғыҙ баланан өсәү генә ҡалдыҡ инде, күптән түгел Өлфәт ағайҙы ла мәңгелек йортона оҙаттыҡ. Артабанғы һүҙем уның хаҡында.

БӨЙӨК ЭШТӘР ҠАЛДЫРҘЫ
БӨЙӨК ЭШТӘР ҠАЛДЫРҘЫ

Беҙ ғаиләлә туғыҙ бала үҫтек  

Халҡыбыҙҙың бөйөк улдарын һәм ҡыҙҙарын һынландырҙы

Өлфәт ағайым, бик күп скульптуралар, проекттар авторы булыу менән бергә, халҡыбыҙҙың йолаларын тәрәнтен өйрәнгән этнограф, фольклорсы ине. Утыҙ йылға яҡын республика ауылдары тарихы буйынса архив материалдарын, боронғо эпитафияларҙы (ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы) өйрәнде, фольклор материалдарын йыйҙы, үҙ инициативаһы менән Башҡортостан ауылдарына һәм Ырымбур өлкәһе райондарына экспедициялар ойошторҙо һәм бик күп мәҡәләләр яҙҙы. Ул – 70-тән ашыу фәнни-популяр баҫма, “Таймаҫ ауылы (Бөрйән улысының айырым биләмәһе)” китабы, авторҙашлыҡта ғәрәп теле дәреслеге (яңы эш башлаусылар өсөн) авторы. Уның әҫәрҙәре композицияларҙың үҙенсәлекле, сағыу милли колоритлы булыуы менән айырылып тора.

 Үҙе ғүмере буйы рәссам булып эшләгән “Иммунопрепарат” предприятиеһы биләмәһендә уның бер нисә скульптура әҫәре урынлашҡан: “Зөһрәҡыҙ” монументаль декоратив-скульптура композицияһы, яугир медицина хеҙмәткәрҙәренә арналған һәйкәл, ғалим-микробиолог И.И. Мечниковтың бюсы. Әйткәндәй, И.И. Мечников һынын ул гранитты йунып(!) эшләгән.

 Айҙағы Зөһрә ҡыҙ легендаһына нигеҙләнеп эшләгән “Зөһрә-ҡыҙ” композицияһы – Өлфәт ағайымдың иң тәүге эштәренең береһе. Был әҫәрен эшләгәндә уға ни бары 29 ғына йәш ине. Иң билдәле эштәренән: башҡорт халыҡ мәғрифәтсеһе Мөхәмәт Исҡужинға мәрмәр барельефлы һәйкәл, Силәбе өлкәһе Арғаяш ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына, Алдар батырға һәйкәлдәр, 1773-1775 йылғы крәҫтиәндәр һуғышының милли батыры Кинйә Арыҫлановҡа, башҡорт халыҡ мәғрифәтселәре Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Петербург ҡалаһында һәм Пермь крайы Ҡуян ауылында мәғдәнсе Исмәғил Тасимовҡа, күренекле башҡорт шағирҙары Баязит Бикбай һәм Шәйехзада Бабич, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина, педагог Фатима Мостафина, Башҡортостандың беренсе композиторы Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа мемориаль таҡтаташтар. Ул шулай уҡ Пермь крайының Барҙа ауылында билдәле йәмәғәт эшмәкәре Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл һәм Ишбулатовтарҙың декоратив шәжәрәһе авторы.

...Көйөргәҙе районы Ермолаевка ҡасабаһында район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда Геройҙар скверы булдырылған. Унда ете ҡаһарман яҡташыбыҙ – уртала милли батырыбыҙ Кинйә Арыҫланов, уның тирәләй алты Советтар Союзы Геройы – башҡорттар араһында иң беренсе Советтар Союзы Геройы Ғәфиәтулла Арыҫланов, шулай уҡ Советтар Союзы Геройҙары Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсин, Вениамин Недошивин, Морат Ҡужаҡов, Анатолий Хохлов, өс дәрәжә Дан ордендарының тулы кавалеры Хөрмәт Хөсәйеновҡа ҡуйылған бюстарҙың авторы ла – Өлфәт Ҡобағошов!

Ул Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылында билдәле башҡорт яҙыусыһы Баязит Бикбайға (суйын, мәрмәр) бюст, шулай уҡ Өфөлә күренекле яҡташыбыҙ йәшәгән йортҡа бронза барельефлы мемориаль таҡтаташ эшләне, әҙиптең ҡәбер ташының проекты (металл, гранит, мәрмәр) мәғрифәтсе яҡташыбыҙ Мөхәмәт Исҡужинға Өфөлә бер нисә урында (йәшәгән йортонда, Инорс биҫтәһендәге М.Исҡужин исемендәге мәктәптә) суйындан ҡойолған таҡтаташтың авторы ла ул. Өлфәт ағайым Ырымбур ҡалаһында данлыҡлы яҡташыбыҙ, башҡорттарҙан иң беренсе Советтар Союзы Геройы полковник Ғәфиәтулла Арыҫлановҡа ул уҡытҡан Чкалов танк училищеһы бинаһы фасадында суйындан һәм граниттан портретлы барельеф менән мемориаль таҡтаташ, күренекле ғалим, журналист Диҡҡәт Бураҡаевҡа мәрмәр барельефлы һәйкәл, Башҡортостандың халыҡ артисы, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа граниттан таҡтаташ ҡуйҙы.

Ул шулай уҡ Красноусол курорты биләмәһендә торған “Табын ере” мемориаль комплексының авторы. Нарыҫтауҙа (Миәкә районы) ерләнгән сәхәбәләргә ҡәбер ташы проектын да Өлфәт ағайым әҙерләне. Бынан тыш, Ишембай районы Торатау итәгендәге “Ырыуҙар ташы” мемориаль комплексы проектына республика конкурсында ҡатнашып, Өлфәт Ҡобағошовтың эштәре 2009 йылда иң яҡшы проект тип танылды. Башҡорт халыҡ сәсәндәренә эскиз-проекттар авторы ла ул булды. Уның 1812-1814 йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларҙы сағылдырған “Төнъяҡ амуры” монументаль скульптура композицияһы башҡорт яугирының затлы ат егеүе һәм халҡыбыҙҙың ҡул эштәре сәнғәте атрибуттарының зиннәтлелеге менән айырылып тора һәм ул шуның менән уникаль реконструкция булып тора. Һәр башҡарған әҫәрен ул, киләсәкте уйлап, оҙаҡ йылдарға – киләсәк быуындарға етһен өсөн, ныҡлы, сыҙамлы, сифатлы материалдарҙан эшләне.

 

Урал батыр һәм Аҡбуҙат

Әйткәндәй, Өлфәт ағайым Урал батырға ла һәйкәл булдырырға ниәтләне. Ул һәйкәл мотлаҡ Өфөлә торорға тейеш, сөнки “Урал батыр” эпосы донъяла тиңе булмаған мәңгелек әҫәр, тип иҫәпләй ине ул. Әле уның донъяға сығарылмаған күпме проекттары ҡалды. Иң эре эштәренең береһе – Аҡбуҙат (Бөрйән районы Йылҡысыҡҡан күле янында урынлашҡан) менән Алдар батыр. Алдар батырҙың (Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы) суйындан ҡойолған һыны – уның һуңғы эше. Мифик Аҡбуҙат образын һынландырыу өсөн нисәмә йылдар эҙләнергә, халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” эпосын, ауыҙ-тел ижадын өйрәнергә кәрәк булған уға!

Өлфәт ағайым Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылы зыяратында 1921- се йылғы аслыҡтан ҡырылған биш йөҙгә яҡын ауылдаштарыбыҙ рухына, “Атайсал” проекты буйынса Таймаҫ ауылына нигеҙ һалған ата-бабаларыбыҙ, әүлиәләр рухына бағышлап таш ҡуйҙы. Бер ҡасан да иҫәпләшеп торманы, әллә күпме һәйкәлде үҙ аҡсаһына (үҙ иҫәбенә) эшләне. Бына шундай эштәрҙе башҡарыр өсөн ни тиклем киң күңелле, тәүәккәл, көслө рухлы булырға кәрәк!

“Ул ысынбарлыҡта башҡорт халҡының бөйөк улы булды. Скульптура эше бик анhаттан түгел, күп физик көс, рухи көс талап итә. Аҡбуҙат һәйкәле башҡорт халҡына ҙур бүләк булды” – интернет селтәрҙәрендә уның хеҙмәте бына шундай тапҡыр һүҙҙәр менән баһалана.

Өлфәт ағайыбыҙ ныҡ егәрле булды, үҙ эшен шул тиклем яратып, бирелеп башҡарҙы. “Ошо һәйкәлде эшләгәндә ике метрлыҡ баҫҡыстан балсыҡ күтәреп менеп-төшөп йөрөп эшләгәндәремде һанаһаң – Эверест тауына (донъялағы иң бейек тау! – авт.) ике тапҡыр менеп-төшөрлөк юлды үткәнмендер”, – тигәйне ул бер саҡ. Ошо ауыр эш уның һаулығын бигерәк тә ҡаҡшатҡандыр, тим. Ҡаты, аяуһыҙ ауырыуға ҡарамаҫтан, ул күңелендә йөрөткән уйниәттәрен тормошҡа ашырып ҡалырға тырышты, күңелендәге хазинаны халыҡҡа еткерергә ашыҡты.

Йәнә лә уның бер күркәм сифатын иҫкә алмау яҙыҡ булыр ине – Өлфәт ағайым утыҙ йылға яҡын намаҙҙа булды. Ғүмерендәге иң ҙур эште – Аҡбуҙат һәйкәлен эшләгәндә лә әленәнәле тәһәрәтен яңыртып, доғаларын уҡып торҙо. Унда ниндәйҙер бер эске һиҙемләү көсө бар ине. “Аҡбуҙаттың урыны ҡотло, уның башынан яҡты нур бөркөлә! Халҡыбыҙҙы яҡты киләсәккә әйҙәп тороусы маяҡ булыр ул!” – тигәйне бер сығышында.

Юбилей үткәрәм тип йөрөгәндә...

 ...Быйыл 21 октябрҙә районыбыҙ Өлфәт Ҡобағошовтың 70 йәшлек юбилейын гөрләтеп үткәрергә йыйына ине. Тик ошо хөрмәтте лә күрергә яҙманы шул ағайыбыҙға. “Ағайыбыҙ үтә ябай булды (күпме регалийҙары, даны булһа ла), донъялағы һәр биҙәккә ҡыуаныр ине. Матурлыҡты скульптор беҙгә – ябай кешегә ҡарағанда нескәрәк тоя. Яңыраҡ Көйөргәҙе районының Почетлы гражданы тигән исем бирелгәс, ҡалай ҡыуанғайны ағайыбыҙ, яҡташтары ҡулынан, бәләкәй булһа ла, бүләк алыу, уларҙың мәртәбәһен ишетеү, бәлки, уның өсөн мөһимерәк тә булғандыр. Ә бит уның күпме шөһрәте бар ине – рәссам, скульптор, монументалист, күп һанлы проекттар авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры... Һин үҙеңә тере сағыңда уҡ һәйкәл ҡойғайның!” – тип баһаланы уның хеҙмәтен районыбыҙҙың “Юшатыр” гәзите. Бына шундай матур фекерҙәр әйтелде уға ҡарата.

Бала саҡтан беҙҙең олатайҙарҙың олаталарынан ҡалған ерҙәр тураһында атайым һөйләгәндәрҙе күңеленә һеңдереп үҫкән Өлфәт ағайым һәр таштың, һәр ҡойоноң, ҡулҡаның исемен генә түгел, тарихын да яҡшы белде. Ауылға ҡайтҡан һайын яланҡырҙарҙы, урмандарҙы ҡарап, һәр ҡулҡаны барлап, ҡойоларҙы таҙартып, тәрбиәләп йөрөр ине. Ҡаты сир менән ауырып, ауыр операция үткәргәс тә рухын төшөрмәне, яңы идеялар, һәр ваҡыт позитив уйҙар менән йәшәне, беҙгә, туғандарына оло терәк булып, йәшәү көсө биреп, дәртләндереп торҙо. Алдағы йыл Таймаҫ ауылының 500 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ тип дәртләнеп йөрөнө. Ә бит ул “Таймаҫ ауылы” китабын яҙыр өсөн утыҙ йыл ғүмерен архивтарҙа ҡаҙынып үткәрҙе!

 

Икеһе лә тотош мәктәп ҡалдырҙы

 Ауылыбыҙҙың, ата-бабаларыбыҙҙың биш йөҙ йыллыҡ тарихын тәрәнтен өйрәнде. Әле уның архивында үҙе иҫән саҡта сығарып өлгөрмәгән күләмле китабы үҙ сәғәтен көтөп ята. Тағы бер ҙур талант эйәһе Айрат Ҡобағошов тураһында кино төшөрөргә йыйынғайны, үкенескә ҡаршы, был ниәте лә тормошҡа ашмай ҡалды...

...Былтыр сентябрь айында Айрат ағайыбыҙ китеп барҙы, ә быйыл сентябрҙә Өлфәт ағайыбыҙ ер ҡуйынына инеп ятты. Уларҙың икеһе лә ғүмеренең бер генә көнөн дә бушҡа үткәрмәне, баш ҡалҡытмай эшләне лә эшләне. Икеһенең дә башҡарған хеҙмәттәре мәктәптәрҙә, юғары белем биреү йорттарында уҡытыусыларҙың өҫтәл китабына әйләнде.

Әйткәндәй, Айрат ағайымдың “Башҡорт музыка ҡоралдары” (“Башкирские музыкальные инструменты”) тип аталған һуңғы китабы 2021 йылда Рәсәй кимәлендә төбәктең иң яҡшы баҫмаһы тип баһаланды. Үкенескә ҡаршы, үҙе иҫән саҡта күреп өлгөрмәне. Араларында ике генә йәш айырмаһы булған ағайҙарым бала саҡтан бергә уйнап үҫеп, икеһе лә оло сәнғәткә юл ярып, икеһе ике йүнәлештә берҙәй үк юғарылыҡта йөҙөп йөрөп эшләне, бер ижади тандем булып халыҡҡа хеҙмәт итте. Ағайҙарым икеһе бергә осрашһа, сәғәттәр буйы һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй торғайны. Икеһе лә киң эрудициялы, тәрән белемле инеләр. Осрашҡан һайын берәй ҡыҙыҡлы тема табып, донъя халыҡтары мәҙәниәте, әҙәбиәте, ер-һыу атамалары тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләшерҙәр ине. Ә ниңә ҡаҙаҡтарҙа, ҡумыҡтарҙа был өйрәнелгән, беҙҙә әле һаман юҡ тип, яңы темаларға мөрәжәғәт итерҙәр ине.

Бала саҡтан атайым һөйләгән тарихи бәйәндәрҙе, атайым йырлаған оҙон көйлө халыҡ йырҙарын, әсәйем һөйләгән бәйеттәрҙе, риүәйәттәрҙе күңеленә һеңдереп үҫкәнгәлер, был теманы улар шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләр ине, ә беҙ, кесерәк туғандары йотлоғоп тыңлай инек. Бына шундай иҫ киткес бай рухлы ағайҙарым, киткәндә лә, алдан һөйләшеп ҡуйған һымаҡ, бер-бер артлы китеп барҙылар. Уларҙың береһе тураһында һөйләгәндә икенсеһен иҫкә алмау мөмкин түгел. Тыуған яғыбыҙҙың үркәс-үркәс булып йәйрәп ятҡан ҡылғанлы далаһындай киң күңелле ағайҙарым үҙҙәре артынан тотош рух мәктәбе ҡалдырҙы.

 Бына шундай шәхестәрҙең бер туғаны булыу – сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо уята, шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ та талап итә. Был юғалтыуҙар туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ өсөн генә түгел, халҡыбыҙ, республикабыҙ өсөн оло юғалтыу. Беҙҙе зар илатып шәхестәребеҙ китә, халҡыбыҙҙың аҫыл улдары китә. Шәхестәр менән бергә рухлы дәүер китә... Халҡыбыҙға маяҡ булған шәмдәребеҙ һүнде... Юҡ, һүнмәне, улар үҙҙәренән һуң халҡыбыҙға йөҙҙәрсә йылдар кәрәк булырҙай бөйөк эштәр ҡалдырҙы!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

 Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Сығанаҡ: "Юшатыр" гәзите.

 

 

Автор:
Читайте нас: